«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРҒА НИНДӘЙ ӘҪӘР ҠЫҘЫҠ?
+  - 



"Башҡорт әҙәбиәтенең балалар яҙыусыһы" тигән абруйлы исеме менән билдәле әҙибә ул Айһылыу Йәғәфәрова. Беҙ үҙебеҙ уның әҫәрҙәрен уҡып үҫтек. Ә асылда ул ололар өсөн яҙылған күп кенә әҫәрҙәрҙең дә авторы. "Ҡойон батшалығында", "Сәнскеле күлдәк", "Һандуғас моңо", "Бөҙрәкәй" һәм башҡа китаптары балалар донъяһын, кескәйҙәр күңелен яҡшы белеүе тураһында һөйләһә, "Ҡыпсаҡ ҡыҙы Нәзирә" исемле әҫәре уны һәләтле драматург итеп, "Килендәр" романы иһә тормошсан прозаик итеп танытты. Ә инде тәржемәләр өлкәһендә лә әүҙем эшләүен телгә алғанда, уның шундай күп яҡлы талант эйәһе икәнен аңлайһың. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ким Әхмәтйәнов, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты Айһылыу Йәғәфәрова ошо көндәрҙә күркәм юбилейын ҡаршыланы. Ошо уңайҙан уға өс һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Бөгөнгө балалалар донъяһы үтә лә ҡатмарлы. Улар хәҙер күпте белә, күпте аңлай. Шунлыҡтан, балалар әҙәбиәтен замана балаларына ҡыҙыҡлы итеү өсөн ниндәй әҫәр яҙырға була? Балаларға ҡыҙыҡлы яҙыусы булыуҙың юлдары хаҡында һөйләгеҙ әле…

- Мин балалар баҡсаһында 37 йыл эшләнем. Аҡ таҫма тағып килеп ингәйнем, хаҡлы ялға сыҡҡанда иһә таҫмамдың аҡлығы бар сәсемә һибелгәйне... Балалар донъяһына әҙәбиәттең бөтә жанрҙарын да индерҙем. Үҙемдең тәжрибәмдән сығып, нимә әйтә алам? Кескәйҙәр өсөн иң ҡыҙыҡлыһы, тәьҫирлеһе - ул балалар драматургияһы. Шиғыр тыңлау, әкиәт һөйләү, хикәйә уҡыу замана балалары өсөн театр күренешен ҡарау кеүек үк ҡыҙыҡлы булмай сыҡты. Мин башҡорт балалар баҡсалары өсөн ике китаптан торған "Йәйғор" исемле махсус хрестоматия төҙөнөм һәм кескәйҙәрҙең йәш төркөмөн иҫәпкә алып, башҡа бүлектәргә йәнәшә театр бүлеге астым. Бик күп әкиәттәрҙе сәхнәләштерҙем, башҡорт йолалары буйынса сценарийҙар яҙҙым. Әле уйлап ултырам: махсус балалар театры ниндәй ҡалаларҙа бар икән? Өфөлә һәм Сибайҙа ғына… Ә бит балалар донъяһына күҙ һалһаң, кескәйҙәр ҡулына уйынсыҡ тота башлау менән театр уйнай башлай, тимәк, театр әҙәбиәттең бик кәрәкле жанры булып сыға. Театр баланы рухи яҡтан үҫтерә, уй-хистәренең, үҙаллылығының сығанағы булып тора. 1973 йылда С. Маршактың "Теремок" исемле шиғри әкиәтен тәржемә иткәйнем. Ул әҫәр Сибайҙың "Сулпан" балалар театрында ҡуйылды. Унан шул 460 юллыҡ пьесаны балалар баҡсаһының өлкән төркөм балалары уйнаны! Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө балаларға әҙәбиәтте ҡыҙыҡлы итеү өсөн улар донъяһында йәшәргә кәрәк.

"Шүлгәнташҡа сәйәхәт" тигән яңы романығыҙ исеменән үк ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ул ниндәй маҡсат менән яҙылды һәм ниндәй идея-тематикаға нигеҙләнә?

- Әҙәбиәтебеҙ тарихи романдарға бай, әммә улар балаларға аңлашырлыҡ кимәлдә түгел. Балалар ғына түгел, хатта ололарҙың күптәре өсөн дә ҡатмарлы ул тарихи әҫәр. Шунлыҡтан мин был романды балаларға ҡулайлаштырҙым - әкиәт жанрын һайланым. Тағы ла сағыуыраҡ булһын өсөн геройҙарымды - өс райондың үҫмерҙәрен Шүлгәнташҡа, Таш өйҙөң эйәһе Тарауыл ҡарт янына төшөрҙөм һәм Уралтауҙың иң тәүге балалары- үҙҙәре кеүек үҫмерҙәр менән осраштырҙым. Таш быуат заманындағы халыҡ - башҡорт нәҫеленән, Ер йөҙөндәге кешелек төркөмөнөң иң боронғо ҡәбиләһе икәнен күрҙе балалар.
Икенсе бүлектә балалар Аҡъял батыр менән бергә йөрөйҙәр. Йәйрәп ятҡан Башҡорт илендәге элекке ҡара урмандарҙы бөгөнгө хәле менән сағыштыралар, күккә олғашҡан тауҙарҙы күреп һоҡланалар һәм тау-шихандарҙың бөгөнгө торошон белеп борсолалар. Ер аҫтындағы Уралтау байлығына хужа булырға маташҡан Иргәйелдең батыр ҡулы менән юҡ ителеүенә ҡыуаналар.
Өсөнсө бүлектә үҫмерҙәр Ҡамыр батыр менән бергә кейеҙ-келәмдә көнсығышҡа ҡарай осалар. Батыр төшөндә күргән һылыуҡайҙы ҡотҡарырға тейеш була. Көрәш майҙанына барып еткәс кенә, ил һаҡларлыҡ йәш егеттәрҙе ҡыҙ сүрәтенә әйләнеп, албырғатып һәләк итеүсе, төрлө ярыштарҙа еңә алмағандарҙы тимер өйҙә яндырып үлтереүсе Батша-ҡыҙ-дейеүҙе күрәләр һәм Ҡамыр батырға ярҙам итәләр. Ошо илдә улар ҡоллоҡҡа эләккән Күк Бүрене лә табалар.
Романда боронғо хәҡиҡәт бик көслө, ләкин мин дөрөҫлөк эҙләп, әкиәт формаһы аша артымдан балаларҙы эйәртә алдым, тип уйлайым. Сөнки әҫәр мажаралы һәм бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты.
Тағы шуныһы бар, романда рус аҡыл эйәләренең дөйөмләштерелгән, беҙҙең Башҡорт иленә ҡарата булған фекерҙәре лә һыҙыҡ өҫтөнә алына. Мәҫәлән, "Рәсәй тарафынан буйһондоролған бер генә халыҡ та, башҡорттар һымаҡ, үҙ тарихын, хоҡуҡтарын, ер-һыуын, милли булмышын яҡлап, иҫ китмәле ҡан һәм көс түкмәне", - ти М.К. Любавский. Ә М.В. Ломоносов былай ти: "Теле ярлыланған халыҡтың рухиәте менән бер рәттән, йәшәү даирәһе лә ҡыҫҡартыла!"
Ә әҫәр нигеҙендә "Урал батыр" эпосы ята. Сөнки һәр бер быуын балалары "Урал батыр" эпосын уҡып, ундағы хәҡиҡәтте күңеленә һеңдереп үҫергә тейеш. Башҡорт милләте балаларын туплауҙа, дуҫлыҡ ебен һуҙыуҙа, шәжәрә туғанлығын ялғауҙа, йәше Ер дәүеренә тигеҙ булған, үлемһеҙ "Урал батыр" эпосы, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк тип уйлайым.

Әҙәби тормошоғоҙ хаҡындағы уйҙарығыҙҙы ҡағыҙға төшөргәндә улар нисегерәк булыр ине?

- Минең әҫәрҙәремде бары халыҡ ҡына баһаланы. Бер ваҡытта ла яҙғандарым өсөн ҡайҙандыр, кемдәндер юғары баһалар көтмәнем. Һәм минең яҙышыу маҡсатым да ундай төшөнсәләргә нигеҙләнмәгән. Оҙаҡ йылдар кескәйҙәр донъяһында йәшәүем, улар менән тығыҙ аралашыуым, уй-хыялдарын яҡшы белеүем ижадымда ла сағылыш тапты. Кемдәр өсөндөр, бәлки, үтә бер ҡатлы ла кеүектер. Әммә был ысын балалар тормошо. Балалары уҡып өйрәнмәгән халыҡтың ололар әҙәбиәте лә өмөтһөҙ ул. Шунлыҡтан, балаларыбыҙҙы китап тоторға, әҫәрҙәр аша яҡшылыҡҡа, изгелеккә, гүзәллеккә ынтылып үҫергә өйрәтәйек.

Миләүшә ХӘБИЛОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.18 | Ҡаралған: 674

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru