«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҺАҠАЛЛЫ" ТЕМАЛАР ҘА БУЛА...
+  - 

Сираттағы оператив кәңәшмә уҙған аҙнала баш ҡалала Өфө ҡала хакимиәте менән Рәсәй парктар һәм аттракциондар эшләү ассоциацияһы берлектә ойошторған күңел асыу индустрияһы белгестәренең 7-се халыҡ-ара осрашыуына йомғаҡ яһауҙан башланды.

Был форум йыл һайын илдең төрлө төбәгенән ошо өлкәләге белгестәрҙе йыя. Мәҫәлән, быға тиклемгеләре Воронежда, Ярославлдә, Ҡаҙанда, Түбәнге Новгородта, Белгородта, Минскиҙа үтә. Быйыл Өфө иһә рекорд ҡуя - сарала Рәсәйҙән һәм БДБ илдәренән 160 кеше ҡатнаша. Сараның төп маҡсаты - тәжрибә уртаҡлашыу, заманса парктар һәм күңел асыу өлкәһендә актуаль булған проблемалар буйынса фекер алышыу, белгестәрҙе күңел асыу индустрияһының заманса технологиялары менән таныштырыу, төрлө ҡалалар һәм төбәктәрҙең туристик ҡеүәтенә иғтибар йәлеп итеү. "Өфө юҡҡа ғына һайланмаған, - тип белдерҙе ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Сәхи улы. - Беҙҙә мәҙәни-күңел асыу инфраструктураһы үҫешкән һәм был өлкә илдең күпселек ҡалаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра". Шулай уҡ форум ҡаланың туристик ылыҡтырыу ҡеүәтенә импульс биреүе менән дә отошло, сөнки ҡатнашыусылар ошо тармаҡ буйынса ла эшмәкәрлек алып бара. Өфө иҡтисадында туризм индустрияһы айырым урын биләп тора һәм уны бөгөн илдең генә түгел, донъя баҙарына сығарыу - ҡаланың туриндустрия субъекттары алдында торған төп бурыстарҙың береһе.
"Һаҡаллы" төҙөлөш булған кеүек, баҡтиһәң, "һаҡаллы" темалар ҙа була икән! Кәңәшмәнән-кәңәшмәгә күсеп йөрөүсе көнүҙәк проблема булып сыҡты был юлдарҙы ремонтлау. Дөрөҫөрәге, ремонт эштәре түгел, ә граждандарҙың тәкәбберлеге. Ысынлап та, ниндәйҙер проблема килеп сыҡһа, шунда уҡ ғәйеплене эҙләй башлайбыҙ, ахырҙа, барлыҡ бәләләрҙең башын ҡала хакимиәте башлығына алып барып бәйләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта "Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар" программаһы буйынса ремонт эштәре алып барылыуы, уларҙың аныҡ ваҡытта ниндәй урам-юл участкаһында барғанлығы тураһында интерактив картала һәр ваҡыт мәғлүмәт яңыртылып тороуына ҡарамаҫтан, автомобилселәр араһында ремонтсыларҙың эшенә төкөрөп ҡараусылар ҙа юҡ түгел. Улар участканың яртылаш ҡына ябылыуынан файҙаланып, яңы һалынған асфальт ҡатып та өлгөрмәҫтән, бондарҙы емереп, иҫкәртеү мәғлүмәтенә иғтибар ҙа итмәй, ҡатып өлгөрмәгән ҡатлам өҫтөнән үтеп китергә лә күп һорамай. Һөҙөмтәлә колея барлыҡҡа килә, юлдың сифаты юғала, уның ҡулланыу ваҡыты ҡыҫҡара. Ҡайһы берәүҙәр иһә газондар, тротуарҙар аша ла үҙенә юл яра. Һөҙөмтәлә ҡала хакимиәте ремонт барған участкаларҙы тулыһынса ябырға һәм "тура юл ярыусы" аҡыллы баштарҙы контролләү өсөн ЮХХДИ хеҙмәтен дә йәлеп итергә мәжбүр. "Юлдарҙы сифатлы итеп ремонтлау менән бер рәттән, тротуарҙарҙы һәм газондарҙы юҡҡа сығарыуға, бордюрҙарҙы емереүгә юл ҡуя алмайбыҙ", - тине Салауат Сәхи улы.
Яңы ғына йәйге каникулдар башланған кеүек ине, тиҙҙән белем усаҡтары ҡабат ишектәрен асасаҡ. Шуға ла ҡала хакимиәтендә мәғариф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеге көн үҙәгенә сығарыла башланы ла инде. Был юлы Ленин районындағы 1-се һәм Совет районындағы 44-се дөйөм белем биреү мәктәптәрендәге реконструкция эштәре барышы тураһында "Фирма СУ-10" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Владислав Сидоркиндың доклады тыңланды. Сығыш яһаусы белдереүенсә, 1-се мәктәп бинаһының габариттарын һәм төп диуарҙарының торошон үҙгәртмәйенсә, һыйҙырыш күләме 775 кешегә еткереләсәк. Әлеге ваҡытта реконструкция эштәре тамамланған, тышҡы инженер коммуникациялары һалынған, бина йөҙләнгән, фасад һәм территорияны төҙөкләндереү эштәре тормошҡа ашырыла.
44-се мәктәп тулыһынса яңынан төҙөлә һәм ике этапта алып барыла. Һүтелгән спортзал урынында яңы 3-сө уҡыу корпусы төҙөлә һәм ул 2-се корпус менән тоташтырыла, 2-се корпуста реконструкция эшләнә. Икенсе этапта һүтеп алынған 1-се корпус, спорт залы (ике ангар) һәм склад урынында 1-се һәм 4-се корпустар төҙөлә. Әле 1-се, 4-се корпустарҙа электр, сантехника, вентиляция үткәреү эштәре тамамланған. Салауат Сәхи улы 1-се мәктәп буйынса, әгәр бер ниндәй ҙә етешһеҙлектәр юҡ икән, объект ваҡытында, барлыҡ төҙөкләндереү эштәре тулыһынса тормошҡа ашырылғандан һуң тапшырылырға тейеш, тигән талап ҡуйҙы. Йәғни инженер селтәрҙәре ваҡытлыса сығанаҡтарға түгел, ә төп сығанаҡтарға тоташтырылырға тейеш. Ә инде 44-се мәктәп буйынса ул техник талаптарҙы белгестәр менән, ентекле эшләү талабын ҡуйҙы.
Артабан һүҙ алған БР-ҙың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Тимур Кәримов белем биреү учреждениеларына лицензия биреү мәсьәләләренә асыҡлыҡ индерҙе. Бының өсөн, тәү сиратта, эшмәкәрлекте барлыҡ критерийҙарға тап килтерергә кәрәк. Талаптар РФ Хөкүмәтенең 2013 йылдың 28 октябрендә ҡабул ителгән 966-сы ҡарарында билдәләнгән. 2018 йылдың беренсе яртыһында Өфө ҡалаһы муниципаль округында булған 11 ойошма лицензияларын ҡайтанан эшләүгә ғариза биргән.
Әлбиттә, кәңәшмәлә күтәрелгән барлыҡ мәсьәләләрҙе бер мәҡәләгә һыйҙырып бөтөп булмай, сөнки ҡала - бәләкәй дәүләт, тиһәк тә, уның хәл ителергә тейешле ҙур һәм мөһим көндәлек проблемалары бик күп. Беҙгә бары тик үҙебеҙҙең вайымһыҙлығыбыҙ менән уларҙы арттырмаҫҡа ине.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.18 | Ҡаралған: 682

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru