«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЙРӘК ТҮГЕЛ, БӨРКӨТ БУЛАЙЫҠ - ОШОҒА БӘЙЛЕ ҺИНЕҢ БӘХЕТЕҢ ДӘ, БӘХЕТҺЕҘЛЕГЕҢ ДӘ
+  - 



Ер яралыу тураһындағы бер һинд легендаһында һүрәтләнгәнсә, Аллаһы Тәғәлә ҡабырсаҡ яһап, уны диңгеҙ төбөнә төшөргән. Ҡабырсаҡ эсендәге йән эйәһенә шундай ҡыҙыҡһыҙ тормош бүләк ителгән: ул көн дә бер үк эште ҡабатлай - ҡабырсаҡты асып, бер аҙ диңгеҙ һыуы эсә лә, уны ҡабат ябып ҡуя.

Һуңыраҡ Хоҙай бөркөттө яралта һәм уға осош ирке, иң юғары үрҙәрҙе яулау һәләте бирә. Бөркөт өсөн сиктәр юҡ, уның ҡарауы, уға ирек өсөн ҡиммәт түләргә тура килә: ул көн дә ризыҡ табыу өсөн көрәшергә тейеш. Уға бер ни ҙә анһат ҡына бирелмәй. Бала сығарғас, уға ризыҡ табыу өсөн көнөн-төнөн һунар итергә кәрәк. Ләкин быны бөркөт ҙур шатлыҡ менән эшләй.
Шулай итеп, берҙән-бер көндө Хоҙайыбыҙ Кешене яралта, уны тәүҙә ҡабырсаҡ эргәһенә, шунан бөркөткә алып килә һәм ниндәй тормош һайларға теләүен һорай.

Туҡтауһыҙ өйрәнергә һәм үҫергә

Йәшәү ысулдарынан икәүҙең береһен һайларға була. "Ҡабырсаҡ" тибындағылар үҙенең аң даирәһен киңәйтеүгә һәләтһеҙ кешеләрҙе символлаштыра. Бының ғибрәте шул: ғүмере буйына уға бер үк эште генә эшләргә тура килә. "Күп ашау арҡаһында иртә үләләр, күп эсеү арҡаһында иртә үлеүселәр ҙә бар, тиҙ ҡорой һәм үлә торған өсөнсө төр кешеләр ҙә бар - уларҙың Ер йөҙөндә ошонан башҡа тәғәйенләнеше юҡ", ти Наполеон Хилл. Ләкин бындай яҙмыштан ҡотолоп була бит, тиерһегеҙ. Әлбиттә, һәр кем бөркөт яҙмышын һайлай ала ул. Ләкин күптәр ҡабырсаҡҡа ла оҡшарға теләмәй, бөркөт һымаҡ та булғыһы килмәй. Уларҙың бөркөттән өҫтөн булғыһы килә. Улар үҙ теләгенә яраҡлы ниндәйҙер "йәнлекте" эҙләй. Аҙаҡ килеп, таба бындай "йәнлекте", ул - өйрәк.

Өйрәктәр

Әгәр ҙә әйберҙәргә өҫтәнерәк ҡараһаҡ, өйрәк тә бөркөткә оҡшаған һымаҡ. Ысынында, икеһе бөтөнләй ике төрлө ҡош тураһында һүҙ бара. Ике ҡош та оса белә. Ләкин бөркөт юғарыла осҡанда, өйрәктәр һыу тирәһендә генә сапырҙаусан. Өйрәктең иң күҙгә бәрелгән һыҙаты - уның баҡылдауы. Иртән йоҡонан уяныу менән баҡылдай башлай. Ашарға теләһә лә, ниҙәндер риза булмаһа ла, башҡалар уның аҙығын тартып алһа ла баҡылдай. Ниндәйҙер эштең һөҙөмтәһе булмаһа ла баҡылдай. Эш эшләү урынына баҡылдап ҡына йөрөү яҡшы түгел дә бит инде.

Өйрәктәр - "эштә"

Өйрәк тибындағы кешеләрҙе башҡаларҙан айырырға мөмкинлек биреүсе бер нисә миҫалды ҡарайыҡ әле.
Һеҙ ҡайҙалыр санаторийҙа ял итәһегеҙ. Иртәнге ашҡа һуңланығыҙ. Барыһы ла таралышып, 15 минут үткәс, ашханаға инәһегеҙ. Был осраҡта ҡаршығыҙға өйрәк сыҡһа, ул шулай тиәсәк: "Үкенес, ләкин һеҙ һуңланығыҙ. Тыштағы табличканы күрмәнегеҙмәе ни? Хәҙер инде төшкө ашҡа килергә ҡала. Баҡ-баҡ-баҡ...".
Ә бөркөт тибындағы кеше былай тиәсәк: "Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙ өҫтәлде йыйып бөттөк. Бәлки, кухняла һеҙҙең өсөн ниҙер әҙерләргәлер? Ни теләйһегеҙ?"
Төҙөлөш материалдары магазинында булғанығыҙ барҙыр. 5 мең квадрат метр майҙанлы салонда берҙән-бер һатыусы икенсе һатып алыусы менән мәшғүл. Һин уларҙың һүҙенә ҡыҫылаһың һәм: "Ғәфү итегеҙ, аҡ буяуҙы ҡайһы тирәләрәк табып булыр?" - тип һорайһың. Был осраҡта өйрәк шулай яуап бирәсәк: "Күрмәйһегеҙме ни, мин клиентты хеҙмәтләндерәм бит. Бер юлы бер генә һатып алыусы менән эшләй алам мин. Көтөп тороғоҙ. Баҡ-баҡ-баҡ..."
Бер нисә ай элек сит ҡалала командировкала булғанда ҡунаҡханаға урынлашырға теләнем. Урынға алдан бронь бирҙем. Ләкин администратор ҡунаҡханала урын булмауы, мине урынлаштыра алмауы тураһында белдерҙе. Мин үҙ хоҡуғымды яулап ҡараһам да, эш сығара алманым. "Ҡунаҡхана тулы икән - тулы, һеҙҙең өсөн генә бүлмә тыуҙырып булмай. Баҡ-баҡ-баҡ..." "Әһә, был ҡатын өйрәк икән", - тип уйлап алдым. Шуға ла ҡунаҡхана директорының килеүен талап иттем. "Ул да мин әйткәнде әйтәсәк", - тине администратор. Икенсе бүлмәгә сығырға иткәндә мин уны туҡтаттым һәм: "Миңә бөркөттө саҡырығыҙ", - тинем. "Кемде, кемде?" - тип аптыраны администратор. "Кемде генә саҡырһағыҙ ҙа саҡырығыҙ, тик ул һеҙҙең кеүек яуап биреүсе кеше булмаһын". Администратор аңланы. Минең эргәгә килгән менеджер, ысынлап та, бөркөт ине һәм миңә:"Ысынлап та, ҡунаҡхана тулы. Ләкин һеҙҙең мәсьәләне хәл итергә тырышырға кәрәк. Башҡа ҡунаҡханаларға шылтыратып, урын белешә торормон, түләүҙәге айырманы, әлбиттә, беҙ ҡапларбыҙ, ә һеҙ хәҙергә беҙҙең ресторанға инеп, ҡапҡылап алығыҙ".
Бөркөттө танынығыҙмы инде? Өйрәк баҡылдағансы, бөркөт хәл итеү юлын эҙләй. Өйрәктең баҡылдауы тотош аҡланыуҙар, һылтаныуҙар, мәғәнәһеҙ һөйләнеүҙәр, сығынсылау һәм бер урында тапаныу менән оҙатып барыла. Өйрәкте берҙән-бер көн килеп эштән сығарасаҡтар. Көрсөк мәлендә ҡорбан булыусыларҙың тәүгеһе - өйрәктәр. Шул саҡта ул: "Ниндәй ғәҙелһеҙлек! Моғайын, етәксегә минең йөҙөм оҡшамағандыр!" - тип әйтәсәк. Ә бөркөттәрҙе вазифа баҫҡысы буйлап үрләтәсәктәр. Өйрәк булмаҫҡа һәм һөҙөмтә яулайһы урынға баҡылдамаҫҡа кәрәк - бына шуныһы мөһим. Шуға ла өйрәк тибындағы кешеләрҙән ҡасығыҙ.
Өйрәк менән бөркөт араһындағы айырма:
Өйрәк: "Мин быны булдыра алмайым" - тигәндә, бөркөт: "Быны булдырыу өсөн ни эшләргә мөмкин икән?" - тип баш вата.
Өйрәк - пессимист, бөркөт - оптимист.
Өйрәктәр бер-береһенә кире тәьҫораттарҙы һөйләй, хатта ошо маҡсат менән осрашыуҙар үткәрә. Бөркөттәр ыңғай тәьҫораттары менән генә уртаҡлашыусан.
Өйрәк мотлаҡ кәрәк булғанды ғына эшләй, ҡайһы саҡта уныһын да эшләмәй. Бөркөттәр үҙҙәренән көтөлгәндән күберәкте эшләй.
Өйрәк аҡрын эшләй. Уларҙың девизы: "Мин эшләйем, ә ярышмайым". Ул нисек эшләргә кәрәк икәнен дә белә, ләкин уны эшләмәҫ өсөн һылтау эҙләй. Бөркөт булдыра алғансы күберәк эшләргә тырыша.
Өйрәк эшләмәҫ өсөн - һылтау, ә бөркөт эшләү ысулы эҙләй.
Өйрәк үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алмай, бөркөт ҡайһы саҡта ҡурҡа, ләкин алға барыуҙы дауам итә.
Өйрәк һәр мөмкинлектә проблема эҙләй. Бөркөт проблеманан сығыу мөмкинлеге эҙләй.
Өйрәк әйләнә-тирәләгеләр тураһында насар һөйләп, үҙен яҡшы итеп күрһәтергә тырыша. Ә бөркөт ыңғай нәмәләр тураһында һөйләүсән йәки өндәшмәүсән.
Өйрәккә берәй ҡарар ҡылыу өсөн ваҡыт кәрәк, йә бөтөнләй кире уйларға мөмкин. Бөркөт тиҙ ҡарар ҡабул итә, сөнки ул үҙенең интуицияһына ышана.
Өйрәк бар иғтибарын ауырлыҡтарға йүнәлтә һәм баҡылдауҙан бушамай. Ә бөркөт бар тырышлығын ниндәйҙер ҡарар ҡабул итеүгә һала һәм бер нигә ҡарамай, алға бара.
Өйрәк күңеле оҙаҡ йылдар ниндәйҙер ғәҙелһеҙлекте онота алмай, ә бөркөт барыһын да кисерә белә.
Өйрәк үҙе тураһында хәстәрләгәндәрен көтә һәм шуға өлгәшмәһә, туҡтауһыҙ баҡылдай. Ә бөркөт үҙе теләгәнде үҙе таба һәм юллай.
Өйрәккә үҙендә булған менән ҡәнәғәтләнергә тура килә. Бөркөт үҙе теләгәнде үҙе булдыра ала.
Өйрәк өсөн бар донъя бер күләүектән тора. Ә бөркөт иң бейек ҡаяларҙы, бар Йыһанды үҙенеке итеп тоя.
Өйрәк хәл-күренештәрҙе тәнҡитләй, ә бөркөт уларҙы үҙгәртергә тырыша.

Башҡаларға йоғонтоһо

Ысынлап та, өйрәк үҙ балаларын нимәгә өйрәтә? Нисек баҡылдарға, әлбиттә.
Ә бөркөттәр, киреһенсә, башҡаларға талап ҡуя. Уларҙың үҙ балаларын нисек осорға өйрәткәнен ҡарап торғанығыҙ булдымы берәй ваҡыт? Инә бөркөт тәүҙә ояһындағы йомшаҡ "түшәк"те йыйып алып, ергә ташлай. Ундағы ҙур ботаҡтарҙы ла алып ҡуя. Ҡошсоҡтар өсөн оя уңайһыҙ булып ҡала. Ошо уңайһыҙлыҡ уларҙы ҡанаттарын ҡағырға мәжбүр итә. Ҡурҡаҡ ҡошсоҡто хатта ата-әсәһе оянан алып ташлай. Ҡошсоҡ ошо мәлдә лә ҡанаттарын йәймәһә һәм уның ергә бәрелеү ҡурҡынысы килеп тыуһа, бөркөттәр уны осҡан ыңғайға эләктереп алып, ҡабат мендереп ҡуя.
Бөркөттәр бер урында тапанғанды һәм ялҡаулыҡты яратмай. Әйләнә-тирәләгеләргә юғары талаптар ҡуя. Уларҙы тормош, әйләнә-тирәләгеләр ҡыҙыҡһындыра. Улар ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшергә теләй. Бөркөттәргә булған хөрмәт ошоларға бәйлелер ҙә инде. Беҙ өлгө итеп бөркөттө һайлайбыҙ. Еңеүселәр генә бөркөттәр һымаҡ йәшәй.
Ә һинең күңелеңдә ниндәй ҡош ултыра?

Бодо ШЕФФЕР.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.18 | Ҡаралған: 634

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru