«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКЕ НӘМӘ СИКҺЕҘ: ҒАЛӘМ ҺӘМ КЕШЕНЕҢ АЛЙОТЛОҒО
+  - 



Карикатура - ул шундай художестволы жанр, унда рәссамдың ниндәйҙер шәхескә йәки тормоштағы мөһим ваҡиғаға булған ҡарашы сағыла. Ниндәйҙер кимәлдә карикатурист сәйәсмән дә. Бөгөн билдәле рәссам Камил БУҘЫҠАЕВ менән сәнғәттең ошо үҙенсәлекле йүнәлеше тураһында һөйләшәбеҙ.

Был һорау, моғайын, бар уҡыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындыралыр: бөгөн карикатурист булараҡ танылыу яулаған Камил Буҙыҡаев быға тиклем нимә менән шөғөлләнгән икән?

- Был йәһәттән мин бик бәхетле кешемен, ошоға тиклем бер көн дә яратмаған, күңелемә ятмаған эштә эшләгәнем юҡ. Профессиональ рәссаммын. БДПУ-ның художество-графика факультетын тамамлағас, Учалыға ҡайттым. Унда нимә менән генә булышманым. Әйткәндәй, худграфта күп һөнәрҙәргә өйрәттеләр - һүрәт төшөрөргә, скульптураға, ағас эшкәртергә һ.б. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында бик ҡеүәтле факультет ине ул. Нимә теләйһең, шуны эшләй ала инең, ижади мөхит булды. Бөгөн дә декан вазифаһын башҡарған Мәсәлимов Тәлғәт Хәсән улына рәхмәтлемен. Ул минең етәксем булды. Бер ҡасан да ҡысҡырып маҡтамай торғайны, әммә уның ижадыма ыңғай ҡарашын гел тойҙом. Лидия Михайловна Стратонова интернатта ла, вузда ла уҡытты. Григорий Александрович Загвоздкин, живопись уҡытыусыһы - бына улар мине ҡурсалап үҫтерҙе.
Фонтандар ҙа эшләй беләм. Бетон менән эшләргә яратам, ландшафт дизайны менән дә булышам. Тимерлек асып, тимер черепицанан ҡыйыҡтар ҙа яһаным. Заказдар бөтөп, көрсөк башланғас, тимер-томорҙан реклама щиттары яһап, реклама менән шөғөлләнә башланым. Башта ул щитта ярты йыл тирәһе Мортаза Ғөбәйҙулла улының портреты эленеп торҙо әле, аҙаҡтан клиенттар килеп сыҡты. 2008 йылда тағы ла көрсөк башланғайны, Өфөгә сығып киттем. Мәскәү, Силәбе, Яр Саллыла скульптуралар эшләп йөрөнөм, таш менән булыштым. Тағы ла эш булмай башлағас, шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегемде яптым. Артабан ни эшләргә икән, тип уйланып ултырғанда, һүрәт эшләп, социаль селтәрҙәргә һалғайным, уның ҡыҙыҡһыныу уятҡанын шәйләп ҡалдым. Карикатураға тотоноуым шунан башланды. Хәҙер 2 йылдан ашыу туҡтауһыҙ һүрәттәр төшөрәм.

Ҡағыҙға төшөргән тәүге карикатурағыҙҙы хәтерләйһегеҙме?

- Мин урта белемде Республика художество гимназия-интернатында алдым. Унда һәр бала рәссам һәм һәр класта стена гәзите була торғайны. Мин мәктәп гәзитендә рәссам булдым. Интернатта Радик исемле бәләкәй генә буйлы малай булды. Линейкаларҙа завучтар уны тәнәфестә йүгергәне өсөн әрләй торғайны. 10-11 йәшлек баланың тик торған сағы буламы ни? Мин уны шулай итеп һүрәткә төшөрҙөм: оҙон коридор, ә уның буйлап бәләкәй генә Радик йүгереп китеп бара. Был тәүге карикатура ла булмағандыр, бәлки, әммә ул минең хәтеремдә ҡалған. Дәрестә ултырғанда уҡытыусыларҙы ла, хатта директорҙы ла төшөрә инем. Уҡыған саҡта сатирик һүрәттәр буйынса халыҡ-ара конкурста еңеп, "Орленок"ка ла барҙым әле. Һүрәтте бала саҡтан төшөрһәм дә, журналист булырға хәл итеп, БДУ-ға уҡырға индем. Һәм был минең һөнәрем түгеллеген аңлап, әрмегә киттем. 2 йыл буйына Ленин, ракета, автомат, КамАЗ, танк төшөрҙөм. Ҡайтҡайным, Учалылағы Булат ағайым: "Һин, ҡустым, уҡырға уйлайһыңмы, юҡмы?" - тип һорай. "Барам, юрислыҡҡа барырмын ул", - тип яуаплайым. "Һиңә нимәгә ул юрист? Тыуғаныңдан алып күренеп тора бит, һүрәт төшөргәс, һүрәт төшөр", - тине. Шунан һуң БДПУ-ға уҡырға индем.

Рәссамлыҡ яҙмышығыҙҙың бөгөн ошолай үҙгәреп китеүенә шатһығыҙмы?

- Ысынлап та, республика, баш ҡала сиктәрендәге ҙур булмаған йәмғиәттә мин нимәгәлер өлгәштем. Минең менән урамда иҫәнләшәләр, фотоға төшәләр, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре таный. Өфөнөң үҙәгендә персональ күргәҙмәләрем булды. Әлегә мин үҙемдең хәлем менән ҡәнәғәт булырға тейешмендер. Тик мин бер ҡасан да ижадтан йыраҡлашманым, тип тә әйтер инем. Рәссам булараҡ, эштәремдән күңел ҡәнәғәтлеге ала инем. Әйтәйек, ҡәбер таштары яһайһың икән, был да бит ижад. Рәссамға йәмғиәттең иғтибары кәрәк. Ул тәбиғәте менән нарцисс. Уға эргә-тирәһендәгеләрҙең баһаһы мөһим. Ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы, әммә 5-10 йыл төшөргән картинаға йәки 1-2 йыл яһаған скульптураға ҡарағанда, ярты сәғәт ваҡытыңды алған карикатура йәмғиәттә күберәк шау-шыу тыуҙыра. Һәм һин шунда уҡ, халыҡ һөйөүе үк булмаһа ла, билдәлелек яулайһың. Әйҙә, шул-шул кешене, беҙҙең район башлығын һүрәткә төшөр, тип яҙа башлайҙар һиңә.

Тимәк, уның насар эштәрен башҡалар күреүен теләйҙәр. Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн ниндәй генә заманда йәшәһә лә, кеше һәр саҡ ғәҙеллек көҫәй?

- Кешенең ниндәй инстинкттары ихтыярыбыҙға буйһонмай? Енси теләк, ашҡаҙан талабы һәм балаларың тураһында ҡайғыртыу. Үҙенән байыраҡ кешегә ҡарап, кеше уның балалары үҙенекеләргә ҡарағанда именерәк, хәүефһеҙерәк урында булыуын күрәлер, моғайын. Тап ошо уны асыуландыралыр ҙа. Беҙгә тиклем дә был шулай булған, тағы ла мең йылдан һуң да шулай буласаҡ. Һәм был бар кешеләргә лә ҡағыла, иң бай кешенән дә байыраҡ кеше табыла. Фатир мәсьәләһе халыҡты боҙҙо, тип Булгаков әйткән бит. Әлбиттә, мин яңылыша ла алам, сөнки мин фәйләсүф түгел. Әммә, минеңсә, кеше менән үҙ ғаиләһен хәстәрләү идара итә.

Кешенең характеры, уның, әйтәйек, ниндәй ҡылыҡтарға һәләтле булыуы йөҙөндә яҙыламы?

- Мин шәхсән таныш булмаған кешеләрҙе фотоға ҡарап ҡына төшөрәм. Уларҙы белгәндәр, оҡшатҡанһың, бөтөн булған яҡшы сифаттары менән тотоп алғанһың, тиҙәр. Шаштыраларҙыр, бәлки. Әммә рәссамдың эске тойомлауы булырға тейеш. Ул анатомияны ла һәйбәт белергә бурыслы. Хатта карикатурист булһаң да, тән төҙөлөшөн белмәһәң, тамашасы һиңә ышанмаясаҡ, нимәһелер килешеп етмәгән кеүек буласаҡ. Киндергә, әйтәйек, ыштан йәбештереп, йәки буяуҙар менән нимәлер һыҙғылап, картина тип атап булмай. Мин теге йәки был нәмәне шулай күрәм, тип, ошо ҡараштан сығып сыймаҡланған "картина"ларын һатырға оялмаусылар бар әле, етмәһә. Әгәр ҙә һин рәссам икән, уҡытыусыларың һине нимәгә өйрәткән, шуны күрһәтергә тейешһең. Һәр хәлдә, сәнғәткә ошолай ихтирамһыҙ ҡарауға ҡаршы мин. Күп рәссамдарҙың был фекерем менән ризалашмаясағын да беләм.
Рәссам үҙенең ижадына айыҡ аҡыл менән ҡарап, баһа бирә белергә тейеш. Ә бөгөнгө рәссамдың тормошо ябай. Күргәҙмә үткәреп, атҡаҙанған исеме алһа, бәхетле. Ә нимә өсөн уға был исем бирелгән, ул турала уйламай ҙа.

Бөгөнгө ижадығыҙ сәйәсәт менән бәйле, ә сәйәсәт гел үҙгәреп тора. Ҡытайҙарҙың, үҙгәрештәр осоронда йәшәргә Хоҙай ҡушмаһын, тигән әйтеме бар...

- Мин бының менән килешмәйем. Тиҫтә йылдар дауамында төҙөлгән элиталар торғонлоҡҡа килтерә. Иң ҡыҙығы - үҙгәрештәр осоронда йәшәү.
Путинды әрләйбеҙ, икенсе яҡтан ҡарағанда, беҙ Рәсәйҙә бер ҡасан да былай яҡшы йәшәгәнебеҙ юҡ ине. Был үҙгәрештәр осоро ярайһы һуҙылып китте, быныһы икенсе мәсьәлә, әммә беҙ һәйбәт йәшәйбеҙ, тип иҫәпләйем. Ҡайҙалыр уҡығайным, үҙенә бөтөн донъянан өйкөлөшөп халыҡ ағылған ил генә үҙен башҡаларға өлгө итеп ҡуя ала. Әлбиттә, беҙгә бөтөн донъянан йүгермәйҙәр, әммә ярты континенттан киләләр, сөнки элекке Советтар Союзына ингән илдәрҙә йәшәүе мөмкин түгел. Ил башлығы ниндәй ысулдар менән быға өлгәшәлер, тик ул үҙенең эшен яҡшы башҡара. Бер ҡайҙа ла бындағы кеүек иреклек юҡ. Митингтарҙы ҡыуалар тип зарланалар, әлбиттә, тик халыҡтың именлегенә хәүеф менән янаған митингтарҙы мин дә ҡыуыр инем. Әгәр ҙә ошо митингтар еңһә, нимә буласағын уйламай ундайҙар. Күршеләрҙә барған ваҡиғаларға ҡарап та бының бер яҡшы нәмәгә лә килтермәйәсәге асыҡ.

Һеҙҙең ҡәләмегеҙҙең осона йышыраҡ кем эләгә?

- Быға тиклем булған Республика Башлығы Хәмитов йышыраҡ эләгә, тип иҫәпләй инем. Хәҙер уйлайым: Радий Хәбировтың уны был йәһәттән уҙып китеүе ихтимал. Рөстәм Зәки улын йышыраҡ кире күренештәр менән бәйләп төшөрөргә тура килә ине, әллә ул үҙенең эшен күрһәтә белмәне инде. Радий Фәрит улы менән хәл киреһенсә. Әгәр ҙә һинең эшең кешеләр менән бәйле икән, һин кеше-машина булырға хоҡуғың юҡ. Һин кеше булырға тейешһең. Телевизорҙан Хәбировҡа ҡарайһың да, уның йөҙөндә - хис-тойғолар, күҙҙәрендә бәхет сағылғанын күрәһең. Малайҙар менән төшкән фотоларын ҡарағыҙ, ул бәхеттән балҡып тора. Бәлки, уларға ҡарап, үҙенең ошолай малай сағын хәтерләгәндер, кем белә? Ошондай бер фотоһы менән генә лә ул күптәрҙең һөйөүен һәм ихтирамын яулағандыр, тип уйлайым. Тойғоларҙы йәшереп, кешене алдар өсөн йөҙгә ҡыуаныс хисе сығарып булмай бит - былар барыһы ла ихлас. Шуға малайҙар ҙа унан тартынмай, сит кеше тип ятһынмай. Министрҙарҙың отставкалары йәки башҡа нәмә менән түгел, ә ошо ихласлығы, ыңғай хистәре, тыуған иленә булған эскерһеҙ һөйөүе менән ул миндә нығыраҡ тәьҫир ҡалдырҙы.

Юмор күңелде күтәрә, ул изгелек, ә сатира - аяуһыҙ һәм яуыз, ул кешенән көлә һәм уның ысын йөҙөн аса, тиҙәр...

- Әгәр ҙә ул ысынға тап килмәгән ялғанға ҡоролған мыҫҡыллау булмаһа, сатира яуыз була алмай. Сатира бер ҡасан да насарлыҡ килтермәй, киреһенсә, ул төҙәтә генә. Бигерәк тә сәйәси сатира. Мин гел әйтәм, юмор тойғоһо булмаһа, власҡа үрләргә тырышырға ла кәрәкмәй. Сәйәсәттә юмор тойғоһо булмаған кешеләр юҡ. Ҡайһы бер сәйәсмәндәр, һин, туғаным, ҡатыраҡ төшөргәнһең, әммә дөрөҫ эләктергәнһең, тип тә әйтә. Кеше күрмәгәнде нисек һиҙҙең, тиҙәр. Берәү ҙә үпкәләп өндәшкәне юҡ әле. Үҙ-үҙеңдән көлөп алыу бер кемгә лә ҡамасауламай. Икенсе яҡтан, шул уҡ депутаттар мәсьәләһенә килгәндә, мәҫәлән, мин һайлаған аҙаҡҡы депутат Тәлғәт Шабанов булды. 90-сы йылдар ине ул. БелАЗ водителе булып эшләй ине һәм ғәҙел һайланған депутат ине. Бөгөнгө депутаттар үҙ шәхесенә ҡарата ниндәйҙер ихтирам талап итә аламы һуң? Улар партия исемлектәре, буталсыҡ һайлауҙар менән үҙ-үҙҙәрен ошо хәлгә ҡуйҙылар. Мине халыҡ һайлап ҡуйҙы, тип ҡысҡырып әйтәһең икән, быға тәүҙә үҙең ышанырға тейешһең. Бындай депутаттың ниндәй абруйы булһын. Ике нәмә сикһеҙ, ғаләм һәм кешенең алйотлоғо. Шулай ҙа уның тәүгеһенең шулай булыуында тулы ышанысым юҡ, тигән бит Эйнштейн. Кешенең алйотлоғо сикһеҙ бит ул.

Бөгөн, бигерәк тә интернет киңлегендә, мәҙәни мәғлүмәт берәмектәре булараҡ сәйәси мемдар ҙа билдәле күренешкә әйләнде. Был да кешенең гражданлыҡ әүҙемлеге күрһәткесеме?

- Фотоға реплика йәбештереп ҡуйыу менән күптәр мауыға, унда аныҡ ҡына автор юҡ. Бындай күренештәрҙең барлыҡҡа килеүен бөгөн барған сәйәси процестарға тәьҫир итергә тырышыу тип аңларға ла мөмкин. Хатта ул дөрөҫ булмағанда ла, үҙ ҡарашыңды белдерергә тейешһең. Мин үҙ фекеремде әйтәм, кешеләр уның менән риза булмаҫҡа ла мөмкин. Иң мөһиме, мин үҙем был фекер менән ризамын һәм уны төшөргәндән һуң тыныс күңел менән йоҡлай алам.
"Социаль селтәрҙәрҙәге яңылыҡтар таҫмаһында һинең яңы эшең юҡ икән, тимәк, илдә бер нәмә лә булмаған, тигән фекергә киләм", - тип күптәр әйтә миңә. Кешеләргә әхлаҡи ориентир кәрәк һәм бөгөнгө көндә карикатуристың ориентир булыуы бик яманһыу, был дөрөҫ түгел. Дәүләт Думаһында һауынсылар, слесарҙар, металл ҡойоусылар, шахтерҙар юҡ, ҡайҙандыр килеп сыҡҡан кешеләр: элекке спортсылар, йырсылар, 30 йәшлек генерал ҡатын-ҡыҙҙар абруйға әйләнә. Үҙем йәшәгән илде яманлағым килмәй, әммә 20 йылдан беҙҙә станокта эшләргә кеше лә табылмаясаҡ. Ябай һөнәр эйәләренән герой яһап, кешеләр менән идара итеп була, Советтар Союзында ошондай ҡеүәтле пропаганда алып барылды ла. Хеҙмәт кешеһе, ябай агроном Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исемдәргә өлгәшеп, йондоҙға әүерелә ине. Элек ауыл хужалығы институтында уҡырға теләүселәр күп ине, хәҙер барыһы ла юрист булырға теләй. Сөнки депутат булып, юрист, иҡтисадсылар ултыра.

Һеҙ - Буҙыҡай кантон булараҡ билдәле Мөхәмәтйән Буҙыҡаевтың ейәне. Уның шәхесенә бәйле ғаиләгеҙҙә быуындан-быуынға һөйләнә торған тарихтар бармы?

- Мин уның 7-се быуын ейәне. Бала саҡтан уның тураһында ишетеп үҫтем, күберәк Фәйзрахман ҡартатайым һөйләй торғайны. Минең балаларым да, бигерәк тә улдарым, данлы ҡартатайҙары менән ғорурлана.
Борон батша улдары бөтөн Рәсәйҙе урап сығырға тейеш булған. Александр Икенсе лә әле батша булмаҫ элек, 16-17 йәшлек сағында, ошондай сәфәре ваҡытында ҡартатайым Мөхәмәтйән Буҙыҡаевта ҡунаҡта булған. Уның тел уҡытыусыһы В. Жуковский ҙа килгән, ул был сәйәхәтте һүрәтләп, ҡағыҙға төшөргән. Александр Икенсе батша итеп тәхеткә күтәрелгәс, башҡорттар ҙа барған унда, ҡошсолар, яугирҙар булған. Әммә тантаналы сараға ике кеше генә саҡырылған, уларҙың береһе - Мөхәмәтйән Буҙыҡаев. "Буҙыҡай кантон" тигән халыҡ йырында әйтелеүенсә, ошо ваҡытта Александр Икенсе олатайыма генерал тигән хәрби чин бирә. Билдәле булыуынса, ҡайтып барышлай ул ағыулап үлтерелә. Тарихсылар батшаның уға генерал тигән исем биреүе мөмкин түгел, башҡорттар араһында батша генералдары булмаған, тиҙәр. Учалылар иһә ҡуш ҡуллап күтәреп алалар, беренсе батша генералы ла, совет генералы ла Учалынан, тип ғорурланалар. Уларҙың тәүгеһе - Мөхәмәтйән Буҙыҡаев, икенсеһе - Муса Мортазин.
Мөхәмәтйән Буҙыҡаев 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Парижды яулауҙа ҡатнаша, миҙалдар менән бүләкләнә. IV кантон башлығы була. Йылҡылар тота, күн заводы була, әрмегә эшләй. Билдәле яҙыусы Мамин-Сибиряк "Өмә" тигән хикәйәһендә тап минең ҡартатайҙың көнкүрешен һүрәтләй. Бесән өмәһенә тура килә ул. Ике улы ла Омск пехота училищеһында белем ала, офицер булалар. Уларҙың революцияға тиклем төшкән фотолары ла бар. Ә бына Мөхәмәтйән Буҙыҡаевтың һүрәте юҡ, бәлки, берәй ерҙә барҙыр, берәйһе был турала мәғлүмәт бирһә, бик шат булыр инем. Инәйем Салауат районынан, Салауат Юлаев нәҫеленән.

Замандаштарыбыҙға әйтер ниндәй һүҙҙәрегеҙ бар?

- Мин кешегә нимәлер кәңәш итергә сәйәсәтсе йәки профессор түгел. Мин дә барыһы менән бергә ошо заманда, йәмғиәттә йәшәүсе генә. Ябай кешегә хас ҡыуаныстар миңә лә ят түгел. Кем әйтмешләй, ҙур теләк менән эшкә йөрөһәң, ҙур теләк менән эшләһәң, аҙаҡтан ҡыуанып өйөңә ҡайтаһың - бәхет ошо инде. Ә тыныс йоҡлау өсөн үҙ-үҙең менән ғәҙел булырға ғына кәрәк. Әлбиттә, халҡымды мин бик яратам, ҡайһылыр замана бәләләре мине лә көйөндөрә. Милләтте, тәү сиратта, тел һаҡлай. Ә беҙ яйлап башҡа халыҡтарҙан йотола барабыҙ, сөнки туған телебеҙҙә һөйләшмәйбеҙ. Тел бар икән, башҡаһы, шул иҫәптән рух та уға эйәрә ул.

Шулай итеп...
Карикатуристарға хас үткер аҡыл, күҙәтеүсәнлек, аналитик фекер йөрөтә һәм күҙаллай белеү, үҙенсәлекле художестволы һәләтенән тыш, геройыбыҙҙың тағы бер сифатын тойомлағанһығыҙҙыр - ул үҙе теләгәнсә ижад итә. Ижад ниндәйҙер тыйыуҙарҙан, ҡурҡыуҙарҙан азат булғанда ғына үҙе йәшәгән йәмғиәтте яҡшыраҡ итә алалыр, ахыры. Бер кешенең азатлығы башланған ерҙә икенсе кешенеке тамамлана, тиҙәр, бәлки, уның ҡәләме осона эләгеүҙән ҡурҡыуҙан социаль һәм шәхси аҡылһыҙлыҡтар яһау, халыҡтың ышанысына хыянат итеүҙәр кәмей төшөр?

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.18 | Ҡаралған: 764

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru