«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЖУРНАЛИСТЫҢ ҠОРАЛЫ - ГЕРОЙЫН, УҠЫУСЫҺЫН АРБАУ УЛ
+  - 



Миләүшә ҠаҺарманованы шағирә итеп тә, бөгөнгө башҡорт прозаһының йөҙөк ҡашы булырҙай прозаик та, тос фекерле журналист итеп тә беләләр хәҙер. Хәҙер, тибеҙ, сөнки ул оҙаҡ йылдар Сибайҙа йәшәне, ижад итте, ә төпкөлдәгеләр, үҙегеҙ беләһегеҙ, ниндәй генә ҙур талант эйәһе булмаһын, етмәһә, Миләүшә һымаҡ үтә етди кеше лә булһа, үҙе хаҡында бик танытып, белгертеп бармай. Һәм, ниһайәт, ул Өфөлә. Башта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләне, хәҙер бына ике йылдан ашыу "Киске Өфө" гәзитендә хеҙмәт итә. Башҡорт журналистикаһында оҙаҡ ҡына ваҡыт эшләүен иҫәпкә алып, "Киске Өфө" гәзите коллективы уны Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына тәҡдим итте. Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙының журналист һөнәре тураһында фекерҙәре, моғайын, был юлдарҙы уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанабыҙ.

Журналист булырға теләп...

Башҡорт теле уҡытыусыһы булырға хыялланып үҫтем, уҡыным, шул маҡсат менән ҡанатланып, Башҡорт дәүләт университетына килгәйнем. Журналистика факультетында уҡыған ҡыҙҙар - Эльвира Айытҡолова, Гөлназ Мортазина, Рәйлә Күсемхановалар менән бер бүлмәлә тура килдем. Улар мәҡәләләр яҙалар, редакцияларға йөрөйҙәр, шуларҙы баҫтырыу ниәте менән гәзит-журнал баҫмаларында эшләүселәр менән тығыҙ аралашалар. Хәтеремдә, Рәйләгә эйәреп, "Йәшлек" гәзитенә барҙым. Гәзиттең ул саҡтағы баш мөхәррире Артур Иҙелбаев "Редакцияға кеше буштан-бушҡа килеп йөрөмәй ул", тип, миңә лә задание ҡушып ҡайтарҙы. Бығаса инша яҙыуҙан һәм "әсәй-бесәй" темаһындағы шиғырҙарҙан башҡа нәмә яҙып ҡарамаған беренсе курс студенты булған миңә был эш бик ҙур яуаплылыҡ һалды. Ҡайтҡас та яҙырға ултырҙым, кис буйына яҙҙым, төнгөлөккә ҡараламанан таҙаһына күсерҙем һәм иртәнсәккә ярты шаҡмаҡ дәфтәрлек мәҡәләмде тотоп, баш мөхәррирҙең ишек төбөндә тора инем инде. Ул аптырап китте. Бер нисә битен уҡыны ла, урынбаҫарынмы, яуаплы сәркәтибенме саҡыртты. Мине ҡабул итеү бүлмәһенә сығарҙылар. Ишек асылып-ябылғанда уның: "Шаяртып ҡына ҡушҡайным..."- тигән кеүегерәк хәбәрен ишетеп ҡалдым бит. Ғорурлыҡтың баштан ашып түгелгән сағы, хистәр менән идара итеп булмай - үпкәләп сығып ҡайт та кит. Берәй аҙнанан баш мөхәррирҙең сәләме килеп етте һәм мине "Йәшлек" гәзитенә ярты ставкаға эшкә алдылар. Был минең журналистика донъяһына яһаған тәүге аҙымдарым ине.

Китапхана һуҡмағында

Бала саҡтан китаптар яраттым. Китапханаға тартып ҡына торҙо күңелем. Балалар өсөн яҙылғандарын ҡат-ҡат уҡып, ятлап бөткәнмен инде. Күҙем ололар кәштәһенә лә төшөп-төшөп ала. Китапханасы апай быны аңғара һәм: "Ошоно бирһәм, әсәйең әрләмәҫ микән..." - тиеңкерәп, һайлап-һайлап, шул кәштә баҫмаларын да тоттороп ҡуя. Ҡыуанысымдан ырғый-һикерә өйгә йүгерәм дә, тиҙ арала йотлоғоп уҡып бөтөп тә ҡуям. Кире алып барһам, китапханасы апай ысынлап уҡығанмы-юҡмы икәнемде тикшереү өсөн эстәлеген һорай. "Бер апай менән бер ағай" тип һөйләп ташлайым. Көлә-көлә лә, тағы бирә. Китапхана ябыҡ булһа, шунда клуб нигеҙе төбөндә көтөп ултырам. Ауыл ерендә ни, ғаиләле булған апайҙың донъяуи мәшәҡәттәре лә, районға йөрөй торған эштәре лә булғандыр инде. Мин, бала-саға, уны аңлап етмәйемдер, көтә лә ултырам. Бер шулай нигеҙ буйында ултырып ойоп киткәнмен. Уянып китһәм, күләгәлә тәгәрәшеп ятҡан кәзәләр, яу булышып минең китаптарҙы сәйнәп яталар. Илай-илай йыйып алдым да, был хәлдәге китаптарҙы алып барырға оялып, китапхана юлын онотоп торҙом. Хатта урамда китапханасыны күрһәм дә, ҡасып китә башланым. Бер мәл ул мине үҙе килеп тапты, хәлде асыҡланы. Аңлаштыҡ һәм мин ҡабаттан китапхана юлынан йүгерә башланым. Һәм ошоғаса тиклем, ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, китапхана тупһаларына саң төшөрмәйем.

Сәбәп

Ниндәй эш башлаһаң да, юл һайлаһаң да, уның сәбәпселәре була.
Башланғыс синыфтарҙа ниндәй шиғыр яҙғанмындыр инде, уны уҡытыусы Вәзимә апай райондың "Таң" гәзитенә ебәргән. Бер көн сана шыуып йөрөп, ҡараңғыла ғына ҡайтып инһәм, өҫтәл артында бер бабай атайым менән ашап-эсеп ултыра. Аш төпкө яҡтағы түңәрәк өҫтәлгә ултыртылған, уртала араҡы тора. Әсәйем өлтөрәп йөрөп һыйлай. Аптырайым хәҙер. Ғәҙәттә, шешә төҫө күреү менән көйә лә китә торғайны әсәй. Был юлы үҙе хөрмәт итә. Түрбашта шым ғына ултырайым тиһәм, былар мине бабайҙың эргәһенә үк алып килеп ҡуйҙылар. "Бына ул - Миләүшә", - тиҙәр. "Ээй, был ни сәпсим бәләкәй бит", - тип арҡамдан һөйҙө ҡунаҡ. Миңә иһә уны "Яҙыусы ағай - Самат Ғәбиҙуллин" тип таныштырҙылар. "Яҙыусы" тигән һүҙҙән мин дә шаҡ ҡаттым.
Икенсе көн Самат ағай мине толопҡа урап, трактор санаһына ултыртып, үҙәккә, шиғыр кисәһенә алып китте. Юлда ҡоҫоп, ауырып, бик кәйефһеҙ барып төштөм. Ағай мине дауалап, ниндәйҙер үләндәр ҡайнатып эсереп, күлдәктәремде үтекләп биреп, бер апайҙы саҡыртып сәсемде бантиклатып, әүрәтеп-тынысландырып, ҡатнаштырҙы байрамда. Шиғриәткә ҡарата яһаған беренсе аҙымым тап ошо булғандыр, тип уйлайым.

Фекер эҙләп...

Ниндәй генә мәҡәлә уҡыһам да, фекер эҙләйем. Фекер юҡ икән - мәҡәлә лә юҡ. "Йәшлек" гәзитендә эшләй башлағас, тәүге уҡытыусыларым Гөлсимә Ризуанова менән Хәсән Назар булды. Береһе илата, икенсеһе йыуата. Береһе әрләй, икенсеһе маҡтай. Хәсән ағайҙың "Ҡайҙа бында фекер?" тип ҡаты итеп һорағанынан ҡурҡып биҙрәп торам. Ҡағыҙымдың яртыһын сыя ла, яңынан яҙырға ултырта. Фекеремде яҙам да кеүек. Ҡыйыуһыҙыраҡ сығалыр, күрәһең, ағай "Ҡуян яҙмалары уҡытма миңә, ҡыйыу әйт, сатнатып яҙ" тип кире тоттора. Был Хәсән ағай мине бөтөнләй күрә алмай, ахыры, тип уйлайым шул саҡ. Гөлсимә апай бутҡа бешереп алып килеп һыйлай, ипләп кенә әүрәтә. "Хәсән ағайың һине яратып, яҡын күреп әрләй ул, ҡайһыларҙы, ана, күрмәй ҙә", - ти. Шулай ҡаҡҡылай торғас, яйлап ул минең мәҡәләләрҙе оперативкаларҙа өлгө итеп ҡуя башланы. Гәзиттән китеп хушлашҡанда, иҫтәлек яҙып китабын бүләк иткәйне. Унда "Минең фекерле, ҡыйыу уҡыусыма" тигән һүҙҙәр ҙә бар ине...
Шунан алып, мәҡәлә яҙһам, хатта яҙыр алдынан уҡ, мин унда мәғлүмәт биреүҙән тыш, ниндәй фекер әйтә алам, тип уйлай башлайым.
Журналисты кем өйрәтергә тейеш?

Ауыл балалары башҡорт филологияһына уҡырға барыуҙы иң еңел юл, тип уйлай. Башҡортса беләм, шулай булғас, унда уҡый алам, тигән фекерҙә улар. Ә, асылда, филологияны өйрәнеү башҡортса һөйләшеп кенә йөрөү түгел ул. Унан, шул йәштәр йәки редакцияға, йәки мәктәпкә эшкә юллана. Унда инде кем ҡулына эләгә? Бөгөн матбуғат баҫмаларында йәштәр менән шөғөлләнеп ултырыусылар юҡ иҫәбендә. Шулай уҡ яҙыусылар араһында ла ундайҙарҙы табыу икеле. Сабир Шәрипов ағай шундайҙарҙың береһе ине. Йәш яҙыусылар менән бик әүҙем эшләне. Ваҡытында минең тәүге китабымды ла ҡабат-ҡабат күсерткәйне ул.
"Киске Өфө" гәзитенә килгәс, шул мәктәптең әле бар икәнен күреп ҡыуандым. Йәш журналистарҙы әҙерләү тимерлеге бында. Был мәктәпте үткән һәр журналист бер ваҡытта ла эшләгән баҫмаһының һәм үҙенең йөҙөн ҡыҙартып тормаясаҡ.

Хәбәрсе ғәйбәтсе түгел

Туҡтауһыҙ яңылыҡ эҙләп, күпте күреп, күпте ишетеп-белеп тороуға күнеккән журналист журналист этикаһын һәм һөнәри кимәлен һаҡлай белмәй икән, ул ғәйбәтсе генә булып ҡалырға мөмкин. Был сифат уның мәҡәләләрендә лә, аралашыу манераһында ла сағылыш таба. Бөгөн бары тик бәйән итеүгә һәм хистәр солғанышына ғына ҡоролған материалдар яҙыу модаға инеп китте. Уларҙа яҙыу мәҙәниәте лә, стилистик ҡағиҙәләр ҙә тотолмай. Бары тик уҡыусыны шокка керетеү, уның күңел ҡылдарында уйнау ғына маҡсат итеп ҡуйыла. Социаль ҡатламдың иң түбәненә төшөп, ундағы бысраҡ кейемдәрҙе әйләндереп күрһәтеү ҡырҡыу мәҡәлә була икән, тип тә уйлайҙар, күрәһең. Асылда, журналист уҡыусыны ытырғандырырға, уның психикаһына кире тәьҫир яһарға тейеш түгел. Уның ундай хоҡуғы юҡ. Хәбәрсе теләһә ниндәй мәғлүмәтте лә итәғәтле, мәҙәниле сиктәрҙә еткерергә бурыслы. Зәңгәр экрандарҙағы шоу формаһындағы тапшырыуҙарҙың алып барыусыларына тиңләшергә лә, оҡшарға тырышырға ла кәрәкмәй. Улар журналистар түгел, улар бары шоумендар, тапшырыуҙары бер ниндәй нормаларға ла нигеҙләнмәгән. Шулай итеп, сикте тота беләйек - хәбәрсенән ғәйбәтсегә әйләнмәйек.

Яҙыусы һәм журналист

Яҙыусы менән хәбәрсе араһында айырма ҙур. Яҙыусы журналист һәм журналист яҙыусы булырға тейеш тигән хәҡиҡәт юҡ. Редакцияларҙа эшләү дәүерендә һәр ваҡыт тигәндәй әҙәбиәт бүлеген алып барҙым. Бында, ғәҙәттә, ябай авторҙарҙан тыш, ҡулъяҙмаларын ҡәләм тирбәтеп ҡараусы уҡытыусылар, телселәр һәм журналистар алып килә. Был осраҡта яҙмалар әҫәр булмай сыҡҡанда, ошо хәҡиҡәтте кемдәргә аңлатыуы ауырыраҡ тип уйлайһығыҙ? Журналистарға. Улар гәзит-журналдарҙа яҙышҡас, табаҡ-табаҡ мәҡәләләре донъя күреп торғас, баштарында бик күп мәғлүмәт, әҙер сюжеттар булғас, бөтөн был байлыҡты әрәм итмәҫкә булып, әҫәр яҙырға булалар. Әлбиттә, беҙҙең журналистар араһында сынъяһау яҙыусыларыбыҙ, һәләтле, абруйлы шәхестәребеҙ ҙә бар. Әммә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Яҙыусы менән хәбәрсе стиле лә, әҙәби һүрәтләнеш алымдары ла һәм әҙәбиәт теорияһына ҡағылышлы башҡа бик күп ҡағиҙәләр ҙә айырыла. Был бик нескә сик ул. Был сикте, айырманы йәки фәнни белем аша аңғараһың, йәки тояһың. Ошо төшөнсәләргә үҙең өлгәшмәһәң, уны һиңә редакцияның әҙәбиәт бүлегендә ултырған хеҙмәткәр генә аңлата алмаясаҡ.

Һүҙ өсөн яуаплылыҡ

Һүҙ өсөн яуап бирә белеү журналисты ғына түгел, һәр кемде лә биҙәй. Ә инде журналисты икеләтә. Бының өсөн, тимәк, яҙған һүҙеңә яуап бирә алырлыҡ тема һайлай белеү зарур. Һәм, әлбиттә, ҡыйыулыҡ, белем, хәҡиҡәткә тоғро ҡалыу кәрәк. Бына тап һүҙгә яуап бирә белеү, материал өсөн иңгә яуаплылыҡ алыу аҡһай бөгөн. Ошоларҙан ҡасып, үтә лә йомшаҡ, абстракт мәҡәләләр, ә күп осраҡта бары тик һүрәтләүгә, мәҙхиәгә генә ҡоролғандары яҙылыусан. Ҡыйыуһыҙ хәбәрсе һәм шундай уҡ яҙыусыларҙың да яҙмаларын, әҫәрҙәрен уҡығанда авторҙың был эске кисерештәрен һиҙеп була. Саҡ ҡына иғтибарлыраҡ булған һәр уҡыусы аңғара ала быны. Һәм уҡығанға ҡарата ҡыҙыҡһыныу юғала ла. Сөнки мәҡәлә аша авторҙың яҙған темаһын үтә лә һағайып ҡына һөйләгәнен йәки аңлап етмәгәнен тояһың. Уҡыусыны алдап булмай, ул һәр саҡ уяу, һиҙгер һәм күҙәтеүсән.

Арбау һәм әхлаҡ

Һәр ваҡыт кешеләр менән аралашыу, уны әңгәмәгә ылыҡтырыу, аса алыу өсөн арбау һәләте лә кәрәк. Ә ул һәләтте үҫтереп була икән. Быны миңә бер психолог аңлатҡайны. Беҙ, мәҫәлән, журналист ҡырылған джинсыла, һуҙылған свитерҙа ла йөрөй ала, тигән фекерҙәбеҙ. Һәм күптәр шулай йөрөй ҙә. Әммә халыҡтың "Әҙәм күрке сепрәк" тигәне лә буштан ғына тыумаған икән. Кешенең психологияһы шундай, ул алдында бөхтә кейенгән, үҙен яҡшы ҡараған, специфик еҫтәре булмаған әңгәмәсегә нығыраҡ асылыусан икән. Йәғни, ышанысы тиҙерәк уяна. Мәҫәлән, һеҙ банкка, докторға йәки башҡа хеҙмәтләндереү вәкиленә барып, ҡаршыһына ултырғас, уны яйлап ҡына ентекле күҙәтәһегеҙ, шулай бит. Журналисты иһә әңгәмәсеһе өсләтә-бишләтә тикшереп ҡараусан. Сөнки хәбәрсе тап уның шәхесе, уның эштәре, шәхси тормошо менән ҡыҙыҡһына. Һөйләшеү барышында һинең ҡул тырнаҡтарыңа, кейемеңдәге ниндәйҙер йөйҙәргә, өҫтәлдә ятҡан күҙлегеңә, аяғыңдағы туфлийыңа ҡәҙәр күҙ йүгертә, хатта нимәгәлер артығыраҡ иғтибар итеп тә китә улар. Шул саҡта хәбәрсе үҙендәге бер нәмәнән дә уңайһыҙланмаҫлыҡ булһын. Бының өсөн һин осрашыуға әҙер булырға тейешһең. Кейем, сәс, йөҙ, төҫ - барыһы ла тәртиптә, самалы биҙәнеү, самалы биҙәүестәр ҡулланыу һәм башҡалар әңгәмәселә ыңғай тойғолар уятырлыҡ булһын. Артыҡ асыҡ йәки ҡыҫҡа күлдәктәр, ҡысҡырып торған макияж, экстравагант төҫ кеше менән төрлө темаларға һөйләшергә тейешле булған хәбәрселәр өсөн түгел. Әхлаҡ нормалары эске донъянан тыш, тышҡы ҡиәфәттә лә сағылыш тапһын ул. Быларға өҫтәп, шулай уҡ бер сиктән ашып китмәгән ихласлыҡ, йылмайыу, яғымлы ҡараш. Кешене асам, тип, үҙ тормошоңдо, ситтән алынған миҫалды һөйләү хата. Был инде мәҙәнилек сиктәренән сыға. Минеңсә, әхлаҡлы арбау - журналистың ҡоралы.

Шулай итеп...
Журналислыҡ - ул йырсы, бейеүсе, шағирлыҡ һымаҡ уҡ, бары тик талантлылар ғына үҙләштерә торған һөнәр. Әммә бөгөн уны аҙмы-күпме аҡсаһы булған эш урыны йә үҙеңдең амбицияларыңды атҡара торған абруйлы вазифа итеп кенә күреүселәр күбәйеп китте. Ундайҙар хатта редакцияларға эшкә килеп урынлашыу менән үҙен журналист тип таныштырыуҙан да тартынмай. Ундайҙар редакцияларҙа биш-алты йыл эшләү менән үҙҙәрен абруйлы премияларға күрһәтә башлаған осраҡтар ҙа булып тора. Ни генә тимә, бындай ҡәләм тирбәтеүселәрҙе уҡыусылар белмәй һәм танымай. Ә әле генә журналислыҡ тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыусы Миләүшә Ҡаһарманованы (Хәбилованы) беләләр, таныйҙар. Сөнки ул, үҙе әйткәнсә, мәғлүмәт биреү өсөн генә яҙмай мәҡәләләрҙе, ә һәр кемде уйландырырлыҡ, һығымталар яһатырлыҡ, һорауҙарына яуап бирерлек ысын ижад өлгөләре тәҡдим итә. Һәм тап ошондай журналистар Хөкүмәт тарафынан да лайыҡлы баһаланырға тейеш тә инде.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.18 | Ҡаралған: 613

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru