«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮЛЫҠТАН – ЮЛЫҠОВТАР
+  - 

Халыҡ юҡҡа ғына, матур ғаилә - ир күрке, тимәгәндер инде. Ғафури районы Юлыҡ ауылынан Суфия менән Рәхимйән Юлыҡовтар ғаиләһен дә ауылдаштары һәм райондаштары яҡшы холоҡло балалар тәрбиәләүселәр, район тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар итеп белә. Республикала социаль йәһәттән әүҙем ғаиләләр араһында ойошторолған "Өлгө ал" тигән бәйгелә ҡатнашыусылар араһында уларҙың ғаиләһе лә бар. "Башҡаларға өлгө булырҙай ғаилә ниндәй булырға тейеш?" тигән һорау менән Суфия Әмир ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.

- Башҡаларҙан әллә ни айырылмайбыҙ, тиер инем мин. Ауыл тормошо менән йәшәйбеҙ, икебеҙ ҙә мәктәптә эшләйбеҙ. Эшең дә, көткән донъяң да матур булһа, күршеләрең, ауылдаштарың менән матур мөғәмәләлә булһаң, үҫтергән балаларың ҡыуаныстар ғына килтерһә - шул бәхет инде. Ошоға ынтылырға тейештер һәр ғаилә.
Был бәйгелә социаль әүҙемлек тәүге урынға ҡуйыла. Ирем - Рәхимйән Шакирйән улы урындағы йәмәғәт ойошмаһы "Юлыҡ" территория йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе. Ойошма ярҙамы менән ер пайҙарын бүлеү һәм теркәү эшмәкәрлеге үткәрелде. Халыҡ әүҙем бит ул беҙҙә. Бер эште тамамлаһаң, икенсе идеялар тәҡдим итеп кенә торалар. 2017 йылда ошо уҡ ойошма "Олатайҙарға - һәйкәл, ейәндәргә - спорт майҙансығы" проекты менән Рәсәй Президенты грантын отто. Уның сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына обелиск ҡуйылды, парк менән спорттың уйын төрҙәре өсөн майҙансыҡ кәртәләп алынды. Быйыл тағы грант оттолар һәм киләһе йылдың февраленә тиклем универсаль спорт майҙансығы төҙөп ҡуйырға ниәтләнеп торалар: йәйгеһен унда мини-футбол, баскетбол, волейбол, ә ҡышын хоккей уйнарға мөмкин буласаҡ. Был спорт паркы халыҡҡа ял итеү урыны булыр ине. Үҙем ауылдың "Ағинәй" ойошмаһы етәксеһемен. Ҡатын-ҡыҙ - ул ғаилә тотҡаһы, донъя тотҡаһы. Заманы шулайға әйләнеп китте, ир-егеттәр башлап йөрөй торған эштәрҙә лә беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, алдан йүгерәбеҙ. Әммә борондан әсәй һүҙе, ағинәй һүҙе тигән абруй ҙа булған башҡорт ҡатындарында, бөгөн ошоно ла тормошобоҙға ҡайтарырға ине. Ике ҡыҙ үҫтергән әсәй булараҡ, тәрбиә эшендә алтын бер ҡағиҙә менән уртаҡлашырға теләйем. Улдарҙы ла, ҡыҙҙарҙы ла, тәү сиратта, яратырға кәрәк. Улар ниндәй генә осраҡта ла яратасағыбыҙҙы белергә тейештәр. Ҡалғаны иһә ошонан сығып үҙенән-үҙе һалына. Уҡытыусы булараҡ, ҡыҙҙарыбыҙҙың уҡыуына иғтибар бирә инек. 9 йыллыҡ Юлыҡ мәктәбен тамамлағас, Красноусол башҡорт гимназияһында уҡынылар, икеһе лә миҙалға тамамланы. Өлкәне Өфө дәүләт медицина университетында белем алды, табип, бөгөн кейәү менән Урал исемле ул үҫтерәләр. Беҙгә олатай-өләсәй бәхетен татыттылар. Кесе ҡыҙыбыҙ инженер, Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыны. Бигерәк әүҙем, Ғафури районы йәштәре берлеге, Башҡортостан яҡташтар ассоциацияһы менән берлектә "Урал мираҫы", "Аҫылташ" кеүек форумдар, төрлө саралар үткәрәләр, проекттарҙа ҡатнашалар. Ҡыҙ кеше инсафлы булһа, уға тормошта йәшәүе еңел була, тип гел әйтеп торҙом ҡыҙҙарыма. Артыҡ тыйманыҡ та, конкурс, тип сит төбәктәргә лә сығып киттеләр. Тиҫтерҙәре менән аралашыуҙа ла сикләмәнек. Икеһе лә аталарына оҡшап математикаға һәләтле. Улар өсөн тәүге урында - аталары. Уны ныҡ яраталар, ихтирам итәләр. Иң тәүҙә аталары менән кәңәшләшәләр. Атайҙарҙың ҡыҙ балаларҙы икенсе төрлөрәк - наҙлыраҡ, матурыраҡ яратыу менән баҡҡанын беләм хәҙер. Ғөмүмән, ғаиләбеҙҙә атай - баш, беҙ уның артындараҡбыҙ. Башҡорт ғаиләләрендә шулай булырға тейештер ҙә инде...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.18 | Ҡаралған: 604

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru