«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АВГУСТ КӘҢӘШМӘЛӘРЕНДӘ НИНДӘЙ МӘСЬӘЛӘЛӘР КҮТӘРЕЛЕҮЕН ТЕЛӘР ИНЕГЕҘ?
+  - 



Мәрйәм ХӨСНӨТДИНОВА, Әлшәй районы: Август кәңәшмәләре күптән отчет биреү урынына әйләнгән бит инде. Һандар тыңлайбыҙ ҙа, ҡайтып китәбеҙ. Ә проблемалар ҡала. Мин үткән быуаттың 80-се йылдарынан алып эшләйем мәктәптә. Башланғыс кластарҙы уҡытам. Мине бөгөн иң борсоғаны шул - телебеҙ юғалып бара. Һүҙ башҡорт теле дәрестәре тураһында түгел. Уныһы айырым һөйләшеү талап иткән ҙур проблема. Бөгөн милли мәктәптә лә башҡорт теле аралашыу теле булыуҙан туҡтай. 1-се класҡа балалар йыйғанда ғаиләләр буйлап йөрөйһөң дә, хайран ҡалаһың. Мәктәпкә лә бармаған бала урыҫса фекерләй, сөнки атай-әсәй бала менән һөйләшмәй. Телевизор алдында ултыра, компьютерҙа уйнай, башҡа аралашыр нәмәһе юҡ уның. Мин атай-әсәйҙәргә, балағыҙҙы миңә башҡортса һөйләштереп алып килегеҙ, тигән талап ҡуям. Мәғариф системаһын әрләйбеҙ ҙә ул, әммә телебеҙҙе ошо рәүешле үҙебеҙ юҡҡа сығарабыҙ.
Һис шикһеҙ, мәктәптең дә бында роле ҙур. Әйтәйек, бөгөн һөҙөмтәгә эшләү тигән әйбер бар. Баланың белем кимәлен аңларға булышлыҡ иткән тикшеренеү эштәре күп килә беҙгә лә. Улар барыһы ла урыҫ телендә. Дәрес башлана, тикшеренеү эшен тотоп инәләр. Тәржемә итеп өлгөрмәйбеҙ, сөнки уны бер дәрес эсендә эшләтәләр ҙә, шунда уҡ отчет бирәләр. Бына шуның өсөн дәрестә урыҫса-башҡортса һөйләргә мәжбүрбеҙ. Һөйләмәҫ инең, һөҙөмтәң насар булһа, тағы ла шәп түгел. Ни өсөн ошо эштәрҙе башҡортса ла әҙерләмәҫкә? Быны уҡытыусы әйтмәһә лә, етәкселәр аңларға тейеш тә инде. Республикалағы милли мәптәптәргә нисек эшләргә?
Шулай уҡ өҫтәмә дәрестәрҙе башҡортса уҡытыуҙан тыялар. Әйтәйек, программа буйынса өс өҫтәмә дәрес ҡаралған, уның береһен генә башҡортса үткәрә алам. Ә ҡалған икәүһен русса үткәрергә тейеш булам. Һәм был хәл - башҡорт балалары белем алған башҡорт мәктәбендә.
Элек уҡытҡан саҡта һәр баланың эргәһенә барып, арҡаһынан һөйөп, маҡтап китә инек. Хәҙерге программалар шул тиклем тығыҙлап тултырылған, быға ваҡыт та ҡалмай. Әммә хәҙерге балаларҙың белеме элеккеләрҙекенә ҡарағанда бер ҙә артыҡ түгел. Был уҡыу программаларында кәрәкмәгән нәмәләр күплеге тураһында һөйләй. Ошолар хаҡында ла әйтергә мәл еткәндер.
Унан һуң, ауыл ерендә логопедтар юҡ, ә балалар һаҡау килә уҡырға, улар менән тәнәфестә генә шөғөлләнәбеҙ. Әлеге шул тәнәфестә генә баланың башынан һыйпап, һәр береһенә айырым иғтибар бүлергә була - башланғыс класта быныһы ла мөһим. Элекке һымаҡ, төштән һуң йыйыр инең, ҡағыҙ эше күп.
Шулай ҙа иң ҙур үкенесем - мәктәптәрҙә программанан "Тормош һабаҡтары" дәрестәрен алып ташлауҙары. Башланғыс кластар өсөн бик кәрәкле предмет ине ул. Халҡыбыҙҙың әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләрен өйрәтер инек. Юғиһә, хәҙерге йәш килендәр урамда ололарҙың алдынан буш биҙрәләре менән үтеүҙән дә тартынмай. Был - тәрбиәһеҙлектән килә. "Тормош һабаҡтары" дәресендә һөйләһәң, аңлатһаң, балалар әҙәп-тәртип ҡағиҙәләрен, йолаларҙы белеп үҫер ине. Һаулыҡ һорашыуҙы ла белмәй бит хәҙер күп йәштәр. Туҡтатып әйтһәң, һағыҙын сәйнәй-сәйнәй: "А что?" - тип тора. Ошондай күңелһеҙ күренештәрҙән ҡотҡарыр ине был дәрес.

Гүзәл ҒҮМӘРОВА, Баймаҡ районы: Мин оҙаҡ йылдар мәктәптә география, химиянан уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусымын. Мәғариф системаһын үҙгәртеп ҡороуҙарҙың барыһын да үҙ елкәмдә татығынмын. Уларҙың дөйөм урта белем биреү системаһына ыңғай йоғонто яһағандары ла бар. Һәр хәлдә, элегерәк уҡытыусылар уҡыусыларҙың артынан йөрөп, уҡығыҙ инде, тип инәлһә, хәҙер уҡыусылар үҙҙәре йүгереп йөрөй. Сөнки бар нәмә һөҙөмтә тигән төшөнсәгә барып бәйләнде. Әммә мәктәп бөгөн уҡыусыны тәрбиәләүҙән туҡтаны. Унда бер туҡтауһыҙ БДИ-ға әҙерләнәләр, БДИ менән балаларҙы ҡурҡыталар. Был йәһәттән тәжрибәле уҡытыусы булараҡ, шуны ла әйтергә теләйем - БДИ ҡурҡыныс түгел, ул уҡыу программаһы сигенән сыҡмай.
Уҡытыусыға бөгөн былай ҙа эшләргә мөмкинлек юҡ, сөнки ул ҡағыҙ тултырыуҙан бушамай. Шуға белем бирәләр, әммә тәрбиәгә иғтибар юҡ. Бының кире эҙемтәләрен күрәбеҙ ҙә инде. Йәштәрҙә, бигерәк тә 25 йәшкә тиклемгеләрендә, битарафлыҡ көслө. Кешелеклелек юҡҡа сыға бара. Үҙенең эшен эшләһә - булған, башҡаларҙың хәленә инеү тигән нәмә юҡ. Минең эшемә ҡыҫылмағыҙ, тигәнде лә йыш ишетәбеҙ уларҙан. Был иһә насар сифат, ул кешегә һөнәри яҡтан да, шәхес булараҡ та үҫергә, камиллашырға бирмәй. Башҡаларҙың кәңәшен тыңларға ла бала мәктәптә өйрәнә. Ә хәҙерге мәктәптә уға кәңәште бер кем дә бирмәй тиерлек, сөнки әлеге лә баяғы уны унда БДИ тапшырыуға әҙерләйҙәр. Элек беҙ балаларҙың ғаиләһе менән эшләй инек, бөгөн мәктәп менән ғаилә араһында бәйләнеш юҡ. Ә тәрбиә эшендә уларҙың икеһенең бер яҡлы һәм бер һүҙле булыуы мөһим.
Бөгөн педагогик вуздарҙы тамамлаған йәш уҡытыусыларға ла дәүләт ҡурсауы булһын ине. Был да көнүҙәк мәсьәлә. Әле үҙебеҙҙең сығарылыш уҡыусылары менән һөйләшеп йөрөйөм, улар мәктәпкә эшкә бара ул, тик, нишләптер, "йәш белгес" тигән статустары юҡ. Ә был статус булһа, уларға яңы эш урынына барыу аҡсаһы түләнә, ваҡытынан алда категорияһын күтәреү өсөн мөмкинлек бирелә. Йәш уҡытыусы түбән эш хаҡына йөрөй-йөрөй ҙә, ахырҙа, берәй магазинға кассир булып күсә. Бер уҡыусым Өфө мәктәбендә уҡыта. "Һеҙ баш ҡалаға уҡытырға барырға теләмәйһегеҙме, рәхәтләнеп эшләр инегеҙ. Беҙҙә 75 йәшлек уҡытыусылар эшләп йөрөй әле", - ти миңә. Минең ауылымды ташлап китергә уйым юҡ та, тик уҡыусылар ҙа бит йәштәрҙе ярата. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары яҡыныраҡ. Өлкәндәр йәштәргә урын бирмәй, тигәнде йыш әйтәләр, был дөрөҫ түгел. Дәүләт йәштәр мәктәпкә килһен өсөн шарттар тыуҙырмай. Ҡала мәктәптәре уҡытыусыһыҙ ҡалмаҫ та ул, ә ауыл мәктәптәре киләсәктә нишләр?
Ҡыҙғанысҡа күрә, август кәңәшмәләрендә бына ошондай оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләп, уҡытыусы һөнәренең бар нескәлектәренә төшөнгән, бала тәрбиәләү һәм белем биреү өлкәһендәге кәртәләрҙе нисек емерергә икәнен белгәндәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалмайҙар шул...

Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.18 | Ҡаралған: 672

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru