«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИНГЛИЗДӘР МАҠТАҒАН ҠОРАЛЫБЫҘ...
+  - 



2000 йылдарҙа тыуған көнөмә рус телендә сыҡҡан Британия ҡоралдары энциклопедияһын бүләк иткәйнеләр. Башҡорт хәрби уҡ-яны (уҡ-йәйә) тураһында яҙылған битен асып тороп тапшырҙылар. Был мәҡәләлә башҡорт уҡ-яны донъялағы иң шәбе тиелгәйне!

Мин, әлбиттә, хайран ҡалдым. Сөнки инглиздәрҙең Лонгбоу тип аталған оҙон яны ла бөтөн донъяға билдәле. Башҡаларҙы маҡтап бармай торған һауалы инглиздәрҙең күрмәгән-белмәгән башҡорттарҙың ҡоралын улай маҡтап яҙыуы ҡыҙыҡ тойолдо. Бөгөн традицион яндан атыу спорты яңыртыла һәм ул хаҡтағы мәғлүмәттәр ҙә бөртөкләп тигәндәй йыйыла. Үкенескә, беҙ был өлкәләге белемебеҙҙе юғалтып өлгөргәнбеҙ икән. Баҡтиһәң, һыбайлы башҡорттоң уҡ-яны европалыларҙыҡынан айырылған. Мәҫәлән, уҡ һул яҡтан түгел, ә уңдан һалынған. Былай һалғанда тиҙлек яҡшыра. Уҡты ла һуҡ һәм урта бармаҡ урынына баш бармаҡ менән тотҡандар. Был ваҡытта кереш уҡты янға ҡуша ҡыҫҡан.
Ян үҙе бик ҡатмарлы булып, бер нисә ағас төрөнән яһалған. Уртаһы бер төрлө, ос яғы икенсе, тышҡы яғы өсөнсө төрлө материалдан ҡоршалған. Бөтөн был ҡушылмалар шундай тығыҙ, тыңҡылдап торған ағас төҫөнә индерелгән. Уҡтың башы, сисеп алырлыҡ итеп, хайуандарҙың мөгөҙ осонан яһалған. Уҡ баштары йыш һынған, шуға ла уларҙы тулайым ташламау өсөн, баштарын ғына айырым алыштырырлыҡ ысул уйлап тапҡандар. Сөнки бында уҡтың ағас өлөшө ҡиммәткә төшкән. Ғөмүмән, яу янын эшләүгә өс йылға тиклем ваҡыт киткән. Янға яраҡлы ағастарҙы махсус шарттарҙа киптергәндәр. Ошондай бер ян 5-6 ат хаҡы торған. Хатта бөгөнгө көндә лә улай уҡ осһоҙ булмаҫ, 360 мең тирәһе торор ине. Һәр хәлдә, уҡсылар ярлы йәшәмәгән. Башҡорт уҡсылары иң яҡшыһы булыуының бер дәлиле булып Көньяҡ Уралда уҡ-ян яһау өсөн материалдарҙың етерлек булыуы ла тора. Арыраҡ, мәҫәлән, ҡаҙаҡ далаларына ҡарай, ағас булмау сәбәпле, был ҡорал тағы ла ҡиммәтләнә төшә. Һәм, әлбиттә, бөтөн был күренештәр ҡорал мәҙәниәтенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Ҡалмыҡтар, ҡаҙаҡтар, монголдар ҙа шәп уҡсылар иҫәпләнә. Әммә интернетта һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа уларҙың беҙҙең яҡҡа яу сапҡанда тап шул яндар артынан килгәне лә яҙыла. Тимәк, улар өсөн башҡорт яндары икеләтә ҡиммәт хаҡ менән табылған.
Бер оҫталыҡ та тиҙ генә килмәй. Һәр халыҡ тарихында ул быуаттар буйына туплана. Бына, мәҫәлән, әрмәндәр төҙөүсе булараҡ танылған. Улар борон-борондан таштан йорттар, һарайҙар төҙөгән һәм был һөнәр уларҙа ҡандан күсә килә. Әзербайжандар емеш-еләк менән һатыу итеп өйрәнгән. Ә башҡорттар уҡ-ян яһай һәм ҡуллана белеүе менән данлы булған. Хатта Наполеон һуғышында ла улар һаман уҡ-яндар менән алышҡан. Ә бит мылтыҡ, һыҙмалар башҡорттарҙа ун алтынсы быуатта уҡ булған. Дары урынына Уралда табылған көкөрт һалып атҡандар. Әммә ул заман мылтыҡтары әле камил уҡ булмаған. Көбәгенән яһап тороу, ураған һайын таҙартыу, йөҙ метрҙан алыҫҡа ата алмау, ике-өс минутҡа бер атыу кеүек мәшәҡәттәр башҡорттарҙы хушһындырмаған. Ул һыбайлы булғанда яндан өс йөҙ метрҙан сәпкә тейҙерә алған. Шул уҡ ваҡытта бер минутта утыҙға тиклем уҡ осороп өлгөргән. Был осраҡта уларға уҡтарын мылтыҡҡа алыштырып тороу кәрәк булғанмы? Юҡ, әлбиттә. Башҡорттар яу уҡ-яндары менән бөтөн Европаны үтеп, Парижғаса барып етә, шуға ла беҙҙең халыҡтың традицион ҡоралына шундай оло баһа бирәлер. Минең фекеремсә, беҙҙең янды башҡаларҙан яҡшыраҡ әҙерләй белеүебеҙ тарих төпкөлдәренә китә. Әле беҙ милләт булып формалашмаған саҡта, R1b гаплогруппаһын йөрөтөүсе эрбиндәр (бөрйәндәрҙең ата-бабаһы), башҡорт этносын ғына түгел, ә Британия утрауҙарында йәшәгән халыҡты ла ойоштороусылар була. Юҡҡамы ни, инглиз (асылда - шотланд) уҡ-яны донъяла иң шәбе тип таныла. Бынан 5-6 мең йылдар әүәл, Арал алдында йәшәгән эрбиндәр, климат шарттары үҙгәреү сәбәпле, Көнбайышҡа юл ала. Көнбайыш Европаға барып етеп, унда тиҙ арала ир халҡын ҡырып бөтөрөп, хужа булып алалар. Бөгөнгө Испания, Португалия, Ирландия, Англия илдәрендәге халыҡтың ир-ат һыҙатының 70-80 проценты туранан-тура шуларҙан таралған быуындар булып тора.
Эрбиндәр малсылар була. Ул ваҡытҡа инде ат өйрәткән булалар. Был уларҙы дошмандары алдында бер башҡа үҫтереп ебәрә. Һыбайлы яугирҙар тиҙ хәрәкәт итә, йылҡының һөтө, ите аҙыҡ итеп ҡулланыла. Быларға өҫтәп, уларҙың уҡ-яны ла була. Көнбайыш Европала йәшәүсе ҡәбиләләр ҙә уҡ-ян менән таныш була. Кешелектең был ҡоралына 20 меңдән ашыу йыл бит. Әммә яндың яндан айырмаһы ла бар. Эрбиндәрҙең ҡатмарлы төҙөлөшлө яндары башҡаларҙыҡынан шәберәк булып сыға. Артабанғы бер нисә мең йыллыҡтарҙа улар башланғыс фенотиптарын да үҙгәртәләр, бер нисә ҡат телдәрен алыштыралар, әммә яу уҡ-янын яһау тәртибен һаҡлап ҡалалар. Беҙҙең көндәргә ул инглиз уғы Лонгбоу булып килеп еткән. Эрбиндәрҙең бер өлөшө Көнбайышҡа китмәй, Арал янында ҡала. Тағы ла бер нисә быуаттан улар Көньяҡ Уралға барып сығып, бөрйән башҡорттары тигән исем менән билдәле була. Тап бына ошо бөрйән башҡорттары әлеге яу уҡ-янын яһаусылар булып иҫәпләнә лә инде. Уларҙың был ҡоралы инглиз уҡ-яны менән бер төҙөлөштә булып килеп сыға.
Ҡыҙыҡ бер хәл, традицион уҡ-ян оҫтаһы, белорус мастеры Алексей Кряжев үҙенең һуңғы иң шәп янын башҡорт яны тип атай. Ул тап шулай атала ла - "Иң яҡшы башҡорт һунар яны". Презентацияһында ни өсөн былай атауын да аңлата. Бында ул янды "һунар яны" тип кенә яңылыша. Ә башҡорттарҙа һунар яны менән яу яны айырылған. Һунар ҡоралы - йәйә, яуҙыҡы - ян тип аталған. Белорус оҫтаһы яһаған ян - яу яны. Әммә был ғына яңылышлыҡ башҡорт янының әлеге заманда ла иң яҡшы яндарҙың береһе булып ҡалыуына йоғонто яһамай. Оҫтаның бындай иғтибарына һәм намыҫлы баһалай белеүенә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.

Артур ИҘЕЛБАЕВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.01.19 | Ҡаралған: 623

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru