«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ БАШҠОРТ БӨГӨН НИҢӘ ЙӘЙӘҮЛЕ?
+  - 



Мин ноябрь аҙағында Бешкәк ҡалаһында үткән III Халыҡ-ара төрки телле халыҡтарҙың традицион спорт уйындары симпозиумында ҡатнаштым. Унда донъяның төрлө төбәктәренән 135 делегат булды. Рәсәйҙе Алтай, Тыва, Хакас, Башҡортостан республикалары күрһәтте.

Был бик етди сара ине. Унда нигеҙҙә ошо йүнәлеште өйрәнеүгә бар ғүмерен арнаған олпат-олпат ғалимдар, профессорҙар ҡатнашты. Йәйгеһен Ҡырғыҙстанда үткән Бөтөн донъя күсмәндәр уйындары уның практик өлөшө булһа, был симпозиум теоретик өлөшөн тәшкил итте. Йәғни, был ғалимдар халыҡ ижадын, халыҡ мираҫын, халыҡ уйындарын өйрәнә, улар араһынан ҡайһыларын ошо күсмәндәр уйындарына индереү мәсьәләләрен тикшерә. Мин "Башҡортостанда спорт уйындарын тергеҙеү һәм үҫтереү" тигән темаға сығыш яһаным. Әйтергә кәрәк, миңә ҙур ихтирам күрһәттеләр, практиканан теорияға килеүем дә йоғонто яһағандыр. Симпозиумды йомғаҡлау өлөшөндә президиумға саҡырып ултырттылар. Дөрөҫөн әйткәндә, Башҡортостанды быға тиклем белмәнеләр ҙә, күрмәнеләр ҙә, вәкилдәр ҙә йөрөмәне. Хәйер, унда барырлыҡ ғалимдар ҙа юҡ. Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың "Башҡорт халыҡ балалар уйындары" тигән хеҙмәтенән тыш, китаптар ҙа юҡ. Ҡыҙыҡһынған кеше лә юҡ. Төрксойҙан сыҡҡас, төрки донъяһы менән бәйләнештәр ҙә өҙөлә бара. Бөгөн вуз студенттары ни өсөн милли уйындар, хәрби ҡоралдар һ.б. темалар буйынса диплом эштәре яҙмай? Ҡайҙа беҙҙең Әхмәт Сөләймәнов, Ғайса Хөсәйенов кеүек шәхестәребеҙҙең эшен дауам итеүселәр?
Бөгөн балаларға милли уйындар түгел, ә компьютер уйындары ҡыҙығыраҡ. Улар милли уйындарҙы белмәй үҫә һәм беҙ ошо мираҫыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ ихтимал. Бала уйындар аша тәрбиәләнә. Уйындар аша бала башҡалар, тәбиғәт менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәнә. Хәҙерге балалар "Йәшенмәк" тә уйнай белмәй, балалар фольклоры ла онотолоп бөткән. Беҙгә хәҙер ошо байлығыбыҙҙы тергеҙеү буйынса әүҙем эшләргә кәрәк.
Башҡа проблемалар ҙа етерлек. Мәҫәлән, һыбай уҡтан атыуҙы тергеҙә башлағас, аттар таба алмайбыҙ. Мәҙәниәт министрлығы, аттар Ауыл хужалығы министрлығында, ти, унда барһаң, беҙ аттарҙы үрсетәбеҙ генә, тип, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына ебәрәләр. Был министрлыҡ, беҙҙең реестрҙа конкур, футбол, хоккей бар, әммә "Ылаҡ", һыбай уҡтан атыу, ҡыҙ ҡыуыу, бәйге юҡ, ти. Ҡабат Мәҙәниәт министрлығына ебәрәләр. Йәки бөркөтсөлөктө алайыҡ. Башҡорттар борон бөркөтсө булған. Бөгөн республикала берҙән-бер тиерлек бөркөтсө бар. Уны телевизорҙан күрһәткәйнеләр, Роспотребнадзор штраф һалып та киткән. Законлы рәүештә рөхсәт һорағайны, ярамай, бөркөт "Ҡыҙыл китап"ҡа ингән, тигән яуап алды... Минең тәҡдимем бар: ошо барлыҡ министрлыҡтар менән эшләй торған комитетмы, үҙәкме, департаментмы йәки этноспорт буйынса айырым министрлыҡмы ойошторорға ине. Был республикала милли спортты үҫтереү өсөн кәрәк. Юғиһә, беҙ бөтөнләй артта ҡаласаҡбыҙ. 2020 йылда Бөтөн донъя фольклориадаһы буласаҡ. Йыр-бейеүҙән башҡа күрһәтер нәмәбеҙ ҙә юҡ бит. Милли уйындарығыҙ ниндәй, тиһәләр, яуабыбыҙ нисек булыр? Әлбиттә, был йәһәттән һуңғы йылдарҙа үҙгәрештәр бар. Йыйындарҙа "Ауҙарыш", "Таш ороу", "Ашыҡ" уйындары уйнала башланы. Энтузиастар тырышлығы менән республикала "Ылаҡ" уйыны командалары барлыҡҡа килде. Әммә үҫеш тураһында һүҙ һөйләү иртәрәк.
Башҡорттар атлы халыҡ, Хоҙай Тәғәлә беҙҙе атлы итеп яралтҡан. Совет заманында аттан төшкәйнек, халыҡ юғала башланы. Беҙгә аттар үрсетеп, кире атҡа атланырға кәрәк. Шул саҡта ғына беҙ халыҡ булараҡ күтәрелеп китәсәкбеҙ. Борон һәр малай бала саҡтан ат менән идара итергә өйрәнгән. Өс йәшендә уны һыбай ултыртҡандар. Ат бит ул хайуан, уларҙың уҫалдары, тешләшкәндәре бар. Өс йәшенән бала уның менән уртаҡ тел табып, уны тыңлатырға, ашатырға, һыу эсерергә, йүгәнләргә тейеш булған. Шул рәүешле ирҙәр тәрбиәләнгән! Хәҙер үҙ һүҙендә торған, ныҡышмал, көслө, үҙенә яуаплылыҡ ала алған ир-егеттәр ҙә һирәк. Бына ошо халыҡ тәрбиәһе юғалғанға ул. Беренсенән, баланың холҡон тәрбиәләй торған милли уйындар онотолған, икенсенән, аттарыбыҙ юҡ. Тамырҙарыбыҙға төшөп тергеҙмәһәк, беҙҙең халҡыбыҙ бөләсәк. Әгәр ҙә һәр ауылда 500 йылҡы малы булһа, ирҙәр Себергә китмәҫ ине. 500 йылҡың булһа, һиңә кредит та кәрәкмәй - матди байлыҡ бит ул. Райондың 20 ауылында 10 мең ат буласаҡ ул саҡта. Башҡорт аты талымһыҙ, үҙенә үҙе ризыҡ таба. Борон ихтилалдарҙан һуң карателдәр аттарҙы йыйып алып китә торған, 20 йылдан һуң йәш быуын ир-егеттәре яңынан үрсегән аттарҙа тағы ла яуға күтәрелә торған. Йылҡысылыҡ башлыса ҡымыҙ һәм ит етештереү йүнәлешендә үҫешә. Әлеге мәлдә ярыштар өсөн бер районда 10 ат табыуы ауыр. Бер шулай Подымалово эргәһендә өйөр күреп, күнекмәләр өсөн урын булыр, тигән ниәттән һөйләшергә барғайным. Көтөүсе йылҡы көтөүен машина менән көтөп йөрөй, өйрәтелгән аттар юҡ хәҙер. Өйрәтә белмәйҙәр, эйәрҙәре, йүгәндәре, сыбыртҡылары юҡ. Кейеҙ ағас тирмәләрҙе металдан ҡоролған брезент тирмәләр алыштырҙы. Бар этноспорт һабантуйҙа ғына. Уларында ла йышыраҡ волейбол, футбол уйнайҙар, ярай әле көрәш һаҡланып килә. Ҡороҡсо тигән һөнәр бейеүҙә генә тороп ҡалды беҙҙә! Ҡаҙаҡтарҙа бер уйын бар. Кәртәләнгән ергә 13-15 тайҙы индерәләр ҙә, 2-3 егет эйәрһеҙ, йүгәнһеҙ ошо тайға атланып, мөмкин тиклем оҙағыраҡ һыбай атта ҡалырға тейеш. Егетлеккә һынау был. Беҙҙә лә булған элек ҡороҡсолар. Ҡаҙаҡтар менән һөйләшәм, 47 һыбай милли спорт төрө бар, тиҙәр. Эстән генә һанайым, беҙҙә нимәләр бар икән: бәйге, ҡыҙ ҡыуыу, ылаҡ, һыбай уҡтан атыу, ярыш. Тағы 42-һе ҡайҙа? Ә беҙ бит боронғо халыҡ, беҙҙә улар тағы ла күберәк булыуы ихтимал.
Былар тураһында күп һөйләргә була. Бөгөн, Яңы йылға аяҡ баҫырға торғанда, мин халҡыбыҙҙы ошо хаҡта ла уйланырға саҡырам. Башҡа төрки телле халыҡтар араһында оят булмаһын өсөн генә түгел, ә башҡорттоң боронғо уйындары аша балаларыбыҙҙы, тимәк, милләтебеҙҙең тотҡаһы - ир-егеттәребеҙҙе тәрбиәләү өсөн дә кәрәк был.

Юлай ҒӘЛИУЛЛИН,
"Мәргән уҡсы" клубы етәксеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.18 | Ҡаралған: 1122

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru