«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХЫБЫҘҘЫҢ ТЕРЕ ШАҺИТЫ УЛ
+  - 



Быйыл Санкт-Петербургта уҙғарылған иҡтисад форумында кинәт кенә каустик сода итеп эшкәртелеү ҡаралған Торатау яҙмышы хаҡында мәсьәлә ҡуҙғатылды. Был мәсьәләгә сит ил дини көстәренең емерткес ҡыҫылыштары, аҡса түләнгән экологтар ҡаршылығы һәм башҡа имеш-мимештәр телгә алынды унда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай һүҙ ҡуйыртыуҙар араһында хаҡ һүҙ әйтер тарихсылар һәм этнологтар тауышы ишетелмәне. Ысынлап та, йәмәғәтселек аңында бер үк объъект төрлө юҫыҡта сағылыш табырға мөмкин. Бер яҡтан, Торатау - еңел генә ҡулға төшөрә алырҙай ҡиммәтле сеймал сығанағы, икенсе яҡтан, башҡорт халҡының мифик һәм тарихи мираҫының айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ул ябай бер ландшафт өҙөгө түгел, ә башҡорттоң үткәненә ҡағылышлы ваҡиғалар ҡатнашсыһы һәм уның тере шаһиты ла.

Әйткәндәй, социологияла бындай айырмалыҡтар йыш осрап тора. ХХ быуат баштарында социология фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Вернер Зомбарт киң таралған әлеге ошо ике социаль тип - "батыр" һәм "сауҙагәр" төшөнсәләренә билдәләмә биргән. Бындай классификация айырым кешеләргә генә түгел, милләттәргә лә ҡағыла, тип иҫәпләй ул. Сауҙагәрҙәр тормош алдына фәҡәт бер генә һорау ҡуя: "Һин миңә нимә бирә алаһың, тормош?" Улар өсөн кеше йә милләт тормошо - ни бары бер нисә уңышлы йә уңышһыҙ сауҙа ғәмәле. Ул ғәмәл кем менән башҡарыла - башҡа кешеләр, дәүләттәр әллә яҙмыш менәнме - быныһы мөһим түгел. Мөһиме шул: бындай сауҙа матди етешлек, уңайлыҡ һәм үҫә барған ҡулланыу ихтыяжын тәьмин итеүсе ҡиммәттәрҙән торған килем генә килтерһен. Ахыр сиктә, иҡтисади мәнфәғәт кешелек йәшәйешенең бөтөн мәсьәләләрен ҡамшап китә.
"Батыр" шулай уҡ тормошҡа үҙ һорауын бирә, тик ул былайыраҡ яңғырай: "Мин һиңә ни бирә алам, тормош?" Әгәр сауҙагәр үҙе аҙыраҡ биреп, күберәк алырға теләһә, "батыр" иһә үҙен изге ғәмәлдәр атҡарыуға арнай. Уның тормошоноң төп асылы - үҙен ҡорбан килтереү. Тик бына нимә хаҡына? Халыҡтар ижадында беҙ быға бер төрлө генә яуап таба алмайбыҙ. Европа халыҡтары эпостарында "дуҫың өсөн" үлемгә дан йырлана. Төрки халыҡтарҙа ырыуҙаштар өсөн үлеү мәртәбә булһа, һуңғыраҡ варианттарҙа хаким өсөн үлергә, тип әйтелә. Ә башҡорт халҡының "Урал батыр" эпосында ағыуланған батыр үҙен ҡотҡараһы урынға, тере һыуҙы әйләнә-тирәгә бөркә. Башҡа халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында тере һыу тирә-йүнгә бөркөлмәй, ә һәләк булған батырҙарҙы терелтеүгә тотонола. Ә бына башҡорт эпосында бындай символик ғәмәл мәңгелекте, тыуған ерҙең изге булыуын раҫлай. Фәҡәт ул ғына мәңгелеккә лайыҡлы була ала. Айырым кеше йәки ырыу ғүмере бындай мәңгелеккә дәғүә итә алмай. Башҡорттоң тағы ла "Иҙеүкәй менән Мораҙым" эпосында ла төп персонаждарҙың береһе ҡылған гонаһтарының язаһы сифатында мәңгелек ғүмер йөгөн тартырға мәжбүр ителә.
Боронғо тарихты һөйләп, бөгөнгөгә төбәү ниндәй генә булһа ла мифтың төп мәғәнәһен тәшкил итә. "Урал батыр" күрһәткән идеаль үлем өлгөһөнә артабан башҡорт егеттәренең күп быуындары эйәреп, үҙҙәрен тыуған ере хаҡына ҡорбан итте. Һәм, киреһенсә, күп кенә төрки күсмә халыҡтары эпосы үҙ ырыу-ҡәбиләңде генә һаҡлап ҡалыу идеяһын үткәрә, сөнки күсмә тормош өсөн ерҙе биләп йә тартып алырға ла була.
Башҡорттар өсөн иһә тыуған ер әһәмиәте шул тиклем бөйөк икәнлеген шунан да күрергә була: ихтилалдар ваҡытында улар дошмандары ҡәберлектәрен юҡ итергә ынтылған. Революцияға тиклемге тарихсы Владимир Витевский 1735-1740 йылдарҙағы баш күтәреүҙәр мәлендә ҡәберлектәрҙе емереүҙәр, мәрхүмдәрҙең һөйәктәрен бырғатыу һәм яндырыуҙар хаҡында йәне көйөп яҙа. Әммә башҡорттар өсөн ер биләмәһенә хужа булыуҙың ундағы зыяраттар менән раҫланыу фактын тарихсы, күрәһең, белмәгәндер. Ә бит был йәһәттән башҡорттар ғына шулай фекер йөрөтмәгән. Бөйөк Пушкин урыҫ аңындағы ошо уҡ хәҡиҡәтте үҙенең шиғыр юлдары аша әйтеп биргән:
Два чувства дивно близки нам,
В них обретает сердце пищу:
Любовь к родному пепелищу,
Любовь к отечественным гробам.
Боронғо эпик мәғәнә бөгөнгө башҡорттар өсөн ниндәй дәрәжәлә көнүҙәк һуң? Социологик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, халыҡтың төп йәшәү ҡиммәттәре үҙгәрмәгән. ХХ быуат аҙаҡтарында Өфө вуздары студенттарына "Теге йәки был этнос вәкиле булыуҙың төп күрһәткестәре нимәлә?" тигән һорау бирелгәйне. Анкеталарҙа яуап варианттары күрһәтелгәйне: тел, мәҙәниәт, этник биләмә һ.б. Башҡорттарҙың күпселеге "Төп маркер - биләмә, Тыуған ил", тип яуап бирҙе. Ә Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре араһында бындай яуапты биреүселәр ике тапҡырға һирәгерәк булып сыҡты.
ХVIII быуатта уҡ әле академик ғалимдар билдәләүенсә, башҡорттарҙан башҡа бер генә халыҡтың да убалар, ҡаялар, шишмәләр, урмандар һәм башҡа ваҡ географик объекттар хаҡында шул тиклем күп һандағы хикәйәттәре һәм риүәйәттәре юҡ. Хатта йылға яры ла ниндәйҙер тарих сағылдырыусы бер нисә атамалағы участкаларға бүленә. ХVIII быуаттың 70-се йылдарында академик Петр Паллас былай тип яҙған: "Башҡорттарҙың бәләкәй һәм ҙур тауҙарға, бөтөн шишмәләргә һәм бәләкәй генә ҡушылдыҡтарға, уйһыуҙарға, сауҡалыҡтарға һәм бөтөн башҡа урындарға ла атама биргән исемдәре бик күп..." Ысынлап та, бөгөнгө этнографтар ҙа башҡорттарҙың йылға ярындағы ҡаяларға һәм текә ярлауҙарға шул ерҙәрҙән осоп төшөп һәләк булған кешеләрҙең исемдәре менән атау кеүек боронғо ғәҙәттәрен белә. Уларҙың ер-һыу атамаларында ғәҙәти булмаған ваҡиғалар тарихын сағылдырыу ғәҙәте оҙаҡ ваҡыттар дауам иткән. Ундай атамалар көндәлек ҡәҙимге тормош ағышына ниндәйҙер көтөлмәгәнлектең килеп инеүен һүрәтләгән. Учалы (үс алды), Атингән, Атһуяр, Бирмәҫбаш, Урыҫкүнгән, Саптарүлгән, Әбейаурыған, Ҡортатау, Ҡортүлгән, Талашты топонимдары башҡорттарҙың ошондай ваҡиғалар тарихын ер-һыу исемдәрендә һаҡлап ҡалыуҙы кәрәк тип табыуын белдергән. Бындай генеалогик һәм хәл-ваҡиға хикәйәтенән ошо ерҙең мифологик картаһы хасил булған һәм уның тәғәйенләнеше атама-адрес йүнәлешенән генә ғибәрәт булмаған. Башҡорттар тауҙарға айырыуса хөрмәт менән ҡараған. Милли мифологияны өйрәнеүсе билдәле этнограф Зәкирйән Әминев әйтеүенсә, тау - ул ҡәбилә биләмәһенең сакраль үҙәге булып тора. Һәр ҡәбиләнең үҙенең шундай тауы булған, башҡорттар унда яҙ һайын доға ҡылырға йыйыла торған булған. Ҡәбилә ерен сакраль һаҡлаусы булып, ғәҙәттә, тау баштарына таштан һалынған йә өйөп яһалған бағана рәүешендәге ҡарасҡылар (һаҡсылар) хеҙмәт иткән. Улар тик башҡорттар тарафынан ғына эшләнә торған булған һәм шул урындағы тау, ер-һыу эйәһенә бағышланған. Ошо урындарҙа йыл һайын аяттар уҡып, ҡорбан салыу йолалары башҡарылған.
Ә бына Торатау иһә бөтөн башҡорт халҡы өсөн дә изге иҫәпләнгән. Рәсәй Фәндәр академияһы адъюнкты Иван Лепехин 1770 йылда Башҡортостанда булғандан һуң тауҙы хөрмәтләү унда нуғай хандарының торағы булыу менән бәйле, тигән фекергә килгән. Шулай ҙа "нуғай хан" тигән һүҙбәйләнеш ысынбарлыҡҡа тап килеп бөтмәй, сөнки Нуғай урҙаһында хандар түгел, ә бейҙәр, йәғни кенәздәр идара итә. ХVIII -ХIХ быуаттарҙа башҡорттар Рус дәүләтенә ҡушылырҙан алда был крайҙа булған бөтөн хакимдарҙы ла нуғай хандары тип атаған. Иван Лепехин яҙыуынса, Торатау тағы ла шуның өсөн изге иҫәпләнгән: ул мосолман әүлиәләрен үҙенә һыйындырған. Һүҙ бында суфый шәйехтәренең Аллаға табыныу урындары итеп тау башында аулаҡ урындар һайлау йолаһы тураһында бара.
Лепехин яҙып ҡалдырыуынса, тәүҙә башҡорттар уны Торатауға алып барыуҙан баш тартҡан. Улар тауға бынан алда бирелгән вәғәҙәләрен үтәгән осраҡта ғына күтәрелә ала, тигән сәбәпкә һылтанғандар. Лепехин яҙмаларында әйтелеүенсә, уны тау битләүенә тиклем дә бик теләмәйенсә генә оҙатып килгәндәр. Юлдаштары академикҡа аныҡ миҫалдар нигеҙендә тауға күтәрелеү уның ғүмере өсөн хәүефле булыуын, бынан алдараҡ татарҙар менән фажиғәле тамамланған шундай ике тарих тураһында һөйләгәндәр. Әлеге икәү башҡорттарҙың "һармаҡлығынан" көлөү өсөн генә тауға күтәрелергә булған. Берәүһе "әлеге изге урынға" менеп, үҙенең "бысраҡ эшен башҡарып" төшкән һәм күп тә үтмәй, уның бөтөн ырыу-нәҫеле ҡырылған. Икенсеһен айыу өҙгөләгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, адъюнкт бер нисә башҡортто өгөтләп ризалатыуға өлгәшә. Тау һырты һөҙәк булыуға ҡарамаҫтан, 15 тапҡыр туҡтап, ял итеп алырға тура килде, тип яҙа Лепехин. Тауҙың иң түбәһендә оҙонса түңәрәк булып йәйелгән киң майҙан хасил була. Лепехин һүҙҙәренсә, унда йөҙләгән башҡорт өйөн урынлаштырып булыр ине. Ғалим һүрәтләүенсә, көньяҡ, һөҙәк яғынан 1770 йылға ҡәҙәр ҙә әле тауға менә торған махсус юл ғына түгел, һаҡлағыс валдарҙың ҡалдыҡтары ла һаҡланып ҡалған булған. Лепехинды оҙатып йөрөгән башҡорттар Торатау түбәһен ҡаплаған үҫемлектәрҙе лә хатта изге тип иҫәпләгән. Лепехин шунда үҫеп ултырған артыштың бер нисә ботағын гербарий өсөн һындырып алырға ынтылһа ла, башҡорттар махсус йола башҡарыуҙан тыш уны өҙөргә рөхсәт итмәгән. Улар ғалимға артыштың бөтөн төрки халыҡтарҙа ла яуыз көстәрҙе ҡыуа торған үҙенсәлеге барлығы тураһында һөйләгән. Бынан тыш, уға төньяҡлап тауҙың текә яғы битләүендә ниндәйҙер нуғай ханының хазиналары йәшерелгән мәмерйә барлығы тураһында һөйләгәндәр. Ваҡытында был алтын-көмөштәрҙе ике дөйәгә тейәп алып килгәндәр, имеш, ләкин был хазина суфый шәйехтәренең береһе тарафынан сихырланған. Шуға күрә лә был хазинаға юл бикле һәм ул сит күҙҙәргә күренмәй. Ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла Лепехин был мәмерйәгә төшөп, ҡаяның ситенә тиклем килеп етә, ләкин унда шул минутта уҡ кинәт ҡойоп яуа башлаған ямғырҙан йәшенер урындан башҡа бер ни ҙә тапмай.
Шулай ҙа Лепехиндың башҡорттарҙан ишеткән "ошо тау хаҡында "Сыңғыҙнамә" китабында бик күп нәмә яҙылған" тигән хәбәре ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Һүҙ бында ХVII быуаттың "Дәфтәр-и- Сыңғыҙнамә" тип аталған билдәле әҙәби ҡомартҡыһы хаҡында бара. Был ҡомартҡының башҡорттар араһында бик ныҡ таралған булыуы тураһында Владимир Даль яҙып ҡалдырған: "Башҡорт халҡы борон-борондан ырыуҙарға, йәғни беҙ уны улыстар тибеҙ, бүленгән. Һәр улыстың, йәғни ырыуҙың үҙ ораны, үҙ тамғаһы, ағасы һәм ҡошо булған, һәм башҡорттар ышаныуынса, бөтә был билдәләрҙе уларға Сыңғыҙхан үҙе тәғәйенләп бүлеп биргән..."
Был "Дәфтәр-и- Сыңғыҙнамә" әҙәби ҡомартҡыһының башҡортса вариантында бәйән ителеүенсә, Торатау янында Сыңғыҙхан нәҫеленән булған Добун Мәргәндең әсәһе Гөльямалик Күрекле йәшәгән. Шулай итеп, башҡорттар үҙҙәрен Сыңғыҙханға әсәһе яҡлап туғанлыҡтары булыуын раҫлай. "Дәфтәр-и- Сыңғыҙнамә" буйынса, бер туған ағайҙары Сыңғыҙхандың бөйөк империя төҙөү юлындағы төп дошмандары була. Әсә яғынан туғанлыҡ ептәре күренекле башҡорт әһелдәренә власть өсөн көрәшкә хоҡуҡ бирмәгән. Ләкин был туғанлыҡ ептәре Сыңғыҙханға монгол ырыуҙары араһында хакимлыҡ өсөн барған көсөргәнешле көрәшендә таяныс була. Әле үҫмер генә Сыңғыҙхан уны үлтерергә ниәтләнгән ағаларынан йәшеренергә мәжбүр булған ваҡытта буласаҡ хакимдың әсәһе башҡорттарҙың ырыу башлыҡтарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә лә инде. Асылда, "Сыңғыҙнамә" авторы раҫлауынса, башҡорт ырыу башлыҡтарының әүҙем ҡатнашлығынан тыш, Сыңғыҙхан бер ваҡытта ла монгол ҡәүемдәре башлығы була алмаҫ ине, һәм империя ла булмаҫ ине.
"Сыңғыҙнамә"лә Торатау хаҡында бәйән ителгәндәрҙе мифология өлкәһенә ҡайтарып ҡалдырырға ла булыр ине, ә бына Торатауҙың Сыңғыҙхан нәҫелдәре менән бәйләнешен дәлилләгән ХVII быуат сығанаҡтарын нисек аңлатырға? Әхмәтзәки Вәлиди Себер хандары һәм солтандарының Урта Азия хакимдары менән яҙышҡан хаттарын тапҡан, унда Торатау Себер ханы Күсемдең ейәне Әбләй Гәрәйҙең даими тораҡ урыны рәүешендә телгә алына. Әбләй Гәрәй был ваҡытта Өфө менән Томск араһындағы үҙ биләмәһен кире ҡайтарыу өсөн Мавераннахрҙан (Урта Азияла тарихи өлкә) хәрби ярҙам алырға өмөтләнгән була. Уның ғәскәрендә Урал аръяғы башҡорттарының Табын, Һеңрән һәм Терһәк ырыуҙары төп көстө тәшкил иткән. 1635 йылда ул Өфө нығытмаһы янындағы ауылдарға көтмәгәндә һөжүм менән ябырыла һәм Рәсәй хакимиәте яҡлы булған башҡорт ырыуҙары башлыҡтарын юҡ итә. Ләкин ул үҙе лә Өфө дворяны Федор Каловский отряды тарафынан әсиргә алына һәм Мәскәүгә оҙатыла.
1735 йылда, башҡорттар хөкүмәттең Ырымбур ҡалаһы төҙөү ниәтенә ҡаршы сыҡҡан ваҡытта, Торатау янында Морат солтан килеп тораҡ ҡора. Был сыңғыҙлы 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы башлыҡтарының береһе, Торатау биләмәһендәге ерҙәрҙе иңләгән Юрматы улысы башҡорто Килмәк Нөрөшов тарафынан саҡырыла. Морат туранан-тура Күсем нәҫеленән була. Уның атаһы Дүсәй солтан тарихҡа Ҡараһаҡал исеме менән инергә насип булған Байбулат солтандың ағаһы була. Морат бөтөн көньяҡ Башҡортостандан 8 меңләп ғәскәр туплауға өлгәшә. 1735 йылда ул Килмәк Нөрөшов менән бергә Иван Кирилов һәм Александр Румянцев етәкселек иткән ғәскәрҙең Орь йылғаһы тамағына хәрәкәтен тотҡарларға тейеш була. Ырымбур экспедицияһы ҙур юғалтыуҙарға дусар ителһә лә, башҡорттарға сигенергә тура килә.

ШУЛАЙ ИТЕП...
1735-1740 йылдарҙа Торатау итәгендә һуғыш һәм солох мәсьәләләре ҡаралғанда, хандар саҡырылғанда, енәйәтсе һәм хаиндарға ҡарата ҡарарҙар сығарылғанда бөтөн ырыуҙар йыйындары ошонда үтә.
Тарихыбыҙҙағы һуңғы 100 йыл беҙҙең өсөн изге булған нәмәләрҙе юҡҡа сығарыу, ҡомартҡыларҙы туҙҙырыу һәм тормош мәғәнәһе хаҡында уйлап көсөргәнмәү кеүек үкенесле миҫалдар менән тулы булды. Әле килеп еткән "сауҙагәрҙәр" заманы ла "Нимә хаҡына үлергә лә әҙерһең?" тигән һорауҙы көн тәртибенән алып ташларға итә. Эйе, фәҡәт изге маҡсаттар менән рухлана алыусы батырҙар ғына үҙ-үҙен ҡорбан итеү һәләтенә эйә була ала...

Булат АҘНАБАЕВ,
тарих фәндәре докторы, профессор.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.18 | Ҡаралған: 896

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru