«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘЙҒӘМБӘРЛЕКТӘН ҠАЛА ШАҒИРЛЫҠ, ТИҘӘР.
+  - 



Мин дә шуға аҙ ғына булһа ла тап килергә тырышам...

Ҡыйыу фекерле шағирә итеп беләбеҙ уны. Зыялы, әүҙем, рухлы шәхес итеп. Интернет киңлектәрендә төрлө мәсьәләләргә ҡарата һалған төплө яҙмалары уҡ апайҙың юғары аң кимәлен аңғарта. Ә көндәлек тормошта ул ниндәй? Түбәндәге әңгәмә, моғайын, ошо һорауҙың яуабын асыҡлағандай итер.

Таңһылыу апай, беҙ һеҙҙе ижадығыҙ аша бик ҡыйыу кеше итеп беләбеҙ...

- Шулай тойола ғына ул, асылда, миндә ҡатын-ҡыҙға хас булған бөтөн тойғолар ҙа бар. Ҡурҡам да, илайым да, үпкәләп тә китәм, бушҡа көлөп тә алам. Ә инде ҡыйыулыҡҡа мин йәшәй-йәшәй, ҡағыла-һуғыла, ауыҙ-мороном ҡанай-ҡанай өйрәндем. Бала саҡта иһә бешмәгән генә ҡыҙ булдым ул. Хатта бәләкәс һеңлем Гөлсәсәктән дә туҡмалып ҡала инем. Өләсәйем йыуашлығыма көйөп китеп: "Һуҡ шул ҡәҫәр ҫуҡҡырҙың үҙенә, йәмшәйеп илап торғанса", - тип әрләй. Әммә мин ҡайтарып һуға белмәйем. Мәктәптә лә, урамда ла шулай булдым. Сөнки өләсәйемдең бик иркә генә ҡыҙы инем.
Бөгөнгө йәшәйештә, бигерәк тә беҙҙең милли йәшәйештәге әүҙемлегемде "ҡыйыулыҡ" тип түгел, ә бары намыҫлы булыу, тип атар инем. Минең туған телемә, милли ҡиммәттәремә ҡурҡыныс янағанда нисек итеп өндәшмәй боҫоп ятайым? Ярай, мин оло кеше, ярай, миңә ҡалай ҙа бара, тип үткәрәм икән көндәремде, ары ул ҡурҡаҡ намыҫ менән нисек ғүмер итергә? Ҡыйыулыҡ - ул үҙ-үҙеңде нимәлер өсөн ҡорбан итергә әҙер булыу, тигәнде лә аңлата. Әгәр беҙ яратҡан, үҙебеҙ ынтылған төшөнсәләребеҙ өсөн ҡорбан булыуҙан, шәһит китеүҙән ҡурҡабыҙ икән - еңеүгә өлгәшә алмабыҙ. Мәҫәлән, тарихта артыҡ төпкә китмәй генә, автономия яулаусы батырҙарыбыҙҙы ғына хәтерләйек. Улар үҙҙәрен ҡорбан итеүҙәрен аңлай-белә тороп был юлға барғандар бит. Бына мин, мәҫәлән, ҡорбан була белгән зат нәҫеленән. Был һыҙат миңә ата-бабамдан бирелгән. Атайымдың ағалары Әмир, Гәрәй Ҡарамышевтар халҡыбыҙҙың батырҙары исемлегендә. Төпкәрәк төшкәндә инде, Мөхәмәтйософ Ҡарамышев - Йософ майор тигән исем менән ҡалған ул тарихта- губернатор Перовскийҙың ғәскәрендә Һырдаръя буйҙарында Аҡ мәсет ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнашҡан. Уны 35 йәшендә генә ағыулап үлтерәләр.
Олатайым Солтангәрәй Ҡарамышевтың улдары заманында үҙ көстәре менән мал көтөп, ер эшкәртеп, хәлле генә йәшәгәндәр. Аҡтар яҡлы ла, ҡыҙылдар яҡлы ла булмағандар. Граждандар һуғышына бөтөнләй ҡаршы торғандар. Һәм уларҙы, олатайымдың биш улын да, "контрреволюционер" тип, совет осороноң тәүге концлагерына - Архангел крайы Холмогорск ҡалаһына һөргөнгә ебәрәләр. Ундағы ауыр эштән, аслыҡтан ҡырылалар бер-бер атлы, бары атайымдың атаһы Шәңгәрәй олатайым ғына тере ҡайта. Ҡайтҡас та әле Сталин репрессиялары тынғы бирмәй. Был юлы Шәңгәрәйҙең ҡатыны булған Зәйнәп өләсәйемде Томск өлкәһенә оҙаталар. Олатай балаларын алып, ҡатыны артынан китә. Һәм Сталин үлгәс кенә улар берәм-берәм тыуған яҡтарға ҡайтып төшәләр.
Беҙ тарихһыҙ быуын булып үҫтек. Беҙгә атайҙарыбыҙ, йәки уҡытыусыларыбыҙ халҡыбыҙ тарихын һөйләмәне. Сөнки ысын тарихты һөйләү тыйылғайны. Беҙ совет осороноң яһалма тарихын өйрәндек. Хәтеремдә, бер мәл атайым ашығып ҡайтып инде, һарыҡ салды, беҙгә һалма ҡырҡырға ҡушты, өйҙө йыйыштырҙыҡ. Ҙур ҡунаҡ килә, тине. Беҙгә шунда Себерҙән һөргөндән ҡайтҡан атайымдың ике туған ағаһы Әхмәтгәрәй Сәйетгәрәй улы Ҡарамышев килде. Ул һөргөн срогын тултырып ҡайтҡан икән. Шунда улар атайым менән төнө буйы һөйләшеп ултырҙылар. Өй бер бүлмәле генә, һигеҙ кеше йәшәйбеҙ. Мин төнө буйы кемдәрҙе ҡасан төрмәгә ултыртҡандар, кемдәрҙе нисек алып киткәндәр, кемдәр нисек үлгән икәне хаҡындағы хәбәрҙәрҙе тыңлап яттым. Беренсе тапҡыр атайымдың шундай мәғлүмәттәрҙе белеп тә, беҙгә бер ауыҙ һүҙ һөйләмәгәненә хайран булып яттым. Тәүге тапҡыр туғандарымдың фажиғәһенә шаһит булдым. Аҙаҡ миңә был олатайҙың ҡулъяҙмалары ҡалды, уларҙы әкренләп кенә эш итеп ултырам. Унда Маҡар ауылы тарихы, шул заман кешеләренең яҙмыштары бар. Ошо туғандарымдың фажиғәле тарихы хаҡында поэма ла яҙҙым. Шунан килеп, нисек мин ҡурҡаҡ була алайым?..

Рубрикабыҙ "Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" тип атала. "Сыраҡтар" тигәндә, һеҙ нимәне күҙ уңында тотаһығыҙ?

- "Сыраҡтар" - ул, минеңсә, күңелде ҡараңғылыҡтан ҡотҡарып килеүсе шәмдәр, йәғни, илһам сығанаҡтары. Улар бала саҡтан уҡ ҡабыҙылып, береһе һүнһә, икенсеһе балҡып, һине алға әйҙәй, тип уйлайым. Бына минең сыраҡтарым - һөнәрҙәрем. Һөнәргә, ғәҙәттә, бала саҡта өйрәнәһең. Бала саҡта сигеү сигергә яраттым. Сигеү менән мауығыуым студент булғас туҡталып торҙо, ҡорама ҡороуға бирелеп киттем. Әле лә ташламағанмын был шөғөлдө. Заманында тағы ла бер һөнәргә өйрәнергә тура килде. Дүртенсе синыфта уҡығанда атайым лотереялар алып ҡайтып, һәр бер балаға исемен яҙып таратып биргәйне. Минең лотереям "Подольск" тигән тегеү машинаһы отҡайны. Минең машинкала тегенеүемде күреп, бер саҡ баҙарҙа һатыу иткән күрше ҡатын бүректәр тегеп бирергә тәҡдим итте. Был шөғөлөм миңә мул ғына аҡса эшләргә ярҙам итте.
Тағы бер мауығыуым, ҙур бер илһамым булды. Беренсе-икенсе синыфтарҙа уҡытҡан уҡытыусым Мәрхәбә апай Миндеғолова оҫта мандолинасы ине. Мин шул музыка ҡоралына, моңона хайран ҡалдым хәҙер. Илап-илап тороп атайымдан мандолина алып биреүен һорайым. Ахырҙа, ул уны һатып алды. Шул мандолинаны тотоп, синдек башына менеп ултырам да үҙем белгәнсә сиртәм, тырышып-тырышып көйҙәр сығарам. Өйрәткән-аңлатҡан кеше юҡ. Өйҙә тыңҡылдарға рөхсәт итмәйҙәр, баштарын ҡаңғыртам ололарҙың. Урыным шул - солан башы. Бармаҡтарымды күперсетә торғас, өйрәндем бит.
Икенсе курста уҡып йөрөгәндә, Коммунистик урамынан "Мелодия" магазины алдынан үтеп барам. Ҡараһам, витринала скрипка тора. Инеп, шул ҡоралға сәғәттәр буйына ҡарап торам. Уйнап ҡарағым килә бит! Нимә икәнлеген яҡшылап аңламаһам да, шунда көй сығарғы килә. Ә мин бит инде алдыма алғанды ҡуймай торған кеше, стипендиямды йыйып, барып алдым тегене. Бүлмәләштәрем Рәмзилә Хисаметдинова, унан тағы ике рус ҡыҙы аптырап киттеләр. Быларҙы карауатҡа теҙеп ултырттым. Һыҙҙырып ебәрәйем тиһәм... тауышы сыҡмай. Ҡалайтырға белмәйбеҙ. Рәмзилә әйтә: "Уны майлайҙар шикелле ул", - ти. Бер көрөшкә һары майҙы иретеп, тасылдатып майлап ташланыҡ. Тағы уйнап ҡарайым, тайып-шыуып тора был, әммә тауышы юҡ. Мәшәҡәтләнә торғас, кис булды, ҡыҙҙар ялҡты, йоҡларға ятты. Мин скрипкамды тотоп, коридорға сығып киттем. Ултырам ҡайғырып тәҙрә төбөндә. Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов үтеп бара. "Нишләп ултыраһың төндә?"- тип һорай. "Бына, боҙоҡ скрипка һатып алғанмын", - тим илай яҙып. Ул алып, ҡулында бер-ике әйләндерҙе лә, кәрәк урындарын тартҡылап-борғолап, еңел генә уйнаны ла ебәрҙе. Шунан мин дә өйрәндем уйнарға. Тик минең музыка ҡоралдарына булған һөйөүем уның менән генә туҡтаманы әле. Кейәүгә сыҡҡас, ауырлы көйө йөрөгәндә, эй, гармунда уйнағы килә бит. Ауылға ҡайтҡас, ҡустымдың баянына тотондом хәҙер. Шуны көндәр буйына тысҡылдатам. "Ҡорһаҡлы көйө юҡ менән булышаһың, хәҙер атайың ҡайта - оят", - тип өләсәй ороша. Уларҙан ҡасып, мунсаға сығып китәм. Тәки өйрәндем уйнарға...

Ә шулай ҙа һеҙҙең иң яҡты сырағығыҙ - ул ижад бит инде, шулаймы?

- Шулай, әлбиттә. "Бәйғәмбәрлектән ҡала шағирлыҡ" тип әйтәләр икән, шуға аҙ ғына булһа ла тап килергә тырышам. Тәүге шиғырымды туғыҙынсы синыфта уҡығанда яҙып ҡараным. Мәктәбебеҙгә Мөнир Ишбулатов тигән күрше ағай уҡытырға килде һәм әҙәби түңәрәк ойоштороп ебәрҙе. Юнир Салауатов менән шул түңәрәккә яҙылдыҡ. Ағайыбыҙ шул саҡ әлеге сыраҡты тоҡандырғандыр инде. Минең Мөнир ағайҙы тәүге тапҡыр тыңлағандан һуң уҡ шиғырҙар яҙғым килеп китте. Йүгереп ҡайттым да, шәм тотоп (әле ауылда ут юҡ), карауат аҫтына инеп яттым. Ҡусты-һеңлелерем ҡамасауламаһын өсөн селтәрле япма аҫтына йәшенеп, илһамланып ижадҡа тотондом. Бер дәфтәр итеп яҙҙым да ҡуйҙым шиғырҙы. Уны "Салауат йәшәй" тип исемләп ҡуйҙым әле. Шул шиғырҙы стена гәзитендә сығарҙылар. Районға командировкаға килгәнендә Тайфур Сәғитов ул шиғырҙы үҙе менән алып китеп, "Урал" гәзитендә баҫтырҙы. Ары Сәләх Кулибай уларҙы "Башҡортосан" гәзите редакцияһына алып килгән, Рәшит Шәкүр менән Рәми Ғариповҡа уҡытҡан. Ағайҙар был шиғырҙы тотоп, баш мөхәррир Зиннур Нурғәлинға кергәндәр. Шулайтып, минең карауат аҫтында яҙған шиғырҙарым ошолай ҙур яҙмышлы булып, хужабикәһен ижад донъяһына осортоп алып инеп китте...
Бөгөн мин кәйлә тотоп, таш та ватмайым, көрәк тотоп, ер ҙә ҡаҙмайым, мин ҡәләм тотоп ижад итәм. Был минең ғүмеремдең аҙағына тиклем оҙата бара торған һөнәрем. Үҙемде заман шағиры ла тимәйем, бер ниндәй сик-биктәргә яраҡлашмайым, аҡыл һатам да тимәйем, бары намыҫыма, выжданыма ҡаршы бармай, күңелем теләгәнде яҙа торған әҙибәмен. Йыһат Солтанов ҡулайлаша торған шағирҙарҙы "ҡорһаҡйәндәр" тип атай торғайны. Мин был һүҙҙең асылын һәр саҡ иҫемдә тоттом. Аллаға шөкөр, бер ваҡытта ла ҡорһағым теләгән намыҫым теләгәнде еңеп китмәне. Азат булдым һәр ваҡыт...

Һеҙ - совет осоро балалары. Әлбиттә, ниндәй генә осорҙа үҫһә лә, һәр кем бала сағын яҡты, нурлы итеп хәтерләй. Һеҙҙе шәхес итеп тәрбиәләүҙә мәктәптең роле ниндәй булды?

- Ул осорҙа беҙ атай-әсәйҙеке генә түгел, йәмғиәттең дә балалары булдыҡ. Мине мәктәп тә, ауылдаштарым да тәрбиәләне. Шул заманыма рәхмәтле булып "тәрбиәләне", тигән һүҙҙе ғорурлыҡ менән әйтә алам.
Мәктәп күп нәмәгә өйрәтте беҙҙе. Бала саҡта синыф менән фермаға һыйыр һауырға ла йөрөнөк. Ә өләсәй беҙҙе өйҙә бер эш тә эшләтмәй үҫтерҙе. "Мин үлгәс эшләрһегеҙ", ти ҙә ҡуя ине. Юнир Салауатов (ул артисты барығыҙ ҙа беләһегеҙ) класташым булды минең, шуның менән фермаға китәбеҙ. Уның әсәһе алдынғы һауынсы. Юнир белә бит инде минең һыйырға яҡын барған бала түгеллегемде. Ҡыҙыҡ итергә булған был мине. Һүҙгә әүрәтеп алып барып, күрәләтә үгеҙҙең аҫтына ултыртҡан. Ә мин уның хәбәренә әүрәп барып, ул күрһәткән мал аҫтына сүгәләнем дә, һауайым тип ҡулдарымды һонһам - елен юҡ. Ятып көлә был хәҙер. Ул ғына түгел, бөтөн класташтар көлә. Был хәл бар ауыл халҡына билдәле булды. "Үгеҙ һауған Таңһылыу" тип атап та йөрөнөләр. Шулайтып, мәсхәрәгә ҡалып ҡуйһам да, ҡулдарымды ҡабарта-ҡабарта, телемде арҡыры тешләп, һауырға өйрәндем һыйырҙы. Төркөм алып, ун һигеҙ һәүкәште һауҙым әле.
Концерттар әҙерләп, район буйлап гастролдәрҙә йөрөй торғайныҡ мәктәптә уҡығанда. Әҙәбиәт дәресенән драмалар үтелһә, шуларҙы сәхнәлә уйнап ҡына "әтмиткә" ала алабыҙ. Шул ваҡытта минең актриса булыу теләге уянды. Тик мине был хыялымдан әлеге бергә уйнап, бергә уҡып үҫкән дуҫым Юнир Салауатов төңөлдөрҙө. "Таңһылыу, һин ҡалай ғына шәп уйнаһаң да, шиғыр ятлаһаң да, йырлаһаң да, бейеһәң дә, һине актриса итеп алмайҙар", - ти был миңә. "Нишләп?"- тейем. "Үсекмәйһеңме һуң?" - тип һорай. "Юҡ, үсекмәйем", - тим. "Буйың бәләкәй. Шундай бәләкәй генә актриса булмай инде", - ти был миңә. Ысынлап, мин бәләкәй генә бит инде. Ошо бәләкәйлектән ҡыҙыҡ хәлдәр сығып ҡына тора ине. Йәш саҡта йәйҙәрен баланы әсәйемә ҡалдырып киткеләй торғайным. Бер ҡайтһам шулай, балам мине танымай - онотҡан. Ҡаҡашып бөткән, хас ауыл балаһы булып уйнап йөрөй. Өләсәһе: "Гәүһәр, ана бит әсәйең ҡайтҡан", - ти. Был бала миңә ҡарап торҙо ла: "Ыста, шулай бәләкәй әсәй буламы?"- тип китте лә барҙы. Шулай бәләкәй генә ҡыҙыҡай, бәләкәй генә әсәй, бәләкәй генә шағирә булып йәшәнем. Ярай, "бәләкәй" тиеүҙәре бүстәк, иң мөһиме, "йөрәге бәләкәй" тимәһендәр.
Ә инде мәктәп темаһына әйләнеп ҡайтҡанда, бөгөнгө быуындан айырмалы рәүештә, беҙ мәктәп алдында ҙур яуаплылыҡ тойҙоҡ. Уҡытыусыларға ҡарата оло хөрмәт, мәктәп милкенә һаҡсыл ҡараш, мәктәп тәртибенә буйһоноу бар ине. Әммә бөгөнгө мәктәп системаһын да кәмһетергә теләмәйем. Бөгөн дә мәктәп балаларҙы яҡшыға һәм белемгә өндәй бит. Бары замандың идеологияһы, кешеләрҙең ышаныу, ынтылыу маҡсаты ғына үҙгәргән.

Өләсәйегеҙҙе йыш телгә алаһығыҙ. Ул һеҙҙең өсөн ҙур абруй булған ахыры ғаиләлә?

- Өләсәйле булыуҙың бәхетен күрҙек беҙ. Дүрт ҡыҙ, бер малайбыҙ. Иртәнсәк өләсәм тыпылдатып һөйөп уята, сәй ҡайнатҡан, ризыҡтар бешергән. Килеп итәгенә һалып тороп иркәләтә. Таҡмаҡ әйтеп бейетә, бармаҡ шартлатып әүрәтә. Орошоуы ла үҙенсә бер төрлө, тейеш итеп ҡабул ителә торған әр, бер ниндәй үпкә уятмай. Тәрбиәһе лә эргәһендә генә. Бына шул өләсәй тулыһынса беҙҙе ҡараны, һәр беребеҙҙең өҫ-башын ентекләп теүәлләп, тамағыбыҙҙы ҡайғыртып, иркә-наҙын өләшеп йәшәне. Шул тиклем тәмле итеп бешерҙе, тәмлетамаҡ итеп бөткәйне. Тик беҙгә өйрәтмәне. Ҡыуа ла сығара ине аш бүлмәһенән. Һәр хәлдә, бөгөн дә аш-һыуға оҫталығым юҡ. Бала саҡта шулай, бауырһаҡ бешерәм, тип, аласыҡта ултырған бер биҙрә йомортҡаны, бер табаҡ майҙы ҡушып, ҡамыр баҫтым. Унда шәкәр ҙә өҫтәнем. Бешергән нәмәм ҡып-ҡыҙыл булып өтөлөп-янып бөттө. Иҙән ҡалманы буялып, мейес плитәһе ҡалманы. Өләсәй ҡайтып инеп, хайран булып, "Бер биҙрә йомортҡамды, бер табаҡ майымды..." тип һамаҡлай-һамаҡлай таҙалап алды. Үҙе бешереп ашатты шунан, тик күрһәтмәне. "Көнө килһә, башыңа төшһә, былай ҙа өйрәнерһең", ти ҙә ҡуя ине. Шулай әпәүләне ул беҙҙе. Ә үҙе ул әсәйебеҙҙең үҙ әсәһе лә булмаған икән, быныһын үҫкәс кенә белдек, әсәйебеҙҙе тәрбиәгә алып үҫтергән булған. Ә ҡандай оло йөрәкле, аҡыллы, тәрбиәле булды ул.
Атай ҡатылыҡ күрһәтте. Яуаплы булған эштәрҙе бүлеп бирә. Мал ҡарау, мал аҫтын таҙалау, һыу алып килеү, утын ташыу кеүек ауыл балаһы белә торған һәр эшкә ҡушты. Хужалыҡтағы, ғаиләләге бөтөн һорауҙар тик уның аша ғына хәл ителә ине. Әсәйем һәр ваҡыт уның янында һәм уның ыңғайына ғына торҙо. Бына ҡалай дөрөҫ ҡоролған боронғо ғаиләләрҙәге тәртип. Өләсәй ҡыҙын хәленән килгән тиклем балалар һәм көнкүреш мәшәҡәтенән ҡотҡарған һәм ҡатын булараҡ иренә иғтибар бүлергә форсат биргән. Бер ваҡытта ла ир менән ҡатын араһына кермәгән, ә, киреһенсә, уларҙы бер бөтөн итеп, теҙгенде уларға тоттороп, үҙе ейәндәренә бауыр баҫҡан. Борон ололар шулай аҡыллы, сабыр булып, тормоштан, яҙмыштан уҙып китергә ынтылып бармағанға ла, уның ҡул аҫтындағы ғаиләләр татыу булғандыр, тием.

Һеҙҙең шағирҙар табынында, табағында үҙ урынығыҙ бармы?

- Мин артыҡ табынға ла, табаҡҡа ла һыйған кеше түгел ул. Был хаҡта үҙемдең дә уйланғаным бар. Әммә холҡомдо нисек кенә шелтәләһәм дә, йөрәгемдең хаҡлы булыуына иманым камил.
Заманында үҙем ойошторған баҫмалар "Йәшлек"тән дә, "Шоңҡар"ҙан да китергә тура килде. Был һынауҙар миңә тап ана шул табынға һәм табаҡҡа һыя белмәүемдән, һәр нәмәгә үҙ ҡарашым һәм фекерем булыуҙан бирелде. Эш урындарымдан шулай китергә риза булһам да, иң төп эш урынымдан - ижадтан китмәнем. Был өлкәлә позициямды тотоп ҡала алдым.
Хеҙмәт юлымды мин "Башҡортостан ҡыҙы" журналында башланым. Университетты бөткәс, Кәтибә Кинйәбулатова менән Рәми Ғарипов мине шунда эшкә саҡырып алдылар. Әммә оҙаҡ эшләй алманым. Тәүге репрессиям тап шунда башланды ла инде. Рәми ағай Ғариповты баҫмаҡлаған сағы ине властарҙың. Редакция коллективы, өлкә комитет хужалары йыйылып, ағайыбыҙға "милләтсе" тамғаһы тағып, эштән сығарҙылар. Шунда, протест йөҙөнән, мин, Фәүзиә апай Рәхимғолова, Миңлебикә Йәрмөхәмәтовалар ҙа ғариза яҙҙыҡ. Ошо хәлдән һуң йылға яҡын мине бер ҡайҙа ла эшкә алманылар. Ҡайҙа барһам да "Ул - милләтсе, милләтсе Рәмиҙе яҡлай", тигән хәбәр оҙата йөрөнө. Ахырҙа, Рәми ағай үҙе матур итеп ҡылыҡһырлама яҙып, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына Әкрәм Бейешовҡа ебәрҙе. Әкрәм ағай "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге" тигән секторға кесе ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә алды. Был да миңә ҙур мәктәп булды. Тап ошонда эшләгәндә һүҙ мәғәнәһен аңланым мин. Хатта шағир булып тыумағанда ла, был хәтлем һүҙҙәр байлығы менән эш иткәндән һуң шағир булып китергә мөмкин ине.
Шиғриәттәге илһам шишмәм ул минең - "Урал батыр" эпосы. Ғүмер буйы мин был ижадты аңларға, төшөнөргә, яңынан-яңы аң-балҡыштарын асырға тырышам. Төбөнә туҙ ҡуйырға тырышам. Әҫәрҙәге фәлсәфә мәңге тотоноп бөтөп булмаҫ байлыҡ ул...

Таңһылыу апай, һеҙҙең шәхси тормошоғоҙ тураһында бер ерҙә лә бер ниндәй мәғлүмәт юҡ. Шағирә булараҡ, шәхес булараҡ, уҡыусыларығыҙ һеҙҙең менән таныш та, ә хисле ҡатын-ҡыҙ булараҡ һеҙҙең тормош бөтөнләй бикле. Бәлки, асылырһығыҙ бөгөн?

- Эйе, мин шәхси тормошомдо һәр саҡ йәшерҙем, журналистарға түгел, хатта яҡындарыма ла һөйләп барманым. Сөнки барыһы ла ал да гөл генә булманы. Кешеләрҙең үҙ ҡайғы-хәсрәте лә еткәндер, ни эшләп мин уларға зарымды түгеп ултырам әле, тип уйланым һәм барыһын да үҙ эсемдә ҡалдырып өйрәндем шулай. Башҡорт ҡатындарының ғорурлығы ла баштан ашҡан бит инде. Уртыңда ҡан булһа ла тышҡа төкөрмәйһең. Һөйләһәм дә, тик бәхетле мәлдәремде генә һөйләнем һәм яҙҙым. "Күҙ нурым" тигән йырҙы ишеткәнең бармы? "Һин ураған юлды мин урайым" тигән юлдар бар? Был шиғырҙы мин Байназарҙа уҡығанда Салауат тигән егеткә арнап яҙғайным. Ул минең үҫмерлек мөхәббәтем булды, иң саф йәшлек хистәрем. Ул да миңә ғашиҡ ине. Университетҡа уҡырға ингәс, уның менән бер генә тапҡыр осраштыҡ. Виләсәпит менән килеп алып, яр буйында һөйләшмәй генә ултырҙыҡ. Айырылышҡанда уның: "Таңһылыу, һин студент булдың инде, мин, моғайын, ябай ауыл кешеһемендер. Юлдарыбыҙ ошолай бүленәме икән инде?" - тип әсенеп әйткәнен хәтерләйем. Унан егет армияға алынды, хаттар яҙҙы. Ауылда хәбәр тиҙ йөрөй бит инде. Әсәйемә почтальон апай Салауат менән хатлашыуымды әйткән. Әсәйем: "Аһ-аһ! Әсәһе Ҡарамышовтар ҡыҙы бит уның! Туғаның даһаң!"- тип бот сапты. Был минең өсөн йәшен атҡан шикелле тәьҫир итте. Ҡалайтһам да иттем, әммә йөрәгемдән был һөйөү гөлөн төбө-тамыры менән йолҡоп аттым.
Һуңғараҡ, университетта уҡығанда, минең етди һәм үкенесле мөхәббәтем булды. Был хәлде минең тиҫтерҙәремдең барыһы ла белә, йәшерен-батырыны юҡ. Арабыҙҙы бутаусылар бик ныҡ тырышты һәм беҙ ташлашып ҡуйҙыҡ. Мин быны ауыр кисерҙем. Йөрәгем әйтеп аңлатҡыһыҙ яраға дусар булды. Һөйләшә, ашай алмай, түшәмгә ҡарап яттым. Шундай матур яҙ мәле, тәҙрәләр асыҡ, муйыл, сирень еҫтәре аңҡый, ә мин йәшәүҙән ваз кисеп ятам. Рәмзилә әрләй: "Шағирҙар ғашиҡ булһа, шиғыр яҙырға тейеш, ә һин тик ятаһың..."- ти. Был ныҡышып торғоҙҙо мине, көҙгөгә алып килгәйне - йөҙөм һап-һары. Һағыштан һарғайыуҙың ысын икәнлеген аңланым шунда. Һыу буйына төштөк әхирәтем менән, оҙаҡ итеп ағымға ҡарап ултырҙыҡ. Шунда мин аҡҡан һыуға һалып, ниндәйҙер ауырлығымды ағыҙып ебәргәндәй булдым. Шунан бер аҙ баҫылып, асылып киттем. Әммә ул кешене онота алманым.
Был хәлдән һуң мин бер фекергә килдем: үҙем яратҡанға түгел, ә мине яратҡан кешегә кейәүгә сығам, тинем. Ҡыҙымдың атаһы етенсе синыфтан алып минең артымдан йөрөгән егет ине. Армияға тиклем бер Маһинур тигән ҡыҙҙарҙың өйөндә осраҡлы ғына тура килгәндә, ул ишектән инеп, миңә шаҡ ҡатып тексәйеп торҙо ла, үтеп китеп, тәҙрә төбөндәге гөл сәскәһен өҙөп тоттороп киткәйне. Шул егет минең ғазаплы мөхәббәт ауырыуынан сығып етә алмаған сағымда килеп тапты, тәҡдим яһаны. Мин уға асыҡтан-асыҡ әйттем, яратырға вәғәҙә итә алмайым, тинем. Ул шул шартҡа риза булды. Тик беҙ ғүмергә бергә була алманыҡ, алты йыл йәшәп айырылыштыҡ. Ирем яйлап эсә, ҡул күтәрә башланы һәм мин баланы бындай мөхиттә үҫтерергә теләмәнем...
Ошо тәңгәлдә, үҙем яратмаһам да, мине яратҡанға сығам, тигәндең эҙемтәләрен әйтеп китмәксемен. Ир кеше үҙе нисек кенә яратһа ла, уға ул ғына етмәй. Ул мотлаҡ ҡатындан да һөйөү талап итәсәк. Ул инде өйләнгән ҡатынының һөйөүен яулау юлдарын уйлап тормаясаҡ, ә ул хистәрҙе талап итеп, ҡурҡытып, кәмһетеп алып була икән, тип кенә уйлаясаҡ. Ир кешегә һинең хөрмәтле ҡарашың, иғтибарың ғына аҙ, уға ҡатынының йәне-тәне менән бирелгән булыуы зарур, күрәһең. Тормош тәжрибәһе һәм йәшәйеште күҙәтеүҙән сығып әйтәм мин быларҙы.
Ир менән йәшәгәндә, минең бәхетһеҙлегем бының янында, тип уйлай инем. Әммә айырылғас та бөтөнлөк тойғоһон тоя алманым. Уны уйланым, йәлләнем, нимә ашап, нимә кейеп йөрөй икән, тип ҡайғырҙым, үҙемде өҙгөләнем. Депрессия башланды. Ошо халәт минең бер ун йыллап ғүмеремде алып китте. Ярай әле эшем булды, ҡыҙым булды, шулар мине ҡотҡарҙы, алға этәрҙе.
Артабанғы йәшәйештә мин ир-егеткә күтәрелеп ҡараманым. Кисергән бәхетһеҙ мөхәббәтем, уңышһыҙ ғаилә тәжрибәм минең күңелемдә башҡа бер кемгә лә урын ҡалдырмағайны. Булған көсөмдө, энергиямды хеҙмәткә, балама, ижадҡа һалдым.

Ҡыҙығыҙҙы ла үҙегеҙҙең ижади һөнәрегеҙ юлынан әйҙәгәнһегеҙ, ахыры...

- Гәүһәр мәктәпте бөткәс, мин уға филология факультетына уҡырға инергә тәҡдим иттем. Ул шунда: "Һинең кеүек көнө буйы гәзит сығарып, ҡайтҡас та шул гәзиттең хаталарын эҙләп ултырғым килмәй",- тип ҡырҡа баш тартты. Тарих факультетына инде был. Уҡып бөттөләр, кейәү балаҡай Туймазы районына алып ҡайтып китте хәҙер ҡыҙҙы. Туймазы ҡалаһында эш тапмай йөрөй торғас, был бала ваҡытлыса ғына гәзиткә эшкә урынлашып торҙо. Һәм шул мәлдән гәзиттә эшләй. Бөгөн ул Туймазы район-ҡала гәзиттәре берләшмәһенең директоры. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, "Ағинәйҙәр" ҡорон ойоштороусы. Ике ейәнсәремде лә башҡортса һөйләштереп үҫтерҙе, ауыҙ тултырып "өләсәй" тип торалар. Бик ризамын, бик ҡәнәғәтмен балаларымдан... һәм яҙмышымдан да.

Шулай итеп...
Тел һәм милләт мәсьәләләре буйынса әле оҙаҡ ҡына һөйләштек шағирә менән. Ҡайҙа нисек сығыш яһауҙарын, телмәрен кемдәр нисек ҡабул итеүен, бөрйәндәрҙең айырым психологияһы һәм башҡалар хаҡында ла фекер бүлештек. Оло ғорурлыҡ менән тыуған ауылы Байназар ағинәйҙәре бүләк иткән түшелдереген күрһәтте, китаптарын бүләк итте. Шул мәл мин милләт өсөн хеҙмәт иткән һәм күңелендә үҙе бер тарих йөрөткән оло быуын вәкилдәренә тейешле иғтибар бүлмәүебеҙҙе аңланым. Ә бит улар белгәндәр һәм кисергәндәре ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә. Мәҫәлән, бына Таңһылыу апай Ҡарамышеваның ҡырҡ сырағы - үҙе бер китаплыҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.18 | Ҡаралған: 621

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru