«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙРАМҒА ӘҘЕРБЕҘ!
+  - 

Өфө - ҡунаҡсыл ҡала. Ҡышҡы каникулдарҙа ял итеү һәм күңел асыу өсөн тап баш ҡалабыҙҙы һайлаусылар һис яңылышмаясаҡ. Рәсәй туристары ла ҡалабыҙҙың был йәһәттән булған мөмкинлектәрен юғары баһалай. Өфө әлегә Санкт-Петербург һәм Екатеринбургтан ҡала өсөнсө урында тора. Баш ҡала хеҙмәттәре Яңы йыл байрамына һәм ҡышҡы каникулдарға әҙер - был аҙналағы ҡала округы хикимиәтендәге кәңәшмәлә лә һүҙ ошо хаҡта барҙы.

Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа ҡунаҡтарҙы йылы сәй һәм милли ризыҡтар менән тәьмин итеүгә иғтибар итергә саҡырҙы. Ҡала хакимиәтенең Эшҡыуарлыҡ, ҡулланыусылар баҙары һәм туризм идаралығы етәксеһе Луиза Макшукова билдәләүенсә, әлеге мәлдә ҡулланыусылар баҙары һәм туризмдың бөтөн предприятиелары ла Яңы йыл байрамына әҙерлек алып бара. Ҡаланы байрамса биҙәү ҙә байрам кәйефе булдырыуҙа мөһим урын алып тора. Байрам ҡунағы - шыршыны махсус баҙарҙарҙа һатып алырға мөмкин. Ҡала территорияһында 71 шыршы баҙары булдырылған, уларҙың барыһы ла 31 декабргә тиклем эшләйәсәк. Шуныһы ла бар: һуңғы йылдарҙа кешеләр урман һылыуҡайына ҡарағанда сауҙа үҙәктәренең бараһында ла һатылған яһалма шыршыға өҫтөнлөк бирә. Бәләкәй генә ҡыуаныс өсөн урмандан шыршы киҫеп алыуҙың кире яҡтарын аңлай башланыҡ, шикелле.
Әүҙем ял итергә теләүселәр ҡала эсендә генә саңғыла, конькиҙа шыуа ала. Әйткәндәй, Өфө Рәсәйҙә ике тәбиғи тау саңғыһы үҙәге булған берҙән-бер мегаполис. "Олимпик парк" та, "Аҡ йорт" та Европа хәүефһеҙлеге нормалары буйынса төҙөлгән төрлө кимәлдәге трассалары менән айырылып тора. Ҡыҫҡаһы, саңғыға саҡ баҫҡандарҙың да, үҙен профессионал тип иҫәпләгәндәрҙең дә күңеле буласаҡ. Өфө аквапаркы ла онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итәсәк.
Ғөмүмән, Яңы йыл - ул бала саҡ байрамы. Каникулда Өфөнө күрергә килеүсе уҡыусылар өсөн махсус программалар ҙа әҙер. Был программаға театр тамашаһы ла, музейҙар ҙа, экскурсиялар ҙа, лимонарий ҙа һ.б ингән. "TERRA ZIMA" фестивале лә ҡунаҡтарҙы үҙ ҡорона көтә. Ул Ҡунаҡһарайҙа 4 көн барасаҡ. Хакимиәттең Мәғариф идаралығы ла мәҙәни һәм спорт саралары әҙерләгән. Идаралыҡ етәксеһе Елена Хаффазова билдәләүенсә, экскурсиялар, спорт сараларынан тыш, уҡыусылар белемдәрен камиллаштырыу мөмкинлегенә эйә. Мәҫәлән, "Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте" сиктәрендә лидерҙар йыйылышы ла буласаҡ, "Хәүефһеҙлек мәктәбе" йәмәғәт ойошмаһы ҡаланың 200 уҡыусыһы өсөн квестар үткәрәсәк. 1000 һәләтле бала үҙенең проектын яҡлаясаҡ. Был сараларҙан һуң ғинуар аҙағында "Ғилем һәм ижад" ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Өлкән класс уҡыусылары волонтерҙар менән берлектә "Изгелек эшлә" хәйриә проектында ҡатнашасаҡ. Ҡышҡы каникулдар осоронда "социаль хәүеф" төркөмөндәге уҡыусылар төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә аласаҡ. 200 бала һәм үҫмер балалар санаторийҙарында сәләмәтлеген нығытасаҡ.
Ҡаланың өлкән йәштәге граждандары ла әүҙем тормош менән йәшәй. Был турала Ҡала ветерандар советы рәйесе Ришат Фәйзрахманов һөйләне. Ришат Шәрип улы әйтеүенсә, улар йәштәрҙең патриотик тәрбиәһенә лә ҙур иғтибар бүлә. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа ла советтың өлөшө ҙур. "Оло йәштәге матурлыҡ подиумы", "Көмөш Өфө" кеүек матурлыҡ конкурстарынан башлап, туристик слеттар, спорт ярыштары - ветерандарҙың өлгөрмәгән ере юҡ. 80 йәштән өлкән абруйлы ветерандарҙан аҡһаҡалдар ҡоро ла төҙөлгән. Өлфәт Мансур улы был йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеген дә ыңғай баһаланы.

Ләйсән ДАЯНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.18 | Ҡаралған: 626

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru