«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИТӘҒӘТЛЕЛЕК ҺӘР ЗАМАНДА КӘРӘК
+  - 



Коммунизм төҙөүсенең әхлаҡ кодексында яҙылған "Кеше кешегә дуҫ, иптәш һәм туған" тигән принцип яҡшы хәтеремдә ҡалған. Күңелгә ятып торған был һүҙҙәрҙе олораҡ быуын кешеләре һәммәһе лә иҫләйҙер. Ана шул "яҡты киләсәк"те төҙөгән мәлдәге ҡайһы бер нәмәләрҙе хәҙерге менән сағыштырырға яратам. Шул заманда ла сәс алыусынан булһынмы ул, табиптан, һатыусынан йә иһә башҡа төрлө хеҙмәтләндереү өлкәһендәге хеҙмәтсәндән кешеләргә ҡарата итәғәтлелек, мәҙәнилек талап ителә торғайны. Ул саҡтағы бындай талаптарҙың күптәр тарафынан үтәлеү-үтәлмәүе хаҡында фекерләп алыу ҙа артыҡ булмаҫ.

Баштараҡ үҙебеҙ иң йыш мөрәжәғәт иткән һатыусы халҡына ҡағылышлы һүҙ алып барырға ниәтем. Бынан утыҙ йылдар элек, магазиндарҙағы буш кәштәләрҙе, һәр төрлө тауар ҡытлығын оло быуын кешеләре барыһы ла яҡшы хәтерләй. Магазинға ниҙер алырға инеп, "Фәлән нәмә һеҙҙә бармы?" тигән һорауға ҡырҡа ғына "Юҡ!" тигән яуап ишетеүҙәргә һәммә кеше өйрәнеп тә бөткәйне бит инде. Ә инде берәй нәмәнең витринала ятҡанын күреп, "Шул нәмә ни хаҡ тора?" тигән һорауыңа бәғзе һатыусыларҙың нисегерәк итеп яуап биреүен һөйләһәң, хәҙерге йәштәр хатта ышанмаҫ та. Сөнки "Хаҡы яҙылған бит, күрмәйһеңме әллә, күҙеңде асыңҡырап ҡара", тигән һымағыраҡ яуаптарын ишеттергән һәм йөҙҙәрендә йылмайыу төҫө күренмәгән һатыусылар хәҙер бер ерҙә лә юҡ. Әлбиттә, һатыусыларҙың барыһы ла шулай тупаҫ ине, тип әйтергә йыйынмайым. Йылмайғылағандары ла була торғайны, әммә, ни өсөндөр, хәтерҙе ҡалдырырлыҡ нәмәләр хәтерҙә нығыраҡ ҡалыусан... Әҙәм ышанмаҫлыҡ нәмәне дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тигән әйтемде элек ишеткеләй торғайным. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, шул саҡтарҙы бер аҙ ғына иҫкә алып китмәксемен. Ниндәй генә магазинда ла, һатыусы бик "ҙур" кеше ине бит ул саҡта. Һәр ерҙә ул үҙен башҡаларға ҡарағанда кәмендә бер башҡа юғары итеп тоя ине. Ә инде магазиндың товароведы, йәиһә директоры булып эшләгәндәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Бер мәл мине хәрби госпиталь начальнигы үҙенең бүлмәһенә саҡыртты. Өҫтәле янында ултырған бер прапорщикка күрһәтеп: "Доктор, бына ошо иптәште яҡшы итеп ҡарап, дауаларға кәрәк", - тине. "Ни булған?" "Белмәйем, үҙең ҡара. Тик яҡшы ҡара!" Ул саҡта майор званиеһында булған мин устав буйынса "Есть!" тинем дә, әлеге "важный" прапорщикты диагностика палатаһына алып инеп киттем... Берәй ҡатмарлы сир менән килгәндер был, тип уйлаһағыҙ - хаталандығыҙ. Ябай ғына "танау полиптары" тип аталған диагноз ҡуйып, оҙаҡлатмай, бәләкәс кенә операция юлы менән, тын алыу юлын ҡаплаған полиптарын алып та ташланым. Ни өсөн был хәрби тура миңә килмәй, минең начальникка барған? Уның ҡатыны, хөрмәтле Ольга Фәләновна, гастрономда һатыусы булып эшләй икән! Үҙенең урынын яҡшы белә был прапорщик. Ҡатыны арҡаһында үҙен полковниктар менән бер кимәлдә тойған кеше булып сыҡты ул. Шулай ҙа мин: "Доктор булараҡ, ошоғаса бер кемгә лә насар мөғәмәлә иткәнем юҡ. Госпиталь начальнигы аша мөрәжәғәтегеҙҙе мине кәмһетергә маташҡан һымаҡ ҡабул итәм. Бындай насар ғәҙәтегеҙҙе ҡуйығыҙ, иптәш прапорщик!" - тигән тондараҡ уны ныҡ ҡына киҫәтеп алырға мәжбүр булдым. Ҙур-ҙур начальниктарҙы "прилавка аҫтынан" хеҙмәтләндереп, ябай кешеләрҙе ҡалған-боҫҡан нәмәләр менән ризалаштырырға ғәҙәтләнгән ошондай категория кешеләре бар ине шул. Төрлө байрам сараларында ла тик ҙур түрәләр менән табын бүлешкән, һәр ерҙә һүҙе үткән абруйлы кешеләр булды ул саҡтағы һатыусылар. Үҙҙәренең хеҙмәтләндереү эшендә ябай халыҡҡа итәғәтлелек күрһәтеүгә әллә ни йомарт булмаған сауҙа эшсәндәре заманын хәҙер "һағынып" ҡына иҫкә алырға ҡалды. Бына шул торғонлоҡ осоронда ла мин, шәхсән, сауҙа кешеләрендәге йыш ҡына күренгән ана шул тупаҫлыҡ тигән нәмәгә һис кенә лә өйрәнеп бөтә алманым…
Уның ҡарауы, был өлкәлә эшләгән элекке кешеләр менән бөгөнгөләрҙе сағыштырғанда - ер менән күк араһындағы айырма. Һатыусының тәү башлап һинең менән иҫәнләшеүе генә үҙе ни тора! Артыңдан эйәрә-эйәрә, "Һеҙгә бына ошо костюм килешә", тип бөтөрөнөп йөрөүҙәре насармы ни? Әгәр һиңә берәй тауар оҡшаманы икән, "Телефонығыҙҙы әйтеп ҡалдырығыҙ, базанан барып, һеҙҙең өсөн табып алып килеп, үҙем шылтыратырмын", тип өҙгөләнеп тороуҙары күңелгә бәлзәм булып ята. Алмаҫ ерҙән алырһың тауарын! "Ҡыйбатыраҡ бит әле", тип сығыу яғына ыңғайлауың була, хаҡын бер-ике йөҙгә төшөрөп тә ҡуя... Бына нисек эшләй белә кеше! Бәғзе әсе теллерәктәр хәҙерге һатыусының йылмайып һаулыҡ һорашыуын "Здрасьте, ваш кошелек!" тиеү менән тиңләй-тиңләүгә, әммә мин улар менән килешеп етмәйем. Шәхси һатыу нөктәһендәме ул, хөкүмәттекендәме - ябай кеше йылмайыуға һәр саҡ мохтаж.
Табипҡа барған кеше лә үҙенә яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеүҙәрен теләй. Ҡабул итеп ултырған докторҙың йылмайып, пациенты менән әҙәпле генә һөйләшеүе - уңышлы дауалауҙың тәүге һәм мөһим стадияһы, тиһәм дә хаталанмаҫмын. Шундай яҡшы күңелле докторҙа булған сирле кешенең уға ышанысы ғына арта һәм, дауалай башламаҫтан алда уҡ, уның организмы һауығыуға көйләнә. Ә инде дауалауҙың ҡалған өлөшө, урыҫтар әйтмешләй, дело техники... Бындай табип менән әңгәмәләшкәндән һуң, хатта төҙәтеп булмай торған ауыр сиргә юлыҡҡан кеше лә ниндәйҙер еңеллек кисерә. Ул ғына ла түгел, пациентына иң яҡшы, йылы һүҙҙәрен йәлләмәгән табиптың үҙенең дә оло ҡәнәғәтлек кисереүе хаҡында әйтмәй ҡалыу ярамай. Байтаҡ йылдар медицина өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ, бына ошо хәҡиҡәткә лә төшөндөм. Пациенттарға тупаҫ мөғәмәләлә булған бәғзе табиптарҙы ошо көнгәсә аңлап етмәйем. Һатыусы, йәиһә башҡа һөнәр эйәһенең кешеләргә булған ҡырыҫлығын әле нисектер аңларға, уларҙы кисерергә булһа, шундай насар холоҡло табип йәиһә шәфҡәт туташы бөтөнләйгә дауахана тирәһендә булырға тейеш түгел, тип һанайым.
Тыныс тормошта ғына түгел, хатта әрме шарттарында ла, хәрби уставта "воинская вежливость" тигән айырым статья бар. Һәр хәрби (ябай һалдаттан алып генералға тиклем) бер-береһенә итәғәтле мөнәсәбәттә булырға тейешлеге хаҡында ул. Бер-береңде һүҙ менән дә ҡыйырһытыу ҡәтғи тыйыла. Хатта генерал да һалдатҡа "һеҙ" тип өндәшергә бурыслы. Бының үтәлеү-үтәлмәүе - икенсе мәсьәлә, әммә бына шундай нәмә әрмебеҙҙә лә бар ул. Оҙайлы хәрби хеҙмәтем осоронда ошо мәсьәләгә ҡағылышлы мине тәнҡитләүселәр ҙә булғыланы. "Артыҡ йомшаҡ" булғаным өсөн. Хәрби госпиталь бүлегендәге иртәнге табип ҡарауы мәлендә палатала ятҡан һалдаттарҙан үҙемде аяғөҫтө баҫып ҡаршы алыуҙы талап итмәй торғайным. Баҫырға тип уҡталғандарҙы ла кире урынына ултыртып ҡуям. Госпиталь начальнигы ла ҡайһы берҙә "дөйөм обход"тар яһай.
- Иптәш подполковник, ни өсөн һинең һалдаттарың палатаға начальник ингәндә аяғөҫтө баҫмай? Уставты белмәйҙәрме әллә? - ти ул миңә асыуланып, обход тамамланғас.
- Сөнки мин үҙем шулай ҡушам уларға, иптәш полковник.
- Ни өсөн? Әллә үҙең дә уставты уҡығаның юҡмы?
- Бар. Әммә, бөгөнгө көндә был һалдаттар - сирле. Казармаға барғас, үҙҙәренең начальниктарын аяғөҫтө ҡаршыларҙар...
Үҙем өсөн ауырыраҡ булһа ла, начальниктар менән бына шундайыраҡ "әңгәмәләр" булғылай торғайны.
Ниндәй генә шарттарҙа, ҡайһы ғына заманда йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, бер-беребеҙгә иң яҡшы мөғәмәлә булайыҡ, йылмайыуыбыҙҙы йәлләмәйек, хөрмәтле яҡташтар. Кеше балаһына күп тә кәрәкмәй бит ул. Бүтәндәргә туғандарса мөнәсәбәт күрһәтеүҙән бер нәмәбеҙ ҙә кәмеп китмәҫ. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе кешеләргә һәр саҡ алсаҡ, иғтибарлы һәм йылмайыусан булыуы менән беҙгә иң беренсе өлгө булып тора. Уның сәхәбәләренең береһе Абдуллаһ ибн әл-Харис (Аллаһ унан риза булһын): "Мин Аллаһ рәсүленән дә йышыраҡ йылмайған кешене күргәнем булманы", - тигән.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.18 | Ҡаралған: 625

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru