«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҒАЙҘАРЫБЫҘ - ДӘРӘЖӘ ТОТ ҠАН, Ә БЕҘ УЛАРҘЫ ХӨРМӘТЛӘЙ БЕЛГӘН БЫУЫН БУЛДЫҠ
+  - 



Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Төхвәт улы БИКБАЕВты абруйлы юбилейы алдынан һөйләшеүгә саҡырҙыҡ та, буш ваҡытын тап итә алмай аҙапландыҡ. Осрашыуҙары, эштәре, бара торған, китә торған, оса торған ерҙәре күп, көндәре ике аҙна алға планлаштырылған булып сыҡты. Шулай ҙа көн дә шылтыратам да, "Рауил ағай, күрешәйексе", тим. "Бына бит хәлдәр ҡалай, ҡыҙҙар "күрешәйек" тип саҡырып торғанда ла килеп булмай", тип шаяртып һуҡрана аҡһаҡал. Шулай ҙа уға бер мәшәҡәтле көнөн бүлеп, беҙҙең редакция ҡунағы булырға яҙҙы. Һәм, әлбиттә, уның менән һөйләшеү үҙе бер ғүмер булды.

Рауил ағай, олпат юбилейығыҙҙы ҡаршылайһығыҙ ҙа бит, ә үҙегеҙҙе нисә йәштә итеп тояһығыҙ һуң?

- Ысынында, һаналған йәштәр - улар һандар ғына. Ә йәшәйеш кисерештәрҙән, хәл-ваҡиғаларҙан, хис-тойғоларҙан тора. Мин дә шул кисерештәр биргән тойғоларыма эйәреп ғүмер итәм. Ҡайһы саҡ донъя фәлсәфәһен һеңдереп алған йөҙ йәшлек аҡһаҡалдай итеп тоям үҙемде. Ҡайһы саҡ ун һигеҙ йәшлек егеттәй булып яндырайланып алам. Ил йөгөн тартҡан ирҙәрҙәй булып, нимәләрҙер хәл итә лә алам кеүек. Хатта ғашиҡ булып ҡуйырмын да һымаҡ әле... Бына шундай ул шағир күңеле. Уға һикһән йәш кенә кәртә түгел ул.

"Их, йәш саҡта хәҙерге аҡылым булһа" тип һөйләргә ярата ололар. Аҡылланамы ул кеше йәшәй-йәшәй - нисек уйлайһығыҙ?

- Йәшәй-йәшәй кеше тәжрибә туплай. Йәшәй-йәшәй кеше һабаҡ ала. Баҫыла, һағыраҡ була бара, йыуашаялыр ҙа тип әйтәйек. Әммә үҙ асылынан сығып китә, икенсе була алмай. Үҙгәрмәй ул кеше. Уның белеме артырға, нимәләргәлер өйрәнергә мөмкин, әммә аҡылһыҙ әҙәм аҡыллы булып китмәйәсәк. Был ҡөҙрәтте уға Аллаһы Тәғәлә ни кимәлдә һалған, ул шул кимәл менән ғүмерен йәшәп үткәрә лә.
Тормош ул шундай нәмә, ул һинең идеяларыңды ла үҙгәртергә, хыялдарыңды селпәрәмә килтерергә мөмкин. Йәш саҡтағы ҡараштар олоғайған көн ҡараштары менән бер булмай, әлбиттә. Кешенең көсө һәм физик мөмкинлектәре кәмегән һайын уның уйлау һәләте нығыраҡ үҫешә. Нимәлер башҡарыр алдынан хәҙер инде уны йөҙ төрлө итеп уйлап, самалап ҡарай башлай. Ҡайһы бер нәмәләргә күнә, ҡайһы бер нәмәләрҙе нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәклекте аңлай. Нимәләргәлер көйөү-ярһыуҙан файҙа булмаҫын да таный. Күҙәтеүсәнерәк, иғтибарлыраҡ, һиҙгерерәк булып китә. Уйлап ҡараһаң, быларҙы бергә йыйып алғанда аҡыл тип тә атарға була. Ошондай тәжрибә туплаған кеше аҡыллы булмай нишләһен инде...

Әгәр шағир булмаһағыҙ, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ?

- Бала саҡтан сәйәхәтсе булырға хыялландым. Донъяларҙың асылмаған ерҙәрен, асылмаған серҙәрен өйрәнеп йөрөү теләгем әле йәш саҡта ла яндыра ине мине. Ә былай мин һөнәрем буйынса уҡытыусы була торған кеше инем. Педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамланым. Шағир булмаһам, сәйәхәтсе уҡ булып китмәһәм дә, шағир йәнле уҡытыусы сығыр ине минән. Йәштәрҙә әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүгә бағышлар инем ғүмеремде, моғайын. Сөнки минең нәҫелемдә уҡытыусы ир-егеттәр булды, мин уларҙың тәрбиәһендә үҫтем. Ырымбурҙың Ғабдрафиҡ тигән мәктәбендә әсәйемдең бер туған ағаһы Вәхитов Рәғип, унан һуң ҡустыһы Рамаҙан ағайҙарым директор булдылар. Улар икеһе лә фронтовиктар ине. Рәғип ағайым шиғри күңелле кеше ине. Рәми Ғарипов менән күрешкәне лә булды. Уның "Туҡсорандың Башҡортостанға сәләме" тигән шиғыры "Башҡортостан ҡыҙы" журналында баҫылып та сыҡты. Бына шул ағайҙарым минең күңелгә орлоҡ һалды ла ул. Уларға эйәреп, беҙ бөтә мәктәп уҡыусылары шиғыр яҙҙыҡ, стена гәзиттәрен тултырып, шиғыр менән генә сығара инек. Ошо урында билдәләп үтәйем, Башҡортостандан ситтә ятһаҡ та беҙҙең мәктәптә бөтә фәндәр ҙә тик башҡортса ғына уҡытылды. Хатта рус телен дә башҡортса уҡыныҡ шикелле ул. Шул хәтлем рух, милли идеялар көслө ине. Фольклор стихияһында үҫтек. Уйындар, кис ултырыуҙар ауыҙ-тел ижадынан ғына ҡойолғайны. "Социализм", "Паровоз" тигән совет уйындарында ла ауыл таҡмаҡтары, бәйеттәре һибелеп торҙо. Хәтерләй башлаһаң... ҡуй инде. Мәсеттәрҙе клуб иттеләр. Олатайҙарыбыҙ маңлайы, һаҡалы менән терәлгән иҙәндәрҙә саң күтәреп бейенек. Бына шундай хәлдәр ҙә булды заманыбыҙҙа. Беҙ шул заман яһаған йәмғиәт инек.

Бала сағығыҙҙы бәхетле итеп иҫләйһегеҙме? Һуғыш осоро балаһы, унан һуңғы ауырлыҡтарҙы кисергән быуын вәкиле булараҡ, ул осороғоҙ ниндәй хәтирәләр уята?

- Бала саҡ ул ниндәй генә заманға тура килһә лә, ниндәй генә мөхиттә үтһә лә, бәхетле саҡтыр ул. Сөнки ул саҡта һиңә күк тә зәңгәрерәк, ер ҙә йомшағыраҡ, икмәк тә тәмлерәк булып тойола бит. Ауырлыҡтар булыуы, әлбиттә, онотолмай, әммә улар ғына бала саҡ кисерештәрен ҡоромлай алмай.
Атайым һуғыштан ҡайтып, алған яраларынан мандый алмай, 1945 йылдың йәйендә вафат булып ҡуйҙы. Бәләкәс һеңлебеҙ ул үлгәндән һуң бер ай үткәс тыуҙы. Атайымдың ағаһы, ағаһының улдары һуғышта ятып ҡалғайны. Бер туған ҡустыһы һуғыштан алда уҡ Көнсығыш сигендә үлеп ҡуйған ине. Әсәйебеҙ утыҙ өс йәшендә биш бала менән ултырып ҡалды. Шунлыҡтан, беҙҙең ғаиләнең Еңеү тип шатланырлыҡ форсаты ла булманы. Ғөмүмән, әсәйемдең яҙмышы бик аяныслы була. Ун алты йәше тулыр-тулмаҫтан хәлле генә затҡа кейәүгә бирелә ул. Утыҙынсы йылда уларҙың ғаиләһен һөргөнгә ҡыуалар. Ун һигеҙ йәшлек килен булып, ул да ҡайны-ҡәйнәләре менән берлектә китә. Ҡайҙалыр Архангел губернаһына ебәреләләр. Ҡайныһы бик йүнсел булалыр, күрәһең, унда ла хәлде үҙ ҡулына алып, артель төҙөп ала. Урман ҡырҡалар, һал ағыҙалар. Артыҡ ауырлыҡ күрмәй йәшәйҙәр шулай ҙа. Әммә әсәйем тыуған ауылын, ата-әсәһен бик һағына һәм утыҙ алтынсы йыл ауырлы килеш ҡасып ҡайтып китә. 1938 йылда армиянан ҡайтҡан атайым менән осрашалар. Атайым армияға тиклем өйләнеп киткән була. Ул ҡайтыуға ҡатыны үлгән, ҡыҙы етем тороп ҡалған була. Әсәйем дә ҡыҙ бала менән ултырған була. Һәм былар өйләнешеп, бергә йәшәп китәләр. Уртаҡ тағы ла өс балаға ғүмер бирәләр. Әсәйебеҙ зирәк булды тип әйттем бит инде. Ғәрәпсә лә уҡый, латинса ла, кириллицаны ла белә ине. Беҙҙән дә уҡыу талап итте. Мин былай ҙа ул яҡҡа шәп инем инде. "Һин был балаңды уҡыт, Рәҡиә", тип әйтә ине уға уҡытыусылар ҙа.
Мин иҫ киткес матур, мәртәбәле төбәктә үҫтем ул. Башҡорт милләтенең үҫешкән, алдынғы ерҙәре була ул Ырымбурҙың Туҡсоран яҡтары. Ҡалаға яҡын, Урта Азия менән бәйләнеш ныҡ. Уҡыуға, белем алыуға бөтөн мөмкинлектәр ҙә бар. Ҡарғалыла, мәҫәлән, ҡартатайым уҡыған. Каруанһарайҙа педучилище булған. Бөтөн оло быуын шул тирәлә белем алған ине. Әүҙем, уңған башҡорттар йәшәй ине беҙҙә. Анау ҡола яланда, юҡлыҡта һин көн итеп ҡара. Утын юҡ, төҙөлөш материалдары юҡ, яғыулыҡ юҡ. Ел ҡупһа - ел, буран ҡупһа, буран хәтәр: ер менән тигеҙләп китә. Бына шундай шарттарҙа ла төҙөк кенә донъялар тотоп, мал үрсетеп, бөтөн ауырлыҡтарҙы ла еңеп йәшәй белде халыҡ. Тағы ла бер күҙәтеүем: халыҡ йомшаҡ күңелле ине беҙҙә. Ҡырыҫлыҡ, йомоҡлоҡ юҡ. Асыҡ күңелле, һығылмалы холоҡло, йомшаҡ телле булдылар. Башҡорттоң ҡырыҫлығы менән мин был яҡтарҙа ғына таныштым ул.
Төбәгебеҙҙә күпме уҡымышлы, данлы кешеләр бар ине. Мөхәмәтша Буранғолов менән аралашып йәшәнем. Башҡортостандың тәүге Шуралары составында булған Сәғит Мерәсов яҡын ғына олатайым ине. Ғабдулла Амантай ауылдашым, беҙ икебеҙ ҙә ҡыпсаҡ ырыуынан. Үкенескә ҡаршы, Дауыт Юлтыйҙы беҙ белмәй үҫтек. Сәғит Агиш тураһында аҙыраҡ мәғлүмәт бар ине, әммә "улар кеүек яҙыусы була күрмәгеҙ" тип кенә һөйләйҙәр ине. Һәҙиә апайҙың кем икәнлеген Өфөгә килгәс кенә ишеттек. Бына шундай Бабичһыҙ, "Урал батыр"һыҙ быуын булдыҡ беҙ. Әгәр шуларҙы белеп үҫелһә, бәлки, күңелебеҙ ҙә икенсерәк булыр ине.
... Хәтеремдә, Сталин үлгәндә ҡайғырып бер шәлкем шиғырҙар яҙғайным. Бик ауыр кисерҙек ул ваҡиғаны. Беҙҙең өсөн, беҙҙең ил өсөн даһи ине бит инде ул. Бер саҡ мәктәп алдында ҡар бәрешеп уйнап йөрөйбөҙ, сама юғалтып китеп, тышта торған Сталиндың портретының быялаһын ватҡанбыҙ. Беҙ, ярай, бала-саға, ә уҡытыусыларҙың юғарыға еткереп ҡуймаһындар, директорҙы алып китә күрмәһендәр, тип ҡоттары осто. Күп йылдар үткәс, ошондай уҡ ваҡиғаны Азамат Тажетдиновтың иҫтәлектәрендә уҡып, таң ҡалдым. Улар ҙа шулай Сталиндың һүрәтен яңылыш бәреп төшөргән һәм уҡытыусылары өҫтөндә ҡурҡыныс эленеп торған. Бәхеткә ҡаршы, уларҙа ла, беҙҙә лә был ваҡиға бәлә-ҡазаһыҙ үтеп киткән. Беҙ шулай юлбашсыбыҙҙың язаһын да татый яҙҙыҡ.

Ырымбурҙан Башҡортостанға юлланыу тарихы нисегерәк булды?

- Ырымбур менән Ҡаҙағстан сигендәге Аҡбулаҡта педучилище бар ине. Шул училищеның директоры Муллабаев тигән башҡорт ағайы йәйҙәрен Туҡсорандың башҡорт ауылдары буйлап йөрөп, балаларҙы йыйып алып китә ине. Мин дә шунда уҡып сыҡтым. Күп уҡыныҡ, уҡыуға етди ҡараныҡ. Өфөгә барыу тигән теләк яндыра бит йөрәкте. Бөтөн башҡорт баҫмалары унда, шағирҙар унда, тип ашҡынам. Илһам урғып тора, шиғырҙар яҙыла. Шундай йәнде нисек итеп тотоп тыяһың? Фатихаһын бирҙе инде әсәйем дә.
Өфөгә ҡарай өс егет юлланырға тейеш инек, беребеҙ ауырып китеп, тороп ҡалды. Бер тоҡ сохари йөкмәп, ауылдан сығып киттек. Ҡулда биш тәңкә аҡса. Өфөгә эңерләтеп кенә килеп индек. Совет майҙаны аша үтәбеҙ, Пушкин менән Ленин урамы мөйөшөндә бер магазин була торғайны. Магазиндың башына башҡортсалап "Балыҡ" тип яҙып ҡуйғандар. Беҙҙең өсөн бик сәйер булды был күренеш. Сөнки башҡортса һөйләшеп, китаптар уҡып үҫһәк тә, Ырымбурҙа ундай башҡортса яҙыуҙар юҡ ине. Имтиханға килеүселәр бик күп ине. Икенсебеҙ уҡырға инә алмай, армияға китте. Мин бер үҙем ҡабул ителеп, ошонда уҡырға ҡалдым.
Студент саҡтағы ижадыбыҙ декларатив риториканың яңғырап торған сағына тура килде. Шағир ағайҙарыбыҙ ихлас хеҙмәт итһә лә, күберәген шалтырауыҡ яҙыла ине. Ошондай әҙәбиәттә башланғыс алған ижадсыларға аҙаҡтан шул шауҡымды еңеүе, үҙгәреүе еңел булған тиһеңме? Ары Мостай ағайҙың, Рәми ағайҙың әйберҙәрен уҡып, үҙҙәре менән аралашып, яйлап ҡараштар формалашты. Ул ваҡытта университетта уҡытыу ҙа самалы, совет әҙәбиәтенең иң зыянһыҙын ғына тәҡдим итәләр. Шәреҡ әҙәбиәте бөтөнләй юҡ. Мин уларҙы Рәми Ғариповтан күреп, китапханаларҙа эҙләп табып, үҙаллы өйрәндем.

Күп кенә билдәле шәхестәр заманында йәшәгәнһегеҙ. Уларҙың ғибрәтле лә, мәртәбәле лә яҙмыштарына шаһит булғанһығыҙ. Кем итеп ҡаранығыҙ уларға, остаз итепме, әллә ағай итепме? Мәҫәлән, Рәми Ғариповҡа?

- Мин юғары курстарҙа уҡығанда Рәми ағай Салауат районында эшләп йөрөй ине. Ағай менән оҙаҡ аралаштыҡ. Башта уға ағай тип, унан фекерҙәш тип, аҙаҡ дуҫ итеп ҡараным. Беҙҙең заманда ижадташ ағай-ҡустылар араһында шундай бер яҡшы бәйләнеш бар ине. Был бәйләнеш бер ваҡытта ла урталыҡтан үтмәй, көнкүреш түбәнлегенә төшөрөлмәй, ваҡ-төйәк менән болғанмай торған ниндәйҙер рухи, юғары аралашыу ине.
Баязит Бикбай менән шулай дуҫ булдыҡ. Ул мине "Ҡарауанһарай" поэмаһын яҙған ваҡытта Ырымбур архивына алып барып та ултыртҡайны. Ағайҙарыбыҙ шулай дәрәжә тота белгән, беҙҙең хөрмәтте күтәрә белгән кешеләр булды. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа улар алдында түбәнселекле, баҫалҡы булдыҡ. Остаздарыбыҙға хыянат итмәнек. Остаз мәсьәләһе, мәҫәлән, беҙҙә борондан ныҡлы ҡуйылған тәртип булған. Күп нәмә остаз рөхсәте менән генә башҡарылған. Остаздарҙы тота килеп кенә алмаштырмағандар. Ошо йола беҙҙең быуынға ла килеп етте ул. Үҙебеҙ остаздарыбыҙға тоғро уҡыусылар булдыҡ. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө әҙәбиәт донъяһында ундай бәйләнеш юғалған.
Рәми Ғарипов яҙмышында, мәҫәлән, уның шәкерттәренең роле ҙур булды. Ағай үлгәндән һуң беҙ уның йортонда ял һайын йыйыла торғайныҡ. Надежда еңгә ул яҡҡа бик ихлас ине. Динис Бүләков, Сафуан Әлибаев, Тимер Йосопов ҡатындарыбыҙ менән барып инәбеҙ ҙә, өйөлөп ятҡан архивтан күпмелер өлөшөн таратып алабыҙ. Шуларҙы ҡарап, сағыштырып, баҫылмағандарын айырып туплайбыҙ. Унан яҙмаларҙы китап итеп туплап әҙерләйбеҙ. Шулай итеп, әҙиптең ижадын барлап сығыуҙа минең ҡәләмдәштәрем һәм уларҙың ҡатындарының да хеҙмәте ҙур булды. Беҙ быларҙы ихлас башҡарҙыҡ. Уның музейын да ойошторҙоҡ. Салауат Юлаев премияһын юлланыҡ. Халыҡ шиғыры исемен дә алдыҡ ағайыбыҙға.

Һеҙҙең заман яҙыусыларының күптәренең ҡатындары уға рухташ та, хеҙмәттәш тә булған, шулай бит? Күптәргә ҡатындары писарь, секретарь, уҡыусы, тәнҡитсе булған. Мәҫәлән, Толстойҙың "Война и мир"ын да ҡатыны туғыҙ тапҡыр күсереп яҙа. Үткәндә Ноғман Мусин да "Ҡатыным ярҙамсы булды", тип һөйләне. Бөгөн иһә яҙыусы ирен аңлаған ҡатынды, шағирә ҡатынын ҡабул итә белгән ир-егетте табыуы ауыр. Нисек тәрбиәләнегеҙ һеҙ ундай ҡатындарҙы?

- Ул заманда әҙәбиәттең абруйы ла ҙур ине. Ҡатындарыбыҙ ҙа шул тәрбиәлә, шул рухта үҫкән кешеләр ине. Рәми ағайҙың ҡатыны бик аҡыллы еңгә ине. Әнғәм Атнабаевтың ҡатыны ла шундай шәп апай булды. Мин дә уй-хыялдарымды иң башта ҡатыныма һөйләй алыу, унан аңлау табыу бәхетенә ирешеп йәшәнем. Әммә был барыһында ла улай шыма ғына булманы. Ижадсының ғаиләһенә һыя алмаған үрнәктәрен дә аҙ күрмәнек. Был үҙенә күрә бер трагедия ине. Күп осраҡта сит милләткә өйләнгән ағайҙар, тиҫтерҙәребеҙҙең ҡәҙерһеҙ булып йөрөгәненә шаһит булдыҡ. Барыбер башҡорт ирен башҡорт ҡатыны ғына тулыһынса аңлай алалыр ул, тип уйлайым мин. Бигерәк тә уның илһам шауҡымында йәшәгәнен.
Беҙҙең заман интеллигенцияһы барыһы ла ауылдан сыҡҡан кешеләр ине бит. Баш ҡалаға уҡырға килеп, өйләнһәләр, ятаҡтарҙан сығарылып, кемеһе кешеләрҙә өйҙәш булып, кемдәре подвалдарҙа көн итә ине. Шунда ла йыш осрашабыҙ, ғаиләләр менән аралашабыҙ. Юҡлыҡтан, тарлыҡтан оялған юҡ. Мостай ағай ҙа бер пленумда "Бына беҙ подвалда торабыҙ, кешеләрҙең аяҡтарын ғына күрәбеҙ. Донъяны гел түбәндән күҙәткәс, нисек итеп уны юғары итеп яҙырға?" тип сығыш яһаған. Шулай итеп, подвал тормошон ҡатын менән беҙ ҙә үттек. Бәлки, беҙҙең ҡатындарға ошо үҙе бер тормош һабағы булғандыр.

Мөхәббәт тигән хисте нисек ҡабул итәһегеҙ? Йыш ғашиҡ булдығыҙмы?

- Бик ауыр һорау инде был... Йыш ғашиҡ булдым. Мәктәп йылдарынан башлап, һәр ваҡыт кемгәлер һөйөү хисендә яна инем. Ғашиҡ булыу - ул шиғриәттең иң һәйбәт, иң гүзәл бер халәтелер ул. Бер үк ваҡытта фажиғәһе лә. Сөнки ғашиҡ булмайынса ижад итеп булмай. Мөхәббәтһеҙ яҙылған әҙәбиәтте мин бер ҡараштан уҡ таныйым, уларҙың һуты ла, шауҡымы ла, уты ла булмай. Бер саҡ "Нимә ул ҡартайыу?" тигән һорауға: "Ҡартайыу - ул ҡатыныңдың көнләшмәүендә, һөйәркәңдең өндәшмәүендә", - тип яуаплағайным. Бына ошондай хәлдәре генә ауыр бында. Әммә ғишыҡһыҙ булмай!
Ҡатын-ҡыҙҙар бит улар үҙҙәре лә зәһәр, шағир йәнен ауларға, арбарға ғына торалар. Уларҙың шундай сибәрлегенә, илаһилығына беҙ ғәйеплеме инде? Беҙгә, мәжнүндәргә, нимә ҡала, янырға ла янырға, яҙырға ла яҙырға ғына ҡала. Шулай итеп, шиғырҙар, шулай итеп әҙәбиәт барлыҡҡа килә лә...

Һеҙ оҙаҡ йылдар Яҙыусылар ойошмаһын етәкләнегеҙ. Нисек ул үҙегеҙ кеүек үк ижадсы булған илһамлы, шауҡымлы халыҡ менән идара итеү?

- Ун алты йыл Яҙыусылар берлегенең етәксеһе булырға тура килде. Бында һәр береһе гений. Һәр береһе үҙенсәлекле, һәр береһенә айырым мөнәсәбәт кәрәк. Хатта һүҙ ҡушҡанда ла кемдән ниндәй реакция булырын белеп булмай. Кем ниндәй тулҡында йөрөй, ниндәй кәйеф менән килгән икәнен дә әйтерлек түгел. Ә бит мин үҙем дә шундай уҡ кеше. Шағир, яҙыусы булғандар улар, асылда, яңғыҙҙар. Яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән, йәндәре яңғыҙ зарығырға тейеш булған әҙәмдәр улар. Был уларҙың йәшәү, эш итеү рәүешелер, әммә был төп принцибы түгел. Төп принцибы уларҙың - халыҡ менән аралашыу. "Мин ғүмерем буйы яңғыҙ булдым, мин ғүмерҙә яңғыҙ булманым", тип яҙғайным мин. Бына шундай ике ҡаршылыҡты бер үҙҙәрендә һыйҙырып йәшәй алған халыҡ тупланған ине бында. Бер яҡтан, уларға был ойошма кәрәк тә түгел кеүек, сөнки ижад - ул яңғыҙҙар хеҙмәте. Икенсе яҡтан, бында улар үҙҙәре кеүек үк кешеләр араһында аңлау таба ла кеүек ине.

Бөгөнгө әҙәбиәттә тәнҡит юҡ, тигән фекер йәшәй. Шулаймы ул?

- Шулай. Бөгөнгө әҙәбиәттә тәнҡит юҡ. Бер ижадсы ла үҙ әҫәрен тейешле кимәлдә баһалай алмай. Хатта һәләтлеләре лә. Улар әҫәрҙәрен яратып, бирелеп китеп яҙа һәм уның етешһеҙлектәрен үҙаллы күрә алмай. Михалковтың һөйләгән һүҙе бар. Яҙыусыларҙы теҙеп ҡуйғандар ҙа: "На первый-второй расчитайсь!" - тигәндәр. Быларҙың һәр береһе "Первый! Первый! Первый!" тип торалар икән. Сөнки береһе лә "второй" була алмай. Шунлыҡтан, әҙәбиәттә мотлаҡ белемле, үткер, дөрөҫ баһалай алған тәнҡитселәр кәрәк. Үкенескә ҡаршы, бөгөн улар юҡ. Булғандары ла хеҙмәттәрен маҡтау йырлауға ғына бағышлай. Ә тәнҡитһеҙ үҫеш тә юҡ - уныһы билдәле. Яҡшы тәнҡит ижадсыны тейешле ыҙанға төшөрә белергә тейеш. Бөгөнгө әҙәбиәтте әрһеҙҙәр, йылғырҙар, һәләтһеҙҙәр баҫып алды. Был мине бик борсой.

Был донъяның иң ҙур мөғжизәһе нимә тип уйлайһығыҙ?

- Донъяла ете мөғжизә тиһәләр ҙә, уйлап ҡараһаң, беҙҙең Башҡортостанда ғына ла улар әллә күпме. Шуға улар күптер тип уйлайым. Ә инде йәшәй-йәшәй был донъяла иң ҙур мөғжизәнең туған тел икәнлеген төшөндөм. Туған теле әҙәмгә рухиәт булараҡ бирелә. Телең юҡ икән, һин бер кем дә түгел.
Бөгөн беҙҙең кеүек бәләкәй халыҡтар теленә генә түгел, бөйөк булған рус теленә лә ҡурҡыныс янай. Уны инглиз һәм башҡа сит телдәр баҫып килә. Өфө урамдарында ғына йөрөгәндә лә рус атамалы яҙмаларҙы бик һирәк осратаһың, барыһы ла инглиз һәм сит телдәрҙә балҡып тора. Рус теле беҙҙең телде йота тип ҡурҡырға ярамай, рус теленең үҙ яҙмышы ҡыл өҫтөндә ул. Беҙҙең телебеҙ беҙҙең ауыҙ эсендә, күңелдә, мейелә, булмышыбыҙҙа бит. Уны үҙебеҙ "йотмаһаҡ", башҡа бер кем дә килеп ҡоротмаясаҡ.

Поэзиянан прозаға күсергә теләгән, уйлаған саҡтарығыҙ булманымы? Тартманымы проза?

- Мин үҙемде прозаик тип тә уйлап ҡуям ул ҡайһы ваҡыт. Мәҫәлән, Рәми тураһындағы китабым үҙенсә проза. Әммә тарихи романдар ижад иткән, драмалар яҙған прозаик түгелмен. Тырышып ҡарағаным булды, тик килеп сыҡманы. Был тәңгәлдә һәр жанрҙың үҙ оҫтаһы була икәнгә лә баҫым яһарға кәрәктер. Шиғыр менән генә сикләнеп йәшәмәнем шулай ҙа, публицистика, юлъяҙмалар, иҫтәлектәрем, көндәлектәрем донъя күрҙе. Бөгөн Шәйехзада Бабичты ҡабаттан яҙырға уй бар ҙа, ваҡытым етмәй ҡуйыр тип һағайып торам. Яҙыусы үҙенең көсөн дә самаларға тейеш.

70 йәшегеҙ айҡанлы һеҙҙе белгән кешеләр менән интервью эшләгәйнем бер ваҡыт. Сибай ҡалаһында әле. Шунда курсташығыҙ Әминә Бикташева тигән апай һеҙҙең туйҙағы бал мажараһын һөйләгәйне. Шул хәтирәне иҫләйһегеҙме? - Нисек онотаһың инде уны? Иҫләйем, әлбиттә. Юҡлыҡ заманы ине. Беҙҙең туйға тип бал ҡойҙоҡ. Ул мискәне лә дуҫтар ҡайҙандыр табып, үтескә генә һорап алғандар ине. Тәжрибәһеҙлек инде. Бал әсетергә ултыртҡанбыҙ ҙа, уны ныҡлап ябып, бөкө менән тығып ҡуйғанбыҙ. Бал ни, ҡайнап-ҡайнап, ажғырып сыҡҡан да... шартлаған. Бер мискә бал бүлмә иҙәнендә тулҡынланып ята хәҙер, кисеп йөрөп түгәбеҙ. Шулай ҙа ҡабаттан ҡойҙоҡ ул балды, әсетеп тә өлгөрҙөк, туйҙы ла үткәрҙек. Шулай булды.
Ә Әминә Бикташеваның үҙенә килгәндә, бергә уҡып та мин уның күңелендә шундай моң барлығын белмәнем. Тыйнаҡ ҡына ине ул, ауыҙ асып йырлағаны ла булманы. Хәҙер килеп, әллә нисә шиғырыма йыр яҙҙы. Бына бит, беҙҙең халыҡ ниндәй һәләтле, улар араһында шулай асылмай йөрөгәндәре лә күпмелер?

Нимәләр тураһында уйланаһығыҙ? Күңелегеҙҙә нимәнәндер ҡурҡыу бармы?

- Уйланам. Күп уйланам. Тормошомдо, яҙмышымды меңенсе тапҡыр инде яңы юҫыҡтан, бөгөнгө йәшем ҡарашынан анализлайым. Илдәге хәлдәр тураһында ла уйлайым. Балалар өсөн хәүефләнәм. Уларҙың киләсәген уйлайым... Беҙҙең быуын былай ҙа йөҙ ҡурҡыныс аҫтында йәшәне инде. Бала саҡтан һәр нәмәнән ҡурҡыттылар. Һуғыштың ауырлығын үҙебеҙҙә тойғас, ҡабаттан һуғыш ҡубып китмәһен тип ҡурҡтыҡ. Яҡындарыбыҙҙы юғалтыуҙан ҡурҡтыҡ. Унан ил эсендәге тыйыуҙарҙан, иҙеүҙәрҙән, репрессияларҙан ҡурҡтыҡ, сәйәсәттән ҡурҡтыҡ. Бөтөнләй ҡурҡыуһыҙ йәшәп тә булмайҙыр ул... Бөгөн иһә күңелемдәге ҡурҡыу Аллаһы Тәғәләнән генә. Ғүмере өҙөлөүен, Уның янына юлланыуын әҙәм барыбыр ҙа хәүефләнеп көтә. Был беҙҙең булмышҡа шулай һалынғандыр.

Рауил ағай, ошо осрашыу өсөн мин һеҙҙе ике аҙна эҙәрлекләнем. Һеҙ йә Ҡаҙанға остоғоҙ, йә Мәскәүгә сығып киттегеҙ, Өфөлә саҡта ла берҙә генә лә өйҙә ултырмайһығыҙ. Тормошоғоҙ үтә лә әүҙем, етеҙ темплы. Ҡайҙан бындай энергия?

- Бала саҡтан шулай йәшәп, эшләп өйрәнгәнмен. Хәҙерге йәштәрҙәге апатия, стресс, меланхолия тигән төшөнсәләрҙе аңламайым да, нимә икәнлеген дә белмәйем. Бөгөн дә күберәк йәйәү йөрөргә тырышам, күнекмәләр яһайым. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тигәнде онотмайым. Аллаға шөкөр, зиһенем асыҡ, хәтерем яҡшы әле, яҙырға, ижад итергә дәрт бар. Ҡаҙанға ижадташ дуҫтарымдың сараларында ҡатнашырға барҙым. Үҙебеҙҙә лә әле берәй ергә осрашыуға, әле әҙәби кисәгә, әле бына ошондай күрешеүгә саҡырып ҡына торалар. Яҙыусылар араһындағы хәл-ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмайым. Ғүмерҙе уны йөрөй алғанда йәшәп үткәрергә кәрәк, ятып түгел.

Һеҙҙе әле ейәнегеҙ алып килеп китте, шулай бит? Нисәү улар? Һеҙ ниндәй олатай?

- Олатай ғына түгел, ҡарт олатай мин. Дүрт бүләм ҡайнашып йөрөп ҡалды өйҙә. Ике ейәнемдән ике ҡыҙ, ике малай үҫә. Улыбыҙҙы йәшләй генә фажиғәле юғалтһаҡ та, бөгөн ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ урауында йәшәү бәхете тейә. Әле бәләкәй балаларҙың ҡыҙыҡтарын яңынан кисерәбеҙ. Иң өлкәне өстә уҡый, иң бәләкәсе йүргәктә генә ята. Береһе һүрәт төшөрөүгә һөйрәй, икенсеһе шахмат уйнайыҡ, ти, өсөнсөһө алдыңда орсоҡ кеүек өйөрөлә лә өйөрөлә. Улар араһында нисек итеп бошонаһың да, күңелһеҙ уйҙарға биреләһең инде? Ҡушылып уйнап китһәң, йәшеңде лә, донъяңды ла онотторалар. Шулай йәшәйбеҙ әле.

Шулай итеп...
Ысынлап та, бер ғүмер ине бындай күрешеү. Ағайыбыҙҙың ошолай беҙҙе көлдөрә-көлдөрә әңгәмә ҡороуы ла, редакция хеҙмәткәрҙәренең "Рауил Бикбаев менән фотоға төшөп ҡалайыҡ", тип йүгерешеп йөрөүе лә. Шағирҙың егеттәрсә ҡылыҡтары ла, ялҡынлы шиғырҙары ла, мәрәкәләре лә. Киләсәктә былар барыһы ла тарих булып ҡалыр. Ошо көндө, ошо мәлдәрҙе беҙ ҡат-ҡат хәтерләп һөйләрбеҙ. Ғәҙәттә, шулай була ул...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.18 | Ҡаралған: 730

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru