«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛ МӘСЬӘЛӘҺЕ ТЕЛДӘН ТӨШӘ ЛӘ ҠАЛА
+  - 

Яңы уҡыу йылы башланырҙан алда Өфө ҡалаһының мәғариф хеҙмәткәрҙәре август кәңәшмәһенә йыйылды. Уның сиктәрендә "Конгресс-холл" бинаһында көн дауамында күргәҙмәләр, фекер алышыу майҙансыҡтары эшләне. Кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, баш ҡала мәғариф учреждениелары етәкселәре, педагогтар ҡатнашты.

Башы ҡайҙа - ҡойроғо шунда, тигән кеүек, баш ҡала мәғарифы өлкәһендәге бөтә төр үҙгәрештәр бер ни тиклем ваҡыт үтеү менән республиканың башҡа ҡала, район кимәленә барып етә. Шуға ла белем биреүҙә алдынғы технологияларҙы ҡулланыу, заман талаптарына яраҡлашыу, алдынғы уҡытыу методикаларын үҙләштереү кеүек ыңғай йүнәлештәге яңылыҡтар хәҙер баш ҡала мәктәптәренә генә хас түгел. Әммә Өфөнөң мәғариф учреждениелары электрон белем биреүҙе ойоштороу, хәүефһеҙ мөхит булдырыу, өҫтәмә белем биреү һәм балаларҙың һәләттәрен үҫтереү йәһәтенән, һис шикһеҙ, республика буйынса ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә лә алдынғылар рәтендә. Шуға август айының унынсы көнөндә үткәрелгән республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһендә ошо темаларға арналған фекер алышыу майҙансыҡтарында күпселек Өфө уҡытыусыларының эш тәжрибәһе сағылыш тапҡайны.
Уҡыусыларға өҫтәмә белем биреү тураһындағы Өфө ҡалаһы хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәрҙе генә миҫалға килтереп үтәйек. Әлеге көндә Өфөлә 46 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, балаларҙың өлгөлө 14 вокал һәм бейеү коллективтары, 13 инновацион майҙансыҡ эшләй, 103 социаль әһәмиәтле проект тормошҡа ашырыла, ә буш ваҡыттарында төрлө шөғөлдәр менән булышыусы уҡыусылар һаны 64 меңдән ашыу. Әйткәндәй, дөйөм уҡыусылар һаны 117 меңгә яҡын. Был күрһәткестәр йылдан-йыл яҡшыра барыуы ла билдәле, сөнки мәғариф өлкәһендәге әһәмиәтле бөтә сараларҙа ла Өфө ҡалаһы буйынса статистик мәғлүмәттәр яңғыратыла тора.
Ә шулай ҙа августа булған мәғариф кәңәшмәләрендә бөтәһе лә түҙемһеҙлек менән көтөп торған тема - туған телдәрҙе уҡытыуға ҡағылышлы һорау ҡуҙғатылмауы ғына аптырауға һала. Ярай әле, был юлы республика педсоветы алдынан БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова ҡатнашлығында милли мәғарифҡа арналған сара ойошторолдо. Тик был сарала күтәрелгән мәсьәләләр, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәһе тураһында әлегә дөйөмләштереп һөйләшеү булманы. Өфө ҡалаһында туған телдәрҙе уҡытыу Федераль дәүләт белем биреү стандарттары (ФГОС) талаптарына ярашлы ойошторолған, күптән системаға һалынған, тип иҫәпләнә. Әммә "Туған тел" Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса мотлаҡ өйрәнелергә тейешле предметтар исемлегенә индерелһә лә, баш ҡала мәктәптәрендә һәм бөтә Башҡортостан буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеүҙе, йә баланың уҡыуын еңелләштереүҙе һылтау итеп, ата-әсәләр "Туған урыҫ теле" предметын һайлауҙары тураһында ғаризалар яҙыу осраҡтары йышайҙы. Ул ғына ла түгел, кәңәшмәләрҙә белем биреү учреждениеларының ата-әсәләр менән килешеп, тығыҙ бәйләнештә эшләүен ойоштороу тураһында фекер алышынһа ла, балаһына башҡорт телен уҡытыуҙы талап итеүселәр менән күп етәкселәрҙең борсаҡтары бешеп етмәй. Һуңғы ваҡытта эш ата-әсәләр менән конструктив һөйләшеүгә ҡарағанда, мәктәп етәкселегенә уңайлы булған вариантты һайлатыу өсөн өгөтләүҙәргә ҡайтып ҡала башланы, тиһәк тә хата булмаҫ. Сөнки сентябрь айы яҡынлашыу менән "Киске Өфө" гәзите редакцияһына шундай осраҡтар тураһында хәбәр итеп шылтыратыусылар ҙа күбәйә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы буйынса күптән түгел Нуғай ауылындағы 147-се мәктәп ата-әсәләре шылтыратып, башҡорт телен өйрәнергә теләүсе балалар һаны етерлек булыуға ҡарамаҫтан, директор менән уҡытыуҙы ойоштороу тураһында килешә алмауҙары тураһында һөйләнеләр. Башҡорт дәүләт телен дә уҡытырға теләмәгән белем усаҡтары бар, улар ата-әсәләргә "Уфаведение" дәресен үткәреүҙе тәҡдим итә. Бындай осраҡтарҙа, әлбиттә, ныҡышып, белем усағы етәкселеге менән мөнәсәбәттәрен боҙоп йөрөргә теләмәгәндәр тиҙ генә урыҫ телен туған тел булараҡ уҡырға ризалыҡ биреп тә ҡуя. Мәғариф учреждениеларының ата-әсәләр менән килешеп эшләүе тураһындағы фекер алышыу майҙансығында бына ошо юҫыҡтағы мәсьәләләр күтәрелергә тейеш ине ул. Сөнки баш ҡала ата-әсәләре белем биреү учреждениеларындағы шарттарҙы, ҡала бюджетынан биналарҙы ремонтлауға, хәүефһеҙ мөхит булдырыуға, мөмкинлектәре сикле балаларға уңайлыҡтар тыуҙырыуға, туҡландырыу һәм спорт менән шөғөлләндереүгә йылдан-йыл күберәк аҡса бүленеүен былай ҙа баһалай ала. Ә бына башҡорт балаларының үҙ туған телендә белем алырға законлы хоҡуғы барлығы тураһында юғары вазифалағыларҙың юғары трибунанан бер генә тапҡыр булһа ла әйтеп ҡуйыуы күп мәсьәләне хәл итер ине һымаҡ...

Әйткәндәй, Өфө ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова, милли мәғариф өлкәһендә туған телдәрен өйрәнгән балалар һанын кәметмәй һаҡлап ҡалыу актуаль мәсьәләгә әйләнеп бара, тип белдерҙе белдереүгә кәңәшмә барышында. Ләкин был проблема атай-әсәйҙәр ирке менән генә хәл итерлек түгел барыбер - шуға төшөнөргә ваҡыт.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.18 | Ҡаралған: 587

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru