«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Радий Хәбиров "Торатау" геопаркын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы...
+  - 



Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Торатау" геопаркын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Артабан геопарк ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереүгә дәғүә итәсәк. Гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына ошо ҡарар тураһындағы фекерҙәрҙе еткерәбеҙ

Илшат ТАЖЕТДИНОВ, Башҡортостан Республикаһы Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы:
Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров "Торатау геопаркы тураһында" Указға ҡул ҡуйҙы. Киләсәктә был ошо биләмәләге тәбиғәт ҡомартҡыһы булып торған шихандарҙы ЮНЕСКО-ның Бөтөн донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү мәсьәләһен ҡарау мөмкинлеге бирә. Ҡул ҡуйылған документта әйтелеүенсә, парк республикабыҙҙың геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында булдырыла. Минеңсә, был уйланылған, эҙмә-эҙлекле һәм дөрөҫ ҡарар булды. "Янғантау" менән бер рәттән, был республикала хәҙер икенсе геопарк буласаҡ. Башҡортостандың башҡа бер ҡайҙа ла тиңе булмаған тәбиғәт хазиналарын һаҡлау буйынса был документ шихандарҙы популярлаштырыу, ЮНЕСКО булышлығында уларҙы бар донъяға билдәле итеү маҡсатында ҡабул ителә. Туризмды тергеҙеү һәм үҫтереү сараларын йәнләндереү республикабыҙ үҫешенә ҙур бер ҡеүәт тә ул: Башҡортостанға донъя илдәренән туристар йәлеп итеү, ошо өлкәлә эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ә иң мөһиме - халыҡ күңелендә изгелек, ырыҫ һәм ғорурлыҡ төйәге булараҡ йәшәгән шихандарҙың тейелгеһеҙлеген тәьмин итеү, уйлап ҡараһаң, ҡаһарманлыҡҡа тиң аҙым ул.

Өлфәт ЙОМАҒУЖИН, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры: Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Торатауҙы һәм Йөрәктауҙы үҙ эсенә алған "Торатау" геопаркын ойоштороу тураһындағы ҡарарын ҡыуанып, тарихи ваҡиға тип ҡабул иттем. Сөнки "Башҡортостан сода компанияһы" был тауҙарға күптән яҫҡына ине, уларҙың республика халҡы өсөн тарихи, мәҙәни әһәмиәткә эйә икәнен иғтибарға ла алманылар. Әгәр тауҙар глобаль һаҡланыу системаһы исемлегенә инһә, был объекттар инде халыҡ-ара кимәлдә яҡлаулы буласаҡ. Ҡарар ҡапыл ҡабул ителгән кеүек тойолһа ла, уға әҙерлек эштәре күптән алып барылды. Рәсәйҙә беренсе "Янғантау" геопаркын ойоштороу менән бер рәттән, "Торатау" геопаркы буйынса ла һөйләшеүҙәр булды, әммә Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы менән уртаҡ фекергә килеп булмай ине. Унан һуң, эш башлар өсөн теләк кенә етмәй, мөһим ҡарар кәрәк.
Парижда "Янғантау" геопаркын презентациялағанда Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, ниһайәт, ниәтебеҙҙе хупланы, шихандарҙы һаҡлап ҡалыуҙың әһәмиәтле булыуы менән килеште. Был турала ни өсөн ентекләп аңлатам, сөнки ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы исемлегенә инеү өсөн билдәле бер процедураларҙы үтергә кәрәк. Иң тәүҙә объект үҙ дәүләтеңдә иғлан ителеп, кәмендә бер йыл эшләргә, билдәле талаптарға тап килергә, илдең ошо Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы менән килешелергә, ЮНЕСКО-ның ҡағиҙәләрен үтәргә тейеш. "Янғантау" геопаркы буйынса эш алып барғанда был пункттарҙың барыһын да үттек, тәжрибә тупланыҡ һәм киләһе йылда уның ЮНЕСКО-ның глобаль тәбиғи мираҫы исемлегенә инеп, халыҡ-ара кимәлдә яҡланыусы һәм һаҡланыусы статусына эйә буласағына өмөтләнәбеҙ. Геопарк буйынса тәүге "сирҡаныу" алдыҡ, шуға күрә Радий Фәрит улының был ҡарарын хупларға ғына кәрәк.

Урал КИЛСЕНБАЕВ, БР Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы: "Торатау" геопаркын булдырыу бик ваҡытлы һәм урынлы ҡарар булды. Ғәҙәттә, чиновниктарҙың, етәкселәрҙең "хис-тойғоһо ла, милләте лә, йөрәге лә юҡ" тигәнерәк ҡараш йәшәй. Мин бының менән төптө ризалаша алмайым. Үҙем тураһында, мин башҡорт, шулай уҡ балаларым да, тип әйтә алам һәм мин үҙемдең ошо аҡыллы милләткә мөнәсәбәтем булыуы менән ғорурланам, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик зирәк аҡылға эйә булғандар. Бала саҡта ошо шихандар янынан үтеп барышлай атайым миңә дүрт шихан тарихын мауыҡтырғыс итеп һөйләй торғайны; әле был хаҡта тороп ҡалған тауҙарҙың өсәүһе миҫалында мин үҙемдең балаларыма һөйләйем. Артабан балаларым да ҡасандыр дүртәү булған шихандар хаҡында балаларына һөйләйәсәк, тип уйлайым... Радий Фәрит улының ҡарарын дөрөҫ һәм ваҡытлы булды тип ҡабул иттем. Был республика халҡына киләсәктә тәбиғәт ҡомартҡыларының һаҡланып ҡаласағына ышаныс бирә.

Данир ҒӘЙНУЛЛИН, Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе: "Торатау" геопаркы тураһындағы Указ шихандар яҙмышын ҡурсып, нисәмә йылдар күңелдә йөрөткән хәүефте алып ташланы һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын киләһе быуындарға тапшырып ҡалдырыу мөмкинлеге бирҙе. ЮНЕСКО ҡарамағындағы тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни объект статусын алыу шихандар биләмәһендә фәнни эҙләнеүҙәрҙе дауам итергә һәм ошо биләмәләр менән идара итеү эштәрен һөҙөмтәлерәк, урындағы халыҡ мәнфәғәтенә яраштырып алып барырға мөмкинлек бирәсәк, тип уйлайым. Һуңғы ваҡытта Башҡортостан Республикаһы бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса етди тәжрибәгә эйә була бара. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһе менән "Янғантау" геопаркын ЮНЕСКО объекттары исемлегенә индереү шундай проекттар булды. Республика етәкселеге әлеге проектты ла аҙағынаса еткереүҙә ныҡышмаллыҡ күрһәтер, тигән өмөттәмен, сөнки ул, ысынлап та, донъя кимәлендә билдәлелек алырға лайыҡлы ҡомартҡы. Республикабыҙ Башлығы вазифаһын башҡарыусы үҙенең Указы менән Башҡортостан "Сода" комбинатының һәм башҡа сәнәғәтселәрҙең тәбиғәткә табыш сығанағы итеп ҡарарға, әҙер тәбиғәт ҡомартҡыһын юҡҡа сығарырға түгел, ә етештереү ҡеүәттәрен яңыртыу иҫәбенә булған сеймалды эшкәртеү йүнен күрергә кәрәклеген аңғартты.

Фидус ЯМАЛТДИНОВ, Башҡортостан хөкүмәтенең элекке Премьер-министр урынбаҫары: Башҡортостанда элекке етәкселек осоронда беҙгә:"Мин президент булған саҡта Торатауға бер кем дә теймәйәсәк!" - тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде. Мәсьәләгә бындай мөнәсәбәтте мин ҡабул итә алмайым, сөнки кеше менән ниндәй генә хәлдәр килеп сыҡмаҫҡа мөмкин. Ә бына Радий Фәрит улы Хәбировты мин системалы, юғары квалификациялы юрист булараҡ беләм һәм әлеге мәсьәләне хәл итеүҙә уның мөнәсәбәте миңә оҡшай. "Торатау" геопаркы тураһында" Указы менән ул тәбиғәт ҡомартҡыларын яҡлаусы система булдырҙы. Был документта тәбиғәтте, уның флораһы һәм фаунаһын һаҡлау, шихандарҙың туризм йүнәлешендә мөмкинлектәрен үҫтереү буйынса тотош саралар комплексы бар. Был Указ беҙгә геопарктарҙың донъя системаһына инеү мөмкинлектәрен аса, һәм киләсәктә тауҙарыбыҙ ЮНЕСКО яҡлауында буласаҡ.

Рәсих ХӘМИТОВ, тау геологы, дәүләт эшмәкәре, Рәсәй ер аҫты байлыҡтарын разведкалау отличнигы: Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың "Торатау геопаркы тураһында"ғы Указы бик ваҡытлы, кәрәкле һәм актуаль булыуы менән республикабыҙҙың фән һәм мәҙәниәт өлкәһе йәмәғәтселеге, киң халыҡ массалары тарафынан хуплап ҡабул ителде, сөнки был шихандар темаһы - башҡортмо ул, русмы, татармы - ошо ерҙә йәшәгән, илен йәндәй күргән һәр бер илһөйәрҙең күңелен өйкәп торған принципиаль мәсьәлә ине. Сөнки был тәбиғи ҡомартҡылар халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында, әҙәби мираҫында, дини һәм сәйәси ҡараштарында - тотош алғанда, күп быуатлыҡ тарихында ғына урын алып торған түгел, бәлки, Указда әйтелеүенсә, геология, биология һәм тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре менән дә киң билдәлелек алған тәбиғәт хазиналары ул. 1960 йылдан алып рәсми рәүештә дәүләт әһәмиәтендәге һаҡланырға тейешле геологик-археологик ҡомартҡы булараҡ, шул йылдарҙа уҡ был шихандар донъя әһәмиәтендәге "GEOSITES" геологик мираҫ исемлегенә индерелгәйне инде. Ә бит, мәғлүм булыуынса, теге йәки донъя мираҫы исемлегенә индереү өсөн тәбиғи һәйкәлдәр алты критерийҙың берәүһенә генә булһа ла тап килергә тейеш. Шул яҡтан ҡарағанда ла беҙҙе шихандар тәбиғи критерийҙарҙың дүртәүһенә лә һәм мәҙәни талаптарҙың икеһенә лә тулыһынса яуап бирә. Был факт үҙе генә лә шихандарыбыҙҙың ЮНЕСКО-ның Бөтөн донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү мәсьәләһен хәл итә.

Константин ТОЛКАЧЕВ, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе: Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары шихандар тирәләй барған ығы-зығылы хәлдәрҙе бер йыл ғына күҙәтмәне инде. Торатауҙың яҙмышы хәл ителгәндә, уның кемдеңдер шәхси милке булып тора алмауы күҙҙә тотола. Ҡабатланмаҫ тәбиғи мөғжизә генә түгел, ә үҙенсәлекле тәбиғи һәм геологик ҡомартҡы булараҡ та шихандар баһалап бөткөһөҙ мәҙәни-тарихи ҡиммәткә эйә. Шуның өсөн дә улар айырым һаҡ статусына мохтаж; улар бер нисек тә кемдәрҙеңдер шәхси ҡулдарына биреп ҡуя торған әйбер түгел. Радий Фәрит улы Хәбиров ҡул ҡуйған Указ тулыһынса беҙҙең өмөттәрҙе аҡланы, тип әйтә алам. Дәүләт Йыйылышы, һис һүҙһеҙ, был аҙымды хуплай. Ул ғына ла түгел, геопарк булдырыу артабан Торатау менән Йөрәктауҙы ЮНЕСКО-ның Бөтөн донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү мөмкинлеге бирәсәк һәм, ниһайәт, ошо олкәлә оҙаҡҡа һуҙылған бәхәстәргә сик ҡуясаҡ. Тимәк, уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары булған был шихандарҙы беҙ имен-аман киләсәк быуындарға тапшырып ҡалдыра аласаҡбыҙ.

Абдрахман ВӘЛИДОВ, шихандарҙы һаҡлау буйынса хәрәкәт лидеры, Ишембай районы: Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары территорияһында "Торатау" геопаркын төҙөү һәм унда геологик, биологик, тарихи-мәҙәни ҡиммәткә эйә булған Торатау, Йөрәктау һәм башҡа объекттарҙы индереү тураһындағы ҡарарын шатланып ҡабул иттем. Беҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, былтыр шихандарҙы һаҡлау буйынса халыҡтан 50 меңдән ашыу ҡултамға йыйып, Мәскәүгә, Кремлгә алып барғайныҡ. Әлбиттә, беҙ был шихандар комплексына ингән объекттарҙы айырып ҡарамайбыҙ, уларға комплекслы ҡараш кәрәк. Тәбиғәт ҡомартҡыһы тигән статусы булмау сәбәпле, Ҡуштау мәсьәләһен еңел генә хәл итергә уйлайҙар уйлауға. Шихандар - Ер йөҙөндәге 230 миллиондар элек хасил булған риф массивтарынан торған берҙән-бер географик һәйкәлдәр һәм уларҙы мотлаҡ комплекста ҡарарға кәрәк. Яңыраҡ ҡына ошо шихандарҙы ҡарарға бөтөн илдән ғалимдар - археологтар, геологтар килеп ҡайттылар, уларҙы үҙем оҙата йөрөнөм. Улар, ысынлап та, бындай шихандарҙың Ер йөҙөндә башҡа булмауы, уларҙы һаҡларға кәрәклеген әйттеләр һәм был йәһәттән ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдерҙеләр. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусының Указында Торатау, Йөрәктауҙан тыш, "башҡа объекттар" тигән һүҙ булыуы ла оҡшаны. Бәлки, ошонда шихандарыбыҙҙы комплекслы ҡарауҙың бер юлы ла йәшеренгәндер. Нисек кенә булмаһын, беҙгә хәҙер ошо тема буйынса бер өҫтәл артына ултырып һөйләшергә кәрәк. Экологтар, геологтар, тарихсылар һәм башҡа белгестәр үҙ фекерен белдерергә тейеш. Бер кешенең - Радий Хәбировтың ғына өҫтөнә яуаплылыҡ һалмайыҡ, үҙебеҙ ҙә күтәрешәйек был йөктө, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеүгә, аңлашыуға булышлыҡ итәйек.

Дмитрий КАЗАНЦЕВ, сәйәсмән: Радий Хәбировтың Торатау һәм Йөрәктауға ЮНЕСКО тарафынан махсус һаҡлау статусын бирергә теләү ниәте Аҡ йорттоң эҙмә-эҙлекле эше тураһында һөйләй. Төбәктең элекке етәкселеге, ҡыҙғанысҡа күрә, үҙҙәренең шихандарҙы һаҡлауҙары тураһындағы яңғырауыҡлы белдереүҙәрен аныҡ нығытманы. Был ябай булмаған тарих "тамамланмаған" кеүек ине. Республика власының БСК һәм Рәсәй Хөкүмәте менән аңлашыуға килеүе, ниһайәт, "тоннель аҙағында яҡтылыҡ күренеүгә" булышлыҡ итте. Хәҙер башҡорт шихан-тауҙарын һаҡлау ғына түгел, ә ул уникаль тәбиғәт комплексын Башҡортостандан ситтә күрһәтеү өсөн перспективалар асылды. Әлеге көтөлмәгән ҡарар Хәбировтың федераль кимәлдәге тәжрибәһе, хәлдең дөйөм кәүҙәләнешен күҙаллауы менән бәйлелер һәм локаль масштаб менән генә сикләнмәйҙер, тип уйлайым. Шуға күрә, республика етәксеһе Торатау менән Йөрәктауҙы халыҡ-ара кимәлдәге геопарктар исемлегенә индереп, Башҡортостандың яңы брендын булдырыу һәм уны күтәреү өсөн тейешле аҙымдар эшләй. Әгәр ҙә ошо статус бирелһә, дәүләт донъя йәмәғәтселеге алдында билдәләнгән йөкләмә аласаҡ һәм ул был һорауға ҡарата, хатта ҡайһы бер айырым ҡыҙыҡһыныусыларҙың тырышыуына ҡарамайынса, өҫтөнлөклө ҡараштың булмаясағына гарантия бирәсәк. Һәм тағы. Әлеге ҡарар менән Хөкүмәткә Өфөләге Конгресс-холдың исемен "Торатау Конгресс-холы" тип үҙгәртеү бурысы йөкмәтелгән. Беҙҙең республикала ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле конгресс туризмы үҫешкән, ә Өфө һуңғы ваҡытта илдең эшлекле үҙәктәре рәтендә киң популярлыҡ яуланы. Шуға күрә Конгресс-холды "Торатау" тәбиғи объект исеме менән атау төбәкте тағы ла күберәк белеүҙәренә килтерәсәк.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.18 | Ҡаралған: 969

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru