«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ТӘБИҒӘТ МӨҒЖИЗӘҺЕ ТУРИСТАРҘЫ ЛА ЫЛЫҠТЫРҺЫН
+  - 

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән 2017 йылда булдырылған "Янғантау" геопаркы бөгөн ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында 2002 йылдан бирле эшләүсе бөтә донъя милли геопарктар селтәренә ингән геопарк статусын Рәсәйҙә беренсе булып алыуға дәғүә итә.

2018 йылдың 15 сентябрендә ЮНЕСКО геопарктарының Италиялағы Адамелло-Брента ҡалаһында (унда Милли парк урынлашҡан) үткән 8-се Халыҡ-ара конференцияһында "Янғантау" геопаркының бөтә донъя милли геопарктар селтәренә инеүгә дәғүә иткән ғаризаһы хупланды. 2019 йылда "Янғантау" геопаркы барлыҡҡа килеүе тураһында рәсми белдереү яһалырына ышаныс бар. Мәсьәлә ыңғай хәл ителгәндә, ул донъяның 38 илендә булған 140 геопарк исемлегенә һәм Рәсәй Федерацияһының тәүге геопаркы булып тарихҡа инәсәк.
Геопарк майҙаны 1700 км2 тәшкил итә. Үҙенсәлекле геологик объекттарға Мәсетле киҫелеше, Янғантау тауы, Оло Лука киҫелеше, Лаҡлы уйымы, Күҫәләр көкөрт сығанағы, Ҡорғаҙаҡ сығанағы, Ҡаратау һырттары инә. Геопарктың тәбиғәт үҙенсәлеге Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китаптарына ингән үҫемлек һәм хайуан төрҙәренең күп төрлөлөгө менән бәйле. Шулай уҡ территорияла Рәсәйҙең милли һәм халыҡ-ара әһәмиәткә эйә "Өфө яйлаһы" төп орнитология биләмәһе лә урынлашҡан. Геопарктың туғыҙ тәбиғи һәм геологик объекты айырыуса һаҡланған территориялары төбәк селтәренә инә. Әй һәм Йүрүҙән йылғалары буйынса ҡом һайыҫҡаны һәм сапсандарҙың тығыҙ популяциялары билдәләнгән. Геопаркта селәндәрҙең Башҡортостан Республикаһындағы ике эре колонияһы бар. Бындай үҙенсәлек территорияла бердвотчинг (watching bird) - экотуризмдың иң популяр булған йүнәлештәренең береһен үҫтереү мөмкинлектәрен бирә.
Территория матди булмаған мәҙәни мираҫтың юғары үҫеш кимәле менән айырыла. Йыл һайын районда башҡорт халҡының мәҙәни традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән "Салауат йыйыны" халыҡ-ара фестивале үткәрелә. Күп һанлы кәсепселек һәм һөнәрселек: солоҡсолоҡ, йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ, халыҡ кейемдәре менән музыка ҡоралдары әҙерләү, көршәкселек һәм дағалау эше, бағымсылыҡ үҫешкән. Матди-мәҙәни мираҫ 32 археология ҡомартҡыһында (ҡурғандар, ҡаласыҡтар, ултыраҡтар, мәмерйә тораҡтары) сағылған, шуларҙың - 9-ы федераль әһәмиәттә, мәҫәлән, Иҙрис мәмерйә торағы һәм Иҙрис яҙмаһы, Лаҡлы, Иҙрис һәм Урмантау мәмерйәләре, Ҡорғаҙаҡ сығанағы, Күҫәләр көкөрт сығанағы, Лаҡлы ауылы янындағы Ҡапҡаташ, Яхъя киҫелеше, Лимоновский һырты һ.б. Был геообъекттарҙы барып күреү маҡсатында ойошторолған экскурсия-турист маршруттары эшләй. Геопарк территорияһында ошо ерҙең геологик, тәбиғи тарихы буйынса белем бирерлек, төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының мәҙәниәтенә һөйөү уятырлыҡ 24 музей эшләй. Геопарк территорияһында шулай уҡ 20 туристик маршруттан торған селтәр булдырылған. Быйылдан башлап геопарк "Йәш геолог" республика ялан профиль лагеры сиктәрендә гидрометрия, радиометрия, минералогия һәм петрография, палеонтология буйынса уҡыуҙарҙың даими майҙансығына әйләнде. Территорияла Башҡорт дәүләт университетының география факультеты студенттары ялан тәжрибәләре уҙғара.
Ҡыҫҡаһы, геологик парктар булдырыу иҡтисади үҫешкә, социаль инфраструктураны яҡшыртырға, туристар ағымын арттырырға, киң аудитория өсөн ҡыҙыҡлы мәғариф проекттарын ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итергә тейеш. Туризм йыш ҡына биләмәләрҙе үҫтереүҙең төп факторҙарының береһенә әүерелә. Күп кенә дәүләттәрҙә хеҙмәттәр эскпортының өстән бер өлөшө һәм хатта күберәге туризм, рекреация өлөшөнә тура килә. Был йәһәттән беҙҙә, әлбиттә, резервтар ҙур.

Зәйтүнә ХӘБИРОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.18 | Ҡаралған: 707

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru