«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙҘАН КҮРЕП УҠ ЮНАЛАР, ӘСӘЙҘӘН КҮРЕП КҮЛДӘК БЕСӘЛӘР ХӘҘЕР
+  - 



Ошо көндәрҙә Учалы районында "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивале уҙғарылды. Был сара Азия һәм Европа ҡитғалары сигендә, Баҡшай яланында икенсе тапҡыр ойошторолдо. Унда ҡатнашҡан һәр кем боронғо йолаларын тотоп ғүмер иткән, моңло һәм талантлы, мәргән ир-егеттәргә һәм оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарға бай Учалы халҡының рухын, күңел йылыһын тойоп, илһам һәм дәрт алып ҡайтты. Сарала БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәли Хәсәнов, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева, Учалы районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

"Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивале өс көнлөк итеп ойошторолдо һәм ярышҡа сәмләнеп килгән уҡсыларҙың команда ярыштарынан башланып китте. Күп тапҡырҙар төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә мәргәнлеген һынап өлгөргән оҫта уҡсылар ҙа, ҡыҙыҡһынып яңы ғына ҡулына уҡ-һаҙаҡ алғандар ҙа дүрт кешенән торған командаларға тупланып һынауҙар үтте. Һөҙөмтәлә, Учалы ҡалаһы уғатарҙары Рәйес Низаметдинов, Лилиә Низаметдинова, Самат Ғатауллин, Руслан Әхмәҙиев иң күп мәрәй йыйып, майҙан хужаларының исеменә тап төшөрмәй еңеү яуланы. Шәмбе көн Баҡшай яланына төрлө тарафтарҙан йыйылған халыҡ байрамдың асылыу тантанаһынан да алдараҡ килеп еткәйне. Баштан уҡ сараның төп сәхнәһе күҙгә ташланды, сөнки уны ойоштороусылар хас башҡорт тирмәһе кеүек биҙәгән. Бында башҡорттарҙың йорт ҡаралтылары, йыһаздары, көнкүреш әйберҙәрен күргәс тә, хужаларҙың һәр тамашасы үҙен өйөндә кеүек иркен тойһон, байрамдан йәм табып, күңеле булып ҡайтһын, тигән изге теләген төҫмөрләнек. "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивален тантаналы рәүештә асыҡ тип иғлан итеп, "Ләйсән" халыҡ бейеү ансамбленең дәрте сығышын ҡарап, уғатарҙарҙы рухлы йыр менән ярыштарын дауам итергә оҙатҡас, сараның иң ҡыҙыҡ өлөшө башланды. Сәхнә тулыһынса Учалы районының ҡырҡ биш ауыл мәҙәниәт йорто һәм клубтары фольклор коллективтарының биләмәһенә әүерелде. Төш ауғансы бер туҡтауһыҙ йырлап-бейеп, ауылдарында һаҡланып ҡалған үҙенсәлекле йолаларҙы күрһәтеп тамашасыларҙың иҫен китәрҙе бит был учалылар! Хәҙер инде ошо төбәктән сыҡҡан билдәле сәнғәт эйәләренең ижад ҡомары ниҙә икән, тип баш ватаһы ла түгел: улар ошо тупраҡтан, ауылдаштарынан, борондан һаҡланып килгән йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙән илһам ала. Сөнки шундай талантлы халыҡтың ул-ҡыҙҙары була тороп, күңелеңдә моң йөрөтмәү мөмкин түгелдер. "Фольклорҙың бер көнө" конкурсы финалында көс һынашасаҡтары тураһында белгәс тә, һәр ауылдың коллективы ныҡлы әҙерләнгән. Улар мотлаҡ рәүештә ошо төбәккә хас йоланы, ғәҙәтте сәхнәләштергән, йыр-бейеү өйрәнгән. Беренсе булып сәхнәгә күтәрелгән Ғәлиәхмәр ауылының ижад коллективы "Талҡан өмәһе" тигән йола күрһәтте. Улар ауылдың оҫта ҡуллы хужабикәләренең талҡан эшләү серен, әрме хеҙмәтенә киткән егеттәрҙең юл төйөнсөгөндә был ризыҡ ни өсөн мотлаҡ булырға тейешлеге тураһында ғына түгел, Ғәлиәхмәр ауылында бер ҡомартҡы булып һаҡланған таш тирмәндең тарихына тиклем бәйән итте. Әйткәндәй, тап ошо фольклор коллективы конкурстың Гран-приһын яуланы. "Фольклорҙың бер көнө" конкурсында тағы ла "Ҡымыҙ бешеү" (Яңы Байрамғол ауылы), "Ҡурайға барыу" (Илсеғол ауылы), "Балыҡ тотоу" (Иҫке Байрамғол ауылы), "Ҡорама ҡорау" (Ҡорама ауылы), "Йыуаса йолаһы" (Ҡаҙаҡҡол ауылы), "Еләк йыйыу" (Ҡәйепҡол ауылы), "Әбейҙәр сыуағы" (Уральск ауылы), "Килен төшөрөү" (Ураҙ ауылы) тигән йолалар сәхнәләштерелде. Был атамаларға ҡарап та, һәр эштең үҙ тәртибе булыуын күҙалларға мөмкин. "Улым һиңә әйтәм, киленем һин тыңла" тигәндәй, сәхнә тирәһендә күберәк оло йәштәге кешеләр тамаша ҡылһа ла, ошонда ата-әсәһенә эйәреп килгән балалар, йәш-елкенсәк тә ҡолаҡ һалмай ҡалмағандыр. Башҡорт дәүләт университетының Учалы ҡалаһындағы бүлеге уҡытыусыһы Азат Ғарипов әйткәнсә, глобализация осоронда, халыҡтар үҙенең фиғелен, туған телен юғалтып барған заманда башҡорт кешеһенең хәтерендә ошондай төрлө йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән бергә халыҡ йырҙары, таҡмаҡтары, бейеүҙәре лә йәшәй икән, шунан да әһәмиәтлерәк нимә булыуы мөмкин?!
"Семәр" милли кейем тегеү конкурсы "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестиваленә тағы бер йәм өҫтәне. Һуңғы ике йыл эсендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының борондан һаҡланып килгән милли кейемдәргә иғтибары арта төштө. Быға республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙың, оҫталыҡ дәрестәре һәм ғилми конференцияларҙың да йоғонтоһо ҙур булды. "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивален ойоштороусылар ошо хаҡта иҫтәрендә тотоп, "Семәр" милли кейем тегеү конкурсын йыл да үткәрә килә. Оҫтабикәләрҙең үҙҙәре тегеп кейгән кейемдәрен баһалауҙа йыл да ҡатнашыу мөмкинлеге булған жюри ағзалары гүзәл заттарҙың ерле халыҡтың милли кейем үҙенсәлектәрен иҫтә тотоп теккән зауыҡлы кейемдәре йылдан-йыл күбәйеүен оло ҡәнәғәтлек менән телгә алды. Ялтырауыҡлы, сәхнә кейеменә генә әйләнеп барған кейемдәр өләсәйҙәрҙең һандыҡ төбөндә һаҡланған боронғо өлгөләргә ҡарап тегелә башлағас, уны кейгән кешенең йөҙөнә лә нур ҡунғандай, күңелендә рух уянғандай тойола шул. Был юлы ла "Семәр" конкурсына күҙ нурын һалып эшләгән яға, ҡашмау, күлдәк, елән, сарыҡ, сәсмәүерҙәрен кейеп сынъяһау булып сәхнә түренә күтәрелгән оҫтабикәләргә ҡарап туйғыһыҙ булды. Кейемдәрҙең тәбиғи туҡымаларҙан һәм тарихи өлгөләргә тап килеүен ойоштороусылар конкурстың төп талабы итеп ҡуйған. Баһалама ағзаларына 29 конкурсант араһында бер генә еңеүсе билдәләүе еңелдән булманы, бик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, беренсе урынды Миндәк ауылынан Таңһылыу Байморатова һәм Яңы Байрамғол ауылынан Хөснә Динисламоваға бирҙеләр. Был оҫта ҡуллы ханымдар энәһенән ебенә тиклем үҙҙәре тегеп кейенгән. "Яғам бар, был юлы конкурсҡа һаҡал эшләп тағып килдем әле, - тине конкурстан һуң Таңһылыу Байморатова. - Һаҡал беҙҙең тирәлә бик үк кейелмәгән, шулай ҙа ҡыҙыҡһынып эшләнем. Тегенеүемә хәҙер 11 йыл, фольклор коллективына йөрөй башлағас тотондом был шөғөлгә. Кейемде Руденко, Шитова китаптарынан, музейҙарҙа һаҡланған өлгөләргә ҡарап тегәм, Азат Ғарипов менән кәңәшләшеп, барыһын да урын-еренә еткереп эшләйем. Ҡайҙа барһам да музейҙарға инеп, унда һаҡланған әйберҙәрҙе ҡарап-өйрәнеп йөрөргә ғәҙәтләнгәнмен. Ҡул эше әүрәтеүсе бер шөғөл, уға бөтә күңелеңде һалып эшләгәндә генә зауыҡлы килеп сыға". Милли кейемдәр тегеүҙе айырым бер һөнәр итеп алған Учалы ҡатын-ҡыҙҙары үҙ төбәктәренә генә хас кейемдең биҙәлеш үҙенсәлектәренә лә иғтибар итә, сөнки башҡорт халҡының милли кейеме кешенең ниндәй ырыуҙан, йәшәгән төбәгенә ҡарап та айырылып торған. Илтабан ауылы ағинәйе Венера Йосопова хәтерләүе буйынса, итәктәре сигеүле күлдәк кейгән өләсәһе. Шуға ул быны Руденконың китабындағы мәғлүмәттәр менән дә сағыштырып, ошо төбәккә хас булған һыҙат икәнен дәлилләп, үҙенә шундағы үрнәккә ҡарап күлдәк итәген семәрләп тегеп кейгән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо өлгөләргә ҡарап теккән милли кейемдәре сағыу һәм ялтыр туҡымаларҙан булмаһа ла, бар майҙандың күҙ яуын алды. Башҡорт ҡыҙының гүзәллеге тигеҙләп теккән мәрйен, семәрләп сиккән биҙәк, тәҫләп теккән балитәкле күлдәк, сыңлап торған сәсмәүерҙә.
Урынһыҙ тегелгән ялтырмаҡ күлдәкте боҙған кеүек, итәғәтһеҙ уйын бала тәрбиәһен боҙа. Был турала "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивале сиктәрендә ойошторолған "Баҡшай уйындары" халыҡ уйындары конкурсын үткәреүсе Фәнит Шаһиев та телгә алды. Ул башҡорт халҡының милли балалар уйындары ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләне. "Беҙ уйнап үҫкән уйындар хәҙер онотолоп бөтөп бара, ә бит уларҙың һәр береһе фәһемле булған. Мәҫәлән, башҡорттар дүрт осло арҡан тартҡан, был балаларҙы татыулыҡҡа, дуҫлыҡҡа өйрәтә. Малайҙар һыбай йөрөргә әҙерме юҡмы икәнен тикшереүҙең дә ябай ысулы булған: бала башын эйеп, үҙе тирәләй 15 тапҡыр әйләнеп, һарыҡтың баш һөлдәһенә таяҡ менән һуғырға тейеш. Башы әйләнһә ул тейҙерә алмай, тимәк һыбай йөрөргә лә әле мәле етмәгән. Аттан ҡолап имгәнгәнсе, ошолай уйнап ҡына өйрәнеүе, һыналыуы яҡшы. Бер ҙә башҡорттар бысаҡ бәрешеп йөрөмәгән, сослоҡҡа, таҫыллыҡҡа, үткерлеккә йүнәлтелгән уйындар уйнап үҫкән. "Ашыҡ" уйыны мәҫәлән, иҫәп-хисапҡа өйрәтә, "Бура һуғыу" таҫыллыҡты, көстө талап итә. Бөгөн балаларға ошоларҙы өйрәтергә тырышабыҙ. Ауылда көтөү килгәнсе клуб эргәһендә йыйылып уйнайҙар былай, үҙҙәренә ҡыҙыҡ. Көнө буйы компьютер артында ултырғансы, урамда саф һауала, бергә йыйылып уйнаһалар аралашыу, дуҫлашыу өсөн дә, сәләмәтлектәренә лә файҙалы бит", - ти Фәнит Арыҫлан улы. Уның балалар уйындарын ойоштороу өсөн бөтә кәрәк-яраҡтары бар, ихласлап һәр һораған кешегә уйын тәртибен аңлатырға, күрһәтергә әҙер. Әгәр ҙә милли уйындар тураһында күберәк мәғлүмәт белергә теләгегеҙ булһа, Учалы районының Һәйтәк ауылына юлланығыҙ, Фәнит Шәһиев тап шунда йәшәй.
"Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестиваленең иң мөһим сараһы - "Баҡшай мәргәне" көн дауамында барҙы. Етмешләп уғатар һәр ваҡыттағыса ҡыҙыҡлы, маһирлыҡ та, көс-ғәйрәт тә талап иткән ярыштарҙа үҙен һынаны. "Европа һәм Азия ҡитғалары тоташҡан, Баҡшай, Миндәк һәм Яйыҡ йылғалары ҡушылған, Бөйөк Британиялағы Стоунхендж кеүек археологик ҡомартҡы урынлашҡан урында ошондай этно-фестиваль үткәрелеүе ҙур символик мәғәнәгә эйә, - тине ойоштороусыларҙың береһе Рәйес Низаметдинов әңгәмә барышында. - Был беҙ күптән күнеккән һәм тәғәйенләнешен юғалта төшкән һабантуйҙарға альтернатива, халыҡты сәмләндерә, дәртләндерә, тамырҙарына ҡайтара, рухландыра торған сара. Учалы ир-егеттәре хәҙер ысынлап та атаһынын күреп уҡ юна, ҡатын-ҡыҙҙары әсәһенә ҡарап тун бесә башланы. Быға "Мәргән уҡсы" ойошмаһы менән үткәргән "Баҡшай мәргәне" лә, Учалы районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы һәм хакимиәттең мәҙәниәт бүлеге ойошторған "Семәр" конкурсы ла ҙур йоғонто яһаны. Уғатарҙар ярышы бик көсөргәнешле үтте, сөнки кимәлебеҙ күтәрелде. Киләсәктә ут күршеләребеҙ әбйәлилдәр, уларға эйәреп баймаҡтар һәм башҡа райондар ҙа ҡушылһын ине, тигән теләктәмен". Шулай уҡ Рәйес Жәүҙәт улы этно-фестивалде ойоштороуға матди яҡтан ярҙам иткән эшҡыуарҙарға, Учалы районы етәкселегенә, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына рәхмәтен белдерҙе. Әйткәндәй, бөгөн халыҡ инициативаһына дәүләт тарафынан төрлөсә ярҙам күрһәтелеүен иҫәпкә алып, киләсәктә "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивале лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ, тип ышанғы килә. Ә инде уҡсылар ярышына килгәндә, "Баҡшай мәргәне" традицион яндан уҡ атыу турнирында ир-егеттәр араһында Сибай ҡалаһынан Хөрмәт Таһиров беренселекте яуланы. Этно-фестивалдең өсөнсө көнөндә үткәрелгән "Баҡшай һунары - 2018" яндан атыу буйынса 3D-турнирҙа Учалы ҡалаһынан Руслан Әхмәҙиев төрлө хайуандарҙың ысын ҙурлығына тап килтереп яһалған макеттарға атып, иң мәргән һунарсы тип табылды. Ошо уҡ көндә "Азиянан Европаға" традицион яндан атыу буйынса ойошторолған махсус турнир барышында Яйыҡ йылғаһының бер ярынан икенсеһенә тоҫҡап уҡ сойорғотоп, Уральск ауылынан Рөстәм Фазлетдинов еңеп сыҡты. Мәргәндәр ярышының хикмәте шунда: ҡатын-ҡыҙҙар араһында бөтә төр ярыштарҙа ла беренселекте Өфө һылыуы Дана Кәримова береһенә лә бирмәне! Уҡсылар менән быйылғы йәйҙә бик йыш осрашҡас, хәл-әхүәлдәрен белеп тә торабыҙ, һәр кем етди әҙерләнеп килгән булһа ла уңыш һәр ваҡыт та йылмайып тормай. Учалы районының Ҡолош ауылынан Зәйет Шакиров иһә, инде 87 йәшендә булыуға ҡарамаҫтан уңышын һынауҙан һис ҡурҡмай. Һаман да ергә һеңдерә баҫып йөрөгән был теремек олатай менән әллә күпме гәпләшеп торҙоҡ, хатта бер боронғо ғөрөфтө лә хәтергә төшөрөп әйтеп ҡуйҙы ул. Баҡтиһәң, элек ауылда оҙаҡ уҡ атып йөрөгән балаларҙы оло әбейҙәр йәйҙе, ҡышты оҙон итәһең тип орошоп, тыйыр булған икән. "Бала саҡта бик атышып йөрөгө килһә лә ололарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалмай булмай торғайны. Хәҙер әбейҙәр ҙә юҡ, бабайҙар ҙа юҡ ауылда", - тип кеткелдәп кенә көлөп тә ҡуйҙы Зәйет олатай һүҙен йөпләп. Ҡышы-йәйе оҙайлы булһа ла, ир-егеттәребеҙ ата-бабалар шөғөлөнә әйләнеп ҡайта күрһен, киләсәк быуындарҙы тәрбиәләүҙә лә ошо эш ярҙам итһен генә берүк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивален тамаша ҡылған БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова илһөйәрлек - ул һандыҡ төбөндә һаҡланған өләсәй күлдәгенән, күңел һалып атайыңдың һөнәрен өйрәнеүҙән башлана, тигәйне. Ошо байрамды ойоштороусылар ҙа, уға йәм өҫтәп ҡатнашыусылар ҙа, уларҙы һанлап ҡарарға йыйылған бар халыҡ та илһөйәр булмаһа, Баҡшай яланы ошо көндә шау-гөр килеп торор инеме? Замандар үҙгәрһә лә башҡорттоң илһөйәрлеге - ҡанында, бары тик ошоно бала саҡтан аңлатып тәрбиәләргә генә кәрәк. Йәш быуындар был хаҡиҡәтте беҙҙең кеүек һуңлап төшөнмәһен.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.18 | Ҡаралған: 714

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru