«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯПОНДАРҘАН ӨЙРӘНЕРГӘ ИНЕ...
+  - 



Ҡала хакимиәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһен, Ирек Ялалов отпускыға китеү сәбәпле, уның беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов алып барҙы.

Санаңды - йәй әҙерлә, тигәнгә ишаралап, ул көҙгө-ҡышҡы йылытыу миҙгелен иғтибар үҙәгенә ҡуйып, әлеге ваҡытта инженер коммуникацияларының тәртипкә килтерелеүе, ремонт эштәре башҡарылыуы хаҡында белдерҙе. Алда торған миҙгелгә 5679 торлаҡ йорт әҙер булырға тейеш булһа, бөгөнгә уларҙың 3634-е, йәғни 64 проценты әҙер. Бынан тыш, үҙәкләштерелгән йылылыҡ пункттары, шәхси йылылыҡ магистралдәре һәм башҡа коммуникацияларҙың да әҙерлеге шарт. Салауат Сәхи улы был юлы ла айырым билдәләп үтеүенсә, граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәүенә ҡарамаҫтан, ремонт эштәре алып барыла, әммә был уларҙы яуаплылыҡтан азат итмәй. Ҡышын ниндәйҙер авария була ҡалһа, берәү ҙә үҙенең файҙаланған хеҙмәттәр өсөн ваҡытында йәки бөтөнләй түләмәүен иҫәпкә алмаясаҡ, ә ғәйеплене эҙләй башлаясаҡ...
Йәй - ысынлап та ҡыҙыу осор. Һәм был ауыл халҡы өсөн генә түгел, ҡала халҡы өсөн дә, ҡала хеҙмәттәре өсөн дә шулай. Һәр өлкәлә эш ҡыҙыу бара, тармаҡ хеҙмәткәрҙәре миҙгелдең һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша, сөнки был эштәрҙе икенсе ваҡытта башҡарыу мөмкин түгел. Мәҫәлән, бөгөн "Уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу" өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә планлаштырылған 55 йорт ихатаһының 28-ендә ремонт эштәре бара. Дим районында был эштәр иһә тамамланыу алдында, йәғни 95 процентҡа башҡарылған да инде. Калинин районында был күрһәткес 65 процент булһа, башҡа район хакимиәттәренән әүҙемлек талап ителә. Әммә тиҙлеккә иғтибар биреп, сифат тураһында ла оноторға ярамай. Йорт ихаталарын ремонтлау буйынса ҡыуаныслы яңылыҡтар ҙа бар: бюджет сараларын экономиялау һөҙөмтәһендә өҫтәмә рәүештә тағы ла 6 ихатаны ремонтлау мөмкинлеге табылған.
Бынан тыш, урындағы инициативаларға нигеҙләнгән республика программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә тағы ла 69 ихата территорияһын ремонтлау күҙаллана. Бындай практика икенсе йыл тормошҡа ашырыла һәм халыҡ яғынан яҡлау табыуын, ыңғай һөҙөмтәләргә килтереүен дәлилләй. Икенсе яҡтан, күберәк йорт ихатаһы төҙөкләнеп ҡала. Был юл менән әле 7 участкала эш тамамланһа, 32-һендә эштәр дауам итә.
Шулай уҡ белем биреү учреждениелары ла яңы уҡыу йылына әҙерләнә. Әле 38 объектта дөйөм сумма 40 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән ремонт эштәре бара. Уларҙа электр, һыу, канализация менән тәьмин итеү эштәре башҡарыла, ҡыйыҡтар ремонтлана, тәҙрә блоктары алмаштырыла. Бөгөнгә 17 белем усағында эштәр тамамланған, башҡаларында тамамланыу алдында. Уларҙа ремонт 10 авгусҡа тиклем бөтөргә тейеш.
Юлдарҙы ремонтлау, һыу инеү миҙгеленең ыңғай һәм кире яҡтарын да билдәләмәй ҡалманы Салауат Сәхи улы. Ни өсөндөр фажиғә тап кешенең үҙенә килеп ҡағылмай тороп, ул аңлау кимәленә етмәй, күрәһең. Махсус хеҙмәттәр алып барған аңлатыу эштәренә, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүҙе тыйыуға ҡарамаҫтан, был өгөт-нәсихәт халыҡтың бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сығып та китә. Ә инде яҡын кешеләреңде юғалтҡас иҫкә төшәлер ҙә, тик һуң...
Оператив кәңәшмәнең төп темаларының береһе булып рөхсәтһеҙ ҡуйылған гараждарҙы алыу мәсьәләһе торҙо. Был юлы Дим районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников һүҙ тотто. Уның белдереүенсә, Дим районында барлығы 13 гараж кооперативы составында 5166 гараж иҫәпләнгән. 2015 йылдан 384 рөхсәтһеҙ урынлаштарылған тимер гараж, шул иҫәптән күп фатирлы йорттар ихатаһынан - 165, шәхси секторҙан - 128, гараж кооперативтары территорияларынан 91 объект алынған. Белем биреү учреждениеларына яҡын территорияла ултырған гараждар (86) былтыр уҡ алынып бөткән. 70 процент осраҡта гараждарҙы хужалары шәхси йорттар территорияһына, баҡсаларына алып бара, 15 проценты металлоломға тапшыра. Теләүселәргә хакимиәт техника һәм башҡа ойоштороу мәсьәләләре менән ярҙам итә.
Әлеге ваҡытта күп фатирлы йорттар ихатаһында рөхсәтһеҙ ҡуйылған гараждар тулыһынса алынып бөткән, бары тик хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың транспорт саралары тотолған гараждар ғына ҡалдырылған. Уларға махсус билдәләр ҡуйылған. Барыһы ла төҙөкләндерелгән, төҙөкләндерелмәгәндәре буйынса эштәр алып барыла. Шулай уҡ ҡаланың ер һәм милек комитеты менән берлектә ер участкаларының сиктәре билдәләнә, етешһеҙлектәр йәки хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланғанда, уларҙы бөтөрөү өсөн ваҡыт бирелә.
Сығыш яһаусынан һуң Салауат Хөсәйенов махсус әҙерләнгән фотослайдтарға иғтибар йүнәлтте. Уларҙан күренеүенсә, баш ҡаланың барлыҡ райондарында ла гараждарҙы алып киткәндән һуң сүп-сар өйөмдәре, гараж эсендә ҡаҙып эшләнгән һәм күмелмәгән мөгәрәптәр ҡала. Былар барыһы ла балалар өсөн генә түгел, ололар өсөн дә хәүеф тыуҙыра. Ҡала хеҙмәттәре башҡа эштәрен ташлап йәки башҡа эш араһында уларҙы таҙартыу, соҡорҙарҙы күмеү менән дә шөғөлләнергә тейеш, күрәһең. Ә бит гараждар менән ошоғаса кемдер файҙаланған, уның мәнфәғәтен күргән.
Ирекһеҙҙән ошо көндәрҙә тамамланған Футбол буйынса донъя чемпионатындағы япон көйәрмәндәренең матур ҡылығы күҙ алдына баҫа. Япондар ниндәй генә ҡалала булмаһын, матч тамамланғас, сүп тоҡтарын тотоп, трибуналар буйлап башҡа көйәрмәндәр артынан ҡалған сүп-сарҙы йыйып, залды тулыһынса таҙартып сыға. Ә инде Японияның футбол командаһы еңелгәндән һуң уларҙың кейенеп-сисенеү бүлмәһендә идеаль таҙалыҡ, "рәхмәт" тип русса яҙып ҡалдырылған ҡағыҙ ғына табалар... Бындай күренешкә өйрәнмәгән рәсәйҙәр көйәрмәндәрҙән ни өсөн шулай эшләүҙәрен һорағас, япондар бының ғәҙәти күренеш булыуын һәм шулай булырға тейешлеген белдерә. Артабан дауам итеп тороу кәрәкмәйҙер...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.18 | Ҡаралған: 601

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru