«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ ЙЫЛ ­ ЯҘҒЫ ЙОЛА ЙӘКИ ЯҢЫ ЙЫЛЫ МЕНӘН, ТУҒАНДАР!
+  - 



Яңы йылды ҡаршылау - бөгөнгә тиклем килеп еткән иң боронғо ритуалдарҙың береһе, шуға күрә уны кешелектең тарихи байрамдары рәтенә индереп була. Был байрам нисек барлыҡҡа килгән һуң?

Бының өсөн боронғо ҡәүемдәрҙең ваҡыт төшөнсәһен аңлай башлауы тәү шарт булып торған. Билдәле булыуынса, боронғо кешеләр аңында ваҡыт төшөнсәһе миҙгелдәр алышыныуы, тәбиғәттә йыл һайын ҡабатланып торған үҙгәрештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә формалашҡан. Аңдары үҫешә барған кешеләр үткән ваҡытты иҫәпләү өсөн бик ҡулай булған үлсәм - йыл төшөнсәһен булдыра. Архаик замандарҙа һәр яңы йыл ерҙәге барса тереклектең яңырыу осоро - яҙ миҙгеле етеү менән башланған, һәм был мәңгелек күктең, тәбиғәттең кисектергеһеҙ ҡануны рәүешендә ҡабул ителгән. Кешеләр аңында яҙ башы - яңы йыл башы - яҙғы ерҙең сираттағы йәнләнеше, яңырышы рәүешендә сағылыш тапҡан. Тап шуның өсөн дә боронғо халыҡтар яңы йыл башын март айында байрам иткән.
Иң боронғо яҙма сығанаҡтарҙан булған Муса бәйғәмбәр закондарында (б.э. тиклем 2 мең йыл әүәл) Яңы йылды "авив" (башаҡ) айынан һанай башлау тураһында әйтелә, был март-апрель тирәләренә тура килә. Төркиҙәрҙә Яңы йылды яҙ килеү менән байрам итеү йолаһы хәҙергә тиклем һаҡланып ҡалып, Наурыҙ исемен йөрөтә. Моғайын, төркисә "навруз" һүҙе яҡынса "нав арз"дан алынып, "яңы дөгө", "яңы ризыҡ" ("арз" - ғәрәпсә дөгөнө, йәғни ер ризығын белдерә) мәғәнәһендә ҡулланылған. Әйткәндәй, беҙҙең "Иҫке ауыҙға - яңы аш", тигән әйтемебеҙ ҙә бик боронғонан ҡалғанға оҡшай, яҙ көнө - үлән-фәлән, йәйен еләк-емеште ауыҙ иткәндә шулай тибеҙ бит.
Әйтегеҙ әле, боронғо кеше яҙ килеү менән нимәгә шатланырға тейеш? Әлбиттә, ҡояшҡа, йылыға. Тимәк, Наурыҙ байрамында ата-бабаларыбыҙ бер-береһен яңы Ҡояш, яңы Ырыҫ, яңы Ҡот (русса: новый Год) һәм, әлбиттә, яңы Йылы менән ҡотлаған-тәбрикләгән. Тарих төпкөлөндә тәүге арийҙар булып танылған башғарт ҡанбабаларыбыҙға ҡан-ҡәрҙәш остготтарҙың илаһы ла юҡҡа ғына Гот тип аталмағандыр ул.
Яңы йылдың яҙ байрамы булыуҙан туҡтауы Рим императоры Юлий Цезарь менән бәйле. Б.э. тиклем 45 йылда ул хәҙер юлиан календары тип аталған йыл иҫәпләү системаһын индерә. Тап шул ваҡыттан башлап Рим империяһында "календарь" байрамы, йәғни Яңы йыл 1 ғинуарҙа билдәләнә башлай. "Ғинуар" атамаһы римлылар табынған ике йөҙлө илаһ Янустың исеменән алынған: уның йөҙөнөң бер яғы уҙған йылға ҡараһа, икенсеһе алдағы йылға төбәлгән була. Яңы йылда бер-береңде ҡотлап, бүләктәр биреү ҙә бик боронғо күренеш икән. Шул уҡ Рим граждандары бер-береһенә Яңы йылда Янус илаһтың һүрәте төшөрөлгән тимер аҡсалар, башҡа бүләктәр тапшырған. Яңы йыл төнөндә ҡолдар хужалары менән бергә күңел асҡан, ашаған-эскән. Ә иң ҡиммәтле бүләктәр императорға тәғәйенләнгән. Император Калигула Яңы йылдың тәүге көнөндә үҙ һарайы алдындағы майҙанда римлыларҙан бүләктәр ҡабул иткән, кемдең ниндәй бүләк килтергәне махсус исемлеккә теркәп ҡуйылған.
Боронғо Вавилонда Яңы йыл ҡаршылау алдынан батша үҙенең ярандары менән ҡаланы ташлап сығып китер булған: йәнәһе, минән башҡа ни ҡылһағыҙ ҙа, үҙ иркегеҙҙә. Халыҡ танһығы ҡанғансы күңел асҡан, бер кемде бер ниндәй ғәмәлдән тыйыусы булмаған. Бер нисә көндән батша кире ҡайтҡас, ҡәҙимге тормош башланған.
Урта быуаттарҙа Англияла ла Яңы йыл 1 мартта байрам ителгән. 1752 йылдың Яңы йыл башын 1 марттан түгел, ә 1 ғинуарҙан башлап иҫәпләү тураһында Англия парламенты махсус ҡарар ҡабул иткәс, ҡатын-ҡыҙҙар зыҡ ҡупҡан. Бер төркөм ҡатын-ҡыҙ парламент спикерына килеп, парламенттың ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер юлы бер нисә тиҫтә көнгә ҡартайтырға хоҡуғы юҡ, тип белдергән. Спикер ҙа аптырап ҡалмаған: "Һеҙҙең әйткәнегеҙ бер ни ҙә түгел, бары ҡатын-ҡыҙ логикаһының классик өлгөһө генә", - тип яуаплаған, имеш. Ул замандарҙан инглиз телендә "pin money" (булавка өсөн аҡса) тигән термин тороп ҡалған, сөнки Яңы йылда ирҙәр тарафынан бүләк ителгән булавка ҡатын-ҡыҙ өсөн бик шәп бүләк, тип иҫәпләнгән. Ә Англия королеваһы Елизавета I үҙенә һәр Яңы йылда бүләк ителгән, ҡиммәтле аҫылташтар менән биҙәлгән сигеүле бирсәткәләрҙән тотош бер коллекция туплаған.
Рәсәйҙә шулай уҡ төрлө дәүерҙәрҙә йыл хисабын алып барыу һәм Яңы йыл башын билдәләү төрлөсә булған. Боронғо Русь дәүләтендә Яңы йыл, башҡа халыҡтарҙағы кеүек, 1 марттан башланған, ә йыл иҫәбе донъя яратылған ваҡыттан башлап алып барылған. XIV быуатта Мәскәү сиркәү соборы, грек календарына ярашлы, Яңы йыл башын 1 сентябргә күсерергә ҡарар итһә лә, был ҡарар бөйөк кенәз Иоанн Васильевич Өсөнсөнөң ҡәтғи талабы буйынса 1492 йылдан ғына сиркәү һәм граждандар йылын иҫәпләүгә нигеҙ булып китә. 1 сентябрь бер үк ваҡытта яһаҡ, пошлиналар һәм башҡа түләүҙәрҙе ҡабул итеү көнө, тип һанала. Был көндә батша Кремлгә килгән, унда сиркәүҙең юғары вазифалы руханиҙары менән тантаналы сараларҙа ҡатнашҡан, бында килгән һәр кем батшаға яҡлау һәм ғәҙеллек һорап мөрәжәғәт итә алған. Рәсәйҙә 1 сентябрҙә Яңы йылды ҡаршылау һуңғы тапҡыр 1698 йылда булған. 1699 йылда Европала оҙайлы сәйәхәттә йөрөп ҡайтҡан Петр I йыл башын 1 ғинуарҙан башлап иҫәпләүҙе, йыл хисабын донъя башынан түгел, Христос тыуғандан алып барыуҙы талап иткән указ ҡабул итә. "Рәсәйҙә Яңы йылды төрлөсә иҫәпләү булғанлыҡтан, ошо числонан кешеләрҙең башын ҡатырыуҙы туҡтатырға һәм бар ерҙә лә Яңы йылды 1 ғинуарҙан алып иҫәпләй башларға. Ошо изге башланғыс һәм күңел асыу хөрмәтенә бер-береңде, эштә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләп, Яңы йыл менән ҡотларға. Яңы йыл хөрмәтенә шыршылар ҡуйырға, балаларға уйындар ҡорорға, тауҙан санала шыуыу ойошторорға. Ә ололарға эскелек һәм танау емереү менән булмаҫҡа - бының өсөн башҡа көндәр ҙә етерлек", тиелә батша указында. Эйе, Петр батшаның был талаптарын беҙ бөгөн дә еренә еткереп үтәһәк, оҙайлы Яңы йыл байрамыбыҙ күңелле һәм ипле генә үтер ҙә китер ине...

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.18 | Ҡаралған: 754

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru