«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХУЖАҺЫ НИНДӘЙ ЕРЕ ЛӘ ШУНДАЙ
+  - 



Башҡортостан - иҫ китмәле тәбиғәт ҡомартҡылары иле. Мөһабәт тауҙар, ҡара урмандар, томбойоҡло күлдәр, шыуышып барған йыландай бормаланып аҡҡан йылғалар, сал ҡылғанлы далалар - бына ошо йәшәйешебеҙгә йәм өҫтәп, күңелдәрҙе нурландырып тороусы тәбиғәт күренештәренән башҡа тыуған яҡты күҙ алдына ла килтереп булмай. Һәр көйөлдө үҙ һаҙлығын маҡтар, тип әйтергә һис бер ерлек юҡтыр: Башҡортостаныбыҙға тәүләп килгән ҡунаҡтар беҙҙең тәбиғәт мөғжизәләре менән һоҡланмай булдыра алмай.

Бәғзе бер саҡта Ер шарының төрлө тарафтарында йыш ҡабатланып торған йән тетрәндергес тәбиғәт стихияһы күренештәренә ҡарап, әлдә лә Хоҙай үҙебеҙҙең Уралыбыҙҙы донъяның иң тыныс мөйөштәренең береһе итеп яралтҡан, тип уйлап ҡуяһың. Ошо айҡанлы халыҡ араһында таралған кинәйәле бер һүҙ иҫкә төшә. Йәнәһе, Аллаһы Тәғәлә үҙе бар иткән барса халыҡты Ер шарының төрлө тарафтарынан уларға ғына тәғәйен ер өләшеп биреү өсөн үҙ янына саҡыртҡан. Саҡырылғандар үҙҙәренә тейгәнен белеп, таралышып бөтөүгә, яралмыштан артыҡ ашығып бармай торған башҡорт та Тәңре алдында пәйҙә булған, ти. Хоҙай үҙенең яратҡан балаһын ерһеҙ ҡалдыра алмаған, әлбиттә. "Гелән шул һуңға ҡалып йөрөүеңде берәй заман туҡтата алырһыңмы, юҡмы, башҡорт балам, әммә һинең балаларса саф күңелле һәм тоғро булыуың минең йәнемә бал да май булып яғыла. Бына тик үҙем өсөн генә тип һаҡлап тотҡан, борон-борондан кеше-маҙар булмаған, килеп аяҡ баҫмаған, ул тирәлә ҡоро ер барлығын һис кем белмәгән, дүрт яғын диңгеҙ уратҡан бар ине минең бер урын. Балаларың Урал тиеп атар ер шул булыр, Ерҙәге ожмахың да ул булыр, шул илеңә мәңге тоғро бул, ерең сафлығын күңелең сафлығыңдай һаҡлай бел", тигәндер Хоҙай.
Ул тәү архаик замандарҙан бирле сал Урал итәктәренән күпме һыуҙар ағып сыҡҡандыр ҙа, ошо боронғо изге ергә хужа булам, тип, ҡорал-ҡылыс сайҡап килгән ниндәй генә баҫҡынсыға кәүҙәһе саҡлы ер тәтемәгәндер. Тәү еребеҙ - Уралыбыҙ кешеләре, башар-башғарт атлы ата-бабаларыбыҙ, исеме есеменә тура килеп, уйлы-моңло оҙон көйҙәрендә йырланғанса, ҡанын түкһә түккән, йәнен бирһә биргән, әммә Хоҙай биргән ошо еренән ваз кисмәгән. Әхмәтзәки Вәлиди Туған яҙғанса, "Төрк риүәйәттәренең иң боронғоһо булған Уғыҙ дастанында башҡорттар Иҙел буйында һәм уға яҡын болғарҙар менән сиктәш бер таулы өлкәлә йәшәгән ҡеүәтле һәм хәйләкәр (көслө һәм ғәййәр) халыҡ тип танылған һәм үҙенең ғорурлығы, ҡыйыулығы арҡаһында һис бер йыһангиргә баш эймәгән ҡәүем сифатында иҫкә алынған". 400 йыл буйына тиерлек дауам иткән Рәсәй империяһы тарихында ла башҡорт халҡы, күп юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, үҙенең байтаҡ ҡына тарихи хоҡуҡтарын һаҡлап ҡала алған.
Аҫабалыҡ - нәҫелдән-нәҫелгә күсә килеүсе милеккә хужа булыу хоҡуғын аңлата. Иғтибар итегеҙ: Рәсәй халыҡтары араһында тик башҡорттар ғына үҙҙәре биләгән ерҙәргә ҡарата ошондай хоҡуҡтарына XX быуат баштарына тиклем тулыһынса эйә булған. Бының сәбәбен мин тап башҡорттарҙың этник нигеҙен тәшкил иткән ҡәүемдәрҙең (башар-башғарҙарҙың) архаик замандарҙан бирле, йәғни беҙҙең эраға тиклем бер нисә мең йыл элек үк беҙ хәҙер йәшәгән ерҙәрҙе төйәк иткәнлегендә күрәм. Билдәле бер ырыу-ҡәбилә төркөмдәрен милләт итеп ойоштороусы төп факторҙарҙың береһе булып этник берләшмәләрҙең йәшәү ареалы - улар биләгән ер, йәғни милли территория тора. Ер архаик замандарҙан бирле кешеләр өсөн төп йәшәү сығанағы булып торғанлыҡтан, уны файҙаланыу, эшкәртеү, уңдырышлылығын арттырыу, бигерәк тә уға хужа булып, яҡлау һәм һаҡлау бөтә халыҡтың дөйөм хәстәрлеген, уртаҡ эшмәкәрлеген талап иткән. Тимәк, ер - этносты туплаусы, берләштереүсе һәм уға хужа булып ҡалыу өсөн ғүмер буйы дауам иткән көрәштә милләтте сыныҡтырыусы фактор. Ерҙе күмәкләп эшкәртеү, йәшәү ареалының тормош сығанаҡтарын бергәләп файҙаланыу арҡаһында байтаҡ ҡына ҡәүемдәрҙә ергә ҡарата хосуси милекселек үҫешмәй килгән. Тап шуның өсөн дә башҡорт халҡының тарихи үҙаңында ер-һыу тәүҙән үк дөйөм халыҡ байлығы, ырыу-ҡәбиләләрҙең уртаҡ тәбиғи милке рәүешендә урын алған. Урал һырттары, унан дүрт тарафҡа табан йәйрәп ятҡан урманлы-далалы, мул һыулы, ҡош-ҡорто мыжғып торған икһеҙ-сикһеҙ ерҙәр боронғо башҡорттарҙың тәү Ватаны булып, халҡыбыҙҙың тик үҙен генә ошо тәү ерҙәренең төп хужаһы итеп раҫлай алыуын, үҙенең аҫабалыҡ хоҡуғын меңәр йылдар дауамында һаҡлап ҡала алыуын кире ҡаҡҡыһыҙ тарихи факт итеп ҡабул итергә кәрәк.
Беҙ, бөгөнгө башҡорттар, үҙ Уралыбыҙҙа йәшәйбеҙ икән, был ата-бабаларыбыҙҙың тыуған еренә, Уралына тоғролоғоноң иң көслө дәлилелер. Тик шуныһы: ер алтын-гәүһәрҙәрҙән дә ҡиммәтерәк була барған бер дәүерҙә, капитал, һатыу-алыу ҡанундары туй ҡорғанда, заман шауҡымына бирелеп, еребеҙҙән ҡолаҡ ҡағып ҡуймайыҡ, йәмәғәт. Бер быуат элегерәк ер һатып алданыу башҡорттоң төп бәләһе булһа, бөгөн ауыл башҡортоноң бушлай шәхси милек итеп бирелгән ерҙе алырға теләмәүе лә бәләгә тарытмаҫ, тимәгеҙ. Был ғына ла аҙ әле: ерҙә хужалыҡ итеүселәр дөйөм ауыл ихтыяжы - көтөүлек, сабынлыҡ ерҙәрен хосусилаштырыуға йә һатып ебәреүгә һис юл ҡуйырға тейеш түгел.
Ер темаһына бәйле тағы ла бер борсоулы мәсьәләгә туҡталып китәйек. Ергә байлыҡ сығанағы итеп кенә ҡарау кешелә тар күңеллелек, йәмғиәт талаптарына битарафлыҡтан башҡа уны ҡырағайҙарса файҙаланыуға ла алып килә. Ғөмүмән, был осраҡта ер һәм матурлыҡ, ер һәм мәҙәнилек бәйләнеше үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Ошо арҡала тәбиғәт ҡомартҡылары ла емертелеп-ҡырылып, сүплек ояһына әйләнеп бара. Халыҡ яҡлауынан һәм һаҡлауынан башҡа Башҡортостандың ынйылай йылға-күлдәре, мәғрур тауҙары, һоҡланғыс мәмерйәләре, уникаль реликт үҫемлектәре ошо капитал тигән йыртҡыс ҡорбанына әйләнеүен көт тә тор. Шуның өсөн айырым йәмәғәт ойошмаларының, мәҫәлән, юрматы ырыуы башҡорттарының, 1965 йылдан Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән Торатауҙы һаҡлау буйынса уҙғарған акциялары хуплауға лайыҡ.
Шулай итеп, ер-һыуҙарыбыҙ сафлығын, тәбиғәтебеҙ матурлығын үҙебеҙ ошо тарихи Ватаныбыҙҙың ысын һәм хәстәрле хужалары булып ҡала алған тәҡдирҙә генә һаҡлап ҡала алырбыҙ. Боронғо ата-бабаларыбыҙ теләгәндең "Урал батыр" эпосы аша беҙгә мәңгелек васыят итеп ҡалдырылғанын онотмаһаҡ ине:
"Тау буйҙары йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,
Ҡошо һайрап маҡтаған,
Халҡы йырлап хуплаған,
Ерҙән ҡасҡан дошмандар
Бары күреп һоҡланған,
Ил һөйөргә ил булып,
Ер һөйөргә бағ булып,
Дошман күҙен ҡыҙҙырып
Балҡып торған ер булһын!"

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.18 | Ҡаралған: 639

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru