«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИПЛОМ БАР - ЭШ ЮҠ, ЭШ БАР - КҮҢЕЛГӘ ЯТМАЙ...
+  - 



Бер нисә тиҫтә йыл элек медицина, педагогия, нефть һәм ауыл хужалығы институттары иң абруйлы юғары уҡыу йорттары булды. Ә инде мәктәп тамамлаусыларға унда уҡып, һөнәр алыу ҙур мәртәбә һаналды. Бөгөн иһә һөнәрҙәрҙең ниндәйе генә юҡ. Хеҙмәт баҙарында 50 меңдән ашыу һөнәр бар тип белдерә белгестәр. Уларҙың күптәренең ниндәй йүнәлештә эшләүен төбөнә төшөп аңлап та етмәйбеҙ, заман һөнәрҙәрен белеү өсөн айырым мәғлүмәткә эйә булырға кәрәк.

Элегерәк урта белемең, эшкә һәләтең булһа, бар ерҙә лә ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар һәм бер урында ғына күпме теләйһең, шунса эшләү мөмкинлеге бар ине. Бөгөн иһә замана башҡасараҡ. Ҡайҙалыр эшләүеңде эш биреүсеңдең кем булыуынан, ниндәй шарттарҙа нисә һумға тир түгеүеңдән сығып хәл итәһең. Кеҫәңдә мотлаҡ юғары белемең булыуын раҫлаған диплом булыуы ла мөһим. Тик шуныһы, бөгөн ошо ҡатырға хужалары ла һөнәре буйынса эшләп, уның мәнфәғәтен күрә алмай. Бының сәбәптәрен төрлөсә аңлаталар. Тәү сиратта, йәш белгестең эшкә маһирлығы юҡ, һөнәрҙе ниндәйҙер юғары белем кәрәк булғанға ғына алған. Икенсенән, хеҙмәт баҙары нәҡ һин һайлаған һөнәр эйәләре менән тулған, өсөнсөнән, күп осраҡта эш биреүсе дипломыңа өҫтәп, 3 йыл хеҙмәт стажы талап итә. Бынан тыш, ғүмер буйы бер ерҙә эшләп, урынында ныҡлы тамыр йәйгән, әллә күпме тәжрибә туплаған бер хеҙмәткәр ҙә үҙ урынын "мә" тип тоттороп ҡуймай. Шулай ҙа, ниндәй генә юғары белемең булмаһын, тауар, хеҙмәт сифатын эшсе ҡулдарһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Эйе, бер генә ата-әсә лә балаһын ябай эшсе булһын тип үҫтермәй. Бар тапҡан-таянғанын тотоноп, уны уҡытырға, юғары белем бирергә тырыша, сөнки донъя көтөү өсөн, тәү сиратта, ниндәйҙер һөнәргә эйә булыуың мотлаҡ. Тик шуныһы, арабыҙҙа юғары белем алырға мөмкинлеге йә иһә һәләте булмағандар ҙа бар бит әле. Мәктәпте бөткәс, улар ҡайҙа барырға, нимә эшләргә тейеш? Шуға күрә, нимә генә тимәһендәр, тегенсе, ашнаҡсы, электрик, балта оҫтаһы, тракторсы, бульдозерсы кеүек һәр саҡта ла кәрәкле эшселәр әҙерләгән уҡыу йорттарының да баһаһын төшөрөргә ярамайҙыр. Нәҡ улар вуз белеменә эйә була алмаған йәштәрҙе оло тормош юлына әҙерләп сығара ла инде. Бөгөн илебеҙҙә эшсе ҡулдар етешмәй тип саң ҡаҡҡанда, бындай уҡыу йорттарының статусын үҫтереү бер ҙә артыҡ булмаҫ ине. Әммә бөгөн, һин дә мулла, мин дә мулла атҡа бесән кем һала, тигән мәҡәл актуалгә әйләнеп бара. Киләсәктә кем икмәк үҫтерер ҙә, кем картуф сәсеп, халыҡты ит-һөт менән туйындырыр һуң?
Ҡыҙыҡмы, әллә инде ҡыҙғанысмылыр, бөгөн исем, һүҙ өсөн генә юғары белем алыусылар ҙа күбәйҙе. Ундайҙар ҡулына диплом алғас, үҙ йүнәлеше буйынса бер көн дә эшләп ҡарамай, уларға ниндәй булһа ла берәй юғары уҡыу йортон тамамлау тураһында һүҙ мөһимерәк. Эшләмәүенең сәбәбен һөнәрен оҡшатмауы, эш хаҡының әҙ булыуы менән аңлатырға тырыша улар. Әммә күптәр был турала һөнәр алырҙан алда уҡ уйланырға кәрәклеген башына ла индермәй. Шул сәбәпле, дипломлы, әммә файҙаһыҙ, эшһеҙ белгестәр күбәйә лә инде. Бер көн дә эшләмәйенсә, кеҫәлә бушҡа ятҡан диплом менән генә эре сирттереп хәбәр һөйләп булмай шул. Күберәк аҡса алып, икенсе көнгә ышанып йәшәү өсөн диплом менән бергә ҡалын елкә лә талап ителә. Тик бөгөнгө йәштәрҙең күбеһенең сыҙамлығы ла самалы ғына. Уларға тиҙ һәм күп булһын. Шул арҡала элек-электән иң абруйлы һаналған һөнәрҙәрҙең бәҫе лә төшөп китә. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең социологтары әйтеүенсә, Рәсәй халҡының 40 проценттан күберәге, уҡытыусы булып етерлек аҡса эшләп булмай, был һөнәрҙең абруйы ла юҡ, тигән фекерҙә...
Республикала йыл башынан рәсми теркәлгән 18 мең эшһеҙҙе иҫәпкә алғанда, ҡайһы берәүҙәр һөнәр һайлағанда ҡайһы ере менән уйлай икән тип тә ғәжәп итәһең. Алған белемең файҙа килтермәгәс, уның өсөн әллә нисәмә йыл сабата туҙҙырыуҙың кәрәге бармы икән һуң? Тик, үкенескә күрә, бөгөн күптәр ата-әсәһенең үҙен уҡытыуға түккән сығымдарын да ҡаплай алмай. Кеҫәләге әлеңге ҡатырға арҡаһында күптәр ябай эшсе булып эшләргә лә тартына. Шул арҡала юғары белемле белгес булып, өйҙә ятыусылар күбәйә. Юғары иҡтисад мәктәбе эксперттары бушты бушҡа ауҙарыусы йәштәр һанын иҫәпләгән. Бөгөн Рәсәйҙә 15 йәштән 24 йәшкәсә егет һәм ҡыҙҙарҙың 15 проценты бер ҡайҙа ла уҡымай ҙа, эшләмәй ҙә икән. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, был 2 миллиондан ашыу кеше тигән һүҙ. Дипломлы белгестәр менән донъя тулған, ә эшһеҙҙәр һаны кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара. Бөгөн республикала рәсми эшһеҙҙәр һаны 18 мең булһа, буш эш урындары 46 300-гә еткән. Был иһә, эшсе ҡулдарҙың һәр саҡта ла кәрәк һәм уларға ихтыяж ҙур булыуын аңларға теләмәйенсә, булдыра алмағанға үрелеүҙе, йәғни һауалағы торнаға алданып, ҡулыңдағы турғайҙы ысҡындырыуға бәрәбәр.
Һәр кем үҙ урынын белеп, мөмкинлегенән сығып күңеленә ятҡан һөнәр һайлаһа, илебеҙ иҡтисады ла, үҙебеҙ ҙә файҙа ғына күрер инек тә бит. Бәлки, был осраҡта оҙон аҡса эҙләп, ҡайҙалыр ситкә лә китергә кәрәкмәҫ ине. Ҡыҙыҡ өсөн Рәсәйҙә иң аҡсалы эшсе һөнәрҙәр исемлегенә күҙ һалайыҡ. Мәҫәлән, Мәскәүҙә автослесарға 120 мең һум тәҡдим итһәләр, төҙөлөш инженеры һәм прорабҡа, шулай уҡ буяусы-штукатурға 100 мең һум вәғәҙәләйҙәр. Сантехник, балта оҫтаһына иһә 80-90 мең һум түләргә ризалар. Ошо урында илдәге иң аҡсалы төбәктәр исемлегенә лә күҙ төшөрәйек. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, иң юғары айлыҡ килем Ямал-Ненец автономиялы округында иҫәпләнә. Ундағы килем уртаса 100 мең һумға барып баҫа. Унан һуң Чукотка һәм Мәскәү ҡалаһы килә. Иң аҙ аҡсаны, айына 24 402 һумды, Алтай крайында түләйҙәр. Башҡортостан исемлектең урта өлөшөнә тура килә. Үҙебеҙҙекеләр ситкә китеп эшләргә тырышһа ла, ситтән беҙгә килеп эшләгәндәр ҙә бихисап. Юғары белемле яҡташтарыбыҙҙың ситкә китеп тормошон яйларға тырышыуы ситтән белемһеҙ гастарбайтерҙарҙың беҙгә килеп тамыр нығытыуына ла юл аса. Мәҫәлән, ете ай эсендә республикаға - 80 308 кеше килгән, 84 035 кеше ситкә киткән һәм шул арҡала халыҡ һаны 3 727 кешегә кәмегән. Белорет, Әбйәлил, Бөрйән райондарын сағыштырып ҡарайыҡ. Ошо райондар араһында Белоретта сәнәғәт етештереүе нығыраҡ үҫешкән, эш урындары ла күберәк кеүек, әммә статистика кире динамика күрһәтә. Йыл башынан Белорет районы һәм ҡалаһына 1 540 кеше килһә, 1 756 кеше ситкә сығып киткән, халыҡ һаны 216-ға кәмегән. Әбйәлил районына 1 321 кеше килгән, 976-һы ситкә киткән, район халҡы 345 кешегә артҡан. Бөрйән районына иһә 344 кеше килгән, 213 киткән, халыҡ һаны 131-гә артҡан.
Әйткәндәй, республикаға яңы етәксе килеү менән социаль селтәрҙәрҙә төрлө тәҡдимдәр, ялыуҙар, кәңәштәрҙе үҙ эсенә алған яҙыуҙар күбәйҙе. Улар араһында Себергә, башҡа өлкәләргә һәм ҡалаларға эш артынан киткән ир-егеттәрҙе ҡайтарыу, бының өсөн яңы эш урындары булдырыу кәрәклеген кәңәш иткән сығыштар айырыуса күп. Был шул тиклем өлгөрөп еткән аяныслы хәл: ир-егеттәрһеҙ ҡалған ауылдар, атайҙарһыҙ ҡалған ғаиләләр ишәйгәндән-ишәйә бара. Тик был эш нисек тормошҡа ашырылыр, быныһын инде ваҡыт күрһәтер.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.18 | Ҡаралған: 743

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru