«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУҒАН ТЕЛЕҢДЕ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
+  - 



Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм БР Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған Башҡорт теле көнөнә арналған сара республиканың төрлө төбәктәренән башҡорт теле буйынса конкурстарҙа еңеү яулаған ике йөҙҙән ашыу баланы Өфөгә йыйҙы.

Һәләтле балаларҙың республика слеты "Туған тел илселәре" республика акцияһы сиктәрендә ойошторолған интерактив майҙансыҡтар эше менән башланып китте. Ойоштороусылар балаларҙы ете төркөмгә бүлеп, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, викториналарға йәлеп итте. Стәрлебаш районы, Ибраҡай ауылы мәктәбе уҡыусыһы Камил Гәрәев "Алтын тирмә" уйынында ҡатнашҡан, ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа призлы урындар яулаған уҡыусы. "Алтын тирмә" уйынында алдан да ҡатнашҡаным бар, төрлө райондарҙан килгән тиҫтерҙәрем менән бик мауыҡтырғыс итеп уйнаныҡ бөгөн дә. "Алдынғы" командаһы еңеү яуланы, беҙ уларҙын саҡ ҡына ҡалыштыҡ. Әммә иң мөһиме бында туған телебеҙҙә матур итеп аралаша, уйнай, таланттарыбыҙҙы күрһәтә алдыҡ", - ти егет.
Икенсе секцияла "Башҡортостан беҙҙән башлана" тигән интеллектуаль уйын барышын да инеп күҙәтеп сыҡтыҡ. Унда уҡыусылар Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты уҡытыусылары әҙерләгән һорауҙарға түңәрәк өҫтәл артында ултырып яуап ҡайтарҙы. Әйтергә кәрәк, нәҡ ошо секция эше барышында хәҙер Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, географияһы буйынса айырым дәрестәр үткәрелмәүҙең тәүге "емештәрен" күрҙек. Уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Ватан тарихы дәрестәрендә уҡытыусылар телгә алып киткән дөйөм мәғлүмәттәр буйынса ғына хәбәрҙар. Ә бит бында туған телен яҡшы белгән, төрлө конкурс еңеүселәре йыйылғайны... Слеттың "Тыуған ерҙә - туған телдә" һәм "Мостай иленә сәйәхәт" интеллектуаль уйындарында балалар бер нисә командаға бүленеп, тест һәм викторина һорауҙарына яуап эҙләне. Уйынды үткәреүсе Өфө ҡалаһы 68-се лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ринат Сөләймәнов өсөн балалар менән аралашыуы ғәҙәти хәл булһа ла, бында ул башҡорт рухлы, мәҙәни, тәрбиәле һәм белемле уҡыусылар менән осрашыуынан ҡәнәғәт ҡалған. "Был сара уҡыусыларға ғына түгел, беҙгә - уҡытыусыларға ла, ҡанат өҫтәне", - ти Ринат Миңлеғәле улы.
Слетта бер төркөм уҡыусылар "Халыҡ ижады ынйылары" иленә сәйәхәт итте, уларға был мауыҡтырғыс сараны Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһының директор урынбаҫары Марат Ғилманов һәм Өфө ҡалаһы 10-сы белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Хәсәнова ойошторҙо. Уҡыусылар бергәләп башҡорт ғаиләһендәге йола, тәрбиәне һәм мәҡәл-әйтемдәрҙе, милли биҙәүес, һуғыш ҡоралдарының атамаһын, ҡулланылышын хәтергә төшөрҙө, үҙҙәренең ырыуы тураһында һөйләне. Ойоштороусылар сулпы, ян нимә булыуын әйтә алмай баҙап ҡалған уҡыусыларға социаль селтәрҙәр аша бәйләнешкә сығып яуап бирерһегеҙ, тигән бурыс та ҡуйып ҡайтарҙы. Һуңғы ваҡытта башҡорт йәштәре араһында мәғариф форумдарында ҡатнашыу, идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн төрлө гранттар яулауын күптәр белә. Шундай йәштәрҙең береһе Байрас Азаматов һәләтле балаларҙың республика слетындағы тәжрибәһе менән уртаҡлашты. "Күгәрсен районы Йомағужа ауылында йәшәүсе 15 йәшлек Динислам Ҡотломбәтов та һеҙҙең кеүек уҡыусы. Ул бөгөн Башҡортостандың тыл ветерандары тураһында китап баҫтырыу өсөн грант отоп, ошо идеяһын тормошҡа ашырған үҫмер. Бөгөн һеҙҙең менән проект яҙыу схемаһын өйрәнәбеҙ, ҡурҡмайынса идеяларығыҙ менән бүлешегеҙ. Идеяғыҙҙы берәү урлап ҡуйыр тип хафаланмағыҙ, киреһенсә, фекерҙәштәр һәм ярҙам итеүсе кешеләр табырһығыҙ", - тип башланы һүҙен Байрас. Әйткәндәй, осрашыу барышында һигеҙ уҡыусыға үҙ идеяһын ҡағыҙға яҙып, тиҙ арала шуны проект формаһында яҡлап ҡарау мөмкинлеге бирелде. Проект эштәре менән мәктәп эскәмйәһенән шөғөлләнә башлау мөһим, тигән һығымтаға килде ойоштороусылар.
Һәләтле балаларҙың республика слетына мәктәпкә тиклемге йәштәге балалар һәм башланғыс синыф уҡыусылар ла килгәйне. Улар "Базис" компанияһының Федераль белем биреү стандарттарына яраҡлаштырылған ҡорамалдарында уйнап ҡарай алды. Иң мөһиме, "Интерактив ҡомлоҡ", "Интерактив иҙән", "Уйна һәм үҫеш" комплекстары, виртуаль ысынбарлыҡ күҙлеге ярҙамында атҡарылған экскурсия башҡорт телендә үтте. Компания етәксеһе Азат Әхтәмов әйтеүенсә, башҡорт телен белмәгән балалар ҙа уйнап ҡына уны өйрәнә ала, сөнки был ҡорамалдарҙа юл ҡағиҙәләре, әйберҙәр атамаһы, тыуған төйәгебеҙгә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелгән. Бер ай элек кенә әҙерләнгән был махсус программалар әлеге көндә мәғариф хеҙмәткәрҙәрендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған.
Республика слетында бына шундай мауыҡтырғыс майҙансыҡтар эшләне. Сара саф башҡортса итеп ойошторолған матур концерт программаһы һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Мәғариф министрлығы тарафынан үткәрелгән конкурстарҙа еңеүселәрҙе тәбрикләү менән тамамланды. Тантана барышында милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булыр балалар төрлө атамалы конкурстарҙа, "Башҡортостандың 100 шағиры" республика әҙәби марафоны, иншалар, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр" бәйгеләрендә еңеү яулауы өсөн тәбрикләнде. Әйткәндәй, Учалы районынан "Урал батыр"ҙы яттан һөйләүсе Ләйсән Золотарева һәм Ишембай ҡалаһынан Гөлсәсәк Шәриповаға Әхмәт Сөләймәнов исемендәге премия тапшырылды. Сибай ҡалаһынан "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында беренсе урын алған Зөлфиә Яхина шиғырҙар ятларға, "Толпар" телестудияһында әкиәттәр һөйләргә, яҡшы билдәләргә өлгәшергә, кескәй Лилиә һеңлеһе менән уйнарға ла өлгөрөүе тураһында бәйән итте. Ә бына Белорет районы Егәҙе ауылынан килгән Роза Хәйбуллина Константин Паустовскийҙың "Алтын рауза" повесын башҡортсаға тәржемә итеп, икенсе урын яуланы. Ҡыҙ телдәрҙе яҡшы белһәң, тәржемә эше артыҡ ауыр булмауы һәм уны эшләгәндә һүҙлектәр менән ҡулланмауын һөйләне. Башҡорт теле көнөнә арналған һәләтле балаларҙың республика слеты бына шундай талантлы, аҡыллы, белемле һәм рухлы балаларҙы туплағайны.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.18 | Ҡаралған: 1005

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru