«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР-ЕГЕТТӘРЕБЕҘ ШУНДАЙ КӨСКӘ ЭЙӘ!
+  - 

"Мин ауылым һәм ауылдаштарым хаҡында маҡтап һәм һоҡланып һөйләргә теләйем. Уларҙың шундай сәм һәм ғәм менән лайыҡлы йәшәргә, эскелектән ҡотолорға, йәш быуынды матур тәрбиәләп үҫтерергә ынтылыуын күрһәткем килә", - тине ауылында башҡарылған күп кенә мәртәбәле эштәр хаҡында фотоһүрәтләмәләр алып килгән Азат Хамматов.

Ауылдарҙа һуңғы йылдарҙа халыҡ ыңғай яҡҡа әүҙемләшә. Һәр ваҡыт хөкүмәттән көтөп, хужаларҙы әрләп, сәйәсәтте ғәйепләп, бахыр булып, хәйерселеккә төкәлеп киткәйне бит тыуған бишектәребеҙ. Бигерәк тә эскелек сәскә атҡайны. Әммә бындай көн беҙҙең булмыш та, йәшәү рәүеше лә, күңелебеҙ теләгән яҙмыш та түгел. Тап бына ошоно аңлағанға һәм тойғанға ла төшөнкөлөккә бирелгәндер күптәр. Бәхеткә күрә, бәлки, тәҡдир ҡушыуы буйынсалыр, халыҡты был моңһоҙлоҡтан уятып ебәрер хәл-ваҡиғалар булып тора. Күптән түгелге "Темәс ваҡиғаһы"н да ир-егеттәребеҙҙе сәмләндереп, ҡуҙғытып ебәргән бер этәргес көс тип ҡабул итергә була. Шул ваҡиғанан һуң Баймаҡтың, башҡа күп райондарҙың ир-егеттәре йыйылып, милләт алдына килеп баҫҡан ҡаршылыҡтарҙы ашатлауҙың ысулдарын ҡарай, барлай, кәңәшләшә башланы. Ауыл-райондарҙың ғына түгел, тотош республика уҙамандары ҡалҡып баҫты. Ир-егеттәр ҡорҙары тупланды. Улар бергәләшеп эскелеккә, аҙғынлыҡҡа, эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш асты.
Баймаҡ районының Байыш ауылындағы ошо тәжрибә тураһында һөйләне беҙгә был юлы редакциябыҙға килгән Азат Хамматов. Был ауылда ла ирҙәр иң тәүге эштәрҙе ябайҙан, эргә-тирәнән генә башлай. Өмәгә сыға улар. Һәм ысынлап мөғжизә ярала. Бығаса яҡшылап аралашмаған да ауылдаштар дөйөм, берҙәм хеҙмәттә һөйләшә, бер-береһенә асыла төшә. Беренсе өмәлә кәртә арттарынан ғына ҡарап торғандар ҙа, иҫереп сығып буталанып йөрөгәндәр ҙә, икенсе өмәләрҙә иң беренселәрҙән йөрөй. "Халыҡты әрләргә, хурларға ярамай, - ти Азат, - улар бит ағайҙар, уҙамандар. Уларҙы, киреһенсә, күтәрмәләргә, ошонда, ошо йәшәгән урындарында кәрәклектәрен, мөһимлектәрен күрһәтергә кәрәк. Һәр икенсеһе һөнәрле, һәр икенсеһенең ҡулы оҫта ауылдаштарҙың, бары бер аҙ юғалып ҡына ҡалғандар. Беҙ бер-беребеҙгә тап ошо ҡырҡыу мәлдә ярҙам итергә тейешбеҙ..."
Байышта ир-егеттәр тик үҙ көстәре менән генә егерме биш йыл ремонт күрмәгән клубты сынъяһау итеп ҡуйғандар. Интернет селтәрҙәрендәге ауылдаштар чатына ауылдың ситтә эшләгән һәм йәшәгәндәре лә ҡушылып, кемдәрҙер аҡса ебәреп, кемдәрҙер материалдар биреп, кемдәрҙер ҡул көсө менән мәҙәниәт йортон Яңы йыл байрамына яңыртып ултыртҡандар. Әле ауыл балалары өсөн "Ҡышҡы ҡала" төҙөп яталар. Шыршыны ла урмандан ҡырҡып ҡына килтермәгәндәр. Оҫталар уның каркасын тимерҙән иретеп йәбештереп, бейек итеп ҡорған. Ҡарҙы шәхси тракторҙары менән ҡырҙан барып йыйып алғандар. Шыуыу өсөн тауҙы ла биш метрлыҡ бейеклеккә күтәргәндәр. Егеттәр сәмләнеп, "Булғас-булғас, Сибайҙыҡынан да текәрәк булһын", тигәндәр. Катокты ла бер-нисә көн һыу һибеп туңдырып, ситтәрен күлдән ҡырҡып сығарылған боҙ кәртәләр менән көпләп сыҡҡандар. "Ауылса" ғына булмаһын, ҡаланыҡынан да шәп булһын, тип тырышҡан байыштар. Ир-егеттәр эскелеккә ҡаршы көрәшеүгә лә тотош бер ысул төҙөп алғандар. Мәҫәлән, спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәрҙең был бысраҡ кәсепкә ниндәй сәбәптән тотоноуын асыҡлайҙар башта. Унан яйлап һөйләшеү, аңлашыу алымдары аша тәрбиәүи сараларға тотоналар. Кеше насар ҙа түгел, боҙоҡ та түгел, уны аңһыҙлыҡ һәм нужа шулай яман юлдарға этәрә, тигән фекерҙә улар. Бөгөн эскәндәрҙе берәүҙәр шефлыҡҡа алған, икенселәр ярҙам итә, өсөнсөләр уларҙы ҡыҙыҡлыраҡ шөғөлдәргә әйҙәргә итә.
Байышта ауыл хакимиәте менән мәсет тә әүҙем. Мәсет ҡайһы бер ауылдарҙағылай "Беҙҙе шәриғәт тыя" тип кенә ултырмай, бар эштәрҙең дә уртаһында ҡайнай, башлап йөрөй. Һәр йыйындан һуң ир-егеттәр мәсеткә инеп, намаҙ ҡыла. Хатта бығаса Аллаһ йортоноң тупһаһын ашатламағандар ҙа башҡаларға ҡушылып килеп ингән. Был хәтлем ир-уҙамандарҙы ауыл мәсете үҙ ғүмерендә әлегәсә күрмәгән дә булғандыр. Әле Яңы йыл байрамына балалар өсөн үткәрелгән сараларҙы ла мәсет ойоштора икән. Улар өсөн был күтәрелеш осоронда "байрам мәғәнәһе" түгел, ә йәш быуындың насар ғәҙәттәрһеҙ уйнап-көлөргә өйрәнеп, һөйөү-иғтибарға сорналып, рухлы һәм сәләмәт булып үҫеп етеүе мөһимерәк. Байыштар республикабыҙ ауылдары араһында барған төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Ҡышҡы ҡаласыҡтарын да улар конкурсҡа ҡуйған һәм уңыш йылмайып, еңеү яулағанда, призға биреләсәк аҡсаға ауыл урамдарына яҡтылыҡ үткәрергә ине, тип хыялланалар. Беҙ уларға уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ.
Был миҫалда республикабыҙҙың бер ауылы ғына һүрәтләнә. Әгәр һәр ауыл шундай йәшәү рәүешенә күсһә, нисек булыр ине икән тип уйлап ҡарағыҙ әле. Бер өс-биш йылда ауылдарҙа эскән кеше лә ҡалмаҫ ине. Эсмәгән халыҡта маҡсат һәм сәм уяныр ҙа, ул үҙен ерендә лә, ғаиләһендә лә хужа итеп тойор ине. Ул ҡыйыуыраҡ, ғорурыраҡ, азатыраҡ булыр ине. Тағы ла әллә күпме "булыр"ҙар булыр ине. Бына бит, ниндәй көскә эйә беҙҙең ир-егеттәр! Ә беҙ уларҙың көсөн баһалай беләйек.

Миләүшә СӘЙҒӘФӘРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.18 | Ҡаралған: 636

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru