«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТ ТОЯҒЫ ТАУЫШЫН ТЫҢЛАҒАНДА КЕМДЕҢ ЙӨРӘГЕ ҠУПҠАЛЙЫЙ?
+  - 



Хәҙерге ваҡытта төрлө сәбәптәр арҡаһында милләттәштәребеҙҙең ҙур өлөшө башҡа телдәрҙә һөйләшә, уларҙың күптәре үҙ асылынан ситтә, аҙашып йөрөй. Һуңғы йылдарҙа милләттәштәребеҙ дәүләт кимәлендә үткәрелгән сараларҙа шәжәрәһен өйрәнеп, һуңлап булһа ла, үҙ-үҙен таный, асылына ҡайта. Үкенескә күрә, ҡайһылары тамырҙарын тапҡан көйө лә, икенсе милләт вәкиле булыуҙы хуп күреп, үҙ булмышын таныуҙан баш тарта.

Мин уларға ат тояғы тауышын тыңлап ҡарарға тәҡдим итер инем. Беҙҙең йөрәк ат тояғы тауышына көйләнгән. Көйләнеп кенә ҡалмаған, меңәр йылдар һуҙымында ат өҫтөнән төшмәгән аҫабаның йөрәк тибеше менән ат тояғы тауышы бер бөтөнгә әүерелгән. Шуға күрә лә ат тояғы тауышы ишетелеү менән беҙ йыш-йыш тын ала, тулҡынлана башлайбыҙ. Башҡорт бейеүенең төп өлөшөн тәшкил иткән тыпырҙау ҙа (дробь) ат тояғы тауышынан алыныуы юҡҡа түгел. Шуға күрә лә бейеүҙәребеҙ рухты күтәреү, тәбиғәт тарафынан һалынған көстәрҙе уятыу ҡеүәтенә эйә. Мөхәммәт Иҙрисов ағай "Байыҡ" ты бейей башлағанда, йә, кемебеҙ битараф ҡала ине икән?
Билдәле яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев башҡорт аты менән бәйле ҡыҙыҡлы һәм ғибрәтле бик күп тарихтарҙы һөйләр ине. Был йәһәттән уның көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда Граждандар һуғышынан һуң милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе Хажиәхмәт Унасовтың һәм уның арҡадаштарының Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан Ҡыҙыл Армия штабына килеүе ваҡиғаһын һөйләүе хәтергә ныҡ уйылып ҡалған. Баштарына папаха кейгән, иңдәренә чернобурка ябынған, билдәренә ҡылыс таҡҡан, итектәрендә шпорҙары шыңҡылдап торған Унасов һәм егермеләгән һыбайлыларҙың барыһы ла һайлап алынғандай ҡара ҡашҡа аттарға атланып, ҡыҙылдар штабына килеп туҡтай. Һыбайлылар аттарын ҡоймаға бәйләп, штабҡа инә. Шул саҡта унасовсылар менән һөйләшеп килешергә тип саҡырған ҡыҙылдар уларға засада ойоштора, үҙҙәрен ян-яҡтан ҡамап, хыянатсыл рәүештә ҡулға ала...
Ат йәнле кеше булараҡ, ул саҡта Рамаҙан ағайға "Һеҙ һүрәтләгән аттар башҡорт тоҡомло аттар булғанмы?" тигән һорау ҙа биргәйнем. Үҙем белгәнемсә, башҡорт аты күпселектә йә ҡола, йә ерән төҫтә, һыртында юлағы булыуы мотлаҡ ине. Уның артабан аңлатыуынса, башҡорт аты тик бер төрлө генә булмаған, ғөмүмән, халҡыбыҙҙа аттар үрсетеү буйынса селекция эше быуындан-быуынға тапшырыла килгән һөнәр булараҡ, йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ һәм мөһим өлөшө һаналған. "Ҡара юрға", "Сыбай ҡашҡа", "Ҡарат" кеүек халыҡ йырҙары юҡтан ғына тыумаған һ.б.
Хәҙер инде белгестәрҙең дәлилдәрен килтерәйек. "Башҡорт аты сығышы менән дала һәм урман яғы тоҡомдарына ҡарай. Ҡырҡыу континенталь климат шарттарында йыл әйләнәһенә көтөүлектә йөрөү хәлендә барлыҡҡа килгән. Башы ҙур, маңлайы киң, муйыны йыуан, ҡыҫҡа, мундаһы түбән, арҡаһы яҫы, тура, арт һаны бер аҙ һалыңҡы... Башҡорт аты XVII-XVIII быуаттарҙа киң таралған булған. Өфө, Ырымбур губерналарында үрсетелгән. Пермь, Ҡаҙан һәм Һамар губерналарында осраштырған, Себерҙең почта хеҙмәтендә ҡулланылған. Башҡорт тройкалары ла киң билдәле булған. Улар менән (юлда ял иттермәй һәм ашатмай) 8 сәғәттә 120-140 километр юл үткәндәр. Башҡорт ғәскәре ойошторолғанда башҡорт аты ҡулланылған. Рәсәй алып барған бөтөн һуғыштарҙа урыҫ армияһы башҡорт аты менән тулыландырылған. Башҡорт аты 1812 йылғы Ватан һуғышында юғары баһа алған. Был һуғышта башҡорт һыбайлылары Парижға тиклем һуғыша-һуғыша барып еткән һәм кире әйләнеп ҡайтҡан... Хәрби белгестәр башҡорт атын ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге, тырышлығы һәм идара итеүгә еңеллеге, хужаһына ышаныусанлығы, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт шәп сабып һәм йылдам юрғалап барыуға һәләтлелеге (ә был һыбайлыға мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек бирә) кеүек сифаттары өсөн юғары баһалағандар.Башҡорттар бындай йөрөшкә сыҙамлы аттарҙы махсус тәрбиәләгәндәр... Башҡортостандың 21 тоҡомсолоҡ заводында башҡорт аты менән тоҡомсолоҡ эше алып барыла һ.б." ("Башҡортостан". Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө-1997).
Рамаҙан ағай "Конезавод"тарҙың Башҡорт атлы дивизияһына, ғөмүмән, һуғышҡа аттар әҙерләп биреүе хаҡында күп һөйләне. Бөйөк Ватан һуғышына беҙҙән киткән тик бер ат ҡына Башҡортостанға кире әйләнеп ҡайта алған икән. Тимәк, һуғышҡа ла, башҡа һылтау менән дә башҡорт аттары ил һәм донъя буйынса бик күп таратылған. Һәр хәлдә, күптән инде йәйләүгә сығыуҙан мәхрүм ҡалып, аҡтыҡ аты менән колхозға инергә мәжбүр ителеп, тракторға ултырған башҡорт үҙенең ҡанатлы дуҫының яҙмышын хәл итеүҙән ситләтелгән. Өҫтәүенә, совет власы шәхси хужалыҡта ат тотоуға ла бармаҡ янап тыйҙы. Минеңсә, ҡара сыбай толпарҙарҙың һуңғылары тап шул йылдарҙа юҡҡа сыҡҡандыр.
1977 йылда урта мәктәпте тамамлағас, мин дә ике йыл колхозда эшләп алдым. Үкенескә күрә, ул саҡтағы күпселек колхоз аттары менән Париж, Берлинға барыу түгел, күрше ауылға барып килеү ҙә ауыр мәсьәлә була торғайны. Үҙҙәрен ат тип әйтерлек тә түгел, ә алаша инде. Үҙҙәрен һыбай менеп, йә арба-санаға егеп, ауылдан сығып китермен, тимә, ауыҙлығын тешләп алалар ҙа, әйләнсек һарыҡ шикелле, бер тирәлә әйләнеп тик йөрөйҙәр. Һыртына атланһаң, баштарын аҫҡа баҫып, нисек булһа ла һине эйәрҙән алып ташларға, арбала йә санала ултырып, дилбегә ҡаҡһаң, арт яҡтарын сиҡыртып, һиңә тибергә яҫҡыналар ине.
Ауылдың иң шәп тип һаналған бәйге аттары ла ғәҙәттән тыш ҡыйтыҡ ине. Тиҙ генә өркөп баралар, алып ҡасалар, һыйыр кеүек яндауында торған кешегә ҡабырға яҡҡа тибешәләр. Мин ул саҡта өлкәндәргә шундай һорауҙар бирештерҙем: "Ҡайҙа булған һуң ҡанатлы башҡорт толпарҙары?", "Йылҡы өйөрөндә башҡорт тоҡомло бейәләр тулып йөрөй, ә ниңә уларҙан арғымаҡтар, аҫауҙар тыумай?". Өлкәндәр барыһы ла "эш боҙоусы" өйөр айғырына төртөп күрһәтте. Баҡтиһәң, "эш аты" принцибы иң алға ҡуйылған тап шул йылдарҙа беҙҙең бейәләргә Үзбәкстан яғынан һәм Владимир йөк аты айғырҙарын килтереп ҡушҡандар икән. Беҙҙең бейәләрҙе "Лысенко осоро" селекционерҙары көслөк менән башҡаларға "кейәүгә" биргән. Хәйер, тап шул йылдарҙа кешеләр араһында ла интернациональ ғаиләләр ҡороу иң алдынғы ҡараш һаналып, бер нисә быуын милли йөҙһөҙ кешеләр, маңҡорттар тыуып өлгөргәйне бит.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Умартасылар әйтеүенсә, тап шул йылдарҙа башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын себер һәм кавказ тоҡомлолар менән яраштырып, яңы тоҡом тыуҙырырға маташҡандар икән. Һөҙөмтәлә, уларҙан тыуған яңы тоҡом тәүге ҡышта уҡ ҡырылып бөткән. Тимәк, ул осор селекционерҙары милләттәр менән генә түгел, бал ҡорттары, аттар менән дә бер үк ҡыйратыу эшен башҡарған була бит.

Әмир ҒҮМӘРОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.18 | Ҡаралған: 797

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru