«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАЛАПТАР ҠАТЫЛАНА...
+  - 



Ҡала хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмә Федор Решетниковтың киң билдәле "Тағы ла икеле" картинаһын күҙ алдына баҫтырҙы. Сөнки был юлы ҡала башлығы оператив кәңәшмәне уҙған аҙналарҙа ҡушылған бурыстарҙың үтәлешен тикшереүҙән башланы. Юҡ, яуаплы вазифа биләүселәр икеле алған малай кеүек баштарын эйеп, күҙҙәрен йәшереп баҫып торманы, ә ентекле итеп яуап бирергә тырышты.

Өлфәт Мансур улы яуап талап иткән иң беренсе мәсьәлә Өфө-Аэропорт юлының тирә-яғын ваҡ ағастарҙан таҙартыу ине. Был эш 31 октябрҙә тормошҡа ашырыла башлаған, ә инде уларҙы сығарыу 27 ноябргә тамамланасаҡ. Билдәләнеүенсә, Өфө-Аэропорт юлы ҡышҡы һәм йәйге таҙартыу регламентына ярашлы тәрбиәләнә, артабан йәш ағастарҙы ҡырҡыу ошо документҡа индереләсәк.
Шулай уҡ үткән кәңәшмәлә социаль тәғәйенләнештәге объекттар төҙөлөшө, төҙөлөш эштәрен ошо учреждениеларҙың ихтыяжын иҫәпкә алып планлаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереү бурысы ҡуйылғайны. Әлегә мәғариф буйынса кураторҙар менән берлектә кәңәшмә үткәрелгән, эш күләме билдәләнгән. 2019-2020 йылдарға мәктәптәр төҙөлөшөн проектлау талап ителә, әммә бының өсөн аҡса кәрәк. Иң мөһиме - эш бара.
Тағы бер ошо арала хәл ителергә тейешле проблема - Киров районында урынлашҡан, тарих һәм архитектура һәйкәле булып һаналған, мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелгән, әммә бөгөн ташландыҡ хәлдәге Вахмянин мунсаһына ҡағылышлы ине. Ҡала хакимиәте башлығы әйткәндән һуң унда ҡойманы тергеҙеү, буятыу буйынса ремонт эштәре башҡарылған, сит-яттар бина территорияһына инеп йөрөмәһен өсөн тәртип урынлаштырылған. Шулай уҡ территорияны үҙләштереү маҡсатында тағы ла ике инвесторҙы йәлеп итеү мөмкинлеге ҡаралған.
Шулай ҙа һуңғы ваҡытта ҡала округы хакимиәте башлығының ғына түгел, ғөмүмән, республика Башлығының иғтибар үҙәгендә пассажирҙар транспорты өлкәһендә тәртип урынлаштырыу мәсьәләһе торғандыр. Был йәһәттән, 23 октябрҙән алып 18 маршрут буйынса ҡайһы бер транспорт сараларының эшмәкәрлеге туҡтатылған. Ошо осорҙа Өфө ҡалаһының алыҫта ятҡан территорияларынан, биҫтәләренән (Яңы Максимовка, Затон, Йылҡыбай, Федоровка, Вотикеево һ.б.) граждандарҙан мөрәжәғәттәр ҙә килгән. Һөҙөмтәлә ғәмәлдәге 15 маршрутҡа төҙәтеүҙәр индерелеп, уларҙың ҡайһы берҙәре оҙайтылған, бәғзеләренең хәрәкәт юлы үҙгәртелгән. Бөгөнгә Затон биҫтәһендә проблема тулыһынса хәл ителгән, "Айгөл" биҫтәһе контролдә тотола. Махсус хеҙмәттәр граждандарҙың һәр мөрәжәғәтен иғтибарға ала. Ошо аҙна дауамында пассажирҙар транспорты тармағындағы хәл-торош тулыһынса тотороҡландырыласаҡ. Артабан ҡала хакимиәте башлығы Өфө ойошмалары һәм ҡала территорияһында алып барылған эштәр менән танышыуын дауам итеүен белдереп, уҙған аҙналағы сәфәре йомғаҡтары менән таныштырҙы. "Ер һәм милек мөнәсәбәттәре идаралығында булып, ойошманың төп эшмәкәрлек йүнәлештәре менән таныштым. Дөйөм алғанда, муниципаль хеҙмәт күрһәтеү системаһы яйға һалынған, "Берҙәм тәҙрә" системаһы индерелгән, документтарҙы 18 урында ҡабул итәләр. Мин булғанда сират юҡ ине. Килгән кешеләр менән аралашып, уларҙан тик ыңғай фекерҙәр генә ишеттем. Ойошма көнөнә 300-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Хеҙмәткәрҙәр алдына шундай бурыс ҡуйҙым: урындағы бюджетҡа муниципаль милекте файҙаланыуҙан, ҡала ерҙәрен һатыуҙан, ҡуртымға биреүҙән килгән килемде арттырыу зарур. Шулай уҡ идаралыҡҡа үҙ эшмәкәрлегендә асыҡлыҡтың яңы кимәленә сығырға кәрәк. Бер генә гражданда ла, хоҡуҡ һаҡлау органдарында ла уларҙың эшмәкәрлеге һорау тыуҙырырға тейеш түгел. Әйткәндәй, республика Хөкүмәте менән һөйләшелде, Идаралыҡ алдында МФЦ-ның ике "тәҙрәһе" эшен тергеҙеү бурысы тора".
Шулай уҡ Өлфәт Мансур улы Архитектура һәм ҡала төҙөлөшөнөң баш идаралығы менән танышыуы тураһында ла бәйән итте, ойошманың технологик процестарҙы автоматлаштырыу системаһына эйә булыуы, әммә уның һуңғы йылдарҙа яңыртылмауына үкенес белдерҙе. "Был финанслауға бәйле мәсьәлә, - тине ул. - Хәл-торошто яҡшыртырға һәм яңы кимәлгә сығырға кәрәк, сөнки ҡала төҙөлөшө - иң ҡиммәтле, хаталарҙы төҙәтеү ауыр булған тармаҡ. Шуға күрә, әле үк айырым бурыстарға, маҡсаттарға өлгәшергә кәрәк".
Бер мәл ҡала халҡының урамдарҙың яҡтыртылмауына зарланыуын иҫләйһегеҙҙер? Быйыл иһә был проблема Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусының иғтибар үҙәгендә. Ошо йәһәттән Өлфәт Мансур улы: "Быға тиклем төнгө 12-се яртынан иртәнге 6-ға тиклем экономия маҡсатында уттар һүндерелһә, хәҙер график төнгө 1-ҙән иртәнге 5-кә тиклем үҙгәртелде", - тип белдерҙе. Ҡала башлыҡтарына иһә урамдарҙы яҡтыртыу буйынса талаптарҙы тайпылышһыҙ үтәргә ҡушылды.
Оператив кәңәшмәнең төп темаһы булып ҡышҡы миҙгелдә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса сараларҙың һәм махсус көстәрҙең әҙерлеге торҙо. Ҡала хакимиәте башлығы янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәренә баҡсаларҙа, шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙе лә, уларға барыу юлдарының торошон да күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ҡушты. Бигерәк тә төҙөлөш эштәре барған юлдаш-ҡасабаларҙы, вагондарҙа йәшәүсе төҙөүселәрҙе айырым контролгә алырға ҡушты.
Кәңәшмә һуңында Өлфәт Мансур улы ни өсөн объекттарҙы тапшырыу ваҡытының графиктан сығыуы, ремонт сифатының ҡәнәғәтләнерлек булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Милекселәрҙән ошо йәһәттән ялыуҙар килеүе дауам итә. Былтыр улар 269 булһа, быйыл мөрәжәғәттәрҙең һаны 225. "Күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда бер үк кимәлдә. Ни өсөн алға китеш юҡ?" - тип, һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы ҡала хакимиәте башлығы. Әммә әлегә ҡәнәғәтләнерлек яуап ишетелмәне. Баһа тағы ла икелеме?..

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.18 | Ҡаралған: 618

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru