«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРЫҒЫҘҘЫ ХАЛЫҠ БЕЙЕҮҘӘРЕНӘ, ҠУРАЙҒА ЫЛЫҠТЫРЫҒЫҘ
+  - 

Сентябрҙә Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында үҙенсәлекле сара үтте. "The Spirit of Tengri" проектының продюсер составы хореография жанрында ижад итеүсе иң-иңдәрҙе бер сәхнәгә йыйҙы. "The Spirit of Dance" тип аталған был үҙенсәлекле проектта донъяның 14 иленән килгән артистар араһында Башҡортостандан "Guzal-dance" ансамбле солисы Регина Әһелова ла булды. Ошо сара тураһында Регинаның үҙе һәм сараның махсус ҡунағы, "Ҡурайсы" төркөмө етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

"The Spirit of Tengri" - ул музыка донъяһында киң билдәле сара, унда беҙҙең музыканттар ҙа йыш сығыш яһай. Бейеүселәр фестиваленең төп үҙенсәлеге нимәлә булды?

Р. Юлдашев:
Эйе, был халыҡ-ара этно фестиваль алты йыл рәттән үтте, ул ethno-world форматында ойошторола. Географияһына килгәндә, хәҙер унда ҡатнашыусыларҙың һаны 130 илгә еткән, ул Азиялағы иң ҙур фестивалдәрҙең береһе. 6 йыл музыканттар менән эшләгәндән һуң, продюсерҙар составы яңы форматтағы сара уйлаған һәм бер сәхнәлә төрлө милләт бейеүҙәрен йыйғандар.
Р. Әһелова: Төрлө халыҡтарҙың матурлығын бейеү аша сағылдырыуҙың мөмкинлеген самалап уйланылған был проект бик уңышлы килеп сыҡты. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо йүнәлештә донъя кимәлендә беренсе тапҡыр эксклюзив шоу үткәрелде. Минеңсә, уның төп идеяһы булып йәштәргә милли бейеүҙәрҙе күрһәтеү, киләсәк быуында халыҡ бейеүҙәренә ихтирам һәм һөйөү уятыу. Өс көн буйына беҙ репетициялар үткәрҙек. Ә фестиваль үҙе Гала-концерт форматында бер көндә үтте. Мең ярымлыҡ урынлы мәҙәниәт йорто шығырым тулы булды. Хатта Ҡаҙағстанда йәшәгән таныштарыбыҙ был фестивалгә эләгә лә алманы, сөнки билеттар алдан һатылып бөткәйне. Йәғни, музыканттар араһында ойошторолған фестивалдең урындағы тамашасы араһында абруйы шул тиклем ҙур, уны халыҡ көтөп ала. Бейеү фестивале лә уларҙа ошолай уҡ хистәр һәм тойғолар уятҡандыр, моғайын. Һәр хәлдә, беҙ, ҡатнашыусылар, был сығыштарҙан оло кинәнес һәм дәрт алдыҡ.
Р. Юлдашев: Мең ярым тамашасыға төрлө бейеүҙәр нисек тәьҫир итә - был, ысынлап та, эксперимент булды. Мин бер нәмәгә инанып ҡайттым, боронғо бейеүҙәрҙә, быуаттар төпкөлөнән килгән хәрәкәттәрҙә сихри бер бәйләнеш бар һәм ошо рухи бәйләнеш кешеләрҙең тышҡы ҡиәфәтендә лә сағылыш таба. Бер генә миҫал: "Guzal-dance" ансамбленә бейергә өйрәнергә теләүсе ҡыҙҙар күп килә. Ир-егет күҙлегенән уларға иғтибар ҙа итмәйһең башта, ә берәй өс ай үтеү менән шул уҡ ҡыҙҙың артынан әйләнеп ҡарап ҡалғы килә. Эске үҫеш тышҡы ҡиәфәткә лә сыға.
Фестивалдә шуға ла миңә ҡатнашыусыларҙың ниндәй бейеүҙәр бейеүе, уларҙың тышҡы йөҙөн күҙәтеүе ҡыҙыҡ булды. Заманса пластика хәрәкәттәрен күҙ алдына килтерегеҙ, улар нисектер өҙөк, уларҙа гармония, бөтөнлөк юҡ. Бейеүселәре менән аралашаһың, уларҙың йөҙҙәрендә лә нур юҡ. Беҙҙең ҡурайыбыҙ, йыр-моңдарыбыҙ, бейеүҙәребеҙ иҫ киткес - ата-бабаларыбыҙ беҙгә оло ҡомартҡы ҡалдырғанлығын яҡшыраҡ аңлайһың бындай сараларҙа.

Башҡорт халҡын фестивалдә "Заһиҙә" бейеүе аша һынландырғанһығыҙ. Рәшиҙә Туйсинанан һуң был бейеүҙе башҡарыу өсөн дә ҡыйыулыҡ кәрәктер?

Р. Юлдашев:
Фестивалде ойоштороусылар Башҡортостандан бейеүселәрҙе саҡырыр алдынан күп кенә материалдарҙы ҡараған. Регина башҡарыуындағы "Заһиҙә"не улар үҙҙәре һайлап алды.
Хөкүмәт концерттарында Рәшиҙә апай Туйсинаны ла бейетергә насип булды миңә. Әммә һәр бейеүсенең үҙ "Заһиҙә"һе. Һәр бейеү үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ. Был да асыш булды миңә - был бейеүселәрҙең "Заһиҙә"һе һәр береһенеке үҙенеке. Регинаның бейеүендә заманса динамика, хәрәкәттәрендә тулылыҡ, арбау көсө бар. Боронғо бейеүҙәрҙе башҡарғанда, ғәҙәттә, тамашасы тын да алмай ҡарай. Был юлы зал бейеүҙең уртаһында уҡ ҡул саба башланы. Быны ла мин беренсе тапҡыр күрҙем.
Р. Әһелова: "Заһиҙә" башҡорт бейеүенең иң гүзәл һәм нескә өлгөләренең береһе. Рәшиҙә апайҙы һәм уның ижадын ныҡ хөрмәт итәм. Һис шикһеҙ, уның "Заһиҙә"һе беҙҙә лайыҡлы рәүештә арбуй ҡаҙанған һәм был бейеү ошо бейеүсенең исеме менән бергә йәшәүенә күнеккәнбеҙ. Ғөмүмән, ниндәй бейеүебеҙҙе генә алма, уларҙың һәр береһендә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың эске дәрәжәһе, сафлығы, баҫалҡылығы сағыла. Был, ысынлап та, фестивалдә асыҡ күренде.
Р. Юлдашев: Башҡорт бейеүенә булған һөйөүем тағы ла артып ҡайтты был фестивалдән. Ниндәй бөйөк ҡомартҡыларыбыҙ бар икәнен аңлаһаҡ ине. Ер менән Күк тоташты тиҙәр бит, боронғо бейеүҙәрҙә бына ошо рух, энергия күтәрелешен тояһың. Заманса пластиканың боронғо бейеүҙәге кеүек тамыры юҡ, шуға ла ул тамырынан өҙөлгәндән һуң һулыған гөл менән бер. Балалар тәрбиәләүсе милләттәштәр балаларын халыҡ бейеүҙәренә, ҡурайҙа уйнарға өйрәтһен ине. Сөнки улар аша башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә. Минең йырлай белгән, ҡурайҙа уйнаған бер нисә класташым бар, уларға ҡарайым да, уларҙың үҙ башҡорт халҡына һөйөүе лә нығыраҡ икәне күренә, башҡарған эштәре лә был турала дәлилләй. Телебеҙ йәшәһен тиһәк, башҡорт йырҙарына, бейеүҙәренә, ҡурайына яҡын булайыҡ.

Ләйсән ДАЯНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.18 | Ҡаралған: 648

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru