«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨРӘКТӘРГӘ УТ ТОҠАНДЫ - КИЛӘСӘК УТЫ
+  - 

Күптән түгел Сибайҙың "Сулпан" балалар театрында "Ҡанифа юлы" спектакленең премьераһы булды. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған пьесаның авторы - драматург Сәрүәр Сурина, режиссеры - Зиннур Сөләймәнов. Спектаклгә үҙ өлөшөн индергән һәр кем - автор, режиссер, художество етәксеһе, актер, композитор, хореограф, яҡтыртыусы үҙ маҡсатына өлгәште - тамашасылар залдан битараф сыҡманы.

Спектаклдең төп героиняһы Ҡанифа егеттәргә хас ҡыйыу, сая, тәүәккәл, шул уҡ ваҡытта хисле һәм зирәклеге менән дә айырылып тора. Шуғалыр ҙа ҡыҙға атаһы, ырыуҙың утын һаҡлаусы Йомаҡай ата-бабаларҙан тапшырыла килгән серҙәрҙе өйрәтә. Батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ, тоғролоҡ һәм ҡомһоҙлоҡ, һуғыш һәм тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт кеүек мәңгелек темалар күтәрелә әҫәрҙә. "Ҡанифа юлы" менән бәйле легендаларҙың был версияһында башҡорттар араһында беҙҙең эраға тиклем үк таралған иң боронғо диндәрҙең береһе Зороастризмға хас ут культын күрергә була. Ҡуҙҙарҙы һаҡлап тотҡан махсус сөгөн һауыт ҡарамаҡҡа ябай булһа ла, күпме ҡыҙыҡлы һәм тарихи мәғлүмәттәр һаҡлай. Талантлы режиссер З. Сөләймәнов яңы алымдар менән оҫта эш иткән. Ҡыҙҙарҙың яулығындағы сигеүҙәр, декорацияның ҡулайлы алышыныуы, урман хужалары айыуҙар, хатта Ҡанифа һаҡлаған һәм ҡабыҙған ут та дөйөмләштерелеп, көслө драматизм тыуҙыра.
"Ҡанифа юлы" легендаһы көньяҡ-көнсығыш төбәге башҡорттары өсөн яҡшы таныш. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса был юл хәҙерге Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы райондары аша үткән. Халыҡ уны "Ебәк юлы", "Каруан юлы", "Мысыр юлы", "Ҡуңыр буға юлы" тип тә йөрөтә. Беҙ "Ҡош юлы" тип йөрөткән йондоҙлоҡтоң "Ҡәнифә юлы" тип аталыуы, Ҡанифаның шул йондоҙҙарға ҡарап юл алыуы тураһындағы легенданы яҡшы беләбеҙ. Баймаҡ районы Иҫән ауылы ҡарттары хәтерләүенсә, ауыл янындағы Һаҡтау тауында иҫкәртеүсе усаҡ яҡҡандар. Ҡәнифә юлы тап ошо Талҡаҫ күле янындағы һырттан үтә лә инде. Тимәк, драматург С. Сурина таянған легенда версияһы беҙҙең төбәктә булған ваҡиғаларҙы тасуирлай.
Бөгөнгө көн кешеһенә патриотик рух, геройлыҡ кәрәк. Юҡҡамы ни хәҙерге балалар һәм үҫмерҙәр роботтар, киборгтар, трансформерҙарға ылыға. Уларҙы шул көс, ғәйрәт, универсаллек, героизм үҙенә йәлеп итә. Ә беҙҙең халыҡ борон-борондан яугир, батыр, ҡурҡыу белмәҫ, сая булған. Тап ошо боронғолоҡҡа мөрәжәғәт итеп, ҡурҡыу белмәҫ геройҙарыбыҙҙы тергеҙеп, уңыш ҡаҙана аласаҡбыҙ. "Ҡанифа юлы - бәхет юлы, көрәш юлы тиерҙәр..." тигән һүҙҙәр менән тамамлана спектакль. Был спектакль ҡабыҙған ут бөтәбеҙҙең дә күңеленә үтеп инде, йөрәктәргә ут тоҡандырҙы: башҡортлоҡ уты, батырлыҡ уты, киләсәк уты!

Айгөл ФӘЙЗУЛЛИНА,
филология фәндәре кандидаты.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.18 | Ҡаралған: 683

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru