«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ БЕЛГӘН МАҠСАТЛЫ ЙӘШТӘР УҠЫТАБЫҘ
+  - 



Заманса ҡарашлы, аҡыллы, абруйлы етәксе, тормоштоң асылын аңлаған, ҡәҙерен белгән кеше ул БДУ-ның Сибай институты директоры вазифаһын башҡарыусы техник фәндәр кандидаты, педагогика фәндәре докторы Азат Сәлимйән улы ВӘЛИЕВ. "Уҡыусы әңгәмә ҡора" рубрикаһына тәғәйен һорауҙарымды тап уға йүнәлттем.

Азат Сәлимйән улы, уҡыуға, фәнгә һөйөү ҡайҙан башланғыс алған?

- Бар башланғысҡа ла ғаиләлә нигеҙ һалына. Атайым да, әсәйем дә уҡытыусы булғас, тәрбиәселәр мөхитендә үҫтек. Атайым, Сәлимйән Ғәлләм улы Вәлиев, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләне, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хәҙер Темәс ауылының аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе. Тарихсы булараҡ, тыуған яҡтың билдәле шәхестәре, тарихыбыҙ тураһында "Башҡортостан", "Киске Өфө", "Атайсал", "Һаҡмар" гәзиттәренә мәҡәләләр яҙып тора. Ғаиләбеҙҙәге тәрбиәнең һөҙөмтәһелер инде - ағайым, апайым да, бөтәбеҙ ҙә уҡытыусылар.
Ғөмүмән, беҙҙе ғаиләлә эш менән тәрбиәләнеләр. Мал ҡарағанда ла, йәй көнө бесән эшләгәндә лә һәр беребеҙгә айырым эш өлөшө тәғәйенләп бирелә торғайны. Картуф күмһәк тә, сөгөлдөр эшкәртһәк тә, айырым участкабыҙ булды. Атайыбыҙ үҙе етәксе булғас, бөтә хужалыҡ эштәре беҙҙең елкәгә төштө. Шуғалыр, беҙ эш яратып, хеҙмәт һөйөп үҫ-тек. Шулай беҙҙе бәләкәйҙән үк хәстәрлекле ғаилә башлығы итеп тәрбиәләгәндәр. Һәр ғаиләнең үҙ тәртибе булалыр. Беҙҙең ғаиләләге ир-егеттәр тик көс талап ителгән эште, ә ҡатын-ҡыҙҙар ҡатын-ҡыҙ эшен башҡарҙы. Атай абруйы, өлгөһө ныҡ ҡуйылғайны.

Ә үҙегеҙ балаларығыҙға ниндәй тәрбиә нигеҙҙәре һалдығыҙ?

- Ҡатыным да уҡытыусы булғас, тәрбиә мәсьәләһе бөтә яҡтан да тейешле кимәлдә ҡуйылған беҙҙең ғаиләлә лә. Балалар өләсәй-ҡартатай тәрбиәһен дә күреп үҫте. Балаларыбыҙ, бүләктәрен тотоп, ауылға барырға атлығып ҡына торалар. Ҡартаталары ейән-ейәнсәрҙәренең айырыуса туған телгә мөнәсәбәтен контролдә тота: уларға башҡортса китап, гәзит-журнал тоттороп ултырта ла, уҡығандарының йөкмәткеһен һөйләргә ҡуша. Шул рәүешле тиҙ генә ҡалала онотобораҡ киткән һөйләштәрен яйға һалып ала. Ейән-ейәнсәрҙәрен тарих менән дә ҡыҙыҡһындырҙы. Үҙем иһә балаларҙа техник белемгә һөйөү уяттым, тиергә мөмкин. Улым да, ҡыҙым да математика, физика кеүек предметтар буйынса олимпиадаларҙа республика кимәленә сыҡты. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй конкурстарында ла ҡатнаштылар. Улым мәктәпте көмөш миҙалға тамамланы. Нефть сәнәғәте өлкәһендә етәксе вазифаһында уңышлы эшләп йөрөй. Ҡыҙыбыҙ тәбиғәтте өйрәнә, ер-һыу атамаларын яҡшы белә, таштар менән ҡыҙыҡһына. Өләсәһе менән йыйған коллекцияһы, фәнни хеҙмәттәре бар.

Иң яратҡан шөғөлдәрегеҙ ниндәй?

- Эштән һуң баҡсала эшләү иң яҡшыһы, минеңсә. Үҙең үҫтергән ризыҡҡа етмәй бит инде. Емеш-еләк-йәшелсәләрҙең төрлө сорттарын ултыртабыҙ, төрлө һынауҙар үткәрәбеҙ. Үҙебеҙ һынаған сорттарҙы туғандарға ла таратабыҙ. Күңелгә ниндәйҙер ҡәнәғәтлек бирә был шөғөл. Шулай уҡ тәбиғәт ҡосағында ял итеү, дуҫтар менән Ағиҙелдә, Һаҡмарҙа кәмәлә йөрөү, балыҡ ҡармаҡлау оҡшай. Телефон тотмай, берәү ҙә борсомай. Юлда туҡтап, тирә-яҡты таҙартыу буйынса өмә лә ойошторғолайбыҙ. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа туристарҙың ял итеү мәҙәниәте яҡшы яҡҡа үҙгәрә, туҡталҡаларын башлыса таҙартып китәләр. Бәлки, был туристар араһында үҙебеҙҙең башҡорттарҙың күбәйеүенән дә киләлер (беҙ ҙә ял итергә өйрәнеп барабыҙ, ахыры), сөнки башҡорт үҙен ошо ерҙең хужаһы итеп тоя һәм тәбиғәтебеҙҙең сүпләнмәүен, әләф-тәләф ителмәүен барыбер ҙә күҙәтеп тора, тип уйлайым. Тәбиғәт ҡосағында хаяһыҙ ҡыланыуҙар күберәк ситтән килгән туристар араһында күҙәтелә бит инде ул...

Сит тарафтарҙа ла булырға тура киләлер, ниндәй һығымталар менән ҡайтаһығыҙ?

- Сит яҡтарға сыҡһам, Башҡортостанымды һағынып, уны тағы ла нығыраҡ баһалап, ҡәҙерен белеп ҡайтам. Төп һығымтам шул: беҙҙә барыһы ла яҡшы, тик зарланмаҫҡа, башҡалар менән сағыштырмаҫҡа, торған еребеҙҙең, тыуған йортобоҙҙоң ҡәҙерен белергә өйрәнергә генә кәрәк. Беҙҙең Сибай институтында ла ситтән ҡунаҡтар йыш була, улар иғтибар иткән, баһалаған яҡшы яҡтарыбыҙ байтаҡ. Өҫтөнлөктәребеҙ ҙә етерлек. Беҙ барыбер ҙа башҡа уҡыу йорттарынан, бигерәк тә тәртип торошо буйынса, айырылып торабыҙ. Ә ҡайҙа тәртип - унда белем, унда яуаплылыҡ. Ата-әсәләргә лә шуны әйтер инем: балаларығыҙҙы бик үк алыҫҡа ебәрергә тырышмағыҙ, уларҙың тыуған республикабыҙҙа, үҙ йортонда белем алыуы күпкә отошло, сөнки беҙҙә йәш кешене шәхес булараҡ үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Ситтә уҡыуҙың, йәшәүҙең кире яҡтары ла бар икәнен аңларға кәрәк. Ярай ҙа, йәш кеше Мәскәүҙә йә башҡа берәй ҙур ҡалала уҡығандан һуң үҙ урынын тапһа. Киреһенсә булыуы ла ихтимал бит.

Юғары уҡыу йорто етәксеһе булғас, студенттарҙың холоҡ-фиғеле, йәшәйеше күҙ алдығыҙҙа бит инде. Йәштәрҙең һеҙҙе ҡыуандырған, борсоуға һалған яҡтары ниндәй?

- Маҡсатлы йәштәр күп хәҙер. Киләсәген хәстәрләй беләләр, прагматиктар. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә ҡыйыуҙар. Тимәк, үҙ көстәренә ышаналар, тәүәккәлдәр. Тик мәғлүмәт сығанаҡтары күплектән, кеше менән тере аралашыуҙарҙың кәмей барыуы борсоуға һала мине. Шул уҡ йәштәрҙе гел күҙәтә йөрөйөм: дәрестәр араһындағы тәнәфестә лә уларҙың төркөм-төркөм булып өймәкләшеп һөйләшеп тороуын күрмәҫһең, үҙ-ара бары тик смс, интернет аша ғына аралашалар. Бына шуның кеүек хәлдәрҙе күреүе ҡыйын хәл.

Сибай институтында уҡып сыҡҡандар ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарға ҡайтып та бынамын тигән итеп донъя көтә. Тимәк, уҡыу йортонда йәш кешенең күңеленә тыуған ергә береккәнлек, илһөйәрлек тойғоһо ныҡ һалына булыр?

- Беҙҙә күберәк ауыл балалары уҡый бит инде. Улар хәҙер ауылдарҙа ла үҙ эшеңде асып, матур итеп донъя көтөргә була икәнен аңлай, беҙ ҙә уларға шундайыраҡ кәңәш, йүнәлеш биреп ебәрәбеҙ. Мәҫәлән, беҙҙең сығарылыш студенттары Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндар Бетерәлә ағас эшкәртеү комплексы асып, уны бәләкәй завод кимәленә еткерҙе. Уларҙың ваҡытында эшҡыуарлыҡ буйынса йүнәлеш алып, технология һәм эшҡыуарлыҡ бүлегендә алған белемдәрен ҡуллана белеүҙәренә ҡыуанабыҙ. Маҡсатлы эшләйҙәр. Утыҙлап кешегә эш урындары булдырғандар. Ғөмүмән, ауылда йәшәү күпкә отошло хәҙер. Шуны аңлаған кеше үҙ хужалығын ойоштора, беҙҙең яҡтарҙа бигерәк тә йылҡысылыҡ тармағы үҫә, эш урындары булдырыла. Дәүләт ярҙамы ла көслө, шуны ҡуллана белеп йәшәүселәр һаны арта.

Быйыл Башҡортостанда Ғаилә йылы. Ғаиләлеләргә теләктәрегеҙ ниндәй?

- Һәр кем үҙ бәхетен үҙе ҡора. Бәхет - ата-әсәле булыуҙа, ғаиләң, балаларың булыуҙа, эш урыныңда ла үҙеңде бер ғаиләләге кеүек тойоуҙа ул.

Римма АҠМАНОВА,
филология фәндәре кандидаты.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.18 | Ҡаралған: 800

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru