«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШБЕҘ ҘӘ УЛ ТИК ҠАРТБЫҘ ШУЛ...
+  - 

Өфө ҡала хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәнең онлайн трансляцияһы, моғайын, күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткәндер. Сөнки унда олоһон да, кесеһен дә берҙәй ҡыҙыҡһындырған тема: 2017 йылда халҡы миллиондан ашҡан ҡалаларҙың ҡайһы бер социаль-иҡтисади күрһәткестәре буйынса отчет тыңланды. Баш ҡаланың дәүләт статистика бүлеге начальнигы Оксана Даянова килтергән һандар, бер яҡтан, ҡыҙыҡһындырһа һәм тынысландырһа, икенсе яҡтан, аптырата һәм һорауҙар тыуҙыра.

Ыңғай мәлдәрҙән: Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәйҙең миллионлы 13 ҡалаһы (Мәскәү менән Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда) араһында 1131,4 миллион халҡы менән (2016 йыл менән сағыштырғанда 5,3 мең кешегә күберәк) 8-се урында тора. Былтыр миллионер ҡалаларҙың ҡайһы берҙәрендә тыуым күрһәткесе кәмеһә, һигеҙендә, шул иҫәптән Өфөлә лә тәбиғи үҫеш күҙәтелә (2016 йылда +5480, 2017 йылда + 2294). Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тыуым - демографик проблемаларҙың береһе, сөнки халыҡ артһын өсөн 15-49 йәштәге һәр ҡатын-ҡыҙға тыуым коэффициенты 2,15 - 2,20 булырға тейеш булһа, әлеге ваҡытта ул 1,37 генә тәшкил итә. Был йәһәттән Ҡаҙан алда бара - уларҙың коэффициенты 1,679. Үлем күрһәткесе буйынса республикала 1 мең кешегә 12,4 кеше тура килһә, Өфөлә - 10,8. Хаҡлы ялдағыларға килгәндә, былтыр уларҙың һаны 1 мең кешегә 267 булһа, Рәсәй буйынса - 296.
Шулай ҙа бөгөн халыҡты иң ҡыҙыҡһындырғаны - эш хаҡтарылыр ул. Сөнки хөкүмәт ни тиклем генә тынысландырырға тырышһа ла, етәкселәр халыҡты буш вәғәҙәләр менән туйҙырып булмағанын яҡшы аңлай. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев та: "Аҡса юҡ, әммә һеҙ бирешмәгеҙ!" - тиһә лә, статистика килтергән һандар ысынбарлыҡ менән тура килмәй. Былтыр эре һәм урта предприятиеларҙа бер хеҙмәткәрҙең уртаса эш хаҡы айына 42,313 мең һум тәшкил иткән. 2016 йыл менән сағыштырғанда ул 8,2 процентҡа үҫкән. Уртаса эш хаҡы буйынса былтыр Өфө үҫеш темпы 8 проценттан артҡан миллионер ҡалалар араһында дүртенсе урынды биләй. Рәсәйҙә иһә был осорҙа уртаса күрһәткес 39,137 мең һум була. Ысынында күптәрҙең эш хаҡы 20 меңгә лә етмәй...
Статистика һандары буйынса фекер йөрөткәндә, баш ҡаланы артта һөйрәлеүсе йәки табышһыҙ тип әйтеп булмай. 2017 йылда ул эре һәм урта предприятиелар етештергән 746 миллиард һумлыҡ продукцияны ситкә оҙата һәм ошо күрһәткес буйынса икенсе урында тора. Был сумманы халыҡ иҫәбенә бүлгәндә, бер кешегә 660 мең һум тура килер ине.
Былтыр Өфөлә төрлө сығанаҡтар иҫәбенән 675,4 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлә. 1 мең кешегә 598 квадрат метр күрһәткесе менән ул халҡы миллиондан артҡан ҡалалар араһында етенсе урын биләй. Ә инде социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар буйынса уҙған йылда 1675 урынлыҡ белем биреү учреждениелары ғына ҡулланыуға тапшырыла. Төҙөлөш тармағында уртаса эш хаҡы 45,248 мең һумға етә һәм беренсе урында тора. Торлаҡ баҙарындағы яңы төҙөлгән йорттар буйынса Өфө 1 квадрат метрға хаҡтар 50 меңдән ашып киткән төбәктәр исемлегенә инә (52,248 мең һум) һәм бишенсе баҫҡысты биләй.
Баш ҡаланың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән төп капиталға инвестициялар күләме 102,7 миллиард һум тәшкил итә, йәғни 2016 йыл менән сағыштырғанда 93,8 процент. Был йәһәттән Өфө Дондағы Ростовтан, Екатеринбургтан, Ҡаҙандан ҡала дүртенсе урында килә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һалынған инвестициялар 21,7 процентҡа артып, 4811,4 миллион һумға барып баҫа. Был миллионер ҡалалар араһында Омскиҙан ҡала икенсе урын тигән һүҙ.
Йыл дауамында эре һәм урта предприятиеларҙың килеме 2016 йыл менән сағыштырғанда 171,7 процентҡа күберәк булып, 220,8 миллиард һум булһа, зыянлы эшләүсе эре һәм урта предприятиелар араһында баш ҡалабыҙ 12-се урынға төшә (33,7 процент).
Өфө ҡала хакимиәтенең Финанс идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, берләштерелгән бюджет сығымдары 24,2 миллиард, йәғни һәр кешегә 21,8 мең һум (2016 йыл менән сағыштырғанда 1000 һумға кәмерәк) тәшкил итә һәм был күрһәткес уны 9-сы урынға төшөрә.
Сығышының һуңында Оксана Даянова Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың мегаполис халҡының уртаса йәше менән ҡыҙыҡһыныуына баш ҡаланың йәштәр ҡалаһы булыуын, уртаса йәш 37,8 йәш тәшкил итеүен белдерҙе. Ғөмүмән, дөйөм сығыштан, халыҡтың уртаса йәшенән сығып фекер йөрөткәндә, барыһы ла ал да гөл, хатта ниндәйҙер кимәлдә башҡаларҙан алда барған да кеүекбеҙ. Әммә медицина, мәғариф һ.б. өлкәләрҙәге кадрҙар ҡытлығына, төрлө тармаҡтарҙа хаҡлы ялдағы йәки пенсия йәшенә етеп барыусылар эшләүенән һәм йәштәрҙең күпләп ситкә китеүенән сығып ҡарағанда, ҡыуанырлыҡ һандар һәм факттар юҡ. Ә ҡала халҡының уртаса йәшен бары тик бында уҡыу йорттарының күп булыуы һәм уларҙа 17-23 йәшлек йәштәр уҡыуы ғына йәшәртеп тора. Был мәсьәлә тап Өлфәт Мансур улының: "Яҡшы уңыштар бар, әммә беҙгә алға барырға, ҡайһы бер өлкәләр буйынса эшләргә кәрәк", - тигән һығымтаһына ла тура киләлер, моғайын.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.18 | Ҡаралған: 705

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru