«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНА БЕҘГӘ БӘЙЛЕМЕ, ӘЛЛӘ БЕҘ - ЗАМАНАҒАМЫ?
+  - 



Был һорауҙы үҙемә лә, яҡындарыма ла бик йыш бирәм. Тәү ҡарашҡа ғына ябай тойолған был һорауыма ҡайһы берәүҙәр көсәнеп уйланмай, еңел генә "Эйе" тип яуап биреп, үҙ фекерен замананың алдынғы технологиялары шараттарында йәшәү менән бәйләй. "Заманаһы шундай бит, ни хәл итәһең инде?" тип зарланғандарға һорауымды үҙгәртәм: "Замананы төҙәтергәме, әллә уның көтөлмәгән сюрприздарына үҙебеҙ сәбәпсеме?" Миҫал өсөн бынан утыҙ-ҡырҡ йылдар элек оло гонаһтарҙан һаналған ҡылыҡтарҙан бер нисәһен һанайым: "СПИД, ВИЧ исемен алған йоғошло ауырыуҙар, "гражданлыҡ никахы", наркоманлыҡ, эскелек, сүп- сарҙарҙа табылған сабыйҙар, һәр төрлө телеканалдарҙа күрһәтелгән хәшәрәттәр, интернет селтәренә мөкиббән бирелеүҙәр һәм башҡалар - быларҙың барыһына ла кеше үҙе ғәйепле түгелме ни? Әллә был әшәкеләргә лә замана ғәйеплеме?" тигән һорауҙан һуң, ҡыҙыу бәхәскә әүерелеп барған әңгәмә ирекһеҙҙән һүрелә төшөп, һәр кем үҙ эсенә йомола...

Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа Ер йөҙөндә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың хаяһыҙ ғәмәлдәрен заманаға бәйләп, үҙ-үҙҙәрен аҡларға маташыуҙар, "заман менән бергә атларға" маташыусылар, шуның менән "алдынғы ҡарашлы" булырға тырышыусылар һаны арта ғына бара шикелле. Быны ҡайһы бер күҙәтеүҙәрем менән раҫламаҡсы иҫәбем.
Күптән түгел арыу уҡ күрешмәгән танышым менән телефон аша һөйләшеп киттек. Хәл-әхүәл һорашҡас: "Бабайым менән бергәләшеп мәсеткә йөрөп, намаҙ уҡырға өйрәнеп алдыҡ. Хәҙер икәүләшеп намаҙ уҡыйбыҙ, мәсеткә йөрөйбөҙ", - тине танышым. Намаҙға баҫмаһалар ҙа, динде ихтирам иткән кешеләр менән һөйләшкәндә һәр ваҡыт шатлыҡ тойғолары менән бергә әңгәмәсемә ҡарата ихтирам тойғоһо уяна ине. Был юлы шатланып өлгөрә лә алмай ҡалдым… "Хәҙер намаҙ уҡыу модала бит", - тип һалдырҙы "модный" танышым. "Хәҙер модала" тигәне юғарыла ҡуйылған һорауыма тулыһынса яуап булды ла ҡуйҙы, йәнәһе, заманаһы шул: моданан ҡалышып, намаҙ уҡымай йөрөп булмаҫ инде, оят бит. Тимәк, модный танышым аңлауынса, кемдер үҙ сабыйын үҙе үлтерһә, был - замана модаһы, телевизорҙан ярым шәрә көйө сығыш яһаһалар - был да мода, ғәзиз ата-әсәңдең йорт ҡураһына талашып, судлашып йөрөһәң, был да замана "модаһынан артта ҡалмау", ҡайсаҡ яулыҡты ла тик күптәр ябынған өсөн, йәғни, мода өсөн ябынабыҙ кеүек.
Яулыҡты ла мода өсөн генә ябынғандар тураһында ла юҡҡа ғына һүҙ ҡуҙғатманым. Бер ваҡыт ишек алдында торһам, тамаҡ төбө менән шарылдап, бер йәш әсә балаһын әрләй. Бәләкәс кенә балаһы ятҡан колясканы бер ҡулы менән этеп, эргәһендә йүгерә-атлай мыжып килгән малайын икенсе ҡулы менән эткеләп-төрткөләп, донъя яңғыратып әрләй-әрләй килгән йәш ҡатындың кейеменә иғтибар иттем. Оҙон күлдәкле, башында яулығы ла бар - кейеменә ҡарап, һоҡланып торорлоҡ. Тик… күп тә үтмәне, йәш әсәнең тауышына балаһының илау тауышы ҡушылғанға әйләнеп ҡараһам, әсә кеше подъезд алдында ҡысҡырып әрләй-әрләй, малайын дөмбәҫләй башланы. Күңелемә икейөҙлөлөк тураһындағы ауыр уйҙар ятты. Кеше күҙенә күренеп торған кәүҙәңде ҡаплау әле иманлы булыуҙың бер өлөшө генә, тәү ҡарауҙан күренеп бармаған "эске кәүҙәңде" лә иман кейеменә кейендереүҙәлер Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарҙы үтәү һәм Уның тыйғандарынан тыйылыу, тигән фекергә туҡталдым мин ошо минутта.
Күҙәтеүҙәрем нигеҙендә яҙылған ике осраҡта ла иманды мода менән бутап, моданан ҡалышмай йәшәп ҡалырға тырышыу шауҡымы ярылып ята. Тәүгеһендә намаҙ уҡыу - мода, тип асыҡтан-асыҡ әйтелһә, икенсеһендә, иманлы булыу өсөн Ул ҡушҡанса кейенеү ҙә еткән, тип аңлау. Әлбиттә, беҙ, әҙәм балалары, бөтәбеҙ ҙә гонаһлыбыҙ. Ҡайһы ваҡыт кемгәлер эйәреп, йә кемдер ҡушты тип ғәмәл ҡылабыҙ, ҡылғандарыбыҙҙың дөрөҫ булмауы асыҡланһа, эйәрткән кешене ғәйепләп, бөтә ғәйепте уға ауҙарып, үҙебеҙҙе аҡларға маташабыҙ.
Ер йөҙөндәге фәхеш һәм харам эштәр арҡаһында Ер һәм диңгеҙҙәр өҫтө боҙолоуына, йоғошло, ҡаты сирҙәргә, ҡаты аслыҡҡа дусар булыуға тик үҙебеҙ ғәйепле икәнде аңлау өсөн беҙгә, әҙәм балаларына, Уның тарафынан күпме ваҡыт бүленде икән, йәмәғәт? Һынау өсөн килгән фани донъяны ғына яратып, бары тик тәнебеҙ һорағанды ғына ҡәнәғәтләндереп, йәнебеҙҙе утҡа һалмайбыҙмы? Мәрйәм апай Бураҡаеваның "Һәр башҡорт өйөндә ҡурай булырға тейеш" тигәненә ҡушып, мин "Ҡурай янында Ҡөрьән булыуы фарыз" тип өҫтәр инем. Ҡөрьәнде уҡып, өйрәнеп йәшәгән кеше һирәгерәк яңылыша. Әммә Изге Китапта, бөтә кеше лә Ҡөрьән менән вәғәзләнмәҫ, тип тә әйтелгән бит әле. Тимәк, беҙ, әҙәм балалары, балаларыбыҙҙы ғына түгел, хатта үҙебеҙҙе лә иман юлында тәрбиәләүгә үтә лә һуң тотонабыҙ, тигән һығымта яһарға урын бар. Иманды ҡеүәтләү кемдәргәлер бик еңелдән дә түгелдер, шуға күрә Ҡөрьәндә бирелгән аяттар нигеҙендә икеләнеү-шикләнеүҙәрһеҙ (мода тип кенә ҡабул итмәһендәр өсөн) аңлатып бирерлек дин әһелдәренең маҡсатлы эшләүе лә мотлаҡ, тип иҫәпләйем үҙем. Мөмкинлектән файҙаланып, был мәҡәләмдә иман юлын һайлауға битараф булмаған милләттәштәремә үҙем шаһит булған бер ваҡиғаны ла миҫалға килтермәксемен.
Урал яръяғында урынлашҡан Хәйбулла районын йәй үҙенең ямғырҙары менән бигүк иркәләп бармай. Ауылда фермер булып көн күргән бер туған Вәкил ҡустым 2010 йылда ла иген сәсте. Әммә ямғыр булмау сәбәпле, игене насар ғына сығып, үҫә алмай аҙаплана ине. Барыбыҙ ҙа үҙебеҙгә ауыр саҡта ғына Аллаһы Тәғәләне иҫкә төшөргән кеүек, Вәкил ҡустымдың да Ул ҡушҡандарҙы үтәү фарызлығы уйына килә. Иген баҫыуында ҡорбан салдырып, туғандарҙы, яҡындарҙы ҡорбан ите менән һыйлап, намаҙ уҡып, изге теләктәр теләгәндән һуң өйҙәребеҙгә таралыштыҡ. Иртәгәһе көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алған Вәкил ҡустым үҙ баҫыуы яғына ҡараһа, унда ҡап-ҡара болот киҫәге күрә. Ярҙамсыһы Хәлимгә әйтеп, икәүләшеп баҫыуға юллана улар. "Бынауындай эҫелә ниндәй ямғыр һиңә, Вәкил ағай", тип көлгән Хәлим, Вәкил ағаһының ғына баҫыуы өҫтөнә яуып үткән ямғырҙы күреп, һүҙһеҙ ҡала. Ҡорбан ваҡытында күрше фермерҙың: "Вәкил ағайҙың ҡорбаны минең баҫыуға ла етә ул", - тигәне Юғары Көстөң иғтибарынан ситтә ҡала. Аллаһы Тәғәлә был юлы ла һәр кем үҙе өсөн генә яуаплы икәнен тағы бер тапҡыр иҫкәрткәндәй, ямғырын тик ҡорбан салдырыусының баҫыуы өҫтөнә һибеп, Үҙенең Барлығын һәм Берлеген белдереп, Үҙе ҡушҡандарҙы үтәү фарызлығын иҫкәртә...
"Киске Өфө" гәзитен мин балалар тәрбиәләүҙә ярҙамсы методик ҡулланма кеүек күрәм. Ниндәй генә битен асһаң да, үҙ балаң менән булһынмы, уҡыусыларың менән булһынмы, тәрбиә мәсьәләләренә ярашлы мәҡәлә табып уҡып, рәхәтләнеп кәңәшләшергә, йә булмаһа, бәхәс ҡорорға мөмкинлек биреүсе әсбап кеүек тойола ул миңә. Был һығымтаға килеүемдең сәбәбе лә үҙемдең һөнәрем уҡытыусы булғанлыҡтандыр, моғайын. Әммә баланы уҡытыусы ғына тәрбиәләмәй, тәрбиәнең нигеҙе ғаиләлә һалынғанлыҡтан, балаларыбыҙҙы тәрбиәләрҙән алда үҙебеҙ тәрбиәле булайыҡ, тип өндәшке килә милләттәштәргә. Бәйғәмбәребеҙҙең: "Йәштәрҙең ололар булып ҡыланыуы - яҡшы, ә ололарҙың йәштәр булып ҡыланыуы - шаҡшы", - тиеүе лә юҡҡа түгел бит. Был һүҙҙәрҙе Аллаһ илсеһе киләсәктә намаҙҙы мода тип, әҙәпһеҙ хәбәрҙәрҙе мәрәкә хәл итеп ҡабул итеүселәр булыу ихтималлығын тойоп әйтмәнеме икән, тигән уйҙа туҡталам ҡайсаҡ. Иман - ул мода түгел, иман - ул йән тыныслығын көҫәгән күңел торошо, үҙеңдең генә түгел, вариҫтарыңдың, нәҫелеңдең дә әхлаҡлы булып йәшәү рәүеше. Ошондай һығымталарымдан сығып, милләттәштәребеҙҙе борсоған мәсьәләләр: халҡыбыҙҙың кәмей барыу сәбәптәре, телде һаҡлау проблемалары, яңғыҙлыҡ бәләләре - барыһын да ыңғай хәл итерлек юлдар күрһәтелгән Изге Китабыбыҙға иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ, милләттәштәр, тип әйтке килә.

Нәзиә БИКБОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.18 | Ҡаралған: 676

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru