«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАЛАЙҘАР ТУЛЫ ДОНЪЯМ – 2
+  - 



Ир бала үҫтергән әсәйҙәр тураһында халыҡ аҡылы нимә, ти? Эйе, уңған ҡатын ул таба, тиҙәр. Ә ҡатын-ҡыҙҙың уңғанлыҡ сиктәре ҡайҙа һуң? Аш-һыуға оҫталыҡтамы? О, улайһа, малайҙарҙың әсәһенән дә уңған кеше юҡ, белгегеҙ килһә.

Малайҙар әсәһе булғаны бирле мин, мәҫәлән, һөтһөҙ һәм йомортҡаһыҙ ҡоймаҡ туғып өйрәндем. Ғәләмәт еңел рецепт. Улдарыңдың ҡоймаҡ ашағыһы килә, ә өйҙә һөт тә, йомортҡа ла юҡ. Әммә мин аптырап тормайым: ике сынаяҡ он, ҙур бер бокал йылымыс һыу, бер балғалаҡ ҡоро әсетке, ике ҡалаҡ шәкәр һәм бер семтем тоҙ һалып туғыйым да, ярты сәғәткә әсетергә ҡуйғандан һуң, тиҙ генә майлы табала шыжлатып ҡоймаҡ бешереп алам. Сөнки беҙҙең өйҙә ҡамырҙан бешерелгән берәй ризыҡ булмаһа, малайҙарҙың тамағы туймай...
Тағы беҙҙең өйҙә Байназар нимәне боҙа, нимәгә тейергә ярамай, бөтәһе лә юғарыға менеп китә. Шуларҙы юғарыға йыя торғас, шкаф башында урын ҡалманы. Бер көндө урамға сығырға йыйынабыҙ. Ғәҙәттәгесә, Байназар курткаһының бер еңен кейә лә, ситкә ҡаса, йә быуынһыҙланып, иҙәнгә һуҙылып төшә. Баязит менән Бәхтейәр артымдан эйәреп йөрөй: курткам ҡайҙа ла, салбарым ҡайҙа. Йән асыуы менән шкафты асам, кейемдәрегеҙҙең ҡайҙа ятҡанын белмәйһегеҙме тип ҡысҡырмаҡ булам, әммә өлгөрмәйем. Шкаф башынан бер тимер һауыт дыңҡ иттереп ҡыры менән генә күҙ төбөнә килеп төшә. Күҙҙән субырлап йәштәр аға башлай. Малайҙарым үҙҙәре тыйыла алмай көләләр, үҙҙәре мине йәлләй, минең тағы ла нығыраҡ йән көйә. Һыуытҡыстан ҡулыма нимә эләгә, шуны алып күҙ төбөнә терәйем, һыңар ҡулым менән шымып ҡалған Байназарҙы кейендерәм (Нимә тип һаман тышҡа сығам, тип маташам икән?). Был юлы уны үҙемдән алда соланға сығарып ебәрмәйем, аҡылға ултыртҡан инде малай. Бер саҡ шулай алдан сығарып ебәргәйнем, мин кейенеп сыҡҡансы, соландағы ондо кинәнеп борҡотҡан. Хәҙер ишек төбөндә көтә. Мыжый. Ашыҡ-бошоҡ кейем эләктереп сығып китәм. Тышта ла ҡулыма нимә эләгә, шуны күҙ төбөмә терәйем. Ярай әле, күгәреп сыҡманы.
Әммә малайҙар артынан сабыулап, арманһыҙ булып ҡайтып ҡайтып инәм дә, тағы бешеренергә тотонам. Тағы ҡамыр аштарына тотонам. Йә печенье бешерәм, йә бәлеш. Ҡамыр күреп ҡалған Байназар шунда уҡ еңдәрен төрә-төрә "Ҡамыр менән уйнайым" тип, өҫтәл янына йүгереп килеп етә. Өлгөрмәйерәк ҡалһаң, үҙенә айырым уҡлау менән таҡта тоттораһың инде. Өлкәндәре лә ҡалышмай, ҡасан бешә, мин дә бәлеш эшләшәм, тип эргәмдән китмәйҙәр. Ашарға бешергәндә саҡ үҙҙәренә эләгеп кенә йығылмайым инде. Кискелеккә бешеренгәндә лә Байназар аяҡ араһында бутала. Асыҡҡан, мыжый. Аяғымды ҡосаҡлап, өҫтәл янынан этеп илаған бәләкәсте яныма өҫтәлгә мендереп ултыртам. Минең ҡарабойҙай таҙартҡанды ҡарап, әҙерәк шымып ултыра ла, һәр саҡ эргәмдә ятҡан блокнот эсендәге ручканы тотоп алып төшөп китә. Кишер менән һуғанды тиҙ генә турап, тауыҡ ите менән ҡыҙҙырырға ҡуйғансы әүрәп йөрөй шунда. Инде ҡарабойҙай алайым тип шкафҡа боролһам, улымдың кинәнеп китеп баяғы ручка менән һүрәт төшөргәнен күреп ҡалам. Стенаға. Ишектән ингәс тә күренеп кенә тора! Мин ах та ух килеп стена эргәһендә торғансы, малайғынам иҙәндә ултырып ҡалған банка эсенән ярманы алып, иҙәнгә һибеп ебәрә. Сүпләп алып, ҡат-ҡат йыуып, ҡарабойҙайымды бешерергә ҡуйғансы, бая үҙем өйрәткән ысул менән өҫтәлгә менеп тә етә, ыңғайына һыулы стакан иҙәнгә төшөп, меңәрләгән ярсыҡтарға селпәрәмә килә...
Кистәрен ғаилә табынына күмәкләп йыйылып ултырырға кәрәк, ти психологтар. Ыһы. Өй тулы малайҙарҙың һәр береһен айырым-айырым өҫтәл янына йыйып, тик кенә ултыртып ашатып ҡарағыҙ әле! Арманһыҙ ғына булырһығыҙ. Әлбиттә, был бурысты үтәү бик ауыр булһа ла, киске ашты бишәүләп бергә ултырып ашау - минең иң төп талап. Шул талапты үтәгәндә лә, кисен аш бүлмәһендә ул-был эш менән булышып йөрөгән сағымда улдарымдың һәр береһе айырым-айырым яныма инеп сыға: икмәккә май һөртөп бир әле, тағы берҙе генә сәй эскем килә, һыу эсәм... Ингән берәүһе яныма ултырып, хәбәрен һөйләп сығып китә - әсәй менән икәүҙән-икәү генә һөйләшеп алырға кәрәк һәр береһенә, шуға тыймайым...
Көн дә ҡоймаҡ, йә бәлеш, йә тәмле-татлы печенье ашап ҡына ултырғас, мискә һымаҡ булып китмәҫ өсөн малайҙар әсәһенең махсус диетаһы бар. Һеҙгә лә "дөрөҫ туҡланыу" серҙәремде өйрәтәйемме? Берҙән, төрләндереп, күп итеп бешеренергә өйрәнегеҙ. Ҡамыр аштарын бигерәк тә. Билемә зыян була тип ҡурҡмағыҙ, һеҙгә барыбер бер нәмә лә эләкмәй ул. Эләкһә, шул бәлеш ҡатыһын, печенье ҡалдығын кимерерһегеҙ. Бисквит тигәне тураһында хыялланмағыҙ ҙа, сөнки табанан төшөү менән ул юҡ була. Икенсенән, бутҡаны күп итеп бешереп ҡуйығыҙ. Күпме бешерһәгеҙ ҙә, һеҙгә етмәй ҡала барыбер. Өсөнсөнән, порцияларҙы үҙегеҙҙең тәрилкәгә икеләтә һалығыҙ. Сөнки бәләкәсегеҙ, иркәләнеп, барыбер һеҙҙең ҡалаҡ менән, һеҙҙең тәрилкәнән ашаясаҡ. Мин дә Байназарға бутҡа ҡаптырам да, ҡалағымды ялап ҡына ҡуям. Һеҙ ҙә шулай итегеҙ, тамаҡ тиҙ генә туя ла ҡуя ул. Дүртенсенән, ғөмүмән, ниндәй ашау ти! Малайҙарығыҙ тамаҡтары туйып, өҫтәл артынан төшөп киткәнсе аяҡ өҫтө тораһығыҙ бит. Бишенсенән... Алтынсынан... Ҡыҫҡаһы, ошо кәңәштәрҙе тотһағыҙ, 90х60х90 стандартына тап килерһегеҙ, тип вәғәҙә бирмәйем. Бары студент саҡта, ялҡытты, тип һалып ҡуйған кейемдәрегеҙ тап-таман булыр. Ә! Кәүҙәне тулыһынса сағылдырған көҙгөгөҙ булмаһын өйҙә. Юҡһа, баяғы студент саҡта кейгән кейемдәр... шапайған, шуға яраған икәнен аңларһығыҙ. Үәт!
Уңған ҡатын ул таба, тигәндәй. Малайҙар әсәһе булғас та, артыҡ егәрлеләнеп китмәгеҙ инде. Малайҙарға арып йонсоп, эләгә-тәгәрәй саҡ йөрөгән шәүлә түгел, һау-сәләмәт бәхетле әсәй кәрәк. Мәҡәлдең икенсе яртыһы нисек, беләһегеҙме? Изге ҡатын ҡыҙ таба. Ниндәй генә егәрле булмаһын, малайҙар әсәһе был кимәлгә етмәй, ти. Шуға ла "уңған" һүҙенә бай һәм яғымлы башҡорт теле тағы мәғәнә биргәнен онотмағыҙ. Һәр берегеҙгә ысын мәғәнәһендә улдарынан уңған әсәй булырға яҙһын!..

Гөлсимә ИШТАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.18 | Ҡаралған: 693

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru