«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢА МӘКТӘП ҺАЙЛАУ - СИТ ИЛ МАРКАЛЫ МАШИНА ҺАЙЛАУ МЕНӘН БЕР ТҮГЕЛ
+  - 



Яңыраҡ бер дуҫым ғорурланып: "Ә мин ҡыҙымды 3-сө гимназияға урынлаштырҙым!" - тине. Уның уйынса, был шатлығын ихлас уртаҡлашырға тейеш инем. Ә мин, киреһенсә, бик бошондом (Өфөләге 3-сө гимназия иң абруйлыларҙан һанала, унда вазифалы кешеләрҙең, эшҡыуарҙарҙың, ғөмүмән, "текә"ләрҙең балалары уҡый).

Мин үҙем Өфөнөң ике мәктәбендә - Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡaла башҡорт гимназияһында һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыным. Үҙемдең һәм башҡа ҡала башҡорттарының тәжрибәһенән сығып, бик күп шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа һығымталар яһалған. Уртаҡлашам.
20-се мәктәптә Өфөнән һәм Өфө районынан бик күп балалар уҡыны. Интернатта ятып та, таң тишеге менән Черниковка, Инорстарҙан йөрөп тә уҡый торғайны тиҫтерҙәрем. Транспорт юҡ заман. Мәҫәлән, беҙ ул саҡта Батыр урамында йәшәнек (4-се бала табыу йорто янында). Ул йылдарҙа был яҡтар ҡала сите һанала ине. Бик һирәкләп кенә 5-се автобус йөрөй. Беҙҙе иһә әсәйем, әллә ниҙә бер килгән автобусты көтөп, дәрескә һуңлатмаҫ өсөн берәй километр самаһы aлыҫлыҡтағы Баҡалы урамындағы трамвай туҡталышына алып бара ине. Ҡышын һыуыҡ, ҡaраңғы, киткәндә лә, ҡайтҡанда ла трамвайҙар шығырым тулы... Әммә беҙ "ыһ" та итмәнек, өй янындағы рус мәктәбендә уҡыу беҙҙең башҡа ла инеп сыҡмай ине. Сөнки беҙҙең атай-әсәйҙәр ысын патриоттар булды. Ә ысын патриотлыҡ - ул юғары романтик тойғо ғына түгел, ул - көндәлек, ныҡышмалы хеҙмәт. Ул - бaлаларыңды бер нигә ҡарамай, башҡорт мәктәбенә биреү, төрлө башҡорт мәҙәни сараларға йөрөтөү, өйҙә башҡорт телендә һөйләшеүҙе ҡәтғи талап итеү, башҡорт китаптарын уҡыу-уҡытыу... Ул тиклем ҡыйын да түгел ошоларға эйә булыу, уның ҡарауы, ата-әсәнең ошо сифаттары, тырышлығы кескәй башҡортто маңҡортлоҡтан ҡотҡара, асылын мүкләндермәй, рус ҡaлаһы, урам мәҙәниәте океанында батырға бирмәй...
Ә бит хәҙер Өфөнөң һәр районында башҡорт мәктәптәре бар! Ниндәй төҙөк, заманса биналарҙа урынлашҡан улар! Юҡ инде, барыбер милләттәштәребеҙҙең байтағы, нигеҙһеҙ һылтау табып, балаларын рус мәктәбенә бирергә тырыша. Имеш, рус мәктәбе - өй ихатаһында, ә башҡорт мәктәбенә тиклем күпме aтлап барырға, транспортта күпме һелкенергә... Имеш, балалар башҡорт мәктәбендә русса насар һөйләшәсәк... Ҡай саҡ башҡорт мәктәбенең директорын, уҡытыусыларын тикшерә башлаған булалар. Шулай инде, кескәй йортта барыһы ла күренеп бара, бер-береһе хаҡында мәғлүмәтлеләр. Ә рус мәктәптәрендәгеләрҙең ғәйбәте ишетелмәгәс, унда һәйбәт кеүек. Әммә мәктәп, уҡытыусылар тормошо, уларҙың мөнәсәбәттәре ҡайһы мәктәптә лә бер үк төрлө.
Кемдәрҙер, балаһын баш ҡаланың "текә" балалары менән уҡытһа, баһаһы күтәрелеп китер, тип тә уйлайҙыр... Әммә беҙ үҙебеҙ хаҡында түгел, кескәй баланың күңеле һәм киләсәге тураһында ла уйлайыҡ.
Бына ете йәшлек бала "текәләр" мәктәбендә затлы кейенгән, ҡулдарына елле кәрәҙле телефон тотҡан сабыйҙар менән уҡый башланы икән, ти. Башҡаларҙан артта ҡалмаһын тип, хәҙер һеҙ ҙә баланы "алтынға төрөргә" тырышасаҡһығыҙ. Матди яҡтан нефть заводы директоры йәки ҙур фирма хужаһынан ҡалышмаҫҡа тырышҡан сүрәттә лә, баланы әйбер, аҡса ҡолона әйләндерәсәкһегеҙ бит. Ә ундай балаларҙың, үҫеп еткәс, ниндәй йәшәү рәүеше алып барыуы билдәле бит инде...
Башҡорт мәктәптәрендә иһә бөтә атай-әсәйҙәр ҙә бер кимәлдә тиерлек, йәмғиәттә биләгән урыны, белеме яғынан төрлө кимәлдә булғанда ла, улар үҙҙәрен кеселекле, ябай тота. Ябайлыҡ, ихласлыҡ, тәбиғилек - башҡорттоң ҡанында. Башҡорт әйбер ҡоло түгел. Затлы кейем, алтын биҙәнгестәр, байлыҡты өҫтөн ҡуйыу кеүек нәмә уның холҡонда юҡ. Ә бына һеҙҙең һәйбәт журналист йәки йырсы булыуығыҙ, башҡорт мөхитендә уңыш-абруй ҡаҙаныуығыҙ иғтибарһыҙ ҡалмаҫ. Йәйәүлеһеңме, машиналыһыңмы, уныһы мөһим түгел - һинең абруйың алдан йөрөр. Бaлаңды уҡытҡан уҡытыусылар өсөн дә, уның класташтары өсөн дә, башҡа атай-әсәйҙәр өсөн дә һин - шәхес.
Ә рус мәктәбендә һинең, балаңдың уңыштары ла, таланты ла берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмаясаҡ. Унан һуң, рус мәктәптәрендә башҡорт балаларында тәбиғи баҫалҡылыҡ арҡаһында комплекслылыҡ барлыҡҡа килә. Беҙҙең холҡта бит ҡысҡырып, шарҡылдап көлөү ҙә, "мин" дә "мин" тип, терһәк менән этешеү ҙә, әрһеҙләшеү ҙә юҡ. Тимәк, сабый күңеленә ғүмерлеккә "икенсе сортлылыҡ" тойғоһо инеп урынлашасаҡ, йәки уның тәбиғи холҡо боҙоласаҡ. Әле яңыраҡ ҡына бер танышым һөйләп торҙо: Сибайҙан баш ҡалаға күсеп килгән башҡорт ғаиләһе ҡыҙҙарын йорттары эргәһендәге рус мәктәбенә уҡырға биргән. Дәрестә яуап биреп торғанда был ҡыҙ бала телмәренә башҡорт ымлығы ҡушып ебәргән. Уҡытыусы тупаҫ рәүештә: "Забудь свой башкирский язык, забудь !" - тип, илатып ҡайтарған баланы. Ә бит был ҡыҙ мәктәптә тик "бишле"гә генә өлгәшә...
Башҡорт мәктәптәрендә иһә ололарҙы ололау, бер-береңде ҡыйырһытмау, илгәҙәклек, берҙәмлеккә ынтылыу кеүек күркәм ғәҙәт өҫтөнлөк итә. Агрессия, көнләшеү-дошманлашыу, тиңдәштәреңде эҙәрлекләү, типкеләү-кәмһетеү күренештәре юҡ тиерлек.
Бала саҡта төрлө ҡушаматтар тағыу ныҡ таралған. Ә бына ҡыҫығыраҡ күҙле, түңәрәк йөҙлө, ҡараҡай башҡорттарға башҡа милләт балалары ниндәйерәк ҡушамат тағалар, беләһегеҙме? Әйтеп тормайым, әммә балағыҙҙың психикаһына ундай ҡушаматтарҙы ишетеү ныҡ тәьҫир итәсәк, ышанығыҙ.
Әгәр ҙә хәйләһеҙ, алсаҡ башҡорт сабыйы рус класында башҡа милләттән дуҫтар тапһа ла, улар күп осраҡта ғүмерлек дуҫтарға әүерелмәй. Ә бит онотолмаҫ мәктәп йылдары һинең бөтә яҙмышыңа йоғонто яһай - һин унда дуҫтар, иптәштәр табаһың, үҙ холҡоңдо асаһың, үҙеңде тәрбиәләйһең һәм...
Һәм буласаҡ тормош иптәшеңдең идеалын күңелеңә һалаһың. Сөнки тәүге мөхәббәттәр, ғашиҡ булыу тойғолары мәктәп осорона тура килә лә инде. Ә бына хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙҙең сабыйығыҙ берәй рус мәктәбендә өсөнсө кластарҙа уҡый икән, ти (тап ошо саҡта идеалдар формалаша ла инде). Ә унда мәктәп кумиры - хулиган холоҡло Серый йәки гитарасы Вован, ә мәктәп һылыуҡайы - ап-аҡ йөҙлө, һары сәсле Эвелина йәки оялыу белмәгән шаталаҡ Ленка... Тәүге мөхәббәтен һинең балаң кемдәр араһынан эҙләһен? Байтаҡ йылдар үткәс, үҙенең тормош иптәшен һайлағанда, ошо идеалдар ҡалҡып сығасаҡ та инде. Шуға ла рус мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балаларының, үҫкәс, өйләнеү-кейәүгә сығыу проблемалары киҫкен тора. Күп матур башҡорт ҡыҙҙары ирһеҙ ҡала, башҡорт егеттәре Алина һәм Владиктарҙы үҫтерә. Сөнки ҡырыҫыраҡ, әммә тоғро, сабыр, өҫтәүенә мәктәптә "икенсе сортлы"лар иҫәбендә йөрөгән баҫалҡы башҡорт ҡыҙҙарының холҡон, уларҙың үҙенсәлекле матурлығын күреп, яратып үҫмәгән малай-егет беренсе шарҡылдаҡ әрһеҙкәй ҡулынан ысҡына алмай. Ә үҙ тойғоларын белгертә һалып бармаған, әммә эстән бик матур хистәр менән янған башҡорт малай-егеттәрен ҡала ҡыҙҙары үҙ итмәй, ауылдыҡыларҙы ла үҙһенмәй. Матурлығына, егәрлелегенә ҡарамай, кейәүгә сыҡмаған утыҙ биш-ҡырҡ йәштәге башҡорт ҡала ҡыҙҙары бик күп. "Ятҡа күңел ятмай, үҙеңдеке - ярамай..."
Ә егерменселәрҙе - Өфөнөң 20-се мәктәбен тамамлаусыларҙы шулай тиҙәр - ул проблема бик борсоманы: үҙ-ара өйләнешеүселәр ҙә байтаҡ, бер-береһен таныштыралар ҙа, сөнки бер мөхит, бер кимәл, бер милләт! Ғөмүмән, "егерменсе мәктәп" үҙенә күрә бер паролгә әйләнде, егерменселәр үҙҙәрен кластарға ла, быуындарға ла бүлмәй - барыһы ла бер-береһенә ярҙам ҡулын һуҙа, бер-береһенең хәлен белеп тора, йыш осраша, аралаша.
"Отдавай ребенка в башкирскую школу, после нее все поступают!" - бүтән милләт кешеләренең ошолай тип һөйләшеүҙәрен йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, башҡорт мәктәптәре күп осраҡта дәртле, көслө педколлектив менән айырыла. Ә ниндәй матур саралар уҙғарыла! "Шаяниум"ды ғына алайыҡ - ниндәй йондоҙҙар үҫтерә ул, тәбиғи шаянлыҡты, шуҡлыҡты нисегерәк асып бирә! Ғөмүмән, тәбиғилекте, тәбиғәттән һалынған һәләтте тәбиғи мөхиттең генә тулыһынса аса алыуын педагог-ғалимдар күптән әйтә килә. Ә юғары уҡыу йортона уҡырға инеү-инмәү ниндәй мәктәптә уҡыуыңа түгел, нисек уҡыуыңа бәйле.
Моңло, ихлас башҡорт сабыйы өсөн ҡыңғыраулы мәктәп йылдары ҡаңғырыулы ғүмер йылдарына әйләнмәһен. Балаға мәктәп һайлау - сит ил маркалы машина һайлау менән бер түгел, шуны иҫтә тотһа ине милләттәштәрем!

Зөһрә БУРАҠАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.18 | Ҡаралған: 584

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru