«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИРҘӘР ШУЛАЙ ТӘРБИӘЛӘНӘ!
+  - 

Ошо көндәрҙә "Динамо" стадионында ирекле көрәш буйынса башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев иҫтәлегенә арналған республика асыҡ турниры уҙғарылды. Ярышты БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Өфө ҡала округы хакимиәте, "БР спорт көрәше федерацияһы" төбәк спорт йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо. Турнирҙа ун ауырлыҡ категорияһы буйынса балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашты.

Балалы йортта хәйлә юҡ, тиҙәр. Балалар спортында ла хәйләгә, ғәҙелһеҙлеккә, ялғанлыҡҡа урын юҡ. Ирекле көрәш буйынса үткәрелгән турнирҙа ла нәҡ шулай булды, һәр кем майҙанға сыҡҡанда үҙ көсөнә генә ышанды. Милли геройыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә арналған был ярыш Башҡортостанда өс йыл элек яңынан тергеҙелгән һәм ике тапҡыр Салауат ҡалаһында үткәрелгән. Ә тарихы алыҫ 1962 йылдарға уҡ барып тоташа: Советтар Союзында спортҡа, сәләмәт быуын тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бирелгән йылдарҙа Башҡортостандың спорт мастерҙары башланғысында ойошторола был турнир һәм үҙенә күрә традицияға әйләнә. БР ирекле көрәш федерацияһы ветерандар советы рәйесе Нурулла Хисмәтуллин шулай тип һөйләне: "Илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар социаль-иҡтисади торошобоҙға ғына түгел, спорт өлкәһенә лә йоғонто яһаны. Советтар Союзындағы кеүек, балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуға йүнәлтелгән программалар булмауы ауыр хәлгә ҡуйҙы. Республикала ҡайһы бер спорт төрҙәре буйынса түңәрәктәр, хатта мәктәптәр ҙә көрсөккә килеп терәлде, билдәле тренерҙар ситкә күсеп китте..."
- Ирекле көрәш беҙҙең республика өсөн йәш спорт төрө, - ти Башҡортостанда ирекле көрәште үҫтереү өсөн яуаплы Роберт Исмәғилов. - Советтар Союзы заманында Салауат ҡалаһында ғына үҫешкән был йүнәлеш грек-рим көрәше кеүек киң таралмаған. Өфөлә ирекле көрәш буйынса тәүге секцияны 2012 йылда ғына астыҡ, хәҙер яйлап балаларҙы ылыҡтыра, турнирҙар ойоштора башланыҡ. Әлеге көндә республиканың Архангел, Тәтешле, Ишембай, Иглин, Ауырғазы райондарында ирекле көрәш буйынса секциялар эшләй. Киләсәктә был исемлек киңәйер, ирекле көрәшкә иғтибар бар яҡлап та артыр тип ышанғы килә. Сөнки Кавказ республикаларына барһаң, башҡорт халҡы борондан көрәштә ал бирмәгән, ни өсөн чемпиондар тәрбиәләмәйһегеҙ, тип аптырайҙар... Әйткәндәй, милли батырыбыҙ С. Юлаев иҫтәлегенә арналған быйылғы турнирҙа Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәү, Свердловск, Һамар, Ырымбур, Пенза өлкәләренән ике йөҙгә яҡын кеше килде. Майҙанда бер-береһенә ал бирмәй айҡашҡан 10-13 йәшлек малайҙарҙың сәмен, дәртен, көсөн һынаны ярыш. Ә беҙ ысын ир-егеттәрҙең ни рәүешле тәрбиәләнеүенә шаһит булдыҡ. Еңелеп, бер-ике тамсы күҙ йәшен сығарған малайҙарҙы тренерҙары арҡаһынан һөйөп йыуатып та, хаталар өҫтөндә уйланырға ҡушып ултыртып киткәнен дә күрҙек. Ҙур уңыштарға өлгәшергә маҡсаты булған тәрбиәләнеүселәрен тренерҙар икенсе урын алған өсөн дә маҡтамай икән. "Көрәшсе майҙанға сыҡҡан икән, һуңғы минутҡа тиклем бөтә көсөн һалырға тейеш", - тип тәнҡитләүселәрҙе лә ишетергә тура килде. Ә турнир һуңында беренсе, икенсе һәм өсөнсө урын яулаусыларға бирелгән конверттарҙы түҙемһеҙләнеп, йыртып асып ҡарап, аҡсаларын һанаған малайҙарҙы күргәс, эскерһеҙ балаларҙың күңелен күтәреү өсөн күп тә кәрәк түгел икәнен аңланыҡ.
Татарстан, Һамар һәм Мәскәү өлкәһенең спортсылары иң юғары күрһәткестәргә өлгәште, улар бөтә тиерлек ауырлыҡ категорияларында беренсе урынға сыҡты. 23 кг ауырлыҡ категорияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Эдгар Шерстобитов, Өфөнән 58 кг ауырлыҡ категорияһында Владимир Сопов һәм 69 кг ауырлыҡ категорияһында Салауат Шафиҡов еңеүгә өлгәште. Балалар менән әңгәмәләшкәндә барыһы ла ирекле көрәш менән 2-3 йыл шөғөлләнеүе тураһында һөйләне. Ә был спорт төрөн улар көс, таһыллыҡ күрһәтеп булғаны өсөн ярата. Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан килгән йәш спортсы Азамат Миңлеғолов ирекле көрәштән тыш билбау көрәше, саңғы, футбол менән дә шөғөлләнә, ярыштарға йөрөй. Мәскәү спортсыһы Умар Рабоданов 24 кг ауырлыҡ категорияһында еңеү яуланы һәм бындай ярыштарҙа йыш сығыш яһауы тураһында һөйләне. Буш ваҡытым һис юҡ, ти малай. Өфөлә малайҙар 14-се Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә, 58 кг һәм 69 кг ауырлыҡ категорияларында уларға етеүсе булманы. Милли батырыбыҙ рухына арналған турнирҙа ҡыҙҙар ҡатнашманы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев иҫтәлегенә арналған ирекле көрәш буйынса республика асыҡ турнирын ҡарағанда 14 йәшендә айыу алған Салауат Юлаев, черкес батырын еңгән Алдар Иҫәкәев күҙ алдына килеп баҫты. Башҡорт ир-егеттәре араһында ла киләсәктә ирекле көрәш буйынса чемпион исемен яуларлыҡ батырҙар булыр әле, тип уйларға өмөт бар. Иң мөһиме, уларҙы тик техник алымдарға ғына өйрәтмәйек, ә батыр шәхестәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләйек.

Йәмилә ШӘРӘФЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.12.18 | Ҡаралған: 631

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru