«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2019

Ғинуар
  01  |  02  |  03  |  04
Февраль
  05  |  06  |  07  |  08
Март
  09  |  10  |  11  |  12  |  13
Апрель
  14  |  15  |  16  |  17
Май
  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
  22  |  23  |  24  |  25  |  26
Июль
  27  |  28  |  29  |  30
Август
  31  |  32  |  33  |  34  |  35
Сентябрь
  36  |  37  |  38  |  39
Октябрь
  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
  44  |  45  |  46
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Илдә айнытҡыстарҙы ҡайтанан тергеҙергә йыйыналар, был кәрәкме?

 
Сайттың архивы
 

2018

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2017

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2016

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2015

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2014

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52

 
ҺӨНӘРМӘНЛЕК ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕБЕҘ УЛ
+  - 



Республикала һәр ҙур һәм мөһим мәҙәни ваҡиға булып үткән һайын, мин баш ҡалабыҙҙың Ленин урамындағы "Урал" галереяһына барырға тырышам. Галерея мөдире Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова менән уҙған сараны күҙ алдынан үткәрергә, яҡшы һәм етешмәгән яҡтарын, асыштарын һәм яңы аҙымдарын - барыһын да уртаға һалып барларға, теүәлләргә, алдағы уңыштарын фаразларға яратабыҙ. Бигерәк тә икебеҙ өсөн дә яҡын булған кешеләрҙең - ҡул эше оҫталарының ҡаҙаныштары өсөн шатланабыҙ.

Был юлы Кәримә ханым кинәнес менән һүҙ башланы: "Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге уҙған бер йыл эсендә генә республика һәм төбәк-ара кимәлдәге бер нисә ҙур конкурс-фестивалдәр үткәрҙе һәм мәсетлеләр береһендә лә һынатманы. Урындағы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәниф Мәүли улы Әхмәтйәнов бик шәп кеше бит. Бер түгел, биш тапҡыр ота мәсетлеләр ҙур саралар башында тороп: беренсенән, төрлө төбәктән килгән ижадсыларҙы үҙҙәре күреп-ишетеп-өйрәнеп ҡала, илдәге һәм донъялағы дөйөм мәҙәни пульсты дөрөҫ тотоп ала. Икенсенән, үҙҙәренең ҡаҙанында ғына ҡайнамай, яңынан-яңы асыш-балҡыштар менән һаман алға бара. Өсөнсөнән, бөгөнгө отчет-ҡағыҙға батҡан донъяла Ижад кешеһе менән эшләргә, уның тын алышын, маһирлыҡ кимәлен, матди хәлен аңларға өйрәнә. Дүртенсенән, Башҡортостан өсөн генә түгел, бөтә Рәсәй төбәктәре өсөн әһәмиәтле йыйындарҙы үҙ өҫтөнә алып һәм намыҫ менән башҡарып, мәсетлеләр бөтә илдең ижади-мәҙәни тормошона булышлыҡ итә. Бишенсенән, төбәк-ара конкурстарҙы үткәреү тәжрибәһе уларҙы төньяҡ-көнсығыш Башҡортостандың эшлекле мәҙәни үҙәге кимәленә күтәрә..."
Кәримә Шәрип ҡыҙы һөйләй, ә мин Мәсетленең йәш һөнәрмәндәрен -Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Орнамент" тапшырыуҙары геройҙары булған оҫталарын йәнә бер ҡат күҙ алдынан үткәрәм: Ләмәзтамаҡтан быймасы Иштуған Ғәүнетдинов, туҙ һауыттар үреүсе Илгизә Лоҡманова, келәмдәр һуғыусы Нурания Хөснөтдинова, Яуыш ауылынан яҡташтарын һөйөндөрөп тимер ҡойма-беседкалар яһап биреүсе Айнур Хисамов, Мәсетле балалар санаторийын иҫ киткес ағас һындар менән биҙәүсе Әжекәй ауыл оҫтаһы... Ысынлап та, алтын ҡулдар төбәктә күп. Уҙған бер йыл дауамында ғына Мәсетлелә мин үҙем шаһит булған мәҙәни сараларҙы һанап ҡарайым. Халыҡ-ара "Берҙәмлек" фестивале сиктәрендә 6-сы Халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өҙләүселәр фестиваленә Мәсетленең үҙенән, Башҡортостандан, Рәсәй өлкәләренән һәм республикаларынан, Япония менән Ҡырғыҙстандан йөҙ ҙә ҡырҡ ҡумыҙсы ҡатнашты. Артабан Мәсетле сәхнәһе меңәрләгән тамашасы алдында "Һомай" башҡорт милли кейемдәре фестивален күтәрҙе. Декабрь айында Ағинәйҙәр ҡоро үтте, унда йыйылған Мәсетленең тамбурлы ҡайыу оҫталары башҡорт милли кейемендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме төрөн - ҡалпаҡтарҙы ла тергеҙергә һүҙ ҡуйышты: төбәктә борондан булған "сикәҡалпаҡ", "сулпыҡалпаҡ", "мәрйенҡалпаҡ", "тәңкәҡалпаҡ", "тупыйҡалпаҡ" кеүек төрҙәрен яңыса әҙерләп кейә башларбыҙ, тинеләр...
Быйыл иһә, 24 август көнө, Мәсетле районында Халыҡ һөнәрмәндәренең өсөнсө төбәк-ара конкурсы үтте. "Мечетлинская мастерская" - "Мәсетле оҫтаханаһы" тип нарыҡланған йыйын район үҙәге Ыҡтамаҡ ҡасабаһы уртаһындағы майҙанда өс меңләп кешене йыйҙы. Оҫталарҙың командалары Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман яҡтарынан, Свердлов өлкәһенең Красноуфимский менән Әртә ҡалаһынан, Силәбе яғының Нәҙепетровский районынан килде. Борон да, бөгөн дә ҡатышып йәшәгән ут күршеләр, туғандар, дуҫтар - борондан башҡорт ырыуҙары йәшәгән төньяҡ-көнсығыш Башҡортостан халыҡтары.
Иртәнсәк һауа торошо ғәләмәт йонсоу, һалҡын булһа ла, ҡатнашыусыларҙың күп булыуы "көндө һындырҙы" - бер тында гөрләп парад үтте, һәр конкурс өсөн яйлы урындар билдәләнде. Мәсетле район мәҙәниәт йортоноң иркен һәм яҡты фойеһында бик күп төрлө бәйгеселәр йәтешләп урынлашты. "Ҡорамасылар", "Тамбурлап ҡайыусылар", "Йүкәнән ишелгән һәм үрелгән кейем-һауыттар", "Тал-сыбыҡ үреүселәр", "Орсоҡсо - йөн иләүселәр", "Туҙҙан кәрәк-яраҡтар", "Ағас һын-әйбер ырыусылар" - һәммәһе лә заманға яраҡлы һәм ҡыҙыҡлы, һатып алыусыны ҡыҙыҡтырырлыҡ әйберҙәрен эшләй ҙә башланы. Бер-береһенең һәм тамашасыларҙың күҙ алдында өр-яңы ижади алымдар күренде, оҫталыҡ серҙәре сиселде, бөтә һорауҙарға яуаптар алынды. Милли кейем һәм уйынсыҡтар күргәҙмәһе әҙер нәмәләр тәҡдим итте. Урамда асыҡ һауала "Мейес сығарыусылар", "Бесән сабыусылар", "Бура бураусылар" конкурсы ҡыҙғандан-ҡыҙа барып, күңелле тамашаға әйләнде. Ир-ат, бала-саға айырыуса балта эшен, мейессе һөнәрен ҡыҙыҡ күрҙе, бәке менән ҡырғандай сабып һалынған бесән бакуйҙарын күреп һөйөндө.
Байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары һәм иң ихлас көйәрмәндәре муниципаль район башлыҡтары булғандыр: Балаҡатайҙан - Мәсғүт Миңнеғәлин, Дыуандан - Фаил Мөхәмәҙиев, Ҡыйғынан - Шамил Мөхәмәтдинов, Салауаттан - Марс Кашапов, Нуримандан - Азамат Носратуллин, Әртә ҡалаһы башлығы урынбаҫары Сергей Токарев менән Нәҙепетровский районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Любовь Иванько - барыһы ла үҙ командаһы башында йөрөнө, бәйге барышы менән һәр яҡлап ҡыҙыҡһынып, оҫталарына ярҙам итеште. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин менән уның урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова өсөн "Мәсетле оҫтаханаһы" - үҙ төбәге халҡына ярҙам итеү, күңелен үҫтереү, оҫталығын арттырыу сараһы. Төбәк етәкселәренең халыҡ кәсеп-һөнәрҙәре менән былай етди ҡыҙыҡһыныуы һәм фестивалдә дәррәү ҡатнашыуы - һирәк күренеш, был хәл бөтөн төньяҡ-көнсығыш төбәктең бәйгене ойоштороусы мәсетлеләрҙең эшенә мөнәсәбәтен сағылдыра. Икенсе яҡтан, район башлыҡтары тарафынан ҙур иғтибар уларҙың был тармаҡтың файҙалы яғын аңлауына ла дәлил.
Конкурс барышындағы түңәрәк ҡорҙа етәкселәр төбәк-ара һәм муниципаль берәмектәрҙең бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса эшлекле әңгәмә ҡорҙо. "Эш-хеҙмәт һәр заманда ла кешеләрҙе туплай, тәрбиәләй, йәшәү дәрте бирә торған тәбиғи юл, һәм халыҡ кәсеп-һөнәрҙәре - рухи байлыҡ нигеҙе, матди тотороҡлолоҡ сығанағы. Бигерәк тә йәштәрҙең һәм күп балалы ғаилә ағзаларының хеҙмәт тәрбиәһенә ҙур әһәмиәт биреүе шатлыҡлы", тип ҡат-ҡат белдерҙе етәкселәр.
Ысынлап та, һөнәрмәнлек - ҙур хөрмәткә, халыҡ ихтирамына лайыҡ был яҡта. Мәсетле кешеләре ағас ырыу оҫтаһы Фәнил Ғәтиәтуллиндың эштәрен көтөп ала, уның йыла, йүкә ағасын, ҡайын ороһон ырып яһаған төрлө әкиәти һындары бар халыҡты ғәжәпкә ҡалдыра - ысын рәссам йәшәй был яҡта, тиҙәр. Уның ҡатыны Айгөл дә туҙ һауыттар, биҙәүестәр яһай, шулай уҡ күргәҙмәләр ҡороп һәр байрамда ҡатнаша. Ижади ғаиләләргә айырым хөрмәт, иғтибар менән ҡарай яҡташтары. "Мәсетле оҫтаханаһы" күргәҙмәләре өсөн был яҡта күптән билдәле оҫта Марсель Ҡәйүмов яһаған тәҙрә яҡтарын һәм ҡапҡастарын күргәҙмә түренә ҡуйыу - бик ҙур ғорурлыҡ. "Йорттарҙы биҙәү, ауылдарҙы йәмләү - был бит намыҫ эше, балта тота белгән кешенең бурысы. Бер килгән ғүмерҙе эш менән биҙәп йәшәргә тырышам", ти оҫта.
Ярыштарҙы башлар алдынан командалар араһында тәүге тур - таныштырыу сәхнәһе гөрләп торҙо. Артабан иң ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сығыштар башланды - һөнәри оҫталыҡ буйынса конкурс программалары майҙан тотто. Урамда иһә мейес сығарыу оҫталары янында йырып сыҡҡыһыҙ халыҡ йыйылды. Мейес - һәр кемде баласаҡтан үҙенә тартҡан йылылыҡ һәм ҡот. Күҙ алдында сихри бер күренеш - мейестәр барлыҡҡа килә, улар төрлө-төрлө, береһенән-береһе ҡупшы һәм уңайлы, мейестәрҙә ут яғыла, табаларҙа шажлатып ҡоймаҡ ҡойола...
Бына Ыҡтамаҡтағы Спорт майҙанында бер үк ваҡытта унарлаған балта туҡылдарға кереште - бура бураусылар бәйге асты! Ҡулдарҙа күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә уйнаған балталарҙан тапсыҡтар оса, маңлайҙарға тир бөрсөктәре бәреп сыға. Тик туҡтарға ваҡыт та, сама ла юҡ - билдәле ваҡыт эсендә ҡоҙоҡ бураһы әҙер булырға тейеш! Ундайҙы бурауҙың да үҙ сере, талаптары бар икән. Оҫталар үҙҙәре үк белеп-күреп-әйтеп тора һәм баһамандар иң йәтеш, ыҡсым бураларҙы билдәләй: Балаҡатай егете Айҙар Зариповҡа беренсе приз бирелә, Нуриман балта оҫтаһы Әлфир Харисов икенсе урынды яулай, Мәсетленән Илдар Шәрипов өсөнсө урынды ала.
Ағас ҡайыры йәки ҡамыш, талсыбыҡ йә йүкә, туҙ йә киндер бау, һалам йәки тамыр - ата-бабаларыбыҙ һәр тәбиғәт бүләген эшкәртеп, үҙенә кәрәк-яраҡ яһап алған. Ғәжәп ҡумталар, һандыҡтар, һауыттар - бик күп төрлө үрелгән әйберҙәр халҡыбыҙға көнитмештә бик ҡулай булған. "Мәсетле оҫтаханаһы"нда бер сәғәт эсендә береһенән-береһе ҡупшы һәм ныҡлы кәрзиндәр ҙә пәйҙә булды. Уларҙы үреүсе оҫталарҙың фантазияһы, образлы һәм зауыҡлы эштәре һәр кемде һоҡландырҙы. Ана, бесән сабыусылар бәйге тотҡан ялан. Салғысылар стартҡа әҙерләнеп теҙелгән. Салғы сүкеү, үткерләү, шулай уҡ үләнде сабыу - һәр кемдең дә ҡулынан килмәй, әммә был эште үҙәгенәсә белгән һәм яратҡан кешеләр бар һәм буласаҡ. Салғысылар төркөмләп ярышты, беренсе урынды - ҡыйғылар, икенсеһен - балаҡатайҙар, өсөнсөһөн нуримандар яуланы. Яңы сабылған бесән еҫе яланға тулды...
Быйылғы өсөнсө төбәк-ара "Мәсетле оҫтаханаһы" өсөн күптән көтөлгән һәм бик тә тәбиғи булған ярыш төрө өҫтәлде - тәү тапҡыр тамбурлап ҡайыусылар конкурсы үткәрелде. Ҡайыусылар - сәскә-үлән орнаментын тамбурлап сиккән ҡатын-ҡыҙҙар был төбәктең милли хазинаһын - төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының ҡайыулы кейемдәрен барлыҡҡа килтергән. Егерменсе быуат башында уҡ рус ғалимы В. Круковский яҙып ҡалдырғанса: "Башҡорт ҡатыны биҙәктәрҙе бер ҡайҙан да күсермәй - үҙ күңеленән, үҙ тәбиғәтенән, үҙ тормошонан ала. Башҡорт ҡайыусылары һаҡлап ҡалған орнаменттар - халыҡтың мәҙәни ижадын юғалтмау, ҡул эш сәнғәте өлгөләрен киләһе быуындарға тапшырыу ул". Мәсетле ҡайыусыларынан Дамира Фәхрисламова беренсе урынға, Дания Вәлеева икенсе урынға сыҡты, өсөнсө урын Балаҡатай тамбурлап ҡайыу оҫтаһы Айгөл Игошкинаға бирелде. Уларҙың дамберэнәләре, көмөш күлдә сумып йөҙгән алтын өйрәктәрҙәй, уйнап ҡына торҙо - яңы үрәнәктәр (орнамент) ҡайыны. Был үрәнәктәр быуаттар буйы башҡорттоң меңле, ғәйнә, йылан, танып, өпәй, ҡошсо, терһәк, әйле, дыуан, балаҡатай, олоҡатай, яланҡатай, көҙөй, табын ырыуҙарының донъяһын күркәм иткән биҙәктәр - башҡорт тамбурлап ҡайыу өлгөләре. Ҡорама ҡораусылар бәйгеһе лә ифрат мауыҡтырғыс күренеш булды. Ҡорама ҡорау - һәр башҡорт өйөн йәмләгән халыҡсан ижад төрө, матур ҡул эше. Был сәнғәти биҙәү эше һуңғы йылдарҙа тергеҙелде, рәссамдар ысынтылап мауығып тотонор зауыҡлы кәсепкә әйләнде. Башҡортостан оҫталары "Ҡораматуй" конкурстарында, Рәсәй күләмендә ҡорама фестивалдәрендә алда бара хәҙер.
Сара һуңында Төбәктәргә "Мәсетле оҫтаханаһы еңеүсеһе" тигән маҡтаулы исемдәр ҙә бирелде: мәсетлеләр - беренсе урында, нуримандар - икенсе урында, балаҡатайҙар - өсөнсө урында. Һәр команда дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән ҡайтып китте.
Ошо уҙған матур сара хаҡында тәмләп һөйләй-һөйләй, "Урал" галереяһында Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова менән "Мәсетле оҫтаханаһы" байрамы ҡунаҡтарын, конкурстарҙа ҡатнашыусыларын иҫләп, уларҙың алтын ҡулдарын, илһамланып янған күҙҙәрен, алсаҡ бәхетле йөҙҙәрен күҙ алдына килтерәбеҙ. Бик тә рәхмәтле, бәрәкәтле бәйге ойошторола - унда ҡатнашыу, тамаша ҡылыу, уйлау-хыялланыу ғына ла сәмләндерә, яңы образдар уята. Кеше өсөн һөнәрмәнлек - иң ышаныслы һәм файҙалы йәшәү рәүеше. "Һөнәрле - үлмәҫ, һөнәрһеҙ - көн күрмәҫ", тип бик раҫ әйткән халҡыбыҙ. Халыҡ әйткәнде белһәк һәм халыҡ һүҙен тотһаҡ, моғайын да, хур булмабыҙ.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.18 | Ҡаралған: 215

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ әлеге ваҡытта 2020 йылдың беренсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә 676 һум 02 тингә яҙыла ала. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы мәғлүмәтте таныштарығыҙға, әйләнә-тирәләгеләрегеҙгә лә еткерһәгеҙ ине.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Юлдаш радиоhы

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2019 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt