«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҒЫ БЫСРАҠТАР БАШЛАНДЫ...
+  - 



Сираттағы оператив кәңәшмә уҙған ял көндәрендәге һауа торошо һөҙөмтәһендә килеп тыуған хәл-тороштан башланды. Сөнки тәбиғәт ғәли йәнәптәренең ҡасан көйһөҙләнерен хәҙер синоптиктар ҙа фаразлай алмай һәм ул көтмәгәндә генә сюрприз эшләй ҙә ҡуя. Шуға күрә, ошо ике көндә ҡарлы ямғыр яуыуы, көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булды ла инде.

Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин бәйән итеүенсә, коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре эшсәндәренә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн тәүлек әйләнәһенә оператив режимда эшләргә тура килгән. Тау үрҙәренә, күперҙәргә, юлдарға, хәүефле участкаларға ғына түгел, тротуарҙарға, ихаталарға тоҙ ҡушылған ҡомташ ҡатнашмаһы һибелгән. Әммә бер проблеманы хәл итеү икенсеһен тыуҙыра - таҙалығы менән әллә ни айырылмаған ҡала урамдары бысраҡҡа батты. Ирекһеҙҙән, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировта, ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинда ғына түгел, ябай граждандарҙа ла һорау тыуа: ул тиклем бысраҡ ҡайҙан сыға? Уйлап ҡараһаң, Өфөлә ҡышын ғына түгел, яҙын-йәйен дә ямғыр яуып үтһә, машиналар ҡарағыһыҙға әйләнә. Ә инде аяҡ кейеменә ҡунған саң-туҙан, ямғыр яуып үткәндән һуң йәбешкән бысраҡ тураһында әйтеп тә тораһы түгел... Шуға ла оператив кәңәшмәлә яуаплы ойошмаларға ҡатнашма өсөн ҡулланылған ҡомташ составын яҡшылап тикшереү бурысы йөкмәтелде. Әлбиттә, башҡа ҡалалар өлгөһөнә эйәреп, юлдарҙағы боҙлауыҡтарҙы, ҡарҙы иретеү өсөн реагент ҡулланырға мөмкин, ләкин улар аяҡ кейемен, транспорттың резинаһын ашай. Юҡҡа ғына Мәскәү халҡы ҡыш буйына бер нисә пар аяҡ кейеме туҙҙырыуына зарлана тиһегеҙме? Проблема берәү булһа ла, уның бына шундай икенсе кире яҡтары ла бар. Ә инде проблеманың төбөнә төшөп тикшерә башлаһаң, ҡаланы төҙөкләндереү планын һәм проектын тамырынан үҙгәртеп ҡорорға тура киләсәк...
Шулай уҡ Өлфәт Мансур улы кәңәшмәлә төрлө предприятие-ойошмаларҙың үҙ ҡарамаҡтарында булған территорияның төҙөклөгө һәм таҙалығы өсөн яуаплы булыуын тағы бер тапҡыр билдәләне. Тимәк, үҙ территорияларын улар үҙҙәре таҙартырға, тейешле хәүефһеҙлек шарттары булдырырға тейеш. Ә инде ниндәй участка өсөн кем яуаплы икәнен ҡала хакимиәтенең рәсми сайтындағы интерактив карта ярҙамында белергә мөмкин. Өлфәт Мостафин район хакимиәте башлыҡтарына карталағы мәғлүмәттәрҙе яңыртыуҙы контролләргә, шулай уҡ биналарҙы ҡуртымға алыусылар менән эште әүҙемләштерергә ҡушты.
2019 йылда Өфө Йәйге Халыҡ-ара Балалар уйындарын ҡабул итергә әҙерләнә. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, төп маҡсаты балалар спортын үҫтереү, дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырыу, балаларҙың төрлө илдәрҙәге тиҫтерҙәре менән аралашыуы булған был сарала барлыҡ ҡитғаларҙың 35 иленең 80 ҡалаһынан 1500 йәш спортсының ҡатнашыуы көтөлә. Әле 31 ҡала үҙенең ҡатнашыуын раҫлаған да инде. Октябрь һуңында ирекмәндәр йәлеп итеү башланған, барлығы 600 волонтер талап ителһә, 400 ғариза килгән. Әлеге ваҡытта судьяларҙы әҙерләү, спорт төрҙәре буйынса йыйылма командалар туплау, кәрәкле спорт инвентарен һәм ҡорамалдарын алыу мәсьәләһе хәл ителә. Ярыштарҙан тыш, Уйындарҙа ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар өсөн рәсми һәм күңел асыу программаһы ҡаралған. Сығыш яһаусыны тыңлағандан һуң ҡала хакимиәте башлығы: "Халыҡ-ара Балалар уйындары унда ҡатнашыусыларҙың күңелендә ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырырға тейеш. Бынан тыш, мәҙәни өлөштә Өфөнө, уның матурлығын, Башҡортостандың милли колоритын бар тулылығында күрһәтергә кәрәк", - тип белдерҙе һәм сараға әҙерлекте дауам итеп, уны юғары кимәлдә үткәрергә йөкләмә бирҙе. Өфө ҡалаһы территорияһында һалымдарҙың йыйылыуы тураһында Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Вәхитова сығыш яһаны.
Кәңәшмә һуңында, ғәҙәттәгесә, "өйгә эш", йәғни үткән аҙнала ҡушылған бурыстарҙың нисек атҡарылыуы тикшерелде. Тәү сиратта урамдарҙы яҡтыртыу селтәрҙәрен муниципаль милеккә күсереү мәсьәләһе ҡаралды. Әлеге ваҡытта инвентаризация эштәре тормошҡа ашырыла, уның барышында селтәрҙәрҙең ныҡ таушалыуы, тейешле документацияның булмауы асыҡлана. Ошо проблемалар арҡаһында ҡайһы бер селтәрҙәрҙе муниципаль милеккә күсереү тотҡарлана. Дөйөм алғанда, Гәрәбә (Янтарная), Баланов урамдарында, 257-се, 53-сө балалар баҡсаларында яҡтылыҡ булдырылған. Проблемаларҙы бөтөрөү буйынса эш дауам итә.
Аҙна дауамында пассажирҙар транспорты өлкәһендә ниндәй үҙгәрештәр булыуы тураһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары - Транспорт һәм бәйләнеш идаралығы начальнигы Андрей Федосов таныштырҙы. 18 маршруттың эшмәкәрлеге тергеҙелгән, уларға үҙгәрештәр индерелгән. Һәр биҫтә халҡы транспорт хеҙмәте менән тәьмин ителгән. Айырым мәсьәләләр буйынса көндәлек эш алып барыла, улар урындарға сығып хәл ителә, контролдә тотола.
Үткән аҙналарҙа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мөһим мәсьәләләргә иғтибарын йүнәлтеп, һаулыҡ һаҡлау проблемаһына ла шелтә һүҙҙәре эләккәйне. Был йәһәттән Өфө ҡалаһы буйынса хәлдәр ниндәй торошта икән? Ҡала хакимиәтенең Халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау бүлеге начальнигы Рәдиф Сабиров белдереүенсә, хеҙмәт барлыҡ фельдшер-акушер пункттарын тиерлек йөрөп ҡарап сыҡҡан. 10 объектта хәл-торош ҡәнәғәтләнерлек түгел. Зининола, Нуғайҙа биналар ремонт талап итһә, Макроусоволағы объект муниципаль милеккә ҡарамай, канализация юҡ, аҙнаһына бер тапҡыр башҡа пункттарҙан белгестәр килеп, ҡабул итеү үткәрә. Орджоникидзе районына ҡараған Никольское ауылында фельдшер-акушер пункты вагончикты хәтерләтә. Иҫке Александровкала 530 кеше йәшәһә лә, пункт эшләмәй, бина ремонт талап итә.
Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡыҙыҡһыныусы ойошмаларға проблемалы объекттарҙы тикшереп, улар буйынса проект-смета документацияларын эшләргә ҡушты. Бәлки, тиҙҙән боҙ урынынан ҡуҙғалыр...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.18 | Ҡаралған: 601

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru