«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒӘЛИМЙӘН ТАҒАНДЫҢ ЭМИГРАЦИЯЛАҒЫ ТОРМОШО ТУРАҺЫНДА
+  - 



Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашып, шул заманалар шауҡымында яҙмыштары ҡырҡа боролош алып, ғүмерҙәрен ситтә йәшәп үткәрергә мәжбүр булған башҡорт зыялылары аҙ булмаған беҙҙең тарихта. Шундайҙарҙың береһе - Ғәлимйән Таған. Үкенескә күрә, был шәхес хаҡында беҙҙең архивтарҙа мәғлүмәттәр әлегә өйрәнелеп етмәгән, ә бына сит ил архивтарында, музейҙарында ғүмерен эмиграцияла үткәргән башҡорт улы Таған тураһында ҡыҙыҡлы материалдар байтаҡ икән. Был хаҡтағы мәғлүмәттәр менән тарихсы Зилә НИҒМӘТУЛЛИНА бүлеште.

Зилә Фәсим ҡыҙы, һеҙ тапҡан мәғлүмәттәрҙән үҙегеҙ өсөн иң ҡыҙыҡлыһы нимә булды?

- Венгрияның Будапешт ҡалаһындағы Этнография музейының "Азия" коллекцияһында һаҡланған биҙәкле самурай ҡылысы иғтибарҙы йәлеп итте. Бер быуатҡа яҡын ошо музейҙа һаҡланған был ҡорал Япония мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеүселәрҙә генә ҡыҙыҡһыныу уятмай ине. Беҙҙең өсөн ҡылыстың әһәмиәте һәм ҡиммәте - уның Ғәлимйән Тағандыҡы булыуында. 1930 йылдың 20 октябрендә музейға тапшырылған ағас һаплы, латунь һәм ҡоростан ҡойолған был ҡылысты Ғ. Таған, һис шикһеҙ, Япониянан алып килгән булған. Белеүебеҙсә, ул көнсығыштан Ҡытайҙың Маньчжурияһына, шунан Японияға, артабан 1922 йылда Венгрияға юллана. Бынан тыш, уның бамбук ручкаһы, ҡулдан туҡылған ҙур булмаған келәме һәм йөн туҡыманан тегелгән аҫма сумкаһы ла һаҡлана икән музейҙа. Ғөмүмән, тарих фәнендә документаль сығанаҡтар ғына түгел, әйберҙәр ҙә айырым, өҫтәмә мәғлүмәт бирә ала. Был осраҡта музейҙа һаҡланған экспонаттар. Сөнки музей ҡомартҡылары белем сығанағы ғына түгел, улар эмоциялар тапшырыу һәм хистәр тыуҙырыу һәләтенә лә эйә. Йәғни әйберҙәр төп нөсхә, ысын булыуы менән ҙур әһәмиәткә эйә.
Ғ. Таған 1927 йылдан Венгрияның Будапештағы Милли музейының (һуңғараҡ Венгрияның Этнография музейы тип үҙгәртелә) этнография бүлегендә эшләй башлай. Тап ошо йылда уның тәүге баҫмалары донъя күрә, ғалим-этнограф булараҡ әүҙем эшмәкәрлеге башлана. Венгрияның Этнография музейы сайтында ла асыҡ ҡулланылышта Таған исеме менән бәйле йөҙҙән ашыу материал табырға була. Ғөмүмән, уның тураһында мәғлүмәт барлағанда "Галимжан", "Галимджан", "Галимян", хатта йышыраҡ "Галимсан" һәм "Алимсан" Таған тип эҙләү һөҙөмтә бирә. Музей экспонаттары булып киткән әйберҙәрҙе зыялы күбеһенсә экспедицияларҙан алып ҡайтҡан. Мәҫәлән, ул 1930 йылда Төркиәлә экспедицияла булған. Фото фондында был сәфәрҙән уның әлегә тиклем баҫылмаған ике фотоһы һаҡлана. Береһендә Ғ. Таған таш йортто фотоға төшөрһә, икенсеһендә - ул ҡырҙа эшләгән экспедиция майҙанында ҡырынып тора. Шул уҡ йылда ул Төньяҡ Венгрияға ауыл хужалығы буйынса мәғлүмәт йыйырға ойошторолған экспедицияла ҡатнаша. Артабан ул 1932 йылда тағы ла Төркиәгә, Балҡанға, Балтика буйына, Финляндияға сәфәр ҡыла. Һәм, әлбиттә, Венгрияның төрлө тарафтарына юлланған экспедицияларға, айырыуса Кишкуншаг һәм Надькуншаг райондарына сыға. Ғәлимйән Таған хатта 1941 йылда, музей штатында булмауына ҡарамаҫтан, Венгрияға ҡайтарылған Төньяҡ Трансильванияға экспедицияға бара. Уның был этнографик экспедицияларҙан алып ҡайтҡан әйберҙәре генә түгел, ә халыҡтың йәшәйеше буйынса тупланған материалдары, һис шикһеҙ, 20-се быуат венгрҙары тарихын өйрәнеүҙә баһалап бөткөһөҙ сығанаҡ булып тора.
Ғ. Таған тарафынан ойошторолған экспедициялар былар менән генә тамамланмай. 1935 йылда ул Румынияның Бихор тип аталған районына бара. Музей фондында был сәфәрҙән ат егеү кәрәк-ярағы, тимер таралғы, ҡаптырма, фотолар, открыткалар, рәсемдәр һаҡлана. 1937 йылда ғалим Урта Тисала венгрҙар тураһында мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнә. 1941 йылда ул Варсаг тип аталған, вулкан өҫтөндә 76 м2 майҙанда урынлашҡан ҡасабаны өйрәнеүҙә лә ҡатнаша. 1941-1943 йылдарҙа музей фондына Ғ. Таған тарафынан тапшырылған 65 экспонат иҫәпкә алына, улар араһында сигеү өлгөләре, милли кәсеп материалдары, мебель, хужалыҡ әйберҙәре һ.б. була. Шулай уҡ ғалим-этнограф фото, туҡыма, хужалыҡ, рәсем һәм һынлы сәнғәт коллекцияларын тиҫтәләгән әйберҙәр менән тулыландырған. Был әйберҙәрҙең береһенең дә яҙма материалдары әлегә өйрәнелеп, фәнни әйләнешкә индерелмәгән.

Тағандың Башҡорт милли хәрәкәтендәге ролен ҡыҫҡаса анализлап китәйек әле...

- Ғәлимйән Таған Башҡорт милли хәрәкәтендәге күренекле һәм билдәле фигура була. Граждандар һуғышы ваҡытында ла ул башҡорт сәйәси етәкселегендә һәм хәрби эштәрҙә хәл иткес ролдәр башҡара. Болғанышлы ваҡиғаларға тиклем ул рус теле уҡытыусыһы була. Хәлле ғаиләлә үҫкән, яҡшы белем алған, заманының уҡымышлы кешеләренең береһе. Беренсе Бөтә донъя һуғышы башланғас, офицерҙар составындағы юғалтыуҙарҙы тулыландырыу өсөн һуғыш ваҡытында офицерҙар әҙерләү өсөн махсус хәрби уҡыу йорттары асыла. Бында прапорщиктар әҙерләнә. Прапорщиктар мәктәбенә урта һәм юғары белемлеләрҙе йыялар. Ғәлимйән Таған да ошо мәктәпкә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Тифлис ҡалаһында уҡыуҙы тамамлап, 1914 йылда Рус империяһы армияһы прапорщигы булып, Кавказ фронтына ебәрелә. Тифлис мәктәбе Рәсәйҙең башҡа хәрби уҡыу йорттарынан айырмалы рәүештә, казак ғәскәрҙәре етәкселәрен әҙерләй. Һәм был факт Тағандың хәрби карьераһына нигеҙ һала ла инде.
Рәсәй батшалығы ҡолатылғас, хәрби хеҙмәт тәжрибәһе булған, һуғыш юлы үткән ир-уҙаман 1917 йылда Башҡорт милли хәрәкәтенә килеп ҡушылып, 25 йәшендә башҡорт ғәскәре төҙөүселәрҙең, аҙағыраҡ Башҡорт казак ғәскәрен ойоштороусыларҙың береһе була. 1918 йылда инде ул - Башҡорт хәрби советы ағзаһы, 5-се Башҡорт йәйәүле полкы командиры. Бер арауыҡта хакимлыҡ үҙәге үҙенең тыуған ауылында булған Ялан кантоны рәйесе лә булып ала. Һуңынан 2-се дивизиялағы 3-сө Башҡорт уҡсылар полкы командиры итеп ҡуйыла. 1918 йылдың аҙағында Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрендәге Халыҡ армияһында хеҙмәт итә. Унан Колчак етәкселегендәге Рус армияһында хеҙмәт итә, большевиктарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Таған, Башҡорт милли хәрәкәте лидеры М. Ҡорбанғәлиев кеүек үк, үҙ полкы менән Колчак артынан Себергә китә.

Сит илдә ул ғалим булараҡ билдәлелек яулай, шулай бит?

- Ғ. Тағандың Венгрияға килеп, ете йыл эсендә иҡтисад докторы дәрәжәһенә күтәрелеүе шәхестең ни тиклем маҡсатлы, зиһенле булыуын дәлил. Был илгә килеп, өс йыл үтеүгә, ул диплом эшен венгр телендә яҙыуға өлгәшә. Телде юғары кимәлдә белеүенә шик ҡалмай. Һәм шуғалыр ҙа ул эске эштәр министрлығына рус телендәге документтарҙы венгрсаға тәржемә итеүгә саҡырыла. Тәржемәсе вазифаһын Ғ. Таған 1925 йылдан 1930 йылға тиклем үтәй. Йәғни музейға эшкә урынлашҡанға тиклем ул эске эштәр министрлығында хеҙмәт итә башлай. Был турала һирәк телгә алына. Был әлеге лә баяғы сығанаҡтарҙың өйрәнелеп бөтмәүе менән аңлатыла. Аңлашыла, әлбиттә, ул рус һәм венгр телен яҡшы белгән, шуға ла уның кандидатураһы раҫланған. Әммә тарихсы Шереш Аттила уның был вазифала эшләүен тағы бер нәмә менән аңлата. Ул ваҡыттағы Рәсәй һәм Венгрияның сәйәси мөнәсәбәттәрен иҫәпкә алғанда, венгрҙар өсөн Ғ. Тағандың нәҡ рус милләтенән булмауы ҡулай моменттарҙың береһе булған, тип яҙа ул.
1938 йылдың 22 июнендә Ғ. Таған илдең Этнографтар йәмғиәтенең ассамблеяһында кассир итеп тәғәйенләнә. Фәнни ойошмалағы был вазифаға һайланыуы, һис шикһеҙ, уның юғары абруйы хаҡында һөйләй, сөнки бындай урынға абруйһыҙ, яуапһыҙ кеше ҡуйылмаҫ ине.

Ғ. Таған тураһындағы мәғлүмәттәр ниндәй сығанаҡтарҙа, ҡайҙарҙа һаҡлана?

- Ғәлимйән Таған ғалим-этнограф булараҡ таныла. Төрки халыҡтарҙың һәм шул иҫәптән башҡорттарҙың этнографияһы буйынса венгр һәм немец телендә хеҙмәттәр яҙа. Был баҫмалар Венгрияның Этнография музейында һәм Будапешт, Вена, Гамбург, Стамбул, Хельсинки һәм Париж китапханаларында һаҡланыуы тураһында ғалимдарыбыҙ яҙҙы. Бөгөнгө көндә Ғ. Тағандың Туран хәрәкәтендәге ярайһы уҡ әүҙем эшмәкәрлеге лә тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән. Был туралағы документтарҙы Венгрияның Милли архивының "Премьер-министр эргәһендәге милли әҙселек бүлеге", "Туран йәмғиәте" фондтарында һәм "Венгрияның Сит эштәр министрлығының сәйәси бүлеге" фондында табырға мөмкин. Бынан тыш, яҡташыбыҙҙың эшмәкәрлеге Этнография музейының ҡулъяҙмалар бүлегендә, шәхси документтар коллекцияһында бар. Ҡыҙыҡлы, мөһим документтар Иштван Сечени исемендәге Милли китапханала һаҡлана. Айырыуса венгр ғалимы Алайош Паикерттың ҡулдан яҙылған көндәлегенә иғтибар итергә кәрәк. Сығанаҡтар киләсәктә был тема менән махсус шөғөлләнгән ғалимдарыбыҙ тарафынан һис шикһеҙ өйрәнелеп, киң йәмәғәтселеккә еткерелер тип ышанғы килә. Ғ. Тағандың эшмәкәрлеге 20-се быуат башындағы башҡорт халҡы тарихының билдәле ваҡиғаларын өйрәнгәндә генә түгел, ә киңерәк - Венгриялағы рәсәйлеләр эмиграцияһы тарихын, Туран хәрәкәте тарихын тикшергәндә лә айырым ҡаралырға тейеш. Сөнки был тәңгәлдәге ваҡиғаларҙы Ғ. Таған шәхесенән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай.

Сит илдә уны күберәк кем итеп беләләр? Ғалиммы, әллә эмигрантмы?

- Ҡыуанысҡа күрә, бөгөн дә сит ил тикшеренеүселәре өсөн ҡыҙыҡлы шәхес булып тора Ғ. Таған. Быны уның бик яҡшы кимәлдә венгр телен белеп, бик күп ҡулъяҙмалар ҡалдырыуы менән дә аңлатырға була. Шереш Аттила исемле ғалим уның Туран хәрәкәтендәге эшмәкәрлеге менән дә ҡыҙыҡһына. Ул: "Венгр сығанаҡтары буйынса, Рәсәй эмигранттары араһынан башҡа берәү ҙә Таған кеүек киң билдәлелек һәм һөйөү яулай алмаған", - тип яҙа. Ысынлап та, Венгриялағы туран ойошмаһы 1910 йылда барлыҡҡа килә һәм Урта Азия халыҡтарын, алтай, урал телле милләттәрҙе берләштереү идеяһы пропагандалай. 1930 йылдарҙа был ойошмаға Будапештағы төрөк, болгар, эстон, фин илселектәренең юғары вазифалағы кешеләре ингән. Шулай уҡ бик күп ғалимдар, сәйәсмәндәр, дипломаттар, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре венгр-туран хәрәкәтендә ҡатнашҡан. Почетлы ағзалар исемлеге алты йөҙҙән ашыу кешенән торған. Ғ. Таған, күрәһең, шул уҡ шәрҡиәтсе Бенедек Баратош ярҙамында был йәмғиәткә ылыҡҡандыр. Сөнки 20-се йылдарҙа Баратош был ойошманың вице рәйесе була. Өҫтәүенә, тап шул ваҡытта фәндә венгрҙарҙың башҡорттар менән тарихи бәйләнеше тураһында ҡыҙыҡһыныу башлана.

Ғәлимйән Таған менән Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҙмыштары оҡшаш та кеүек. Улар эмиграцияла бәйләнеш тотҡанмы икән? Был хаҡта ниндәйҙер мәғлүмәттәр бармы?

- Ошо тәңгәлдә Ғ. Тағандың Венгрияла Ә. Вәлиди менән осрашыуы тураһында әйтеп китмәү мөмкин түгел. Ә. Вәлиди Абдулҡадир Инан менән Венгрияға 1925 йылда, үҙе генә 1929 йылда Ғ. Тағанға килә. Икенсе тапҡыр килгәнендә ул, ахыры, бер нисә айға туҡтала һәм Рәсәй мосолмандары тураһындағы доклад менән сығыш яһай. Уны бында элекке ил башлығы булараҡ ҡабул итәләр һәм доклад бик мөһабәт Ғәмәли сәнғәт музейында уҡыла. Уның тәржемәсеһе, әлбиттә, Ғ. Таған була. Ә. Вәлиди венгр-туран ойошмаһының почетлы ағзаһы итеп алына.
Венгр гражданлығын Ғ. Таған 1930 йылда алыуға өлгәшә. Быға тиклем уның Төркиәгә гражданлыҡ биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итеүе билдәле. Әммә үтенесе кире ҡағыла.
Венгр ғалимдары араһында, Ғ. Таған венгр властарынан Ә. Вәлиди менән рәсми рәүештә мөнәсәбәттәр булдырыуҙы һораған, тигән фекер ҙә бар. Әммә бында мөһим бер момент - Ғ. Таған венгр гражданлығын алғас, илдең эске эштәр министрлығы унан "Бөйөк төрки дәүләте"н төҙөү идеяһын пропагандаламауын һорай. Тарихсы Кесе Ковач фекеренсә, Таған был кәңәште тота.

Артабанғы тормошонда Таған Башҡортостан менән ниндәйҙер бәйләнештәр булдыра алдымы икән?

- Әлбиттә, тыуған илен һағынғандыр, тип уйлайым. Был тойғо һәр кемгә лә хас. Иҫ киткес маҡсатлы, аңлы, илһөйәр ғалим да был хистәрҙән мәхрүм булмағандыр. Билдәле булыуынса, Ғ. Таған 1920 йылда 28 генә йәшендә тыуған иленән сығып китә. Мәжбүри рәүештә, тип әйтәйек. Ул был юғалтыу һағышын эш менән баҫҡандыр. Этнография музейында эшләү, күпләп экпедицияларға сығыу, халыҡ менән аралашыу күңел йыуанысы ла биргәндер. Өҫтәүенә, тап ошо музейҙа венгрҙар 20-се быуат башында Көньяҡ Башҡортостанданға экспедициянан алып ҡайтҡан бик күләмле коллекция бар. Әйтергә кәрәк, Ғ. Таған башҡаса башҡорт еренә бер ҡасан да әйләнеп ҡайта алмаһа ла, 1942 йылда Советтар Союзына аяҡ баҫа. Киев ҡалаһында ул билдәле венгр ғалимдары Нандор Феттиха һәм Дьюла Ласло менән тәржемәсе булараҡ музей ҡомартҡыларын иҫәпкә алыуҙа ҡатнаша.
Ғ. Таған 1944 йылдан алып 1948 йылға тиклем Германияла йәшәй һәм Гамбург ҡалаһында мәрхүм була. Йомғаҡлап әйткәндә, Ғәлимйән Таған шәхесе милли азатлыҡ хәрәкәте ағзаһы булараҡ ҡына түгел, ә бөгөнгө тарих күҙлегенән эмиграцияла (бөтөнләй сит-ят илдә) тормоштоң бар баҫҡыстарын үтеп, йәмғиәттә юғары вазифаларға өлгәшеүсе ғалим, кеше булараҡ та өйрәнелергә тейеш.

Миләүшә ХӘБИЛОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.18 | Ҡаралған: 603

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru