«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОҘОН-ОҘОН АҒАЙҘАР КИЛЕР, ҺУҒЫМЫҢ ҠАЙҘА, ТИЕР...
+  - 



Йәнә ҡыш ҡыш килеп етте һәм ауылдарҙа һуғым һуйыуҙар башланды. Был халыҡтың туҡ, мул табынлы, көр кәйефле осоро. Нимә генә тигәндә лә, башҡорттоң тамағы ит менән туя бит инде. Был ҡанға һеңгән ғәҙәтте бер нисек тә онотоп булмай. Ит ашауҙың ниндәй генә зыянын уйлап табып яҙһалар ҙа, боҫорап бешкән ит еҫенән ауыҙ һыуы ҡойолоп китә шул.
Ҡалала йәшәүселәр ҙә "һуғымға" тигән һылтау менән ауыл яғына шыла ошо мәлдәрҙә. Һуғымда ҡатнашып йөрөмәгән хәлдә лә, ауыл табындарында бер ултырып һыйланыу үҙе бер ғүмер була. Ҡарын-ҡарталы, эсәк-ҡарынлы, ҡаҙы-тултырмалы, өлөш-өлөш итле һәм тоҙлоҡло һурпалы һуғым аштарына саҡырышыуҙар, ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйлауҙар, һоғондорошоуҙар, уйын-көлкөлө, йыр-бейеүле мәжлестәр башланды.

Һуғымдың бер нисә төрө була. Ул ҡорбан итенән (малынан) бер ни тиклем айырыла. Башҡорт халҡында һуғым өсөн йылҡы, һыйыр малы ҡулай иҫәпләнә. Шулай уҡ һарыҡ, кәзә лә һуғымлыҡ мал тип ҡарала. Бер йәшлек тана-торпо миҡдарын 4-5 һарыҡ-кәзә, 40 ҡаҙ, 60 өйрәк алмаштыра ала тип һаналған. Әммә ауылдарҙа эре мал салыуҙы ғәҙәткә индергәндәр инде. Беҙҙә ваҡ мал да, ҡош-ҡорт та һуғымға һаналмай, ҡаҙ-өйрәктәр айырым өмә булып, айырым бер мәжлес булып ҡабул ителгән. "Һуғым-һуғым" тип һөйләһәк тә, ул һуғымдың нисек һуйылғанын һәм эшкәртелгәнен беләбеҙме беҙ? Ошо темаға тотонғас, таныштарымдың күбеһенән һораштым - береһе лә аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Кемдәрҙер "ҡарап торғаным булманы", "ҡатнашҡаным булманы", икенселәр "мин ярҙам итеп кенә йөрөйөм ул", өсөнсөләр "беҙ ашарға ғына ҡайтабыҙ" тип яуапланы. Ысынында, мин үҙем дә күп тапҡырҙар ҡарап та торҙом, ҡатнаштым да, әммә үҙ аллы тотонорлоҡ белем юҡ. Ваҡытында бындай эш менән булышҡанда ла, һуғым малының эсе ярылыуға, ҡыҙ-килендәр, ҡаушап, ҡәйнәнең күрһәтмәләрен көтә лә тора инек. Һәм күптәр ҙә шулай, күрәһең. Белгән ололарҙың ҡулы аҫтында ғына ҡыбырлайһың инде.
Һуғым темаһы буйынса белемселәрҙе эҙләп, гәзитебеҙҙең әүҙем авторҙарына мөрәжәғәт иттем, ауыл апайҙарына интернет аша яҙҙым, шылтыратып та ҡыҙыҡһындым. Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылынан Фирүзә Абдуллина, Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Заһира Оморҙаҡова, Байымдан Таңһылыу Вәлеева апайҙар менән бәйләнешкә инеп, уларҙағы һуғым тәртиптәре тураһында һөйләшеп алдыҡ. Таңһылыу апай был теманы мәғәнәле генә мәҡәл-әйтемдәр менән башланы әле: - Һуғымың булмаһа, ҡыш та оҙая. Һуғымлығың - туйымлығың (Беҙҙең һөйләш буйынса: һуғымдығың - туйымдығың). Оҙон-оҙон ағайҙар килер, һуғымың ҡайҙа, тиер (Оҙон ағайҙар тигәне - ҡыш айҙары). Һуғымың булмаһа, билбау аҫтың буш булыр - үәт! - Матур бер мәл инде ошо һуғым, ҡаҙ өмәһе үткәргән ваҡыттар. Үҙебеҙ хәҙер эре мал тотмаһаҡ та, ғүмер буйы һуғымын да һуйҙыҡ, ҡош-ҡортон әле лә аҫырайбыҙ. Тәртиптәрен дә беләбеҙ, онотмайбыҙ, - тип һөйләй Заһира Оморҙаҡ ҡыҙы. - Ауыл халҡы мал көтөргә йыбанмай, ҡарап торһаң, өй һайын һуялар, йәштәр егәрле - маҡтарға ғына ҡала. Эсәк-ҡарынын да, баш-тояғын да әрәм итмәйенсә, эшкәртеп, урын-еренә еткереп аш итеп ашайҙар. Шулай булырға тейеш, тәләфләнмәһен ул ер ҡото - мал ризығы.
Заһира апайҙың да, Фирүзә Абдуллинаның да ғаиләһендә малды үҙҙәренең ирҙәре салған. Уларҙы салыуға әле лә алып йөрөйҙәр икән. Ысынлап та, ауылда шулай "ҡулы йомшаҡ", "ҡулы килешле", "ҡулы тәмле" тигән кешеләр була шул. Ҡәйнәм күрешеһендәге ағайҙы "Рәфҡәт ҡоҙанан салдырайыҡ, ул салған ит татлы була", тип саҡырта торғайны. Иттең тәм-татында салыусының йоғонтоһо бармылыр-юҡмылыр, һәр хәлдә, халыҡта ошондай инаныу йәшәй һәм уны бер ниндәй фәнни аңлатма менән дә еңеп булмай инде. Ҡыш буйы ашай торған ризығын нишләп ул теләһә кемдән салдырып торһон? Әлбиттә, "ҡулы тәмле"гә өндәшә. Таңһылыу апай ҙа шуны йөпләне: "Һуғым һуйыу өсөн йыл һайын төрлө кеше йәлеп ителмәй, эш рәте белгән, өйрәнгән кешеләр менән һуялар - күршеләр, туғандар. Малды ла кем етте, шунан салдырмайҙар, сөнки ҡайһы берәүҙәрҙең салыуы ҡаты, тиҙәр һәм ите татһыҙ була. Беҙ бер йылы бер кейәүебеҙҙән салдырғайныҡ, ҡәйнәм ҡыш буйы һуҡранып сыҡты - ите татһыҙ, һерәү булды, тип..."
Малдың йәш ярым йә ике йәшлеген иң ҡулайлыһы, тип таба апайҙар. Йәшерәк булғанда ите бушаҡ, бәрәкәтһеҙ, өс, өстән үткән саҡта инде ите һиҙелерлек ҡатып өлгөргән була, тиҙәр. Көтөү туҡтау менән һуғымға тигән мал инселәнә. Кәртәгә инеүгә ул малды айырым ашатып һимертә башлайҙар. Мал аҙығын бешереп, бүрттереп ашаталар икән күп осраҡта. Ай ярым-ике ай тигәндә малдың ит араһына май йүгерә, һутлана. Таңһылыу апайҙың кәңәшен һүҙмә-һүҙ килтерәйем әле: "Ашатыу - ваҡ картуфты бешереп, ярмаға ҡушып ашаталар. Ярманы ҡоролай ашатһаң, ҡыртыш майы ҡалын була, бешереп ашатһаң, эс майы күп була, шуға сиратлап ашаталар. Тоҙ ҡушып ашатһаң, ит татлы була. Тик һуйыуға 10 - 15 көн ҡалғас, тоҙҙо ялатмайҙар ҙа, ашатмайҙар ҙа, сөнки эсәк тишелеүсән, йыртылыусан була..."
Малды, ғәҙәттә, ҡар өҫтөнә нимәлер түшәп йәки йылға ярына алып барып боҙҙа һуялар. Йығып салыуҙы тик ир-егеттәр генә башҡара. "Бисмиллалап, доғаһын уҡып сала, яйлап ҡаны ағыҙыла. Башын, тояҡтарын ҡырҡып алалар. Шунан күмәкләп 3-4 ир-егет малды аяҡтарынан тарттыралар, тиреһен һыҙыралар. Тирене ҡар өҫтөнә йәйеп һалып, һуҙалар. Шунан матур итеп төрөп алалар. Эсәктәрен ҙур һауытҡа төшөрәләр, үт ҡыуығын алып ташлайҙар", - тип яҙа был турала Фирүзә Абдуллина. Ауырлы, түлле ҡатындарҙың мал салғанды ҡарауын тыялар. Салынған малдың ҡаны һауытҡа ағыҙыла. Унан тояҡтар ҡырҡып алына һәм бөгәрҙәргә тишектәр яһалып, уларҙан тотоуға ҡулайлаштырып ептәр бәйләнә. Тиреһен һыҙырыуҙы ла ирҙәр башҡара. Был эш тамамланғас, ҡатын-ҡыҙҙар эсәк-ҡарын йыуыуға килә. Эс ярылғас, бауырға йәбешеп торған үт ҡыуығын алып ташлайҙар. Йылҡы малында үт булмай, ә ҡаҙҙарҙа була һәм унда ла шундуҡ ипләп кенә ысҡындырып алына. Үт һытылып киткәндә уның әсе тәме иткә һеңеп өлгөрә. Шунлыҡтан, был өлкәгә белмәйенсә тығылыу ярамай. Бер һаҡһыҙ хәрәкәт тә һуғым тәмен боҙорға мөмкин.
Ғөмүмән, һыйыр малы эсендә - ҡарындағы эшкәртелә торған ағзалар ошолар: ҡарын, ҡатлансыҡ (китап), тултырма эсәге, туҡ эсәктәр, ас эсәктәр, йоморо эсәк, бөйән (күтән эсәге, тышҡа сығып бөткән ере).
Ҡорһаҡты ярғас, ирҙәр бауыр-йөрәкте, үпкәне айырып алалар ҙа, ҡоғорҙайҙы буйлай телеп, элеп торалар. Бөйөрҙәр ҙә алына.
Берәү эсәктәрҙе тартып сығарып, улар араһындағы майҙы аралай. Ас эсәк, туҡ эсәк, тултырма эсәктәре айырып йыуыла. Эсәктәрҙе урта һәм һуҡ бармаҡты тығып-этеп әйләндереп сығыраһың. Шуға улар оҙон итмәй генә ҡырҡып бирелә. Әйләнгән эсәк киҫәген ағым һыуҙа сайҡатаһың. Тултырма эсәктәрен, йомороно айырып алаһың, улар бешекләнә торған эсәктәр менән ҡушылып китмәһен.
Эсәктәрҙең рәтен дә белеү зарур. Был мәғлүмәтте ла Таңһылыу апай бирҙе: "Ас эсәк йоморо эсәктән башлана. Ҡырҡып алалар ҙа, йоморо яғын бәйләп һалып торалар. Ас эсәк тултырма эсәгенә килеп еткәс, бөтә. Тултырма эсәгенең икенсе осонан туҡ эсәк башлана. Тултырма эсәген айырым алып, әйләндереп, таҙа һыуға йыуып, айырым һауытҡа һалырға кәрәк. Сөнки уны, башҡа әйләндерелгән эсәктәр менән ҡарға һалып тапап ҡуйыуҙары, йыртыуҙары ихтимал. Туҡ эсәк баяғы йыуан эсәк менән бөтә.
Оло ҡарындан айырып ҡырҡып алғас, ҡатлансыҡты ҡап урталай яралар, һәр яртыһын тағы урталай ҡырҡаһың, сөнки таҙалауы ауыр була. Һәр ҡатын асып, араһын таҙалайһың, ҡағып, һелкеп төшөрәһең. Һәр өлөшөн йыуғанда ла китап биттәрен асҡан кеүек, асып йыуаһың. Ҡатлансыҡҡа һыу күп кәрәк. Оло ҡарын менән шул арала ике-өс ҡатын булыша. Ҡарындың тышҡы майҙарын һыҙырып алалар. Өҫтә ятҡан өлөшөн түңәрәтеп ҡырҡып алалар, аҫҡы өлөшөн ике ҡатын бер осонан ҡалҡытып күтәреп, ергә түңкәрә. Ҡарынды ла дүрт өлөшкә бүлеп йыуалар..."
Ҡарын, ҡатлансыҡ ярылып, киҫәктәргә бүлгеләнеп, ҡарҙа тапала һәм һалҡын һыуҙа сайыла (Ҡатлансыҡты күптәр "китап" тип кенә белә. Мин дә китап тип өйрәнгәс, ысын атамаһын әлеге апайҙарҙан һорап белдем әле). Эс майы ла айырым таҙа һауытҡа алына.
Эсенән бушатылған һуғымлыҡ бото ботса, ҡулы ҡулса итеп бүленеп, келәткә индереп аҫып ҡуйыла. Иттең таҙа булыуы, ҡанға, эсәк бысрағына буялмауы һуйыусыларҙың иплелегенән, бөхтәлегенән тора. Бында ла алабарман, арам кешеләрҙе ҡушмаҫҡа тырышалар.
Һуғым һуйып ятҡанды күргән, үткән-һүткән ауылдаштар ҙа өндәшмәй үтмәй был саҡта. Һәр кем теләген әйтеп китә:
- Һуғым һимеҙ булһын!
- Ите татлы булһын!
- Иҫән-һау ризыҡҡа яҙһын!
Йылғала, мәкелә сайылған эсәк-ҡарын эскә индерелеп бешекләргә төшөрөлә. Был эш оло ҡаҙанда башҡарыла, ғәҙәттә. Һыуына тоҙ, бер аҙ аш һеркәһе һалалар. Һыуы ҡайнап сығыуға ғына эсәк-ҡарын ҡабаттан алынып, ҡырып йыуыла, унан тағы йылғаға алып барып сайҡатыла. Хәҙерге ваҡытта бешекләнгән эсәктәрҙе эзбизгә һалып алыусылар ҙа бар. Был осраҡта уның һарылығы һыпырылып ҡына төшә. Ап-аҡ ҡына булып таҙара. Әммә мин һөйләшкән апайҙар был ысулды хупламай. Эсәк-ҡарындың тәме китә, тиҙәр.
Тултырма эсәктәре бешекләнмәй тип әйттек. Улар таҙа итеп йыуылып алына. Оло малдан ҙурҙан өс, йомороһо менән бергә дүрт тултырма сыға. Тултырманы төрлө урындарҙа төрлөсәрәк тығалар икән. Баймаҡтар унда бауыр, аҙыраҡ йөрәк һәм күпләп эс майын һала. Бөрйәндәр йөрәкте тулыһынса ҡуша. Берәүҙәр бында дөгө лә өҫтәй. Һәр кем үҙе белгәнсә яһап ала, тимәк. Тултырмалар иттән айырым һауытта бешерелә, ҡайнап сығыуға энә менән тишелә. Тишелмәгән осраҡта улар ярылырға мөмкин. Эсәк-ҡарын да иткә ҡушып һалынмай. Эсәктең барыбер ҙә үҙенсәлекле еҫ-тәме ҡала һәм был тәм һурпаны боҙа. Айырым бешерелһәләр ҙә, тултырма ла, эсәк-ҡарын да табынға ит менән бергә бирелә. Ашҡа, ғәҙәттә, һуйыуҙа ҡатнашҡандарҙы, уларҙың ғаиләләрен, туған-тыумасаны алалар. Һәр кемдең алдына өлөш һалына. Элегерәк был өлөшләү дәрәжәгә, ололата статусҡа ҡарап бүленгән. Хәҙер ҙә шул самараҡ бүленә, әммә улай уҡ айырымлауҙар юҡ. Ашҡа тиклем һәр кем иттән, туҡ эсәктән, ҡарындан, ҡатлансыҡтан ауыҙ итә. Бәләкәс балаларға тиклем туҡ эсәкте һурырға бирәләр, эсәк араһы майланһын, тиҙәр.
Һурпаны ла төрлө ерҙә төрлөсә итеп ҡуялар табынға. Бер ерҙә ул киң итеп ҡырҡып, тоҙлоҡта һапырып алынған ҡул һалмаһы аҙағынан һемерелә торған итеп ҡоротлап ултыртыла. Икенсе урындарҙа ваҡ бишбармаҡ, йәғни аш формаһында бирелә. Ҡайһылыр райондарҙа һурпалы бишбармаҡҡа ваҡлап ите лә турап һалына һ.б. Һәр хәлдә, һуғым һурпаһыҙ булмай.
Ашағандан һуң олораҡтар:
- Малдарығыҙ күп булһын,
Малдарығыҙ ныҡ уңһын!
Беҙ ашаған ерҙәргә,
Беҙҙең эскән ерҙәргә -
Хоҙай Тәғәлә ишетһен,
Малығыҙҙы ишәйтһен!
Хәләл ризыҡтар бирһен,
Хәләл мал-тыуар бирһен!
Рәхмәт һыйығыҙға! - тип һамаҡлап та ебәрә.
Аш алдынан өлөштәр бик мул итеп һалынғанлыҡтан, уны берәү ҙә бер ултырғанда ғына ашап бөтөрә алмай һәм ҡунаҡтар өлөштәрен үҙҙәре менән алып ҡайта. Малды салыусыны ла маҡтарға, теләктәр әйтергә онотмайҙар. Уны түргә ултыртып һыйлап, салыуын тоттороп ҡайтаралар. Бына шундай булды бөгөнгө заман мал һуйыу йолаһы.

Миләүшә СӘЙҒӘФӘРОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.18 | Ҡаралған: 757

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru