«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАН БАЙРАМЫ
+  - 



Балан һүҙен ишеткәндә, бала саҡтың яҡты хәтирәләре иҫкә төшә, суйын сүлмәктә быҡтырылған балан күҙ алдына килә. Эйе, балан - ул беҙҙең бала саҡ ризығы. Табында ҡаҙы, ҡымыҙ, ҡорот, бал кеүек ризыҡтарыбыҙ менән бер рәттән урын алырға тейешле хан һыйына торошло милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә йәштәр араһында, лайыҡһыҙ рәүештә онотолоп бара...

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары "Балан байрамы" үткәрҙе. Ысын мәғәнәһендә оло бер йыйынға әүерелгән сараға Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ғафури, Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез райондары, Мәләүез, Салауат ҡалалары ағинәйҙәре, Өфө ҡунаҡтары килгәйне. Ҡунаҡтарҙы ҡурай моңо аҫтында сәк-сәк, балан һыуы менән ҡаршыланылар. Йөҙгә яҡын тамашасы йыйылған китапхана залында балан тураһында шиғырҙар һөйләнде, йырҙар йырланды. Байрам ҡунағы шағирә Тамара Искәндәриә баланға арналған шиғырын үҙе уҡып ишеттерҙе. 3-сө башҡорт гимназияһы уҡыусылары дәртле бейеүҙәре менән һоҡландырҙы. Ағинәйҙәр баландан әҙерләнгән ризыҡтарҙың рецептарын тәҡдим итте, шунда уҡ йыйылыусылар был ризыҡтарҙы тәмләп тә ҡараны. Табип Сафура Шафиҡова баландың дауаһы тураһында ентекләп һөйләне.
- Беҙҙең сараны иң беренсе 62-се "Толпар" балалар баҡсаһы коллективы күтәрмәләп алды, - тине ошо сараның әйҙәүсеһе һәм режиссеры, Стәрлетамаҡ "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Вәсилә Халиҡова. - Шулай уҡ беҙҙең байрамды үҙҙәрендә ойошторорға дәрт иткән Абдулҡадир Инан исемендәге милли китапхана коллективына, уның мөдире Нәзифә Иҫәнғужинаға, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллинға, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосоповаға, ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Зөлфиә Йәғәфәроваға, матди яҡтан ярҙам күрһәткән бағыусыбыҙ Флүрә Абдрахмановаға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ...
Беҙҙең халыҡтың ниндәй генә ауыр замандарҙа ла киң күңелле, ихлас, самими булып ҡала белеүен йәнә бер тапҡыр раҫланы был байрам. Стәрлетамаҡ китапхананың беренсе ҡатында балан ҡушып әҙерләгән ризыҡтарҙан мул табын әҙерләп, ҡунаҡтарҙы һыйларға ла форсат тапты. Бер кем дә күстәнәсһеҙ китмәне.
Шулай итеп, ағинәйҙәр балан яратыусыларға беҙҙең өләсәйҙәрҙән ҡалған бер-нисә рецепт тәҡдим итә:
Балан желеһын әҙерләгәндә 1 кг емеш, 1 кг шәкәр ҡомо, 2 стакан һыу алаһың. Эҫе һыуҙа 5-6 минут ҡайнаткас, ул һыуҙы түгеп, 2 стакан һыу һалып, йомшарғансы бешерәһең. Иләк аша үткәреп, шәкәр ҡомо менән бутайһың һәм яңынан 50 минут бешереп, таҙа, стерилләнгән банкаларға һалып, һалҡын урында һаҡлайһың.
Балан сиробын 1 л һут, 2 кг шәкәр ҡомо һәм 10 г лимон кислотаһынан әҙерләргә була. Балан һутына шәкәр ҡомон һалып ҡайнатаһың, өҫтөндәге күбеген алғас, лимон кислотаһы ҡушып, тағы 5 минут бешерәһең һәм һөҙөп, шешәләргә тултыраһың, ябып ҡуяһың.
Бәлеш өсөн эслек яһағанда тәүҙә арышты бүрттереп, шунан киптереп, тирмәндә (кофемолкала) тарттыралар. Баланды шул онға ҡушып бутап, суйын көршәккә һалалар, әҙ генә һыу, шәкәр өҫтәп, өҫтөн таба менән ҡаплап, икмәк бешерлек ҡыҙыу мейескә быҡтырырға ҡуялар. Ул унда төнө буйы тора. Хуш еҫле, теленде йоторлоҡ балан ҡатығы барлыҡҡа килә. Ошо ҡатыҡ менән бешерелгән балан бәлеше ғәжәп тәмле була.
Балан ҡатығы яһау өсөн беҙҙең өләсәйҙәр, әсәйҙәр баланды мейестә оҙаҡ итеп бешергәндәр. Өҫтө ҡамыр менән ябылған суйын сүлмәктәге балан шулай сәғәттәр буйына бығып ултырған. Шунан һөҙөп, балан ҡатығы яһағандар. Уны тар ғына ауыҙлы йоморо балсыҡ көршәктә һаҡлағандар.
Өрөклө балан һыуы - бешкән балан һыуына кипкән өрөк һалып, бер нисә көнгә ҡараңғы урынға томалап ултыртып ҡуяһың. Өрөк менән балан бер-береһенең тәмен үҙенә һеңдереп, иҫ киткес тәмле лә, файҙалы ла эсемлек килеп сыға. Балан һөйәген дә ташламаған беҙҙең өләсәйҙәр. Уны киптереп, килегә һалып төйгәндәр. Онталған балан һөйәгенә ниндәй ҙә булһа берәй еләк ҡушып, ләүәш йәки асыҡ ауыҙға эслек итеп ҡулланғандар. Әйткәндәй, балан һөйәгенең онтағы йөрәккә бик файҙалы.
Балан ҡағынан рулет. Баландан ҡаҡ ҡойоп, бер аҙ киптереп алғас, өҫтөн бал менән йөҙләйҙәр. Шунан тигеҙ генә итеп ҡаймаҡ йәки аҡ май яғып сығаһың да рулет итеп төрәһең. Бер аҙ ҡатһын өсөн һалҡын урынға ҡуйып торорға кәрәк. Рулетты йоҡа ғына итеп телеп, табынға ҡуялар.
Балан кеҫәлен яһағанда һыуын күберәк һалып, баланды ябыҡ һауытта йомшарғансы ҡайнатабыҙ. Бешеп сығыр алдынан шәкәр һәм ҡуйылыҡ өсөн самалап арыш оно һалабыҙ. Кеҫәлдең файҙаһы ҡымыҙҙыҡынан бер ҙә кәм түгел.

Балан ниндәй сирҙәрҙән ярҙам итә?

Йөрәк сиренән йонсоғанда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4-5 сәғәткә өҫтөн ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә.
Ашҡаҙан-эсәк сирҙәре, һейҙек юлы, үт ҡыуығы борсоғанда: яңы ғына йыйылған йәки туңдырылған 100 г баланды быяла йәки ағас һауытҡа һалып иҙәһең һәм З стакан йылы һыу ҡойоп (ҡайнар булмаһын), 30 - 40 минут төнәтәһең, һөҙөлгән шыйыҡсаны аҙ-аҙлап эсәһең.
Балан һутын һығып, һипкел, һытҡыларға һөртһәң, улар бер аҙнанан юғалыр. Тик 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10-15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент таптарынан ҡотолорға ярҙам итһен өсөн, балан емештәрен иҙеп, бер балғалаҡ бал һалырға. Бер аҙҙан һуң йылымыс һыу менән сайҡатырға кәрәк.
Һыуыҡ тейгәндә, бронхит, астма сирҙәренән яфаланғанда, йүткергәндә: 1 стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп, 20-30 минут ҡайнатырға, һуңынан самалап бал өҫтәп, көнөнә 4-5 тапҡыр 2-3 ҡалаҡлап эсергә тәҡдим ителә.
Балан ағасының ҡайырыһы ла файҙалы. Унда ыҫмала, эфир майы, органик кислоталар күп. Ул тирә-яҡты, һауаны таҙарта, һыуҙы эсергә яраҡлы итеп оҙаҡ һаҡлай. Ҡайырының төнәтмәһен гинекологик сирҙәрҙән файҙаланыу бик борондан килә. Ашҡаҙан, эсәк, бөйөр, бауыр сирҙәренән яфаланыусыларҙың йоҡлаған урынына ҡайыры киҫәген ҡыҫтырғандар. Ул нервылар өйәнәгенән, йоҡоһоҙлоҡтан олоһон да, кесеһен дә берҙәй ҡотҡарыусы сара булып һаналған.

Роза ҠОБАҒОШОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.18 | Ҡаралған: 1081

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru