«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ МИНЕ ҠАБУЛ ИТМӘНЕ...
+  - 



Һәр гәзит-журналды, һис шикһеҙ, рубрикалар төрлөлөгө биҙәй. Яңынан-яңы рубрикалар күренеүе матбуғат баҫмаһының бәҫен арттыра, әүҙемлеген күрһәтә. Был йәһәттән "Киске Өфө" үрнәк булырҙай гәзиттәрҙең береһе, был баҫмала яңы рубрикалар йыш "тыуа". Тыуыуҙың дауамы - йәшәү, ғүмерле булыу. Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай менән Әбйәлил сәсәниәһе Вәсилә апай Садиҡова "ролдәрен алыштырып" барлыҡҡа килгән "Уҡыусынан ун һорау" рубрикаһы ғүмерле булырға оҡшай. Иншаллаһ, шулай була күрһен! Ни тиһәң дә, тормош үҙе һорау-яуаптарҙан тора һәм һәр һорау үҙенең яуабын эҙләй. Тик шуныһы, яуап табыу һуңғы нөктә түгелдер, Хаҡлыҡҡа ынтылыуға хәрәкәт итеүҙер. Матбуғат баҫмалары шул вазифаны үтәп хәрәкәт ҡыла, йәшәй түгелме ни? Был - беренсенән. Икенсенән, гәзит уҡыусы ауыл кешеһе булып, яуап биреүсе ҡала кешеһе булһа, был ике аралағы күҙгә күренмәгән, уйлап табылған сиктәрҙе юйыуға сәбәпсе лә булыр, бәлки? Ҡаланыҡыларҙың һорауҙарына ауылдыҡылар ҙа яуап бирер ул - утын, бесән, мал ҡарап ҡына йәшәмәйбеҙ, шай.
Иҫләйһегеҙҙер, Василий Шукшиндың "Срезал" хикәйәһендәге төп герой Глеб Капустин ҡаланан ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан билдәле кешеләргә шаҡ ҡатырғыс һорауҙар биреп һемәйтә һәм шунан ләззәт таба. Ауыл ирҙәре уны ошо холҡо өсөн хөрмәт итә, сөнки күп уҡыған, мәкерле Глеб ҡалаға күсеп, ауылды онотҡандарға үҙенсә һабаҡ биреп маташа... Оҙаҡ уйламай, һорауҙарымды яҙыусы, шағир Дамир Шәрәфетдиновҡа төбәп бирмәксе булдым. Әммә һемәйтер өсөн түгел. "Һемәйтерһең Дамирҙы!" тиер уны белгәндәр. Мин дә шул фекерҙә булғанға күрә ҡыҙыҡһынам. Сөнки беләм: Дамир "башҡаларҙың фекеренә ҡушылып…" тигән һүҙбәйләнеште бөтөнләй белмәй шикелле.


Һүҙҙе ауыл менән ҡала араһындағы мөнәсәбәттән башлағас, һорайым әле: һин "ауылға ҡайтам", тип һөйләйһеңме, "барам", тиһеңме? Ғөмүмән, ауыл-ҡала төшөнсәһен нисек аңлайһың?

- Дуҫтар менән әңгәмәләрҙә ҡайсаҡ үткәндәрҙе барлап та алаһың бит. Ана шунда мин уҙған ғүмеремә байҡау яһайым да, Өфө мине ҡабул итмәне, тигән һығымтаға киләм. Йәшерен-батырыны юҡ, һәр кеше лә барған еренә таш булып батмай, ҡай берҙә төпләнәм тигән урының һинең өсөн ят булып ҡала. Өфө минең өсөн, әле Себер яҡтарында йөрөгәндәргә һымаҡ, эш урыны ғына булып ҡалды. Пенсияға тиклем йәшәлһә, барыбер ауылға ҡайтырмын, тим. Тәбиғәтеңдән әллә ҡайҙа ҡасып булмай, булмышым менән мин барыбер ҙә ауыл малайы.

Әҙиптәр араһында компьютерҙы "ауыҙлыҡлаған" беренсе кеше һиндер ул. Бөгөн социаль селтәрҙәргә, виртуаль донъяға ҡарашың нисек? Һин унда үҙ кешеме, әллә ҡунаҡмы?

- Башҡорт яҙыусыларын алып ҡараһаҡ, был ысынлап та шулай. Иң тәүҙә мин сайтымды булдырҙым һәм унда үҙ әҫәрҙәремде ҡуя башланым. Ләкин ул сайтты ябырға тура килде - алып барырға ваҡыт етмәй башланы. Яңыртылып тормаһа, ул береһенә лә ҡыҙыҡ түгел. Әле лә Фейсбукта һәм Бәйләнештә биттәрем бар, тик уларға ла кергәнем юҡ. Виртуаль донъя минең өсөн замана ҡаҙаныштары булған телефон, банк картаһы кеүек, уңайлы ярҙамсы ғына. Кәрәк нәмәне йә кешене тиҙ генә эҙләп табыр өсөн кереп сығам. Шуға ул донъяға әллә ни ылыҡмау яғындамын. Төрлө проекттарға саҡырыуҙар булды, әммә әүрәмәҫкә тырышам - ваҡытты күп "ашай" ул даръя.

Кешеләрҙең аҡсаға мөнәсәбәте тураһында бөгөн йыш һөйләнелә. Дамир, һин аҡса ҡоломо, әллә аҡса һинең ҡолоңмы? Һеҙҙең ғаиләлә "финанс министры" кем? Ғөмүмән, аҡсаға мөнәсәбәтең ниндәй?

- Аҡса, тип, бер ҙә иҫем киткәне юҡ. Булғанда - бар, булмаһа ла аптырамайым, сәй-шәкәрлеккә лә ризамын. Йомартмын тип маҡтанмайынса әйтә алам, һуңғы ун тәңкәне лә мохтаж бәндәгә сығарып тоттора алам. Аҡса ул - донъя малы, миллиардерҙар ҙа ике ҡолас ергә ята.

"Ваҡыт етмәй" тигәнде йыш ишетергә тура килә. Ваҡыт төшөнсәһен нисек аңлайһың? Ваҡыт етәме һиңә, артһа, нимәгә ҡулланаһың?

- Хәҙер, олоғая төшкәс, ваҡыттың үтә наҡыҫ ҡалғанлығын тоя башлайһың икән. Аптырап та ҡуйыла: йәш саҡта нисек көн үткәрергә белмәй йонсоған саҡтар ҙа бар ине бит. Шул ваҡытты бөгөнгә күсерергә ине ул. Ваҡыт миңә бер ҡасан да етмәй, төндәр һәм ялдар иҫәбенә ижад итергә тура килә. Иң һәйбәте - поезда барғанда яҙышыу. Ә яҙаһы һәм эшләйһе тигән ниәт-пландар бихисап, мин бер юлы әллә нисә эште алып бара алам, шуға ла башлап ҡуйылған әллә нисә китабым ята. Уларҙы ҡабаландырмайым, үҙ яйҙары менән яҙылырҙар һәм сығырҙар әле.

Имсәк бала ҡарашын күҙ алдына килтереп әйт әле: уҫаллыҡ, асыу, яуызлыҡ, икейөҙлөлөк, эскерлек, һаранлыҡ, нәфрәт, һауалылыҡ, тиҫкәрелек, алдашыу, боҙоҡлоҡ, эгоизм кеүек сифаттар тыумыштанмы, әллә социум ғәләмәтеме?

- Кеше үҙ тәбиғәте менән тыуа ла, артабан мөхит һәм туғандары тәрбиәһендә үҫә башлай. Әйләнә-тирәләгеләр саф кешене боҙоуы ла ихтимал, йә насар холоҡлоно ниндәйҙер кимәлдә төҙәтә ала. Тик мин барыбер кешегә тәбиғәт орлоҡ ҡына һала, ә йәмғиәт унан кеше яһай, тигән фекерҙәмен.

Бөгөн беҙ мәғлүмәт донъяһына сумып йәшәйбеҙ. Ер шарының һәр тарафындағы мәғлүмәт һәр кем өсөн яҡынайғандан-яҡыная. Күптәр белгән мәғлүмәтте һөйләү, яҙыу, күрһәтеү өсөн (әгәр ул алдаҡ булмаһа!) яуаплылыҡ тойғоһо борсомай. Ә бына фекер әйтеү яуаплылыҡ талап итә. Матбуғатта мәғлүмәт менән фекер нисбәте нисегерәк булыуы тәүшарт? Һин үҙең мәғлүмәт донъяһындамы, әллә фекер алышыу аша йәшәйһеңме?

- Бөгөн мәғлүмәтте табыу һәм таратыу өсөн техник шарттар күп. Шуға ла хәбәр таратыу алданыраҡ йөрөй. Бөтә каналдар өҙлөкһөҙ бер үк нәмәне тылҡый башлаһа, ялҡытып та китә. Ә бына фекерле кешеләр һирәк һәм уларҙың һәр ҡайһыһына ла һүҙ әйтергә мөмкинлек тә бирелмәй әле. Матбуғатта цензура көслө, радио-телевидениеға бөтөнләй барырлыҡ түгел - унда сеткалар һәм форматтар хөкөм һөрә. Мин ихлас бәхәстәр, түңәрәк ҡорҙар яҡлы. Демократия шулай булырға тейеш һымаҡ та, тик беҙҙең йәмғиәт был төшөнсәнән би-иик йыраҡта шул әле. Матбуғат ул ниндәйҙер төркөмдөң (яҙҙырып уҡып барыусыларҙың) уртаҡ трибунаһы булырға тейеш тә бит, тик беҙҙә кемгә һүҙ биреүҙе нәшер итеүсе хәл итә. Мин элек-электән көндәлектәр алып барам, уға мине Булат ағай Рафиҡов өйрәткәйне. Ана шунда ғына ихласлап бөтә уй-фекерҙәреңде яҙып барып була. Ә башҡа ерҙәрҙә ауыҙыңды һәр ваҡыт үлсәп асырға тура килә.

Гётенең үҙ шиғырын уҡып илап ултырыуы тураһында бер шиғыры бар. Баҡтиһәң, ул үҙ шиғырының тәржемәһе икән. Шағир ҡыуаныстан илаймылыр, әллә ризаһыҙлыҡтанмы - уныһы билдәһеҙ. Һинең тәржемәгә ҡарашың нисек?

- Мин тәржемә менән күп шөғөлләнәм: башҡортсаға ла, руссаға ла. Башҡорт теленә ауҙарыу ҡыҙыҡ өсөн, йә үҙеңде һынап ҡарау өсөн генә инде. Йә берәй таныш-дуҫың русса әҫәрен матбуғатта башҡортса ла күрергә теләп китә. Асылда бит русса белмәгән бер башҡорт та юҡ. Ә русса тәржемәләр кәрәк - улар аша беҙ башҡорт әҙәбиәтен, халҡын, йәшәйешен бөтә донъяға сығарабыҙ. Европа, Көнсығыш әҙәбиәте өлгөләре лә беҙгә рус теле аша килгән бит. Был эште ҡалдырырға иҫәбем юҡ. Мин үҙемдең әҫәрҙәремде лә башта башҡортса, аҙаҡ русса яҙам. "Көн башы һуҡмаҡтары" тигән повесым башҡортса-русса китап булып сыҡты. Ҡыҙғанысҡа күрә, тәржемәгә лә ваҡыт етмәй, шуға бик үтенгән дуҫтарға ғына ризалашырға тура килә.

Көтөү кирегә боролғанда аҡһағы алға сығыуы тураһында бер шиғырың бар. Көтөү-көтөүсе төшөнсәһен нисек күҙ алдына килтерәһең? Шулай уҡ көтөүсегә мохтаж халыҡмы беҙ?

- Әйҙә, тураһын әйтеп һөйләшәйек: кеше - тәбиғәте менән өйөр затынан. Тимәк, шуның ҡанундарына ярашлы, әйҙәүсе көтөүсе лә, тыңлаусан ғына эйәреүселәр ҙә бар. Һәм һәр өйөрҙәге кеүек үк, беренселек өсөн аяуһыҙ ярыш бара. Йүнәлешен үҙгәрткәндә, әлбиттә, аҡһаҡтары ла алға сыҡҡылай, тик барыбер, өйөр ҡанунына ярашлы, улар беренсе була алмаясаҡ. Бында беренселек тәбиғи һайлау буйынса билдәләнә.

Һин шағир ҙа, прозаик та, публицист та. Ысынында һин кем?

- Тәбиғәтем менән шағирмын, тим. Ҡалғандары икенселдер. Барыбер шиғриәт яҡыныраҡ. Журналистикаға осраҡлы килеп юлыҡтым, хикәйә, повестар ҙа кәрәк булған өсөн генә яҙыла, буғай. Роман һәм драматургияға тотонғо ла килмәй, бәлки, улары ла килеп сығыр ине. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән ҡараштамын мин. Йөҙ булһа, тағы ла яҡшыраҡтыр.

Үҙем мәктәптә эшләгәс, һорайым әле: белемде бирәләрме, әллә алалармы? Үҙең нисек уҡының, атай булараҡ, белем биреүгә ҡарашың нисек?

- Биреүсе булмаһа, уны ҡайҙан алаһың? Биргәнде лә ала белмәгән кешеләр күп бит әле. Кем әйтмешләй, үҙ хаталарыңда өйрәнгәнсе, кеше хаталарын күреп, ҡабатламаҫҡа тырышыу анһатыраҡ бит ул. Мәктәптә мин бик еңел уҡыным, әллә ни тырышлыҡ та күрһәтмәнем, буғай. Малайҙар менән күмәкләп дәрестән ҡасыуҙар ҙа, матур яҙҙарҙа мәктәпкә тип сығып китеп, тау башында уйнап көн үткәреүҙәр ҙә булды. Хәтеремдә, дәрескә әҙерләнеп килмәһәм, таҡта янына сыҡҡансы уҡ мәсьәләне сисеп өлгөрә инем. Аттестатымда "өслө"ләр ҙә бар. Урта балл 4,5-кә етмәне, шуға институтҡа ингәндә икәү урынына дүрт имтихан тапшырырға тура килде. Ләкин дүртәүһе лә "бишле" ине.
Уҡыуға килгәндә, минең ҡарашым шундай: уҡый алған бала була, күпме хитланһа ла, хәреф тә таный алмағаны була. Ундайҙарҙы этләргә кәрәкмәйҙер ул. Беҙҙең класта алтынсыға тиклем уҡый белмәгән малай булды, барыбер ебәрҙеләр аҙаҡ. Законға ярашлы һигеҙенсегә тиклем ыҙалаттылар бахырҙы. Ғөмүмән, мотлаҡ урта белем тигән нәмәне үҙе иҫәр уйлап сығарғандыр ул. Әгәр һин юғары белем алырға иҫәп тотмайһың икән, нимә тип 11 йыл мәктәпкә йөрөп, БДИ тип баш ҡатырырға? Беҙҙең Инйәр мәктәбенән өс параллель кластан өс кеше генә институтҡа керҙе, ҡалған етмеше урта белем менән ҡалды бит. Ләкин тормоштары бына тигән, күрешеп йөрөйбөҙ, күреп торам. Шулай уҡ һигеҙ йыллыҡ белем менән дә йәшәрҙәр ине. Ә атайым ике класс ҡына белемле ине, ләкин бөтә әҙәбиәтте уҡып барҙы. Әле һаман күҙ алдымда: ҡышҡы кистәрен шәм яҡтыһында ижекләп кенә "Ағиҙел" журналын уҡып ултыра... Ул беҙҙең һымаҡ күҙ йүгертеп кенә сыҡмай, ә яйлап, тәмләп, ҡысҡырып уҡый ине.
Ҡыҙым мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, ул минең һымаҡ һәлкәү түгел, бар нәмәгә бик яуаплы ҡарай. Уҡыуға булған ҡараш тотош тормошта ла сағыла бит ул, шуға мин уның тырышлыҡтарын өнһөҙ генә хуплау яҡлы. Әлбиттә, бәләкәй сағынан үҙемә өлгө күрһәтергә тура килде: китаптар, журналдар менән өй тулы, үҙем дә ҡулдан китап төшөрмәнем. Армиялағы закон буйынса, "минеңсә эшлә" була инде был. Баланы китапҡа, әҙәбиәткә ылыҡтырыу мотлаҡ, юғиһә, мин өйөндә бер китап, гәзит киҫәге булмаған ғаиләләрҙе беләм. Бер тапҡыр ауылға ҡайтҡанымда күрше килеп: "Ҡағыҙ менән ҡәләм биреп тор әле", - тип аптыратҡайны. Ә беҙ "мотлаҡ урта белем" тип яр һалабыҙ, 21-се быуат уртаһында. Уҡый белмәгән кеше юҡ илебеҙҙә, тигән булабыҙ. Ай-һай, тип шикләнергә баҙнат итәм! Тиҙҙән, уҡыу уҡ булмаһа ла, яҙыу тигән төшөнсә онотолоп ҡалмағайы… Бөгөн "Ағиҙел" журналына килгән "әҙәби" әҫәрҙәрҙе күрһәң, ҡот осмалы: ошоно юғары белемле кеше яҙғанмы, тип аптырата. Һәм шуларҙы 16 йыл буйына уҡырға һәм яҙырға өйрәткәндәрме?

Һорауҙарҙы Әбйәлил районы Хәлил ауылы мәктәбе уҡытыусыһы
Радик ӨМӨТҠУЖИН
йүнәлтте.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.18 | Ҡаралған: 620

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru