«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАЛАЙҘАР ТУЛЫ ДОНЪЯМ...
+  - 



Беҙҙең ғаилә башҡа ғаиләләрҙән бер нисек тә айырылмай. Өфө районының Шамонин ауылында йәшәйбеҙ, беҙҙең кеүектәр тотош бер ауыл, барыһы ла 2008-2009 йылғы махсус программала ҡатнашып, ҡулайлы ғына хаҡҡа йорт алып сыҡҡан йәштәр. Йорт һайын бала-саға, ул ваҡытта кемдеңдер беҙҙеке кеүек ике малай, кемдеңдер, киреһенсә, ике ҡыҙ, ә кемдеңдер алтын урталыҡ - ул менән ҡыҙ. Ғәҙәти ғаиләләр, ғәҙәти атай-әсәйҙәр. Голливуд киноиндустрияһының ҡалыптарына ярап ҡына тора - ҡала эргәһендәге шәхси йорт, ике бала, универсал кузовлы автомобиль...

Яҙмыштар күктә яҙыла, ти ҡайһы берәүҙәр. Әгәр ҙә был тәғлимәт ысын булһа, беҙҙең Даян менән икебеҙҙе атай-әсәй булараҡ үҙгәрткән көн былайыраҡ булған. Аҡ ҡаластай ап-аҡ ҡына йоморо ҡуллы бер малай күктең етенсе ҡатынан Ергә ҡарап, үҙенә әсәй менән атай һайлап ултырған. Оҙаҡ та һайланмаған, әллә ни эш ҡыйратырҙай булып сәбәләнеп йүгереп йөрөгән миңә төртөп күрһәткән. "Юҡ, юҡ, - тиешкән фәрештәләр. - Күрәһеңме, уның ике бәләкәй улы бар, декреттан һуң яңы ғына эшкә сыҡҡан, дәртләнеп йөрөгән була. Туҡта, беҙ һиңә тағы бер апайҙы күрһәтәбеҙ..." "Юҡ, мин әсәйемде һайланым!" - тип еңмешләнеп китә аҡ ҡаластай аҡ ҡулдарҙың эйәһе. Фәрештәләр уға ҡарап әҙерәк уйланып тора ла: "Былай еңмешлегең уларҙың тоҡомона тартҡан, шикелле", - тип, фатиха бирә.
Ә был ваҡытта ерҙәге мин, ниндәй тылсым эйәһе булыуымды аңламай, тыпырсынып алам: "Яңы ғына эшкә сыҡҡайным бит, яңы проектым бар..." Эшем эйәһе. Аҡ ҡаластай аҡ ҡулдарҙың хужаһы ашыҡмай ҙа, һуңламай ҙа, теп-теүәл табиптар әйткән көндө донъяға килә. Тәүҙә шартына килтереп илап ала. Фәрештәләргә: "Мин тыуҙым, бөтәһе лә яҡшы!" - тип хәбәр итеүе инде был. Шунан инде үҙенә тәғәйенләнгән ҙур эшкә тотона. Беренсенән, әсәһенең, йәғни минең, теҙгенен әҙерәк тартып ҡуя. Трр, йәнәһе, ҡайҙа ашығаһың, ғүмер алда әле. Икенсенән, донъяға ҡарашты үҙгәртә. Шулай тейеш, һымаҡ ҡабул итеп алған ике ҙур улыма һөйөүем тағы ла артҡандай була. Дөрөҫ тәрбиә бирәйем, тип сәбәләнеүҙән туҡтайым. Әммә, зекер әйткәндәй, көнө-төнө ғүмер, һаулыҡ, бәхет, тәүфиҡ теләүҙән туҡтамайым. Өс баҫаһы урынға бер баҫыр, сабыр ғына әсә булырға өйрәнәм. Өр-яңынан өйрәнәм. Аҡ ҡаластай ап-аҡ ҡулдар мине шуның өсөн һайлаған бит! Машаллаһ!
Әйткәндәй, улдарым менән яҡыныраҡ таныштырыр ваҡыт етте, шикелле. Шулай итеп, беҙҙең ғаиләлә өс малай үҫә: Бәхтейәр, Баязит һәм Байназар. Өс малай, өс таған, өс бер туған. Өсөһөндә - өс төрлө холоҡ. Ҡайһы саҡ, ысынлап та, исемдәре есеменә йоғонто яһайҙыр, тигән һығымтаға киләһең. Мәҫәлән, өлкән улыбыҙға исем һайлағанда баш баланың исемендә мотлаҡ "р" өнө булһын, ә "тимер" һүҙе булмаһын, тигәйне беҙгә өлкәндәрҙән кемдер берәү. Оҙаҡ һайлап, ғаиләбеҙҙе ҡотло иткән бәләкәй генә кешекәй үҙе лә даланлы булһын тип, Бәхтейәр исемен ҡуштыҡ. Уға хәҙер 8 йәш, мәктәптә уҡый. Хис-тойғоло исем булғанғамы, ул нескәрәк күңелле. Һүрәт төшөрөргә, әкиәт тыңларға ярата. Шул уҡ ваҡытта Бәхтейәрҙең холҡонда малайҙарса ҡатылыҡ та, шуҡлыҡ-шаянлыҡ та, ҡыҙыулыҡ та бар. Һуғышып та ала, сөнки яратыуын, һағыныуын, һоҡланыуын үҙенә йомоп йәшерә белһә лә, асыуын йүгәнләп өйрәнмәгән әле.
Уртансыбыҙ Баязитҡа 6 йәш. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә исеме "алдан барыусы" тигәнде аңлата. Мосолман донъяһы тарихында Баязит исемле бөйөк сардарҙар күп булған икән. Был хәрби исем уртансыбыҙға тап килеп кенә тора кеүек. Әкиәт тыңламай, һүрәт төшөрмәй. Ағаһы артынан эйәреп уйнауға ҡарағанда, үҙенең дуҫтары төркөмөн булдырыуҙы хуп күрә. Бер-ике иптәше янында булһа, уларҙы әйҙәп-өйөрөп алып йөрөтә: "Хәҙер йәшенмәк уйнайбыҙ, әйҙә, баҫтырышабыҙ, киттек, велосипедта йөрөйбөҙ…"
Бына ошо ут һәм һыу, боҙ һәм ялҡын кеүек ике малай янына терәк булып өсөнсө улыбыҙ тыуҙы. Уға әле ике йәш. Байназар исеменә "яҡшы ниәт" мәғәнәһен биргәндәр. Өсөнсө улыбыҙ тормошобоҙҙо үҙгәртте. Ғаиләбеҙ күп балалы тигән социаль статус алды, шул уҡ ваҡытта беҙ һан яғынан ғына артманыҡ, күңелебеҙ ҙә байыны. "Тағы бер балаға иғтибарыбыҙ, һөйөүебеҙ етерме?" тигән борсолоу юҡ беҙҙә. Һөйөү кәмемәй, арта ғына, уны үлсәп тә булмай, бер йә ике балаға ғына, тип бүлгеләү ҙә мөмкин түгел икән. Тағы бер бәпес барлығы ике ағайҙың холҡона ҙур үҙгәреш индерҙе. Хәҙер береһе - икеләтә ағай, ә икенсеһе, бәпес булыуҙан туҡтап, иңенә яуаплылыҡ алып өйрәнә. Ағайҙарына бына шундай матур бурыстар, ғаиләбеҙгә яҡшы үҙгәрештәр өҫтәп донъяға килде ул Байназар.
Кешенең исеме бөтөн булмышына, хатта яҙмышына йоғонто яһауына борондан ышанғандар. Йәш аралары ҙур булмағас, улар бергә уйнай, бергә шаяра, хатта бергә эш боҙа. Берсә саҡырып, берсә яратып, берсә киҫәтеп, "Бәхтейәр! Баязит! Байназар!" тип уларға тәүлегенә әллә нисә тапҡыр өндәшәбеҙ. Тимәк, көнө буйы беҙҙең өйҙә өс малайға бер юлы "Бәхетле бул!", "Әйҙәүсе бул!", "Яҡшы ниәтле бул!" тигән матур теләктәр яңғырап тора.
Шулай итеп, мин хәҙер ғәҙәти әсәй түгел. Малайҙар әсәһе мин. Ике ул үҫтергәне малайҙар әсәһе түгелме ни, тиерһегеҙ. Юҡ, әсәйҙәрҙең хаҡын һис кенә лә кәметмәйем. Ике ул үҫтергәне лә, ҡыҙҙар ғына һөйгәне лә, ул менән ҡыҙ тәрбиәләгәне лә һоҡланыуға лайыҡ. Тик... бер-бер артлы тыуған өс малай әсәһе булыу... саҡ ҡына икенсерәк. Һеҙ ризамы? Беренсенән, һәм иң мөһиме, малайҙар әсәһе һәр ваҡыт малайҙар араһында, малайҙар уртаһында, малайҙар ҡосағында. Улар бөтөн ерҙә лә. Малайҙар өйҙә. Малайҙар тышта. Малайҙар кухняла, йоҡо бүлмәһендә, йыуыныу бүлмәһендә. Малайҙар диванда, карауатта, шкаф эсендә, өҫтәл аҫтында... Бәпес булыуҙан туҡтағас, һәр ир балаға малай төҫө инә башлай. Һәм башланаааа... Малайҙар тауыш ярата, әммә үҙҙәренә тауыш күтәргәнде яратмай. Малайҙар тыңламай, әммә үҙҙәрен тыңлауҙы талап итә. Малайҙарҙы өҫтәл артына ултыртыуы еңел түгел. Ултырһалар инде, умырғансы ашайҙар, әммә арттарынан бер оя себештәрҙе туйҙырырлыҡ ризыҡ ҡала. Түккән аштарының туҡмасы ҡолаҡтарында эленеп торһа ла, етди булып ҡала беләләр. Йәки, матур күлдәк-салбар кейҙереп, бабочкалар тағып, тәрбиәле итеп күрһәткең килә, ә улар Маугли ҡыланмағанды ҡылана. Уларҙың үҙҙәре генә белгән серҙәре бар, үҙҙәренең закондары, үҙҙәренең генә донъяһы. Улар таш ташлап, сәпкә тейһәләр ҙә, ағасҡа үрләһәләр ҙә, мунса башына менһәләр ҙә, ат башындай алтын тапҡандай ҡыуана. Ғөмүмән, ябай ғына нәмәләргә шатлана улар - карауатҡа менеп һикерһәләр, мендәр йөнөн туҙҙырһалар, резина итек эсенә һыу тулғансы яҙғы күләүек кисһәләр. Малайҙар - йомғаҡ. Был йомғаҡҡа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ менән тиктормаҫлыҡ ептәре сиратылған. Был йомғаҡ, ҡояш энергияһын туплап эшләгән батарея кеүек, һәр ваҡыт хәрәкәттә. Малайҙарҙы бөтә нәмә лә ҡыҙыҡһындыра - тутыҡҡан иҫке бәке, метеорит, кеҫәртке һәм ауылдың тегеееее осондағы берәүҙәрҙең мунсаһынан сыҡҡан төтөн. Һорауҙар? Ә һорауҙарҙы уйлап сығарыусы донъялағы иң ҙур фантазия фабрикаһы малайҙарҙың башында урынлашҡан.
Малайҙар арыта, малайҙар арманһыҙ итә. Малайҙарҙы түрбаштан, йоҡо бүлмәһенән, ваннанан ҡыуып сығарып була. Ә йөрәктән - юҡ. Сөнки малайҙар бөтә ерҙә лә. Тишек туптың эсенә ҡом тултырып, "груша" эшләп ҡуйған атайҙың эсендә лә бәләкәй малай бар. Олатайҙарҙың да эсендә шаян тиктормаҫ йәшәй. Хатта бәпембәләй ап-аҡ башлы ике ҡартатай ҙа ҡайһы берҙә хас та малайҙарса шаяра, ҡыуана...
Малайҙар телефондан шылтырата, малайҙар итәктән тарта, малайҙар иғтибар талап итә. Малайҙар өйҙә, малайҙар тышта, малайҙар бөтә ерҙә лә. Минең донъям шул шаян, тиктормаҫ йән эйәләре менән тулы.
Уллы булыу бәхетенә өлгәшкән барлыҡ әсәйҙәр ҙә минең менән ризалыр: ир балаға әсә булыу саҡ ҡына икенсерәк. Быны мин өс тапҡыр бала табыу йортоноң палатаһында ятҡан малайҙар әсәһе булараҡ әйтәм. Өсөнсөгә әсәй булғас, палатаға улым менән һуң ғына, төндә килеп урынлаштыҡ. Дүрт ҡатынбыҙ, бәләкәстәребеҙҙең тәгәрмәсле карауаттарын яныбыҙға терәп ҡуйып, хазиналарыбыҙға сытырман йәбешкәнбеҙ. Ыуыҙ имеп туйған улым йоҡлап китте. Мин дә, улым йоҡлағанда серем итеп алайым, тип яттым, тик йоҡлармын, тимә. Палаталағы бер бәпес тызылдығын сыҡты төнө буйы. Йоҡо аралаш бәләкәстең көслө генә тауышын баһалап, "малай шикелле" тип уйланым да, күҙҙәрҙе сытырлатып йомоп йоҡларға тырыштым, сөнки беләм - иртәгә йоҡоһоҙ төн минеке буласаҡ. Шулай булды ла. Иртәгеһен төндә йоҡоһоҙҙар вахтаһына мин дә тороп баҫтым тыз-быз килгән улымды күтәреп. Ә теге ике әсәй йоҡлай! Алһыу ғына одеялдарына төрөнөп, мыш-мыш йоҡлаған ҡыҙҙарын сәғәткә ҡарап "имеҙергә ваҡыт" тип уятып алалар ҙа тағы йоҡлайҙар. Ә беҙ һаҡта торабыҙ, ҡыҙҙарҙың йоҡоһон һаҡлап. Малайҙар бит, буласаҡ ил һаҡсылары, тигән булып көлөшәбеҙ үҙебеҙ, йоҡоһоҙлоҡтан шешенгән күҙҙәрҙе саҡ асып.
Әйтәм бит, ир балаға әсәй булыу икенсе. Йоҡоһоҙ төндәрҙән башланып китә лә, йоҡоһоҙ төндәр менән сиратлаша, аҙаҡ уларҙы йоҡоһоҙ төндәр алмаштыра. Их, ҡыҙ саҡта шул йоҡоно запасҡа туйҙырып ҡуйып булһа икән ул! Бәләкәсең менән йоҡоң туймай киткән саҡтарҙа, һыуытҡыстан ит алған кеүек, йәһәт кенә запасҡа һалып ҡуйған йоҡоңдо һөйрәп килтереп сығараһың да... әсәй тағы матур, яғымлы, яҡты йөҙлө. Ә былай... Төндә карауатында илап ятҡан бәпесеңде бәүетәм икән, тип, атаһының ҡулбашын дер һелкеткән саҡтар ҙа булғылай.
Шул йоҡоһоҙ төндәр сәбәпсеһе булған бәләкәй кешекәйгә ҡарайһың да, тағы иҫең китә. Ҡалай оҫта итеп атаһына тойғоларын белдерә! Тыуғандан алып эргәһендә инә ҡаҙҙай тыпырлайһың, ә ул тәүге тапҡыр атаһына йылмая. Тешһеҙ ауыҙын мөнтәйтеп, тауыш сығарғанын көтәһең, ә ул атаһына тәүҙә һүҙ ҡуша. Һин сәпәкәй итергә өйрәтәһең, ә ул атаһының эштән ҡайтыуына ҡул сабып ултыра. Имгәкләп күрһәтәһең, атларға өйрәтәһең, ә ул тәүге аҙымдарын атаһына эйәреп яһай. Шуға, атаһы эштән ҡайтыуға, һине һағынған, тип ҡулына тоттораһың да, "сәй бөткән, тоҙ юҡ, шырпы кәрәк" тигән һылтау табып тышҡа атылаһың. Кистең аяҙ саф һауаһы ниндәй рәхәт, тип һоҡланып та өлгөрмәйһең, кеҫәңдә телефон шылтырай: "Ыштаны ҡайҙа?" Тәнкләп кенә һалып ҡуйған таҙа кейемдәре ҡайҙа булғандыр. Ҡайтаһың инде. Әсәйҙең бәләкәй генә ялы тамам һәм тағы ла бәләкәс кеше эргәһенә вахтаға тороп баҫаһың. Һүҙемдең башында уҡ беҙ Шамонин ауылында йәшәйбеҙ, тип юҡҡа ғына әйтмәнем мин. Шамон, Шамония тигән булабыҙ үҙебеҙ йәшәгән ауылды. Ҡайһы бер журналистар, шаяртып, "Башҡортостандың баш ҡалаһы" тип арттырып ебәрә. Ризабыҙ уныһына ла, сөнки хәҙер Башҡортостанда "Ҡайҙа ҡарама - Баймаҡ" тигән лаҡап түгел, "Бөтөн ерҙә - шамониндар" тигәне киң таралған. Кем менән генә танышһаң да, кем менән генә табындаш булһаң да, мотлаҡ берәй уртаҡ танышығыҙ Шамонинда йәшәй килеп сығасаҡ. Шулай, бөтөн юлдар Шамонинға илтә һәм беҙҙең ауылда, хас та Грециялағы кеүек, бөтә нәмә лә бар. Биҙәндереп төҙәндерәләр, сәсте ҡырҡып тарайҙар, тырнаҡ игәп буяйҙар. Шул арала балаңды ҡарап торалар, мәктәптән йә садиктан алалар. Матур күлдәк һайларға ярҙам итәләр, хатта сауҙа үҙәгенә алып бара алалар. Күлдәк итәген таманлап, салбар балағын да ҡыҫҡартып бирәләр. Ҡунаҡ киләме? Аш һалырға ит тә һатыла - ҡош-ҡорт, ваҡ мал, эре мал. Сәйгә ҡуйырға тәмле бәлештәр, ҡупшы торттар, фырт кап-кейктар. Ҡунаҡ булып йөрөп артыҡ һимереп киттеңме? Бер минут! Һеҙҙе тиҙ генә ябыҡтырырҙар.
Шундай егәрле, бөтмөр халыҡ йәшәй беҙҙә. Әйткәндәй, был эштәрҙең күбеһе менән нәфис заттар булыша. Ир-ат баш ҡалаға йөрөп эшләй, ә ҡатын- ҡыҙҙарҙың күпселеге өйҙә, балалар ҡарай. Әүҙем әсәйҙәр ауылда матур саралар ҙа үткәреп тора. Олораҡ быуын апайҙар ағинәйҙәр төркөмө ойоштороп ебәрҙе. Һүҙ башында әйтеп үткән ғәҙәти ғаиләләр түгел хәҙер Шамонинда. Һәр йортта кәмендә ике бала, өсөнсө генә түгел, дүртенсе, хатта бишенсе бала алып ҡайтҡандар ҙа бар арабыҙҙа. Хәҙер беҙ Голливуд ҡалыптарына һыймайбыҙ, үҙебеҙсә, саф башҡортса ҡалыптарға ярап йәшәп ятҡан сағыбыҙ.
Ауыл урамы буйлап үтһәң, 2009 йылдағы һымаҡ бер иш йорттарҙы күрмәҫһең дә хәҙер. Бәпес алып ҡайтабыҙ ҙа өй ҙурайтабыҙ, тип шаяртабыҙ был йәһәттән. Кемдер икенсе ҡат күтәрә, кемдер төкәтмә һуға, кемдер машинаһына гараж эшләй, кемдер мунса бурай... Бына шундай байбыҙ. Төп байлығыбыҙ - балалар. Йән биргәнгә - йүн биргән, йәки һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тигән әйтемдәрҙең хаҡлығын ғәмәлдә иҫбатлаусы ғаиләләр йәшәй беҙҙең Шамонинда.

Гөлсинә ИШТАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.18 | Ҡаралған: 692

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru