«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛЕМДӘ ФЕКЕР АЛЫШАМ
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡалала Башҡорт телендә фекер алышыу (дебат) уйындарының финалы үтте, унда республиканың төрлө төбәктәренән 12 команда ҡатнашты.

Башҡорт телендә фекер алышыу идеяһын әүҙем башҡорт йәштәре тәүге тапҡыр былтыр күтәреп сыҡҡайны һәм башлап ебәргәйне. Быйыл иһә улар был сараны ойоштороу өсөн Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың 100 меңлек грантын алыуға өлгәштеләр. Башҡорт телендәге дебат уйындарында республиканың Салауат, Ишембай, Бәләбәй, Нефтекама, Бөрө, Өфө, Туймазы, Октябрь, Учалы, Баймаҡ ҡалаларынан һәм Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Иглин, Шишмә, Кушнарен, Дыуан, Мәсетле, Учалы, Баймаҡ райондарынан 148 команда ҡатнашҡан һәм ни бары 12 команда ғына финал уйындарына сыҡҡан.
Дебат уйындарының финалында командалар өс раундта төрлө темаларға фекер алышты. Беренсе уйын барышында улар "Был палата һәр кеше динде үҙе һайларға тейеш тип иҫәпләй", тигән фекерҙе яҡлап һәм кире ҡағып сығыш яһаны. "Беҙ бөгөн "Бөркөттәр" командаһы менән берлектә "Башҡорттар" һәм "Централ.ру" командаларына ҡаршы уйнаныҡ. Дин һайлау иреклеге тураһында һүҙ барҙы, беҙ Хөкүмәт булып сығыш яһаныҡ һәм үрҙә әйтелгән фекерҙе яҡлап сыҡтыҡ. Фекерҙе раҫлағанда тәү сиратта РФ Конституцияһына нигеҙләндек, шунан туризм темаһы менән дә бәйләнек. Дебаттарҙа ҡатнашыу өсөн тарих, мәҙәниәт һәм хоҡуҡ өлкәһендә белемле булырға кәрәк", - ти БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты, "Төрк" командаһы ағзаһы Азамат Юлмөхәмәтов. Уның иптәше Айнур Ҡәҙимов та уйындың беренсе турынан ҡәнәғәт булыуы тураһында һөйләне. Әлеге егеттәрҙең оппоненты булараҡ сығыш яһаған "Башҡорттар" командаһы ағзалары Азамат Шәкүров һәм Данил Хәсәнов Октябрьский ҡалаһының күп профилле һөнәри колледж студенттары булып сыҡты. Улар был уйындарҙың әһәмиәте йәштәргә әлеге көндә йәмғиәттә актуаль булған һорауҙар буйынса фекер алышырға һәм башҡорт телендәге телмәреңде шымартырға мөмкинлек биреүе тураһында һөйләне. Беренсе тур үткәндән һуң тағы байтаҡ командаларҙың фекерҙәрен тыңлап өлгөрҙөк, кемдәр башҡортса ярайһы уҡ яҡшы һөйләшһә, ҡайһы берәүҙәр телмәрендә хата ла ебәрҙе. Әммә нимә күңелде йыуатты: хаталанған балалар шунда уҡ яңылышыуын аңлап, телмәрен төҙәтә һалды.
Башҡорт телендә дебаттарҙың икенсе өлөшөндә ҡатнашыусылар "Был палата һайлауҙарҙа юғары белемле кешеләр генә тауыш бирә ала тип иҫәпләй", тигән фекер буйынса бәхәс ҡорҙо. Ил буйынса һайлауҙарға йәштәрҙең әүҙем йөрөмәүе тураһында ваҡыты-ваҡыты менән һүҙ күтәрелеп торғанға, был фекергә ҡатнашыусыларҙың ҡарашы ҡыҙыҡһындырҙы. Һөҙөмтәлә, ошо фекер яҡлы булып сығыш яһаусы командалар, юғары белемле кешеләр генә һайлау хоҡуғына эйә булһа, социаль хәлебеҙ яҡшырасаҡ, тип иҫбатланы. Тәҡдим ителгән раҫламаға ҡаршы сығырға тейешле командалар иһә, юғары белемле кешеләр генә һайлауҙа тауыш бирһә, сәйәсмәндәр тик шул кешеләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер, һатып алыр һәм вузда уҡырға мөмкинлеге булмағандар тағы ла ауырыраҡ хәлдә ҡалыр, тип иҫбатланы.
Уйындың хәл иткес этабында "Был палата балиғ булмағандар видеоблог алып бара алмай тип иҫәпләй", тигән тема тәҡдим ителде. Иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүсе дүрт команда фекер алышып, һөҙөмтәлә Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларының "Вәлиди вариҫтары" командаһы еңеүсе тип табылды. "Дебаттарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашам, иҫ китерлек мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле булды. Уның файҙаһын аң-белем кимәлен үҫтереүҙә, телмәремде шымартыуҙа, кешеләр менән аралашыу һәм фекерҙәштәр табыу мөмкинлеген биреүҙә күрәм. Тиҫтерҙәремә бындай уйында ҡатнашыр өсөн йәшенә тап килгәнсә белемле, киң ҡарашлы булырға, китаптар һәм гәзит-журналдар уҡырға тәҡдим итәм. Мин быйылға тиклем "Йәншишмә" балалар һәм үҫмерҙәр гәзитен алдырҙым, хәбәрсеһе лә булдым. Хәҙер "Киске Өфө" гәзитен һәм "Шоңҡар" журналын яратып уҡыйым. Сөнки унда йәмғиәттәге бик мөһим проблемалар сағыла, уларҙы хәл итеү юлдары яҙыла, алдынғы башҡорт йәштәренең ҡараштары менән танышырға була. Бөгөн беҙ Гөлназ Ильясова менән Вәлиди вариҫтары командаһы булып сығыш яһаныҡ, еңеүебеҙгә шатланып бөткөһөҙ", - тине Гөлсәсәк Шәрипова.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт телендәге дебат уйындары йәштәр өсөн йәштәр тарафынан ойошторолған иң отошло проекттарҙың береһе, тип һығымта яһаһаҡ та булыр хәҙер. Икенсе тапҡыр ғына үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, 341 кеше ҡатнашырға теләк белдереүе генә түгел, финалға үткән һәр кем башҡорт телен һаҡлауға, телмәрен үҫтереүгә, белемен камиллаштырыуға өлөш индереүен аңлауы ла быны дәлилләне. Киләсәктә башҡортса фекерләгән ошо аңлы йәштәрҙең хеҙмәт емештәре лә халҡыбыҙ мәнфәғәтендә булырына иманыбыҙ камил.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.18 | Ҡаралған: 649

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru