«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨРӘК ҺҮҘЕН ӘЙТТЕ ДЫУАНДАР…
+  - 

Ошо көндәрҙә Дыуан районында тәүге тапҡыр яҡташыбыҙ Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса конкурс уҙғарылды. Иртә таңдан шағирәнең тыуған ауылы Иҫке Хәлилгә райондың барлыҡ башҡорт ауылдарынан ҡатнашыусылар ағылды. Райондың мәғариф бүлеге, Иҫке Хәлил мәктәбе һәм мәҙәниәт йорто ойошторған был сарала Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы һәм "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының, шулай уҡ "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева менән шағирә Зөлфиә Ханнанованың да ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен арттырҙы.

Илленән ашыу бәйгесе араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңел булманы баһалама ағзаларына. Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында еңеүсе тип Әминә Шафиҡова билдәләнде (Мәсәғүт ауылы). 4-6-сы класс уҡыусылары араһында Гран-при яулаған Айгизә Ғәйфуллинаға (Әбдрәшит ауылы) етеүсе булманы. Шағирәнең "Мәскәү бесәйенә" исемле шиғырын бер кемде лә ҡабатламай, юғары оҫталыҡ менән башҡарҙы ул. 1-се урынға лайыҡ булыусы Мәсәғүт республика лицей-интернаты уҡыусыһы Илнара Баишева уҡып ишеттергән "Батырҙарҙың әйткәне..." шиғыры ла тетрәндерҙе тамашасыларҙы:
"Торатауҙы яҡлай алмаһағыҙ,
Ер-һыуҙарҙы һаҡлай алмаһағыҙ,
Барыһы ла һеҙҙең намыҫта!
Барыһы ла һеҙҙең намыҫта..."
Өлкәндәр араһында Гран-приҙы "Күрешергә һуҙ усыңды..." шиғырын башҡарыусы Мәсәғүт гимназияһы уҡытыусыһы Айгөл Баишева яуланы. "Ҡот" поэмаһынан өҙөк башҡарған әсәле-ҡыҙлы Зарина һәм Регина Әхмәтғәлиналар (Арый ауылы), "Ауылым ағайҙары" шиғыры менән күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып үткән Гөлназ Мөхәмәҙиева (Иҫке Хәлил), "Инәйемде төштә күрҙем..." шиғырын башҡарып, бар залды илатҡан Зарема Низаметдиновалар ҙа (Әбдрәшит) еңеүселәр рәтен тулыландырҙы.
Шағирәнең үтенесе буйынса был конкурста үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы һөйләүселәр өсөн айырым номинация булдырылғайны. Өлкәндәр араһында Ҡәҙер ауылынан Гөлшат Ғарифуллинаның шиғри күстәнәсе күңелдәргә хуш килһә, мәктәп уҡыусылары араһында Иҫке Хәлил ҡыҙҙары Динара Исмәғилева менән Айназа Ямалова ҡыуандырҙы. 2-се класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, Динара образлы фекерләүе, һүрәтләү алымдарын оҫта ҡулланыуы менән айырылып тора. 6-сы класс уҡыусыһы Айназа Ямалова иһә үҙ шиғырын Зөлфиә апаһына бағышланы:
"Зөлфиә апай маяҡ беҙгә,
Зөлфиә апай терәк беҙгә,
Зөлфиә апай маҡсат беҙгә..."
Боронғо башҡорт ауылы Иҫке Хәлилдә шиғриәт байрамы иртәнән алып кискә тиклем дауам итте. Төрлө ауылдарҙан йыйылған ағинәйҙәр ҡул эштәре һәм милли ризыҡтар күргәҙмәһе ойошторҙо, бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, сәхнәлә мөнәжәттәр йырлап ишеттерҙе, республиканың баш ағинәйе Гөлфиә Янбаева менән аралашып, киләсәктә башҡарыласаҡ эштәрҙе билдәләне.
Конкурста ҡатнашҡан һәр кешегә бүләк алып ҡайтҡан Зөлфиә Ханнанованың үҙен дә тыуған көнө менән алҡышлап, сәскәләргә күмде яҡташтары. Рухлы, иманлы шиғриәте менән Дыуан районы башҡорттарын ғына түгел, бар республика халҡын туплауға өлгәшкән шағирәнең дә яҡташтарына әйтер һүҙе шиғыр юлдары булып ағылды:

Дыуанымда - һабантуйҙар,
Төрлө яҡҡа оса уйҙар.
Күңел күҙем таный барын:
Ана, минең Арыйҙарым!
Күрешергә һуҙыла ҡулдар:
Әпсәләмдәр, Мәрйәмғолдар,
Мөлкәттәр һәм Ҡаракүлдәр,
Йәнгә яҡын тағы кемдәр?
Иҫке Хәлил, Яңы Хәлил,
Һеҙҙе күрһәм, ярһый күңел,
Ҡайһығыҙ һуң йәндәремә
Яҡын түгел, ғәзиз түгел?
Ҡайҙаһығыҙ, Ҡәҙерҙәрем,
Минең йөрәк бәғерҙәрем,
Һеҙҙә нисек бара эштәр,
Һынатмаймы Әптерәштәр?
Мәсәғүттәр нисек йәшәй?
Кемдер берәү әйтһә әгәр
Һарт бөтә, тип, сәсәй-сәсәй...
Ышанмам мин һәм ашыҡмам
Ҡысҡырырға: "Ҡарауыл!"
Теҙләнмәй ул!
Ҡалҡып тора:
"Был - беҙ!" - тиеп, балҡып тора
Әй буйында ун ауыл!..
- Районыбыҙҙа бик матур традиция йәшәп килә. Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтоң шиғырҙарын һөйләү буйынса тик егеттәр бәйге тота ине. Бына хәҙер ҡыҙҙар өсөн дә айырым конкурс булдырылды. Республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын тик ҡыҙҙар ғына уҡыясаҡ. Был конкурстар матур йолаға әйләнер һәм районыбыҙҙан үҫеп сығасаҡ яңы таланттарға юл асыр, тип ышанабыҙ! - тине Дыуан районы мәғариф бүлеге методисы Илгенә Вәкил ҡыҙы Мөхәмәтова конкурсты йомғаҡлап. Ышаныстар аҡланһын, әйҙә.

Рәмил МӨХӘМӘТЙӘНОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.01.19 | Ҡаралған: 730

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru