«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЛӘЛ ЕФЕТЕҢӘ "ӘСӘҺЕ", "АТАҺЫ" ТИП ӨНДӘШ, ӘЙҘӘ
+  - 



Гәзитебеҙ биттәрендә баҫылған туған телебеҙгә ҡағылышлы мәҡәләләрҙе уҡырға яратам. Бигерәк тә "Әсәйем лөғәте" рубрикаһын диҡҡәт менән уҡып, телебеҙҙәге һуңғы быуат эсендә онотола барған ҡайһы бер һүҙҙәре менән тәүгә танышып, йә иһә ҡасандыр оло кешеләрҙән ишеткеләгән, әммә хәтерҙән юйылып киткәндәренең байтаҡ ҡыналарын ҡабаттан иҫләй йөрөйөм. Үкенескә, көндәлек һөйләшеүебеҙҙә файҙаланмау арҡаһында, күп кенә һүҙҙәребеҙ әкренләп кенә ҡулланыуҙан төшөп ҡалып бара. Иң яҡшы осраҡта ла, һүҙлектәрҙән генә таба алабыҙ уларҙы. Баҫмабыҙҙа туған телебеҙгә ҡағылышлы рубрикалар булыуы гәзит уҡыусыларыбыҙға артабан да телебеҙҙе байытыу мөмкинлеге биреүе шикһеҙ.

Төрлө-төрлө диалекттар…

Быйылғы һандарҙың береһендәге "Ҡоҙалар-ҡоҙасалар" тип аталған мәҡәләмдә республикабыҙ райондарындағы һәр төрлө һөйләшеү диалекттары хаҡында бер килке яҙып сығарғайным. Милләттәштәребеҙҙең төрлөсәрәк итеп һөйләшеүе башҡорт телен боҙоу түгел, ә, киреһенсә, уның ни тиклем бай икәнен күрһәтеү һәм ана шул диалекттарҙы өйрәнеү зарурлығы хаҡында фекеремде әйтеп үткәйнем. Сығышы Стәрлебаш районынан булған танышым менән ҡасандыр булған бер әңгәмәләшеүем әлеге диалекттар хаҡында тағы бер аҙ һөйләшеп алыуға һәм бына ошо мәҡәләмде яҙырға тотоноуыма сәбәп булды. Бер улы Хәйбулла районы ҡыҙы менән танышып алғас, ана шул яҡтарҙағы һөйләшеү алымдарына иғтибар иткән икән танышым. - Хәйбуллалар башҡортса дөрөҫ һөйләшмәйҙәр икән дә баһа, - тине ул миңә бер мәл.
- Нимәһен дөрөҫ әйтмәй улар?
- Мәҫәлән, "Хәйбулла ҡыҙы" тип әйтәһе урынға улар "Хәйбулла ғыҙы" тиҙәр. "Ғыҙ" тигән һүҙ башҡортта юҡ табаһа.
- Беҙ, баймаҡтар ҙа, тап ана шулай һөйләшәбеҙ ул. Баймаҡ ҡыҙы, Стәрлебаш ҡыҙы, тип тә әйтәбеҙ, әммә Хәйбулла ғыҙы, Йылайыр ғыҙы, Әбйәлил ғыҙы ла тибеҙ. "Ҡыҙы" һүҙенән алдағы торған һүҙҙең ниндәй өн менән бөтөүенә ҡарап... Ҡырмыҫҡалы районынан булған бер хеҙмәттәшемдем "бартым", "килтем", "һалтым" тип һөйләшкәненә бер мәл иғтибар иткәйнем, әммә уға "башҡортса таҙа һөйләшмәйһең", тигән иҫкәртеү яһаманым, тик "бына шундай һөйләшеүҙәр ҙә бар икән", тип, уны хәтерләп кенә ҡалырға тырыштым.
Әрмелә саҡта Ҡурған өлкәһенән булған бер башҡорт һалдатының ҡаҙ, баҙ, тоҙ һымағыраҡ һүҙҙәрҙе "ҡаһ", "баһ", "тоһ" тип һөйләшкәнен иҫләп ҡалдым. Ул ғына ла түгел, хатта беҙҙең Баймаҡ яғында ла "баһам", "аһам", "ҡыһам" тигән һөйләшеүҙәрҙе йыш ҡулланалар. "Ҡыҫҡа"ны "ҡыһҡа", хатта "ҡыһҡаҡ" тип тә әйткеләйҙәр, ә ҡайһы берәүҙәр ҡыҫаланы "ҡыһала" тиҙәр. Әҙәби тип аталған телебеҙҙән бер аҙ башҡараҡ булған "һаһыҡ", "ҡыһтырғыс" һымағыраҡ һүҙҙәр бихисап. Әсәйем мәрхүмә һәм унан башҡа оло быуын кешеләре "ҙур" тигән һүҙҙе "һур" тип һөйләшә торғайны. "Хәҙер һурайҙың бит инде..." тигәндәрен хәтерләйем. Мәктәптә ундай диалекттарҙы өйрәнмәгәнгә күрә, миңә боронғо кешеләр дөрөҫ һөйләшмәгән һымаҡ тойола ине.
"Төштән һуң" тигән һүҙбәйләнеште Баймаҡ яҡтарында "төштән кире" тип тә әйтәләр. Бындай һөйләшеүҙе Ғалимов Сәләм дә ҡулланғандыр, тип уйлайым, сөнки уның "Крәҫтиән субы" тип аталған бер шаян шиғырында "...Ну, гражданин, этот суп - ваших суптан чем кире?.." тигән юлдар бар.
Йылайыр районы Ишҡужа ауылында тыуып үҫкән атайымдың "ҡабаланма" тиеү урынға "әптәләнмә" тигәнен ишетеп үҫтем. Шул район вәкилдәре был һүҙҙе йыш ҡына ҡуллана икән.
Ауылда элегерәк шулай уҡ "көлле" һүҙен йыш ҡуллана торғайнылар. Мәҫәлән, берәү икенсеһен ҡунаҡҡа саҡырып, "Көллегеҙ ҙә килегеҙ" (бөтәгеҙ ҙә килегеҙ), тип өндәшә. Башҡа бихисап һүҙҙәр кеүек, ул ғәрәп теленән ингән, урыҫ теленә всё, всякий, каждый, тип тәржемәләнә. Берәү ҡыҙын ситкә кейәүгә бирһә, "Ниндәй йынс кешеһенә сыҡты ҡыҙығыҙ?" тип һорағандарын да ишеткәнем бар. Әсәйем дә йыш ҡына: "Кәләште үҙ йынсығыҙҙан алығыҙ", - ти торғайны, йәнәһе, үҙ милләтеңдән. Ә әҙәби телебеҙҙә "йынс" һүҙе "енес" булып ҡына һаҡланып ҡалған. Был һүҙҙең ғәрәпсәнән урыҫ теленә тәржемәһе - принадлежность к чему-либо (половая, национальная и.т.д.). Икенсе төрлө итеп әйткәндә, боронғо ата-бабаларыбыҙ ошо һүҙҙе тулыһынса, киңерәк мәғәнәлә ҡулланған икән.
"Үҙ иркенән тыш", йәғни, мәжбүри рәүештә, тигән һүҙбәйләнеште беҙҙең яҡта, шулай уҡ, "иркенән ғәйри", тип тә әйтә торғайнылар. "Ғәйри" һүҙе ғәрәпсәнән руссаға "кроме" тип тәржемәләнә. Ошо һүҙҙе лә һуңғы йылдарҙа әллә ни ишеткәнем юҡ. Онотолоп бара, ахырыһы.
"Әсәйем лөғәте" рубрикаһындағы "лөғәт" тә ғәрәпсәнән "тел" тип тәржемәләнеүен башҡорт филологияһын өйрәнмәгән күпселектең белмәүендә шигем юҡ.

Хәләл ефет - иптәшме?

Республикабыҙ райондарындағы һәр төрлө диалекттарға иғтибар итеп, үҙебеҙҙең яҡ кешеләренең һөйләше менән сағыштырыуҙарым үҙемдең телемде байытыуға ла ярҙам итәлер, тип уйлайым. Ҡайһы саҡ, шулай ҙа, телебеҙгә бер аҙ ятыраҡ һүҙҙәр ҙә килеп ингеләгән һымаҡ. Бер ағайҙың икенсе бер таныш ҡатын менән һөйләшеүенә иғтибар иттем. Ҡатын үҙенең хәләл ефетен "иптәшем", тип атағас, был ағай: "Ул һиңә нишләп иптәш булһын, "ирем", тип әйтһәң ни була?" - тигән иҫкәрмә яһаны. Ағайҙың уйынлы-ысынлы әйткәненән мәҙәк табып, көлөп кенә, оноторға ла булыр ине, тик бына ошо һүҙҙәрҙә туған телебеҙгә ҡағылышлы мөһим генә бер мәғәнә ятҡан һымаҡ тойолдо. Никахта торған парҙарҙың береһе икенсеһен "иптәш" тип атауын электән күп мәртәбәләр ишетеп йөрөгән булһам да, бығаса әллә ни иғтибар итмәгәнмен икән. Ысынлап та, был һүҙ "товарищ", тигәнде аңлата түгелме?..
Сирек быуат хеҙмәт иткән дәүерҙә үҙем ул һүҙҙе әллә күпме меңәрләгән тапҡыр ҡулланғанмындыр. "Иптәш полковник", "иптәш капитан", "иптәш сержант"... тип көнөнә генә әллә нисә тапҡырҙар мөрәжәғәт итергә тура килә ине. Элеккерәкке бер фильмда берәүҙең үҙенең ҡатынына "товарищ Надя" тип өндәшкәнен ишеткәс, ирмәк кенә тойолғайны. Күрәһең, ул ваҡытта был һүҙ модала булғандыр һәм беҙҙең телебеҙгә лә шул мәлдәрәк килеп ингәндер. Башҡортса-русса һүҙлектә был һүҙ мәғәнәләренең береһе "супруг, супруга", тип тәржемә ителә. Берәүҙең ҡатыны йәиһә ире хаҡында һөйләгәндә "уның тормош иптәше", тигән һүҙбәйләнеште йыш ҡулланабыҙ шул. Коммунизм төҙөүсенең әхлаҡ кодексында "Кеше - кешегә дуҫ, иптәш һәм туған", тип яҙылғанын хәтерләйем. Фекерҙе шундайыраҡ йүнәлештә тағатып алып, уйлай башлаһаң, ысынлап та, кеше үҙенең хәләл ефете менән дуҫтарса, иптәштәрсә, йәиһә туғандарса, ғөмүмән, татыу мөнәсәбәттә генә лә булырға тейеш. Тик, шуға ла ҡарамаҫтан, башта әйткәндәй, ҡатыныңды "иптәш" тип атау барыбер килешеп етмәгән һымаҡ.
Үҙеңдең хәләл ефетең хаҡында һүҙ барғанда, башҡорт телендә унан башҡа ла атамалар күп, әлхәмдүлиллаһ. Мәҫәлән, күп кенә кешеләр бер-береһен Әлмира, Гөлмира, Фәүзиә, Таһир, Йосоп, тип исеме менән атай. Ә кемдер үҙенең ҡатынын хатта ҡартайып киткәндән һуң да "минең кәләш" тип кенә алып йөрөй. Үҙенә генә өндәшкән саҡта (кәйефкә ҡарап) "һөйөклөм", "бәғрем", "йөрәгем", "алтыным", тип әйтеү ҙә насар түгелдер.
Элегерәк яҙылған китаптарҙағы хикәйәләргә иғтибар итһәң, унда ирҙәр үҙҙәренең һөйөклөһөнә "бисәкәй" тип тә мөрәжәғәт итә. Тик нишләптер, хәҙерге бәғзе ҡатындар былай өндәшеүҙе әллә ни өнәп етмәй. Минең хәләл ефетем дә йәш саҡта ана шулай тип өндәшһәң, "Был һүҙ мәҙәни булмаған һымағыраҡ яңғырай бит. "Бисә", тигәс тә, илле-алтмыш йәштәр самаһындағы, "мөлкөп" йөрөгән йыуантағыраҡ ҡатынды күҙ алдына килтерәм", тигәйне. Йәнәһе лә, был мөрәжәғәт йәш ҡатындарға килешеп етмәй. Бындай фекер, әлбиттә, дөрөҫлөккә тап килмәй. Беҙҙең тирәлә (Баймаҡ районында) был һүҙҙе, "фәлән кешенең бисәһе", тип, башлыса, икенсе бер сит ҡатын хаҡында һөйләшкәндә ҡулланыуҙары сәбәпле, шулай тойолғандыр уға. Күп кенә башҡа райондарҙа ошо термин ир кешенең үҙенең хәләл ефетенә ғәҙәттәге мөрәжәғәт итеү һүҙе булып тора бит. Ә оло йәштәгеләрҙең (айырыуса, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла тирәләрендә) хәләл ефетен "әбейем", тип атағанын беләм.
Элегерәк беҙ бала саҡта ауылыбыҙҙа йәшәгән ҡарт ҡына бер инәй үҙен "әбей", тип әйткәндере менән килешмәй, кешеләрҙе: "Нишләп мин әбей булайым, бисә, тип атағыҙ", - тип төҙәткән. Бәғзе бер райондарҙа "әбей" атамаһы менән өләсәләренә, ә кемдәрҙер ҡәйнәләренә өндәшә. Мәҫәлән, ҡайны-ҡәйнәләре Стәрлетамаҡ яғынан булған ҡустым хәләл ефетенең ата-әсәһен "бабай", "әбей" тип атай. Баштан уҡ уға шулай тип өндәшергә ҡушҡандар икән. Ә киленебеҙ беҙҙең атай-әсәйебеҙгә "ҡайным" һәм "ҡәйнәм" ти торғайны.
Минең атайым һәм әсәйемә килгәндә инде, ул мәрхүмдәрҙең бер-береһенә исеме менән өндәшкәнен бер ваҡытта ла ишеткәнем булманы. Исемләп тә, башҡа берәй төрлө атама менән дә түгел, береһе икенсеһенә әйтер һүҙҙәрен шул көйөнсә генә нисектер әйтә ине. Әйтелгән һүҙҙәрҙең фәҡәт үҙенә генә йүнәлтелгәнен икенсеһе шунда уҡ аңлай. Күп кеше араһында булһалар ҙа, "һин кемгә әйтәһең ул", тип һорашмай торғайнылар. Ә инде береһе хаҡында башҡаларға ниҙер һөйләгәндә "балаларҙың атаһы, әсәһе", тип әйтерҙәр ине. Ейәнсура районында йәшәгән беҙҙең ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһенә "атаһы", "әсәһе", тип өндәшә торғайны.
Хәләл ефетеңә ҡарата бына ошо рәүештәге мөрәжәғәт шәриғәт ҡанундарына ла тап килә. Ислам динендә булған боронғо ата-бабаларыбыҙ һәр тарафтан шәриғәт буйынса йәшәргә тырышҡан. Тик һуңғы быуат дәүерендә генә телебеҙҙең күп кенә ҡиммәттәре үҙгәргеләп киткән. "Атаһы" йә "әсәһе" тип өндәшеүҙәр, минеңсә, балалар һәм башҡалар алдында бер-береңдең абруйын күтәреүгә лә ниндәйҙер кимәлдә сәбәпсе, ярҙамсы булып торалыр. Бер-береңә хөрмәт йөҙө менән мөрәжәғәт иткән һымағыраҡ яңғырай бит был һүҙҙәр. Ана шул боронғо "атаһы", "әсәһе", тигән матур яңғырашлы, гүзәл һүҙҙәребеҙҙең милләттәштәребеҙ теленән төшөп ҡалыуын бер ҙә генә теләмәйем. Үҙемдән башларға уйланым. Ошо мәҡәләне яҙа башлаған мәлдән, "әсәһе", тип хәләл ефетемдең маҙаһына тейәм. Күңелгә ятып торған был һүҙҙе телемде артабан байытыуҙың бер бәләкәй генә өлөшө итеп тоям.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.18 | Ҡаралған: 798

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru