«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ТАМЫРҘАР, ЙӘКИ АЛАН, ҠАУАР ҺӘМ ХИОНИТ СЫҒЫШЛЫ БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА
+  - 

Археологтар бахмут, именьков, турбаҫлы, кушнаренко һәм ҡара яҡуп мәҙәниәте тип атап йөрөткән ҡәүемдәр башҡорт этногенезында ярайһы уҡ билдәле эҙ ҡалдырған. Быны яҙма ҡомартҡыларҙан да, антропология мәғлүмәттәренән һәм традицион башҡорт мәҙәниәтенән дә табырға була. Тикшеренеүселәр бахмутлыларҙы башлыса фин теллеләр, ҡара яҡуп һәм кушнаренко мәҙәниәтенә ҡарағандарҙы уғырҙар менән бәйләһә, именьковсылар сығышы буйынса, минеңсә, гун ҡәбиләләре берләшмәһенә ҡараған Азов буйы аландарынан, йә булмаһа, венгрҙарҙың этногенезенда һәм тарихында әүҙем ҡатнашҡан ҡауарҙарҙан булған.

Ф. Сөнәғәтовтың тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, турбаҫлы мәҙәниәтенең барлыҡҡа килеүе нигеҙендә ике миграцион процесс ята: беренсеһе V быуатта аландар, икенсеһе VI быуат урталарындағы Арал буйы күскенселәре менән бәйле.
Ҡытай илсеһе Чанг-Киендың беҙҙең эраға тиклем 128 йылда яҙған отчетында именьков һәм тәүге турбаҫлыларҙың ата-бабалары йәшәгән район Ан-тсай провинцияһы, тип исемләнә, ә беҙҙең эра башына ҡараған боронғо ҡытай хроникаларында бахмутлыларҙың ата-бабалары Янь ҡәбиләләре тип атала. Был терминдар ҡытай транскрипцияһынан Ар-сай һәм Ар рәүешендә ҡайтарыла. Ан-тсай һүҙен аландарҙың этник компонентын тәшкил иткән аорстар, ә Янь атамаһын удмурттарҙың икенсе исеме булған ар һүҙе менән сағыштырып була. Шулай уҡ V быуатта "Кесе Хань тарихы"нда элекке Ан-тсай провинцияһының хәҙер алан халҡы йәшәгән ер булыуы тураһында әйтелә, ә был аорстарҙың аландар составына инеү фактына тура килә. Е. П. Казакова билдәләүенсә, һуңғараҡ осорҙа йәшәүсе турбаҫлылар - хиониттар, улар ҡытай йылъяҙмаларында "хуни" тип атала, ә ҡытайҙар уларҙы бер ваҡытта ла һундар менән бутамаған.
Ҡытай йылъяҙмаларында кушнаренко һәм ҡара яҡуп мәҙәниәте кешеләре Ун-го, йәғни уғырҙар атамаһы аҫтында билдәле. 643 йылғы ҡытай сығанаҡтарында телес ҡәбиләһенә ҡараған ба-шу-ки-ли - башҡорттар ҙа иҫкә алына, ә VIII- IX быуаттарҙа булғар һәм башҡорттарҙың ата-бабалары бо-хан һәм бей-дин исемдәре менән аталған.
Бахмут (ар), именьков (ҡауар), турбаҫлы (алан һәм хиона), кушнаренко (уғыр), ҡара яҡуп (мадъяр) мәҙәниәттәре ҡәүемдәренең башҡорт этногенезенда ҡатнашыуын асыҡлар өсөн уларҙы башҡорт ырыу-ҡәбилә атамалары менән сағыштырып ҡарарға кәрәк. Мәҫәлән, фин телле арҙарға башҡорттарҙың арымаҫтары, ҡауарҙарға - ҡауарҙы, аландарға - Оран (Уран), хиондарға - һыу-ун, һун, уғыр һәм һунғарҙарға - унғар, мадъярҙарға - мишәр атамалары тура килә.
Боронғо аландарҙың атамаһы төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында Оран, йәки Уран ҡәбиләһе исемендә сағылыш тапҡан, сөнки хорезм һөйләшендә "алан" этнонимы "арйән, оран" рәүешендә яңғырай. Башҡортостандың Ғафури районындағы Ҡауарҙы ауылы көнбайыш табындарының Кәлсәр араһына ҡарай, был топоним боронғо ҡауар ҡәбиләһе исеменән килеп сыҡҡанға оҡшай. Ә хиониттарҙың этник эҙҙәре башҡорттарҙың су-ун, ун, һыу-ун ырыуҙары атамаларында сағылыш тапҡан. Ошо этноним һәм уға бәйле риүәйәттәргә нигеҙләнеп, Р.Ғ. Кузеев су-ундарҙы төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының боронғо төркөмө итеп ҡарай. Ошондай риүәйәттәрҙең береһендә су-ундарҙың үҙҙәрен ысын башҡорттар тип атап, ата-бабаларының диңгеҙ буйындағы боронғо ерҙәренән Ырымбур тарафтарына, ә унан, һунар итер яңы ерҙәр эҙләп, Ағиҙел буйҙарына килеп сығыуы тураһында бәйән ителә.
"Ун" нигеҙе шулай уҡ ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған һыу-ун, бишул нәҫеле унғар, үҫәргән, түңгәүер һәм бөрйәндәрҙең ун, ундар аралары атамаларында һаҡланып ҡалған. Ун ырыуында, ҡыпсаҡтарҙағы кеүек үк, һыу-ун аймағы бар.
Р.Ғ. Кузеев ҡыпсаҡтарға ҡараған һыу-ундар менән көнбайыш су-ундары араһында тарихи этник бәйләнеш булыу-булмауын асыҡлай алмаған. Был этник төркөмдәрҙең тамғалары араһында ла уртаҡлыҡ юҡ, су-ундарҙың тамғалары үҙенсәлекле, башҡа ырыуҙарҙыҡына оҡшамаған. Әммә су-ун ырыуының бишул-унғарҙар менән бәйләнеше булған, тип уйларға ерлек бар. Төньяҡҡа табан күсенгәнсе, су-ундар Ағиҙел үҙәнендә көн иткән. Үҙәк Башҡортостанда су-ундар көнбайыш табындарға күрше булып йәшәй, һәм был урыҫтар XVI быуат уртаһында Өфө ҡәлғәһен төҙөгәнсе дауам итә. Су-ундарҙың бер өлөшө Ағиҙел буйҙарында ҡала, һәм бында "ун" элементы ингән топонимдарҙы осратырға була.
Су-ун ҡәбиләһенең һыу-ун ырыуын Көньяҡ Урал хиониттарының туранан-тура вариҫтары, тип әйтергә була. Урта быуаттарҙағы көнбайыш хроникаларында аварҙарҙың "йылға хиониттары" тип аталыуы иғтибарға лайыҡ, мәғәнәһе буйынса был "һыу-ун"дарға, йәғни "йылға (һ)ун"дарына яҡын тора. Шулай уҡ көньяҡ-көнсығыш башҡорттары ҡәбиләләре составындағы ырыу араларының һун, һуна, һундар тип аталғандары ла хиониттарға ҡарауы мөмкин. Бындағы һуна этнонимы хиониттарҙың Авестала сағылыш тапҡан Хаона, Хиона формаларына тура килә. Р.Ғ. Кузеев та су-ун ҡәбиләһенең Урал буйҙарындағы тәүге башҡорт миграцияһында ҡатнашыуын раҫлай.
Шулай итеп, су-ун ҡәбиләһе тураһындағы тарихи мәғлүмәттәр, диңгеҙ буйынан күсенеп килеү тасуирланған риүәйәттәр, су-ундарҙың Ырымбур яҡтарынан Ағиҙел, Танып буйҙарына күсенеүе, үҙәк һәм көньяҡ Башҡортостанда "ун" нигеҙе ингән этнонимдарҙың һаҡланып ҡалыуы, тик су-ундарға ғына хас булған булған тамғалар булыуы - былар барыһы ла су-ундарҙың ата-бабалары 558 йылда Ашин төркиҙәре ҡыҫымы аҫтында Һыр даръя һәм Арал буйҙарынан Уралға күсеп килгән хиониттарҙың вариҫтары булған, тип иҫәпләргә ерлек бирә.

Булат МОРАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.18 | Ҡаралған: 661

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru