«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШҠЫУАРЛЫҠТА ҮҘ УРЫНЫҢДЫ ТАБЫУ ТҮГЕЛ, УНДА НЫҒЫНЫУ МӨҺИМ
+  - 



Өфөнө һәм уның эргә-тирәһен генә алып ҡарағанда ла, төҙөлөштөң ниндәй йылдам темптар менән барыуын күрергә мөмкин. Торлаҡ төҙөү эштәре шулай әүҙем бара икән, тимәк, уны һатып алырға теләүселәр ҙә күп. Төҙөүсе компания һәм уның потенциаль клиенты араһындағы бәйләнеште, ғәҙәттә, халыҡ телендә риелтор, ә законға ярашлы әйткәндә, күсемһеҙ милек буйынса агент булдыра. Ә кем ул агент? Уны нисек һайларға? Торлаҡ һатып алғанда нисек алданмаҫҡа? Эшҡыуарлыҡҡа өйрәтеп буламы? Етеҙ тормош ритмынан нисек төшөп ҡалмаҫҡа? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты күсемһеҙ милек өлкәһендәге эшҡыуар Рим Наил улы ХӘСӘНОВ менән эҙләйбеҙ.

Әңгәмәбеҙҙе һеҙҙе эшҡыуарлыҡ өлкәһенә алып килгән юлдарҙы барлауҙан башлайыҡ...

- Һәр кеше тормош юлын үҙе һала. Ул юл ҡайһы тарафҡа алып бара, ғүмер ағышында ниндәй боролоштар яһай, юғарыға үрмәләйме, әллә, киреһенсә, аҫҡа тәгәрәйме - барыһы ла уның үҙенән тора. Шулай уҡ ҡасан хеҙмәт юлын башлау ҙа тик үҙебеҙҙең ихтыярҙа. Мин Мәләүез ҡалаһынан. Ундағы башҡорт гимназияһында, һуңынан Стәрлетамаҡтағы башҡорт-төрөк лицейында белем алдым. Өфө авиация техник университетының бер юлы төрлө факультеттарында уҡып, инженер һәм иҡтисадсы һөнәрҙәренә эйә булдым. Университеттың 2-се курсында күсемһеҙ милек буйынса агент булып эшләй башланым һәм уҡыуҙы тамамлағас та ошо өлкәлә ҡалдым.

Фатир һатырға йәки алырға теләүсегә уның кәрәклеген нисек дәлилләрһегеҙ?

- Күсемһеҙ милек баҙарының эше көндән-көн әүҙемләшә. Фатир һатыусылар ҙа, уны һатып алырға теләүселәр ҙә бик күп, сөнки быға тәьҫир итеүсе факторҙар, йәғни йәш һәм күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы күҙаллаған хөкүмәт программалары эшләүе, ипотека ставкаларының кәмеүе һәм башҡалар, бихисап. Ошо күптөрлөлөк араһында нисек үҙеңә яйлы шарттарҙы табырға, бөтә талаптарыңа тура килгән фатир йәки йортто нисек эҙләргә, уның "таҙалығын" нисек тикшерергә, ипотека юллап, ниндәй банкка мөрәжәғәт итергә, нисек мутлашыусылар ҡулына эләкмәҫкә, документтарҙы ни рәүешле дөрөҫ тултырырға - быларҙың барыһын да агент атҡарып сығырға ярҙам итә. Ҡыҫҡаса әйткәндә, агент фатир йәки йортто, ер биләмәһен, баҡсаны, ғөмүмән, күсемһеҙ милекте юғалтыуҙарһыҙ һәм ышаныслы юлдар менән һатырға йәки һатып алырға булышлыҡ итеүсе белгес. Шул уҡ ваҡытта уның эше клиенттарға фатир күрһәтеп йөрөүгә генә ҡайтып ҡалмай. Ул бик күп хоҡуҡи акт, закондарҙы белергә бурыслы. Шулай уҡ банк өлкәһендәге, илдәге, донъялағы иҡтисади хәл тураһында ла хәбәрҙар булырға тейеш.
Күсемһеҙ милекте һатыу - һатып алыу менән тәүге тапҡыр осрашҡандар, ғәҙәттә, агент кәрәклеген инҡар итә. "Аҡсам сығып бармай әле", "Үҙем дә осона сығам мин", тип, эште башлап та, аҙағына тиклем еткерә алмағандар һанап бөткөһөҙ. Күптәр бындай яуаплы һәм ҙур финанс менән бәйле аҙымды интернетта яҙылған кәңәштәргә таянып ҡына эшләп булмағанын ниндәйҙер күңелһеҙ осраҡҡа юлыҡҡас ҡына аңлай, ҡыҙғанысҡа күрә. Мутлашыусылар ҡулына эләгеп, фатирһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалыусылар торлаҡты һатҡан саҡта йәшерелгән, әммә һуңынан ҡалҡып сыҡҡан проблемаларын хәл итә алмайынса аптыранғандар агентҡа килә. Агенттар уларға законға ярашлы ярҙам итеү юлдарын эҙләй, хоҡуҡтарын яҡлап, судтарға йөрөй. Элегерәк халыҡ күсемһеҙ милек буйынса агенттарға әллә ни ыңғай ҡарашта булманы. Һуңғы ваҡытта ғына уларҙың эшмәкәрлеге ыңғай баһалана башланы. Әлеге көндә бөтә Рәсәй буйлап 500 меңдән ашыу агент эшләй. Әгәр ҙә уларҙың эшенә һорау артмаһа, был тиклем агент булмаҫ ине, сөнки тәҡдимде ихтыяж булдыра бит.

Күсемһеҙ милек буйынса агент һайлағанда нисек яңылышмаҫҡа?

- Фатир һатыу-алыу мәсьәләһен үҙен агент (риелтор) тип атаусы һәр кемгә ышанып тапшырыу аңһыҙлыҡ, әлбиттә. Профессиональ, ышаныслы агентты тик таныштар, дуҫтар, туғандар аша эҙләргә кәңәш итәм. Улар араһында ошо юлды үткән бер кеше булһа ла табыласаҡ. Уларҙың уңышлы атҡарып сығарылған килешеүе - агенттың юғары һөнәри кимәлен күрһәтә.
Хәҙер интернет селтәрендәге баһаламалар нигеҙендә фекер туплау йыш күренеш. Ләкин ул баһаларҙың күпселек өлөшө теге йәки был агентлыҡтың заказы буйынса яҙылыуы мөмкин. Шуға күрә, күҙгә ҡарап реаль баһалама биргән кешенең һүҙенә генә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Әгәр ҙә кәңәш бирерлек кеше табылмаһа, мөрәжәғәт итергә теләгән агентлыҡтағы эш мөхитенә иғтибар итеү ҙә күп нәмәгә күҙҙе аса. Үҙ эшенә яуаплы, етди ҡараған агентлыҡтарҙың стенаһында мотлаҡ рәүештә иң яҡшы агенттар тураһында фотоһүрәт менән тулы мәғлүмәт була, шулай уҡ клиенттарҙан уҙған айҙа, кварталда, йылда күпме килешеү эшләгәнлеге лә йәшерелмәй. Тағы ла бер бүлмә генә биләп эшләп ултырыусы агентлыҡтарҙың да эшмәкәрлеге шик тыуҙырмайынса ҡалмаҫҡа тейеш. Етди компанияның, ғәҙәттә, штаты ҙур була.

Фатир һатып алып та, йорттоң төҙөлөп бөткәнен көтөп ала алмаған алданыусылар күп. Уларҙың хатаһын нисек ҡабатламаҫҡа?

- Ундай кешеләр үҙҙәренең аңһыҙлығы арҡаһында ошондай хәлгә тарый. Күптәр осһоҙ хаҡҡа ҡыҙығып алдана. Ошо уҡ районда тәҡдим ителгән башҡа фатирҙарға ҡарағанда, сағыштырмаса ныҡ арзан тәҡдим иткән төҙөүсе компаниянан баш баҫып ҡасырға кәрәк. Бындай аҙым мутлашыусыларҙың иң яратҡан алымы. Күсемһеҙ милек өлкәһендә эшләүсе профессиональ төҙөлөш майҙанындағы эштәрҙе бер-ике йылға алдан күрә. Шуға күрә беҙҙең халыҡ бындай яуаплы аҙымды эшләр алдынан ошо өлкәне яҡшы белгән белгес менән кәңәшләшеү мөһим икәнлеген аңлай башлағас ҡына, алданыуҙар кәмейәсәк. Хата эшләү өсөн күп кәрәкмәй, ә уның эҙемтәләрен бөтөрөү үтә лә ҡыйбатҡа төшәсәк икәнен һәр саҡ иҫтә тотоғоҙ.

Клиенттарығыҙҙың социаль портретын һүрәтләгеҙ әле? Һеҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙән сығып һүҙ йөрөткәндә, фатир һатып алырға теләүселәр күпме, әллә һатырға тырышҡандармы?

- Йәш буйынса ҡарағанда, 21 йәштән алып 55 йәшкә тиклемгеләр иң күп процентты тәшкил итә. Ҡатын-ҡыҙҙар күп килә. Фатир һайлауҙа ла күберәген ҡатын-ҡыҙҙар "етәкселек" итә, ирҙәре баш ҡағып, эргәләрендә генә тора. Ниндәй банк менән хеҙмәттәшлек итеүҙе лә гүзәл заттар хәл итә.
Фатирҙарын һатырға ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итеүселәр айырыуса күп. Тәү ҡарашҡа, интернет селтәрендәге әллә күпме махсус сайтҡа иғлан ҡуйып ебәрәһең дә, бер ыҙаһыҙ һатып та ҡуяһың кеүек. Ләкин ысынбарлыҡта хәл бөтөнләй икенсе. Айҙар, хатта йылдар дауамында торлаҡтарын һата алмағандар бихисап. Шуның өсөн дөрөҫ иғлан төҙөп һатыу процесы өҫтөндә эшләү кәрәк. Мин бушҡа ғына "дөрөҫ иғлан", тип әйтмәнем, сөнки тәҡдим ителгән фатир тураһындағы мәғлүмәтте һатып алыусыға аныҡ, тулы, уны ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп, мотлаҡ фотоһүрәттәр менән тулыландырып биргәндә генә ул "эшләй". Фотоһүрәттәрҙе лә матур ракурстар һайлап төшөрә белеү үҙ файҙаһын бирә. Фатир һатып алырға теләүселәр ҙә арта. Бөгөнгө көндә күптәр торлаҡ шарттарын ипотека кредиты ярҙамында хәл итә йәки уны яҡшырта. Тик ипотека юллауҙы ҡайҙан, ни рәүешле башларға, ниндәй документтар кәрәклеген күптәр белмәй. Әлбиттә, банктарҙың сайтында ипотекаға ҡағылышлы бөтә мәғлүмәт тә бирелгән, ләкин улар рәсми, ҡоро тел менән яҙылған һәм бөтә нескәлектәре лә күрһәтелмәгән. Шуға күрә, банкка үҙаллы ипотека юлларға барыусылар әллә күпме кәртәгә осрап, кәрәкле документтар артынан сабып хәле бөтөп, ҡул һелтәп ҡуйырға ла мөмкин.

Эшҡыуарлыҡ - һәләтме әллә өйрәнергә мөмкин булған һөнәрме?

- Эшҡыуарлыҡ - ул талант. Һәр кем эшҡыуар була алмай. Әгәр ҙә тәбиғәт тарафынан ниндәйҙер башланғыс һалынмаған икән, төрлө тренингтарға йөрөп, китап уҡып йәки билдәле бизнесмендарҙың кәңәштәрен тыңлап ҡына уңышлы эшҡыуар булыуы мөмкин түгел. Бына, мәҫәлән, журналистарҙы алайыҡ. Шулай уҡ тәбиғи һәләте булмаған кешене ошо йүнәлештә белем биргән донъяның иң яҡшы уҡыу йортонда йылдар дауамында уҡыт, әммә унан яҡшы журналист сыҡмаясаҡ. Бейеүсе, йырсы, артист, рәссам һәм башҡа ошондай ижади һөнәрҙәрҙең нигеҙе, тағы берҙе билдәләп үтәм, тыумыштан килгән һәләт. Шуға күрә, эшҡыуарлыҡты ла, ниндәйҙер кимәлдә, ижади һөнәрҙәр рәтенә индерергә була. Бөгөн эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен мәктәптә үк бирә башларға кәрәк, тигән фекерҙе хуплайым. Бындай дәрестәр тотош бер класҡа эшҡыуарлыҡҡа килергә юл асмаһа ла, кемгәлер үҙенең һөнәри булмышын аңларға ярҙам итергә мөмкин. Әгәр ҙә эшҡыуарлыҡ буйынса дәрестәр урын-еренә еткерелеп, был өлкәнең бөтә нескәлеген күҙ уңында тотоп үткәрелһә, балаларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ миҫалдар менән байытылһа, әлеге тәҡдимдең файҙаһы буласағына шигем юҡ. Ләкин ул белем уҡытыусы тарафынан түгел, ә ошо өлкәлә эшләгән кешенән килергә тейеш.

Конкуренцияға ниндәй ҡараштаһығыҙ?

- Конкуренция булырға тейеш. Ул эшҡыуарға бер урында тапанмаҫҡа, замандан артта ҡалмаҫҡа этәргес көс бирә. Арыҫланды аяҡтары ашата. Беҙҙе лә шулай. Креслоға сумып, ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйып ултырыуҙан эштәр ырамай ул. Эшҡыуарлыҡта үҙ урыныңды табыу ғына түгел, иң мөһиме, унда нығыныу. Ә бының өсөн йүгерергә, барыһына ла өлгөрөргә, актив, һәр яңылыҡҡа асыҡ булырға, уҡырға, тормош талаптарына ҡулайлашып йәшәргә һәм эшләргә өйрәнергә кәрәк.

Һеҙ ниндәй етәксе? Ниндәй сифаттарығыҙ һеҙгә ярҙам итә һәм, киреһенсә, ҡамасаулай?

- Агентлыҡ етәксеһе булараҡ, уның сифатлы эшләүенә, яйға һалынған булыуына мин яуаплы. Үҙ эшемде яратыуым эшмәкәрлекте уңышлы алып барырға ярҙам итә. Мин үҙ урынымдамын, тип ышаныслы әйтә алам. Һәйбәт етәксе - ул ғәҙел етәксе. Ә ғәҙел булыр өсөн ҡайһы саҡта ҡаты булырға кәрәк. Мин иһә ҡул аҫтымда эшләгәндәргә яза бирергә кәрәккәндә уларҙы йәлләй башлайым. Эштән бушатырға кәрәккән осраҡта үҙен күрһәтергә тағы ла мөмкинлек бирәм. Ошондай артыҡ кешелеклелегем һуңынан үҙем өсөн насар эҙемтәләргә килтерә. Етәксе булараҡ ҡатыраҡ холоҡло булырға теләр инем.

Тормош эштән генә тормай. Нисек ял итәһегеҙ?

- Минең өсөн эш мәшәҡәттәренән мейене ял иттереү өсөн иң шәп ысул - ғаиләм менән булыу, китап уҡыу һәм сәйәхәт итеү. Көсөргәнешле эш көнөнән һуң өйгә ҡайтып, улым менән ҡыҙымдың шат йөҙҙәрен күрһәм, бөтә арыу-талыу һыпырып алғандай була. Улар менән шау-гөр килеп уйнап, кәләш менән төрлө пландар ҡора-ҡора ултырып сәй эсеү үҙе үк матур ял минең өсөн. Китапты һыу кеүек "эсәм". Ҡағыҙға баҫылған аҡыл ҡаҙнаһының шул тиклем дә мул булыуына һоҡланам. Ғәҙәттә, бер юлы 3 - 4 китап уҡыйым һәм уларҙың һәр береһе нимәгәлер өйрәтә.
Мин тауҙарҙы яратам. Мәҫәлән, Непалда диңгеҙ кимәленән 5650 метр бейеклеккә күтәрелеп торған Кала-Патар тауын "яуланым" һәм ул көндө мин 2018 йылдың иң яҡшы ваҡиғаһы, тип әйтә алам. Унда менгән саҡта юл ыңғайы шулай уҡ Нагарджинг (5100 метр) һәм ЕВС-ҡа (5360 метр) һуғылдыҡ. Күтәрелеүе ныҡ ауыр булды. Хатта, оят булһа ла әйтәйем, бер нисә тапҡыр кире боролорға ла уйлаған инем, шулай ҙа үҙемде ҡулға алып, бөтә ихтыяр көсөмдө туплап, маҡсатыма өлгәштем - тау түбәһенә менеп еттем. Тау үренә артылғанда физик йәһәттән көсөргәнешлек арта, ә эмоционаллек кәмей, эш ваҡытында төрлө уйҙарҙан ҡайнаған аң еңеләйеп ҡала. Тауҙар миңә тыныслыҡ тойғоһо бирә. Унда минең бөтә борсолоуҙарым юҡҡа сыға. Бейеклектә бөтөнләй икенсе кимәлдәге уй-фекерҙәр тыуа. Ошондай походтарҙа мин үҙем өҫтөндә эшләйем, үҙемдең эске донъямды теүәлләйем. Һәр кеше, минеңсә, ҡайһылыр ваҡытта япа-яңғыҙ, тәбиғәт менән ҡалып, бөтә нәмәнән дә иркенлек, иреклек тойоп алырға тейеш.

Бөгөнгө етеҙ, тиҙ үҙгәреүсән тормош ритмында үҙеңде юғалтмайынса, һәр саҡ сафта булыу рецептығыҙ бармы?

- Был өлкәлә оҙаҡ ваҡыт эшләп, етерлек тәжрибә туплап, үҙ эшемде асһам да, тәүге мәлдәрҙә эске көсөргәнешлек тойғоһонан арына алмай торғайным. Әле лә көн һайын тиҙ генә ҡарар ҡабул итергә кәрәкле, шулай уҡ хәүефле лә мәлдәр тыуып тора, ләкин мин уларҙы тынысыраҡ үткәрергә өйрәндем. Төрлө ситуацияла ла тыныс ҡала белеү, үҙеңде ҡулда тотоу оҫталығы кешегә тыумыштан бирелә, тигән фекерҙәмен. Ләкин ул саҡта ла уны үҫтерергә, тормошта дөрөҫ ҡуллана белергә өйрәнергә, уны тәрәнәйтеп, үҙеңдә тәрбиәләргә кәрәк. Ә үтә лә тынысһыҙ, ҡыҙыу ҡанлы кешене үҙгәртеп булмай. Шулай ҙа әленән-әле уны тыныслыҡҡа саҡырып, артыҡ ныҡ нервы түкмәҫкә өндәп тороу уның өсөн яҡшылыр, тим.
Эшкә ҡағылышлы йәки йәшәйештең башҡа өлкәһендә килеп тыуған ниндәйҙер мәсьәләне еңелерәк үткәреп ебәреү мөһим. Ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй тормош мәшәҡәттәренән арына алмай, һәр ваҡыт нимәгәлер борсола, уйлана, нервыһын бөтөрә һәм һаулығына ҙур зыян килтерә. Ә һаулыҡ - беҙҙең төп байлығыбыҙ. Шуға күрә, артыҡ көйәләнмәҫкә, сәбәләнмәҫкә, тыныс булып ҡала белергә тырышыу мөһим. Был донъяла барыһы ла үтә һәм хәл ителмәҫтәй проблемалар булмай.
Мин бик тәүәккәл аҙымдар эшләргә яратмайым. Шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер мәсьәлә өҫтөндә оҙаҡ уйланмайым. Ҡабул ителгән ҡарарҙың дөрөҫлөгө мәсьәләне оҙаҡ йәки тиҙ уйлауға бәйле түгел. Иң мөһиме, маҡсатҡа ынтылғанда, эш барышында ваҡытында дөрөҫ төҙәтмәләр индереү, килеп тыуған хәлдәрҙән юғалтыуһыҙ сығыу юлдарын табыу оҫталығы. Ошоларҙың барыһы ла миңә тормош ағышында юғалып ҡалмаҫҡа мөмкинлек бирә.

Гәзиттең "Әйтер һүҙем бар!" рубрикаһы аша ниндәй уй-фекерегеҙҙе еткерергә теләр инегеҙ?

- Бөгөн ауылдарға иғтибар бик әҙ. Бигерәк тә белем биреү системаһы йүнәлешендә ауылдар менән етди эшләргә кәрәк. Шулай уҡ күберәк төрлө спорт һәм үҫтереүсе түңәрәктәр булдырыу, унда балаларҙы ылыҡтырыу мөһим. Ҡала балалары был йәһәттән күпкә ота, сөнки үҙҙәре теләгән түңәрәкте һайлап йөрөү мөмкинлектәре бар. Түңәрәктәр баланың аң кимәлен үҫтерә, физик яҡтан нығынырға булышлыҡ итә, тиҫтерҙәре менән аралашыу йәмғиәттә үҙҙәрен ышаныслыраҡ тоторға булышлыҡ итә. Ауылда үҫкән баланы ҡаланыҡы менән сағыштырып, шуны күҙәтәм. Тәүгеләренең араһында күптәр бәйләнешкә ауыр инә, ниндәйҙер яңы тенденцияны тотоп ала һалып, шуны үҙ эшендә ҡулланыу ҙа уға ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шуға күрә, ошо йүнәлештә әүҙемерәк эштәр кәрәк. Үҙем дә киләсәктә башҡорт балалары өсөн төрлө түңәрәктәр асыу, уларға күберәк мөмкинлектәр булдырыу уйы менән йәшәйем.

Шулай итеп...
Шәхси эшен ойошторған һәм уңышлы эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙар менән әңгәмәләр үткәреү барышында уларҙың барыһына ла хас төп һыҙаттарҙы билдәләнем. Ул - үҙ-үҙенә ышаныусанлыҡ, эшлекле мөнәсәбәт урынлаштыра белеү, инновацион технологияларҙы урынлы ҡулланыу, үҙенең эшен дөрөҫ тәҡдим итә белеү, юғары ойоштороу һәләте. Биш йыл эсендә үҙенең эшмәкәрлеген бөтә ил буйлап йәйелдереүгә өлгәшкән бөгөнгө ҡунағыбыҙҙа ла ошо сифаттар ярылып ята. Уға уңыштар ғына теләргә ҡала.

Гөлназ САФУАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.01.19 | Ҡаралған: 696

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru