«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕТӘКСЕБЕҘ ЯҢЫРҘЫ
+  - 

29 октябрҙә конкурс комиссияһы Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына кандидаттар араһынан өс дәғүәсене - Өфө районының Социаль үҫеш программаларына булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Руслан Зәйнуллинды, Киров районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Олег Котовты һәм Өфөнөң "Газпром газ бүлеү" йәмғиәте генераль директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары Өлфәт Мостафинды һайлап алды.

Шул көндө үк Өфө ҡала Советы ултырышында был дәғүәселәрҙең һәр ҡайһыһы Башҡортостандың баш ҡалаһын үҫтереү концепцияһы менән таныштырҙы. Сығыштарҙан һуң депутаттар кандидаттарҙың береһен - Өлфәт Мостафинды Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы итеп һайланы һәм уның менән килешеү төҙөнө. Өфө ҡала Советы депутаттары алдында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ул депутаттар корпусының ҡарары төплө уйланылған тип билдәләне.
- Өлфәт Мансур улын күптән белеүемде йәшермәйем. Беҙҙе эшлекле һәм шәхси мөнәсәбәттәр бәйләй. Яңы хакимиәт башлығы һәм уның командаһы ҡала үҫешһен, Өфө халҡына бөтә яҡтан уңайлыҡтар тыуҙырылһын өсөн барыһын да эшләр тип өмөтләнәм. Был бик ҙур яуаплылыҡ һәм Һеҙ, Өлфәт Мансур улы, намыҫлы кеше булараҡ, алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы атҡара алырһығыҙ тип ышанам. Өфө - ул Башҡортостан. Бында республика халҡының дүрттән бер өлөшө йәшәй. Башҡортостан Хөкүмәте ҡала хакимиәтенең тоғро ярҙамсыһы булырға тейеш. Өфөлә ағымдағы хәлдәр торошона булышлыҡ итеү, тығыҙ бәйләнештә эшләү өсөн бер төркөм аныҡ ҡарарҙар ҡабул иттек тә инде, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Әйткәндәй, Мостафин Өлфәт Мансур улы 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында тыуған. Өфө еңел сәнәғәт техникумын, Өфө авиация институтын тамамлай, армияла хеҙмәт итә. Техник фәндәр кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө торлаҡ-файҙаланыу идаралығында башлай. 90-сы йылдарҙан "Газпром" системаһында эшләй. 2003 йылда Өлфәт Мостафин Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә финанс-хужалыҡ идаралығы начальнигы вазифаһына күсә. 2010 -2013 йылдарҙа Иҡтисади, технологик һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығында эшләй, һуңынан "Газпром"ға ҡайта.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.18 | Ҡаралған: 617

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru