«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҒИҘӘЛӘРҘЕ ҺАНҒА ҺУҒЫРҒА ӨЙРӘНӘЙЕК
+  - 



Дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу ҡағиҙәләре тураһында әленән-әле һүҙ ҡуҙғатып торола ул. Ләкин ул ҡағиҙәләрҙең бөтөнләй һанға һуғылмауы, хатта инҡар ителеүе эсте бошора.

Ул ҡағиҙәләр хәҙер мәктәп дәреслектәрендә бер төрлө, ваҡытлы матбуғатта - икенсе, ғилми баҫмаларҙа өсөнсө төрлө итеп ҡулланыла. Ҡағиҙәләр үҙгәргән хәлдә лә, улар барыһы өсөн дә дөйөм, уртаҡ булырға тейеш бит. "Ниңә ошонда өтөр ҡуйманың?" тигән һорауға "Беҙҙә шулай ҡабул ителгән!" тип ебәрәләр. Бәй, улай булғас, һәр бер ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре нисек теләй, шулай яҙырға тейеш булып сыға бит. Тел ғалимдарының хеҙмәтен юҡҡа сығарыу, туған телеңде ихтирам итмәү була ла баһа был. Ғәмәлдә ҡулланмағас, ниңә мәктәптә уҡыусылар дөрөҫ яҙырға һәм һөйләргә өйрәнә һуң?
Мәҫәлән, "Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң..." тип башланған һөйләмдәрҙә мотлаҡ өтөр кәрәк (ҡушма һөйләмдәге ваҡыт эйәрсән һөйләм). Был һөйләмдәге хәбәрҙе "ҡушылғас", "ҡушылыу менән" тип тә үҙгәртергә мөмкин, барлыҡ осраҡтарҙа ла өтөр ҡуйыла. Рус телендәгеһендә, киреһенсә, өтөр кәрәкмәй: "После присоединения Башкортостана к Русскому государству..." Әлеге лә баяғы, руссаһында юҡ, тип ҡуймайҙарҙыр инде был тыныш билдәләрен, руссаға эйәреү сәскә ата бит инде беҙҙә. Тағы бер тапҡыр ҡабатламай булмай: башҡорт һәм рус телендәге һөйләмдәрҙә өтөр, һыҙыҡ, ике нөктә билдәләре ҡуйылышы бар осраҡтарҙа ла тап килеп бөтмәй.
Башҡортса һөйләшә белмәгән быуын үҫеп килгәндә, өтөр ҡайғыһымы, тип уйлайҙыр, бәлки, ҡайһы берәүҙәр. Башҡорт теле ЮНЕСКО тарафынан бөтөп барған телдәр рәтенә индерелгәс, үҙ телендә икмәк-тоҙлоҡ һөйләшә белгәс - еткән, шул үҙе үк ҙур еңеү, тип тә фекер йөрөтөргә мөмкин. Әммә беҙҙең алда, мәктәптә ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү кәрәкме, тигән һорау торорға тейеш түгел. Морфологияны, грамматиканы һ.б. өйрәнмәйенсә, әҙәби телдә дөрөҫ яҙып һәм һөйләп булмай. Улар һис тә телмәргә ҡамасау түгел, киреһенсә, ярҙам ғына. Башҡа телдәрҙә һөйләшкән кешеләр бындай һорау ҡуймай, сөнки был - абсурд фекер. Бер өтөрҙө дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында кеше ғүмере өҙөлөргә мөмкин, тип өйрәтә торғайнылар беҙҙе уҡығанда. Миҫал итеп, билдәле һүҙбәйләнеште килтерә торғайнылар: ярлыҡарға, ярамай язаларға! Ярлыҡарға ярамай, язаларға! Тәүге һөйләмдәгесә өтөр ҡуйһаң, кеше тере ҡала; икенсеһендәгесә ҡуйһаң, уны язаға тарттыраһың. Бер төрлө һүҙҙәр менән бирелгән батша әмерендә өтөр ниндәй ҙур роль уйнай!
Төрлө тыныш билдәләрен ҡуйыу бер үк һөйләмдең мәғәнәһен бөтөнләй үҙгәртеп ебәрә. Быны беҙ "Иғтибар, балалар!" һәм "Иғтибар: балалар!" һөйләмдәре миҫалында ла күҙәтә алабыҙ. Тәүге осраҡта һөйләмдең мәғәнәһен туранан-тура балаларға өндәшеү тип ҡабул итһәк, икенсеһендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса ололарға иҫкәртеү, тип аңлайбыҙ.
Беҙ рус телен китаптан ҡағиҙәләр буйынса өйрәнгәнгә лә, диктантты гел "5"-кә яҙа торғайныҡ. Ә инде һөйләргә өйрәнеү өсөн күберәк аралашырға кәрәк, бында ҡағиҙәләр "ғәйепле" түгел. Һөйләргә, нигеҙҙә, әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәтәләр. Әҙәби китаптарҙы күп уҡыу шулай уҡ телмәрҙе үҫтерә, һүҙ байлығын арттыра. Балалар хәҙер башҡортса әҙәби әҫәрҙәр уҡыймы һуң? Шулай уҡ йәш быуындың башҡорт телендә яҡшы һөйләшеүе ата-әсәнән дә тора: улар ғаиләлә балалары менән етерлек аралашамы, төрлө темаларға әңгәмәләшәме, башҡортса сараларға йөрөтәме, унда бергәләп ҡатнашамы? Бар ғәйепте мәктәпкә, уҡытыусыға, хатта тел ғалимдарына япһарыу дөрөҫ түгел. Башҡорт телен уҡытыу буйынса методика иҫкергән икән, 60-70 йәшлек оло ғалимдарыбыҙҙың китаптары оҡшамай икән - яҙығыҙ һуң яңы методик ҡулланмалар! Бармы ул әсбап яҙырлыҡ йәш телселәр, методистар?
Мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте - көн һайын 1-2 сәғәт, ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте - аҙнаһына 1-2 сәғәт уҡытыла. Шул арала ғына баланы башҡортса яҡшы һөйләшергә өйрәтеп буламы ни? Башҡорт теле дәреслектәрендә "ТҮ" - "телмәр үҫтереү" тигәнде аңлатыусы тамға менән бирелгән күнегеүҙәр бихисап. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгәндә, барлыҡ кластарҙа ла шиғыр ятлап, уны яттан яҙа, ижади эш, иншалар яҙа инек, хатта йырлай ҙа торғайныҡ. Ошолар бөтәһе лә телмәр үҫтереүгә йүнәлтелгән бит инде.
"Тел биҫтәһе", "телгә бөткән", "теле телгә йоҡмай" тиҙәр һөйләү йәһәтенән оҫта кешегә. Был һәләт атай-әсәй, олатай-өләсәй, туғандары, тиҫтерҙәренә, йәғни баланы уратып алған мөхиткә бәйле, улар бәләкәйҙән телмәр үҫтереүҙә, әүҙемлек, ҡыйыулыҡ тәрбиәләүҙә булышлыҡ күрһәтә. Гәзит-журналдар, телевидение ла дөрөҫ телмәр формалаштырыуҙа өлгө булып тора, шуға күрә, уларҙа һис кенә лә хаталарға урын булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, мәктәп дәреслектәрендә - "нг", - "нк" хәрефтәренә бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда "ы" хәрефе өҫтәлә, тигән ҡағиҙә бар: митингыла, танкыла. Ә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ул ҡағиҙәне бар тип тә белмәй: митингта, танкты тип яҙа, һөйләй. Башҡорт телендәге һүҙҙәргә бер нисә тартынҡы йәнәш килеү хас түгел, улар араһына мотлаҡ һуҙынҡы өн килеп "ҡыҫыла". Шулай уҡ "ск" тип бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда ла башта "и", "ы" ҡуйырға кәрәк: Белогорскиға отпускыға, киоскыла, дискыны. Телде һындыра-һындыра Белогорскка отпускка, киоскта, дискты тип һөйләйҙәр бит әй телевизорҙан. Аптырайым, был ҡағиҙә урта кластарҙа уҡ өйрәтелә лә баһа...
Рус телендә йөҙ йыл элек ниндәй ҡағиҙәләр сыҡҡан, шулар бөтөн ерҙә лә үтәлә, бер кем дә үҙгәртмәй; мәктәптә өйрәнмәҫкә кәрәк, тигән кеше лә юҡ. Ә ниңә беҙҙә дөрөҫ яҙыу (орфография), дөрөҫ һөйләү (орфоэпия), пунктуация һәм стилистика ҡағиҙәләре һанға һуғылмай? Ярай, уларҙы мәктәптә тырышып-тырмашып өйрәнделәр ҙә, хатта ятлап алдылар, ти. Ләкин уның менән генә эш бөтмәй, өйрәнгәнеңде аңлы рәүештә ғәмәлдә ҡуллана белергә лә кәрәк бит. Шул уҡ ваҡытта дөрөҫ, матур, төҙөк һөйләмдәр төҙөп, кеше араһында ҡыйыу телмәр тота ла белергә тейешһең. Иң ауыры, ысынлап та, шулдыр. Боронғо Греция, Рим дәүләттәрендә мәктәптәрҙә балаларға риторика, логика дисциплиналары юҡҡа ғына уҡытылмағандыр, күрәһең. Элек беҙҙә лә революцияға тиклемге гимназия, хатта яңыса уҡытылған мәҙрәсә программаларында ошо предметтар булған. Бәлки, шул тәжрибәне тергеҙергә кәрәктер, хәҙерге заманда ата-әсәнең үҙ балаһы менән шөғөлләнергә ваҡыты ла, теләге лә, мөмкинлеге лә булмағас... Риторика, логика буйынса башҡортса әсбаптар бармы бының өсөн? Әгәр әлеге тормош шуны талап итә икән, ундай ҡулланмаларҙы төҙөргә кәрәк. Был дәрестәрҙә балаларҙы тасуири һөйләргә, үҙ фекерен әйтеп бирергә өйрәтәләр. Билдәле ораторҙар сыҡмаһа ла, башҡорт балалары аудитория алдында ҡаушап ҡалмаҫ, белгән нәмәһен дә әйтә алмай тормаҫ, үҙ фекерен дәлилдәр менән иҫбат итә алыр ине. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тигәндәй, ошо юҫыҡта ең һыҙғанып эшләргә әле беҙгә.

Хәлиҙә АЛТЫНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.18 | Ҡаралған: 706

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru