«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘРӘХӘТТӘРҘЕ БАҠЫР ДАУАЛАЙ
+  - 

Бөрйән ағинәйе Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА 34 йыл ғүмерен мәктәптә балаларға биология уҡытыуға арнай. Математиктар, тел белгестәре нәҫеленән булһа ла, ул үҙендә өләсәһе Нәсиха Хөснөтдин ҡыҙының ҡаны еңгән тип һанай. Киң даирәлә белемле, көслө рухлы ил инәһе, дауа тылсымын белгән хикмәтле йән эйәһе була өләсәһе. Бөгөн авторыбыҙ металл ярҙамында дауалау серҙәре менән бүлешә.

Баҡыр. Яраның уңалыуын тиҙләтә. Ҡан тамырҙарын киңәйеүҙән һаҡлай. Тик бының өсөн 1961 йылға тиклемге (Сталин заманындағы) йәки 1961 йылғы реформаның баҡыр (2, 3, 5) тинлектәрен файҙаланырға кәрәк. Уларҙы радикулит яфалағанда билгә теҙеп һалып, эт йөнөнән тегелгән билбау бәйләргә мөмкин. Әгәр кеше сирләһә, уның тәненә тейгән баҡыр ҡарая. Шуға уны тоҙло һыуҙа тоторға һәм таҙартырға кәрәк. Баҡыр беләҙектәр ҡан баҫымын нормалләштерә, тик бының өсөн уны терһәк янында йөрөтөргә кәрәк. Аристотель баҡырҙың шешенеүҙән дауа булыуы, ә йәрәхәттәрҙе баҡыр пластинкалар ҡуйып төҙәтеп булыуы тураһында яҙып ҡалдырған. Рустә бәрелгән, күгәргән урындарға баҡыр биш тинлектәр һалғандар, Грузияла боронғо замандарҙа уҡ, Францияла бөгөнгө көндәрҙә лә баҡыр һаңғыраулыҡтан һәм миндаль һымаҡ биҙҙәрҙең ялҡынһыныуынан дауа сараһы итеп файҙаланыла.
Баҡыр аппликация температураны төшөрә, ауыртыуҙы баҫа, көслө бактерицид үҙенсәлеккә эйә: ул һыу һәм матдәләр алышыныуын, ҡан әйләнешен, йоҡоно яҡшырта, ҡанда инсулиндың тәьҫирен көсәйтә, нервылар системаһын тынысландыра. Баҡыр шулай уҡ күкрәктәге зарарһыҙ шештән, мастит, туберкулездан, хроник бронхопневмония, бронхит, отит, гаймориттан дауалай. Инфаркттан һуң хәлде яҡшырта, гастриттан, радикулит, холецистит, тире ауырыуҙарынан ҡотолорға ярҙам итә. Ошо исемлек кенә лә баҡырҙың тәьҫир итеү ҡоласы ниндәй киң булыуын асыҡ күрһәтә. Шуныһын да әйтергә кәрәк, баҡыр ишетеү һәләтен тергеҙә, ҡолаҡ шаулауын, радиацияның зарарлы тәьҫирен кәметә, геморройҙан, ревматизмдан, артриттан дауалай. Баҡырҙы нисек файҙаланырға һуң? Браслетты аяҡ-ҡулға кейәләр. Йөрәк ауыртһа, баҡыр пластинканы умрау һөйәге аҫтына ҡуйып, лейкопластырь менән беркетергә һәм 10 көн тоторға кәрәк. Тромбофлебит булғанда баҡыр аҡсаларҙы табан аҫтына, аяҡ кейеменә, ойоҡбаш, ойоҡ эсенә ҡуйығыҙ. Гаймориттан ҡотолоу өсөн баҡыр аҡсаны төнгә ҡаршы күҙҙән - танауға табан, ә трахеобронхит булғанда муйынға ҡуйып, лейкопластырь менән беркетәләр. Баҡыр аҡсаны ҡулланыр алдынан шымарта торған ҡағыҙ менән таҙартырға һәм утта яндырып алыу зарур.
Шуныһын да әйтергә кәрәк: күп нәмә кешенең психикаһына бәйле. Шул уҡ ваҡытта баҡырҙы бөтөн ауырыуҙан да ҡотҡарыу сараһы тип иҫәпләргә лә ярамай: берәүҙәргә ул ярҙам итә, икенселәргә тиҫкәре йоғонто яһауы бар. Теләһә ниндәй дарыу кеүек, уның менән мауыҡмаҫҡа, ә организмдың индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫкә алып ҡулланырға кәрәк.
Көмөш. Ҡысынма, оҙаҡ бөтәшмәй торған яра, йөрәктең йыш тибеүе менән яфаланғандарға ярҙам итә. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Шуға күрә көмөш һауыт-һабаны йышыраҡ файҙаланырға тырышығыҙ.
Ҡорос. Быума сиренән дауалай. Бының өсөн көн дә кейә торған аяҡ кейемегеҙгә юғары сифатлы ҡоростан эшләнгән пластинаны йәбештерегеҙ. Әгәр ундай пластина юҡ икән, ҡырыныу өсөн ҡулланыла торған ғәҙәти лезвие ла ярай.
Ҡурғаш. Оҙаҡ уңалмаған яра урынына ҡурғаш пластинаны бинт менән урарға кәрәк. Ҡурғаш окисын тәндең бәрелеп күгәргән урынына ла ҡуялар.
Тимер. Тимер тутығын йөҙөм шарабы менән бутап, компресс итеп ҡуйып, ялҡынһынған тирене дауаларға мөмкин. Хроник рәүештә эс китеп, дизентерия менән сирләгәндә, күп күрем күргәндә тимерҙе утта ҡыҙҙырғансы тотоп, һыуға һалалар һәм ошо һыуҙы эсәләр.
Алтын. Әгәр уны күкрәктә йөрөтһәң, йөрәк йыш типкәндә ярҙам итә, ҡыйыуһыҙлыҡтан ҡотолдора. Ашҡаҙанға ла файҙаһы ҙур. Шуға күрә Һиндостанда, мәҫәлән, аҙыҡты йоҡа ғына алтын пленка менән ҡаплап ашайҙар йәки ауыҙҙа алтын аҡса тотоп торалар. Былай эшләгәндә ашҡаҙан эшмәкәрлеге яҡшыра, ауыҙҙағы насар еҫтәр бөтә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.18 | Ҡаралған: 729

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru