«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮПТӘН БИЛДӘЛЕ ХӘҠИҠӘТ, ЙӘҒНИ IX-X БЫУАТТАРҘАҒЫ БАШҠОРТ ҠАЛАЛАРЫ ТУРАҺЫНДА
+  - 



Тарих фәндәре докторы, профессор Нияз МӘжитов үҙе тере саҡта Өфө ҡалаһының үҙәк өлөшөндәге ҙур археологик асыш тураһында бихисап хеҙмәттәр яҙҙы, мәғлүмәтте Башҡортостан һәм Рәсәй йәмәғәтселеге иғтибарына еткерә торҙо. Нияз Ғәбделхаҡ улы 2006-2007 йылдарҙа Пушкин урамының түбәнге кварталдарында урынлашҡан Өфө-II ҡаласығында алып барылған археологик ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәһендә табылған ҙур ултыраҡ ҡалдыҡтарын (ҡәлғә стенаһы, торлаҡ урындары, тимер иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы, бик күп табыштар, шул иҫәптән XIV быуат аҡсалары) тикшертеү өсөн ваҡытында Мәскәүҙән һәм Ҡаҙандан юғары квалификациялы белгестәрҙән торған ирекле эксперттар төркөмө саҡырыуға өлгәште. Улар археологик ҡаҙылма материалдары менән ентекләп танышҡас, был ҡаласыҡтың V быуаттан алып XVI баштарына тиклем өҙлөкһөҙ кеше йәшәгән ҙур ултыраҡ (ҡала) цитаделе (кремле) булыуы тураһында һығымта яһаны. Нияз Мәжитовтың гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителгән был материалы Өфө-II ҡаласығы тарихы һәм башҡа башҡорт ҡалалары тураһында.

- Пушкин урамының түбәнге кварталдарында алып барылған археологик ҡаҙыу эштәре ваҡытында йыйылған материалдар уның XIV - XVI быуат яҙма сығанаҡтарында иҫкә алынған Башҡорт ҡалаһы икәнлегенә ышаныслы нигеҙ булып тора, - тип яҙа ғалим. - XIV - XVI быуаттарҙағы географик хеҙмәттәрҙә был ҡала Өфө йылғаһы тамағында, йәғни бөгөнгө Өфө ҡалаһы территорияһында күрһәтелгән, һәм Өфө-II ҡаласығының, ошо территорияла уға синхрон булған башҡа археологик ҡомартҡыларҙың Башҡорт ҡалаһыныҡы булыуы тураһындағы мәсьәлә ябай һәм ышаныслы сиселеш тапты. IX - X быуаттарҙа башҡорттарҙың бер төркөм ҡалалары тураһында урта быуаттарҙың тәү осорона ҡараған яҙма сығанаҡтарҙа бәйән ителеүен дә билдәләп үтергә кәрәк.
Был ҡалалар тураһында фәндә күптән билдәле, тик улар, ни өсөндөр, тикшеренеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итмәгән, һәм ошо мәҡәлә уҡыусыларҙы ысынбарлыҡта булған башҡорт ҡалалары менән таныштырыуға арнала. Был мәғлүмәт башҡорттарҙың I һәм II мең йыллыҡтар сиктәрендәге көнкүреше һәм мәҙәниәте тураһында фәндә урын алған фекерҙәрҙе тамырынан үҙгәртергә мәжбүр итә.
Донъя халыҡтары тураһында белешмә материалдар яҙыу XII быуатта йәшәгән күренекле ғәрәп тарихсыһы-географы әл Иҙрисиҙең фәнни маҡсаты була. Уның ҡарамағында боронғо һәм урта быуат авторҙары хеҙмәттәре тупланған ҙур китапхана булған. Әл Иҙриси 57 климат (Урта Азия, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Себер һәм Көнсығыш Европа) халыҡтары тарихы тураһында яҙғанда үҙенең билдәле ғәрәп авторҙары Ибн Хордадбәк (IX б.), әл Яҡуби (IX б.), Сәләм Тәрджемән (IX б.), Ибн Хаукал (X б.), әл Мәсғүди (X б.), әл Джәйхани (X б.) һәм башҡа бик күптәрҙең хеҙмәттәрен файҙаланыуы хаҡында махсус белдереп китә. Ошо авторҙарҙың беҙҙең дәүергә күбеһенсә башҡа авторҙар тарафынан ҡыҫҡартылып яҙылған рәүештә генә килеп еткән хеҙмәттәренән тыш, әл Иҙриси сәйәхәтсе, сауҙагәр замандаштарынан алынған мәғлүмәттәрҙе ҡулланған, һәм шуның өсөн уның был хеҙмәтен IX- X быуаттарҙағы Башҡортостан тураһындағы мөһим сығанаҡ, тип баһаларға була.
Әл Иҙрисиҙең "Нузхат ал-муштак фи ихтирак ал-афак" ("Донъя гиҙеүҙе хушһынғанға йыуаныс") тигән китабы XIX-XX быуаттарҙа Европа уҡыусыһына А. Жоберҙың француз телендәге "Иҙриси географияһы" баҫмаһы аша таныш була. Академик Б.А. Рыбаков был баҫмаға беренсе һәм иң тулы комментарий яҙған. Әл Иҙриси китабының А. Жобер баҫмаһынан башҡорттар тураһында яҙылған айырым биттәрен һәм Б.А. Рыбаковтың күрһәтелгән хеҙмәтен беҙ Башҡортостан тарихының урта быуаттар осорон яҡтыртҡан тәүге мәҡәләләребеҙҙә ҡулланғайныҡ. Ул ваҡытта уҡ инде әл Иҙрисиҙең IX-XII быуаттарҙағы башҡорттар һәм башҡорт ҡалалары тураһындағы мәғлүмәтенең фәнни яҡтан ҡиммәт булыуы беҙҙә һис бер шик тыуҙырмай ине. И.Г. Коновалованың "Әл Иҙрисиҙең Көнсығыш Европа илдәре һәм халыҡтары тураһында" исемле китабы баҫылып сығыу ошо мәсьәлә тирәһендәге ситуацияны тамырынан үҙгәртте. Был китапта күрһәтелгән ғәрәп авторының хеҙмәте буйынса элегерәк баҫылып сыҡҡан эштәр тәнҡит күҙлегенән ҡарала, айырым аңлатмаларға, географик атамаларға, исемдәргә ентекле комментарийҙар бирелә. IX-X быуат башҡорттарының көнкүреше, мәҙәниәте тураһындағы мәғлүмәт күләме буйынса ошо баҫма Башҡортостан тарихсылары өсөн айырыуса ҡиммәтле.
Әл Иҙрисиҙең хеҙмәте ике өлөштән тора: карталарҙан һәм халыҡтарҙың көнкүреше һәм мәҙәниәте бәйән ителгән текстарҙан. Уның Көнсығыш Европа картаһында Каспий диңгеҙенә төньяҡтан тауҙарҙан (Урал тауҙары, тип аңларға кәрәк) өс тармаҡ булып башланған бер йылға ҡоя. Әл Иҙриси, урта быуаттар географияһы традицияларына ярашлы, Волга (Итиль) йылғаһының башы рәүешендә Кама, Өфө һәм Әй ҡушылдыҡтары менән Ағиҙел йылғаларын күрһәткән. Әл Иҙрисиҙең картаһын ошолай уҡыу хәҙер дөйөм ҡабул ителгән, тип иҫәпләнә. Уның картаһында башҡорт иле Аскаска тип аталған таулы өлкәлә урынлашҡан, быны Урал тауҙары, тип уйларға кәрәк. Сығанаҡта "Исил (Итиль. - Авт.) йылғаһының көнсығыш тармағы басджирттар өлкәһендә башланып, һуңынан бәджнәктәр һәм булғарҙар араһында сик булып, көнбайышҡа табан аға...", тип әйтелә. Ошо һүрәтләүҙә Волга йылғаһына ҡушылғанға тиклем Ағиҙел һәм Кама йылғалары үҙҙәренең ҡушылдыҡтары менән асыҡ төҫмөрләнә.
Әл Иҙриси хеҙмәтендә башҡорт илендәге биш ҡала иҫкә алына, уларҙың координаттары һәм ҡыҫҡаса һүрәтләнеше бирелә. Мәҫәлән, әл Иҙриси Ҡаруҡийа тигән башҡорт ҡалаһы тураһында бына нимәләр яҙа: "Гүрхан ҡалаһынан Ҡаруҡийаға тиклем Анхадара йылғаһы буйлап һигеҙ көнлөк юл, ә ҡоронан көнбайышҡа табан ун алты күсем. Ҡаруҡийа - ағас ҡоролмаларҙан һәм кейеҙ тирмәләрҙән торған матур ҡала. Уға ерҙәре бынан ун алты күсем арала булған булғарҙар йыш һөжүм итеп тора, һәм улар әлмисаҡтан бирле бер-береһе менән даими һуғышып йәшәй.
Ҡаруҡийа ҡалаһынан төньяҡҡа Тышҡы башҡорттарға тиклем үтеп сығыуы ауыр булған тауҙар, насар юлдар һәм тар һуҡмаҡтар буйлап ун күсем ара. Ҡаруҡийа һәм Эске башҡорттар араһы үтеп сыҡҡыһыҙ тауҙар һәм юлһыҙ ерҙәрҙән ун ике күсем. Басджирттарҙың иле ҙур, уның айырым өлөштәре бер-береһенән ҙур алыҫлыҡта ята. Эске басджирттар иле үҙәге менән Тышҡы басджирттар иле үҙәге араһы ун бер күсем ер. Үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса басджирт халҡы төрки-булғарҙарға оҡшаш. Кейемдәре - оҙон халаттар". Бәйән ителгәндәр Ҡаруҡийа ҡалаһының көнбайыш Башҡортостанда урынлашҡанлығын раҫлау өсөн нигеҙ бирә.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.18 | Ҡаралған: 649

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru